Өхөд янындағы алыш
Асыу менән үс алыу
Бәдер көнөндә күренекле Ҡурәйш халҡы еңелеүгә дусар ителгәндән һуң Мәккәгә ғәскәрҙең ҡалдығы ғына ҡайтып етә. Был улар өсөн бик оло юғалтыу була. Һуғышта ятып ҡалғандарҙың аталары, улдары һәм ағай-энеләре Әбү Суфйанға һәм теге каруанда тауарҙары булған кешеләргә киләләр ҙә, кәңәшләшеп, шул байлыҡтарҙы мосолмандарға ҡаршы көрәштә ҡулланырға ҡарар итәләр. Ҡурәйш ҡәбиләһе халҡы Аллаһ Рәсүленә ҡаршы алыш өсөн туплана. Шағирҙар шиғырҙары менән кешеләрҙе алышҡа әйҙәй, уларҙа көс-ғәйрәт уята.
Ҡурәйштәр һижрә буйынса өсөнсө йылдың шәүүәл айында үҙҙәренә эйәргән башҡа ҡәбилә вәкилдәре менән бергә алышҡа сыға. Күренекле ҡурәйштәр үҙҙәре менән ҡатындарын да ала. Улар ғәскәрҙәре менән Мәҙинә ҡаршыһына барып еткәнсе бара. Аллаһ Рәсүле ﷺ, мосолмандар Мәҙинә эсендә булырға тейеш, дошмандар баҫып ингән хәлдә генә ҡаршы көрәшкә сығасаҡбыҙ, тигән ҡарарға килә. Ул ҡаланан китергә теләмәй. Ғабдуллаһ ибн Өбәйй ҙә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡарарын ҡеүәтләй. Тик Бәдер алышында ҡатнаша алмай тороп ҡалғандар ғына: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Әйҙә, бергә дошман ҡаршыһына сығайыҡ. Беҙ уларҙан ҡурҡа йәки көс-ҡеүәтебеҙ юҡ, тип уйламаһындар әйҙә», — тип ныҡыша. Аллаһ Рәсүле ﷺ өйөнә инеп, хәрби күлдәген кейгәнсе, уның артынан эйәреп йөрөйҙәр. Әммә аҙаҡ был ҡылыҡтары өсөн үкенеп: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Беҙ һине ошо аҙымға этәрҙек. Беҙ бит һине мәжбүр итергә теләмәгән инек. Теләһәң, туҡтат. Аллаһ бәрәкәт бирһен үҙеңә», — тиҙәр. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға: «Кейгән икән, пәйғәмбәргә, алышмайса тороп, хәрби күлдәген сисеү килешмәй», — тип яуап бирә.
Пәйғәмбәр ﷺ, үҙенең меңәрләгән сәхәбәһе менән яуға сыға. Мәҙинә менән Өхөд араһында булған саҡта Ғабдуллаһ ибн Өбәйй: «Уларҙы тыңланың, мине тыңламаның», тип өс йөҙләгән кеше менән ғәскәрҙе ташлап китә.
Өхөд янында
Аллаһ Рәсүле ﷺ Өхөд тарлауығына барып еткәнсе алға бара. Был тау Мәҙинәнән яҡынса өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була. Өхөд тауын артта ҡалдырып, ғәскәрен теҙә лә: «Берегеҙ ҙә, бойороҡ булмайынса тороп, алышты башламаясаҡ!» — тин һуғышсыларына әмер бирә Аллаһ Рәсүле ﷺ.
Пәйғәмбәр ﷺ үҙенең ете йөҙ һуғышсыһы менән алышҡа әҙерләнә. Илле кешенән торған уҡсыларҙың башлығы итеп Ғабдуллаһ ибн Джүбәйерҙе ҡуя ла: «Һыбайлы ғәскәрҙе беҙҙән уҡтарығыҙ менән ҡыуығыҙ. Улар беҙҙең яҡҡа инмәҫлек булһын», — тип бойора, һәм уларға, хатта ғәскәрҙе ҡош-ҡорт суҡығанын күргән хәлдә лә, урындарын ҡалдырмаҫҡа бойора. Һуңынан ике һайман кейеп ала ла, байраҡты Мөсғәб ибн Ғөмәйергә (радыйаЛлаһу ғәнһү) тапшыра.
Тиҫтерҙәр араһында уҙышыу
Аллаһ Рәсүле ﷺ Өхөд көнөндә, йәштәре етмәү сәбәпле, ҡайһы бер малайҙарҙы кире ҡайтарып ебәрә. Улар араһында ун биш йәшлек Сәмүрә ибн Джүндүб һәм Рафиғ ибн Хәдиж дә була. Әбү Рафиғ, улы өсөн шәфәғәтлек килтереп: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Улым Рафиғ уҡсы бит», — ти. Шунан һуң Пәйғәмбәр ﷺ малайға алышырға рөхсәт бирә. Сәмүрә ибн Джүндүб Мөхәммәткә ﷺ шул саҡ: «Рафиғҡа рөхсәт бирҙең, ә миңә — юҡ. Әгәр ҙэ уның менән алышҡа сыҡһам, мин уны, һис шикһеҙ, еңәсәкмен», ти. Малайҙарҙы бер-береһенә ҡаршы көрәштереп ҡарағас, Сәмүрә ысынлап га еңеп сыға. Шуға күрә ул да Өхөд көнөндә яуға сыға.
Алыш
Ике яҡ бер-береһенә яҡынайып, ҡапма-ҡаршы тора. Һинд бинт Ғөтбә ҡатындарҙың етәксеһе була. Улар, ирҙәренең артында көс-дәрт биреп, дөңгөргә һуғып тора. Һуғышсылар алыша, көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Әбү Дүйәнә Аллаһ Рәсүленән ﷺ ҡылыс ала ла уны лайыҡлы рәүештә тоторға һүҙ бирә. Һәм шул ҡылыс менән юлында осраған һәр мөшрикте үлтерә.
Хәмзә ибн Ғәбделмотталиб (радыйаЛлаһу ғәнһү), ҡурҡыу белмәй һуғышып, бер нисә мөшрик батырҙарын үлтерә. Шул саҡ Джөбәйер ибн Мөтғимдең һөңгө ырғытыуға маһир Вәхши исемле хеҙмәтсеһе боҫҡон урынлаштыра ла уға тоҫҡап һөңгө ырғыта. Хужаһы уға ағаһы Төғәйемдең йәнен ҡыйған Хәмзәнең (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлеме өсөн ирек вәғәҙә иткән була. Әбү Суфйандың ҡатыны Һинд та, күңел әрнеүен баҫыу өсөн, Вәхшиҙе Хәмзәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтерергә ҡоторта. Вәхши һөңгөһөн һелтәп ебәрә, һәм Хәмзә был донъянан шәһит булып китә.
Үҙенең үлеме килгәнсе Мөсғәб ибн Ғөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҙә Аллаһ Рәсүлен ﷺ яҡлап көрәшә. Барлыҡ мосолмандар ҙа ҡыйыу рәүештә алыша.
Мосолмандарҙың еңеүе
Аллаһ Тәғәлә, Үҙ вәғәҙәһен үтәп, мосолмандарға еңеү ебәрә. Мөшриктәр, төшөнкөлөккә бирелеп, яу яланынан ҡаса. Уларҙың еңелерендә бер ниндәй ҙә шик ҡалмай. Ҡатындар, күлдәк итәктәрен күтәрен тороп, ҡасырға керешә.
Мосолмандарҙың яҙмыш һынауына дусар ителеүе
Шулай итеп, мөшриктәр еңелеүгә дусар ителә һәм ҡатындары артынан ҡаса башлай. Быны күргән уҡсылар ғәскәр янына ашыға, сөнки уларҙың еңеүендә шиге ҡалмай. Улар: «Эй, кешеләр! Ғәнимәт! Табыш!» гип ҡысҡырышырға тотона. Әмирҙәре Аллаһ Рәсүленең ﷺ бойороғо хаҡында иҫкәртһә лә, улар быға ҡолаҡ һалмай. Мөшриктәргә кире ҡайтыу юҡ, тин, урындарын ташлап китәләр. Шулай итеп, мосолмандар һыбайлы ғәскәр һөжүме хәүефе аҫтында ҡала.
Мөшриктәр шул тиклем тар-мар ителә, хатта байраҡ тотоусыларының береһе лә әләмен килеп алырға йөрьәт итмәй. Әммә һунынан көтөлмәгән хәл була. Мөшриктәр: «Мөхәммәтте үлтереү өсөн барыһын да эшләргә!» — тип ҡысҡырышып, мосолмандарға арттан һөжүм яһай. Аптырап ҡалған мосолмандар сигенергә мәжбүр була. Мөшриктәр уларға, уҡсыларҙың урындарын ташлап китеүе форсатынан файҙаланып, һөжүм итә. Был көн оло һынау һәм ҡайғы көнөнә әйләнә.
Дошман тарафынан ташланған таш Пәйғәмбәрҙең ﷺ алғы тештәрен онтай, аҫҡы ирендәрен яралай, шулай уҡ битен йәрәхәтләй. Битенән ағырға керешкән ҡанды һөртә-һөртә ул: «Аллаһ юлына саҡырған пәйғәмбәрҙең битен йәрәхәтләүселәр ниндәй уңышҡа өлгәшһен инде?» — ти. Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны ҡулдарынан тотоп ала. Ә Талха ибн Ғөбәйҙуллаһ (радыйаЛлаһу ғәнһү) Пәйғәмбәрҙе аяғүрә баҫа алғансы тотоп тора. Малик ибн Синән (радыйаЛлаһу ғәнһү) уның битендәге ҡанды һурып ала.
Мосолман ғәскәре, ни эшләргә белмәй, ҡапыл йүгерешергә тотона. Әммә аҙаҡ, ҡасыу ниәтенән кире ҡайтып, һөжүмде дауам итәләр.
Исламдың һәм мосолмандарҙың көсөн тәшкил иткән, Аллаһ Рәсүленең ﷺ һәм диндең яҡлаусылары булған кешеләрҙең ҡыйратылыуы ысын мәғәнәһендә оло юғалтыуға һәм михнәткә әйләнә. Уҡсыларҙың хатаһының, Пәйғәмбәрҙең ﷺ өйрәткәндәренә ныҡлы иғтибар итмәүенең, бирелгән бойороҡто аҙаҡҡаса үтәмәүепең һөҙөмтәһе был. Улар Аллаһ Рәсүле ﷺ тәғәйенләгән урынды ташлап китмәҫкә тейеш ине бит. Был хаҡта Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрендә былай тиелә: «Аллаһтың рөхсәте менән һеҙ уларҙы ҡырып бөткәс, Ул үҙенең вәғәҙәһен үтәне. Ул һеҙгә нимә яратҡанығыҙҙы күрһәткәндән һуң һеҙ ҡаушап, эш тураһында әрепләшеп, ҡарышып киткәс, арағыҙҙа донъялыҡты көҫәгәндәр ҙә, ахирәтте теләгән кешеләр ҙә булды. Шунан һуң Ул һынар өсөн һеҙҙе уларҙан ситкә борҙо ла ғәфү итте. Аллаһ бит мөьминдәргә йомарт!» (Ҡөрьән, 3:152).
Йәндәрен фиҙа ҡылыусылар
Әбү Ғөбәйҙә ибн әл-Йәррәх (радыйаЛлаһу ғәнһү), Пәйғәмбәрҙең ﷺ сикәһенә ҡаҙалған ике һөңгө сыңғаһын күреп ҡала ла, ашығыс рәүештә бер-бер артлы уларҙы теше менән һурып ала. Ошо арҡала ике алғы — аҫҡы һәм өҫкө — тештәрен йәрәхәтләй. Әбү Дүйәнә (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүлен ﷺ арҡаһы менән ҡаплаған да, уҡтар яуыуына ҡарамаҫтан, урынынан бөтөнләй шылмаған. Сәғед ибн Әбү Үәҡҡэс (радыйаЛлаһу ғәнһү), ҡулдарына ян тотоп, Аллаһ Рәсүлен һаҡлаған. Ә Пәйғәмбәр ﷺ үҙ сирағында уны: «Ат әйҙә! Атам һәм әсәм һинең өсөн ҡотолоу булһын!» — тип ҡеүәтләп торған.
Көслө һуғыуҙан Ҡәтәдә ибн Нөғмәндең хатта күҙе һәленеп төшә. Аллаһ Рәсүле үҙ ҡулдары менән уларҙы кире урынына ултырта, һөҙөмтәлә ул ошо күҙҙәре менән башҡаларға ҡарағанда ла яҡшыраҡ күрә башлай.
Яу барышында мөшриктәр Пәйғәмбәрҙе ﷺ һәр ваҡыт эҙәрлекләй. Аллаһ уны юҡ итһен ине, тип теләйҙәр. Тиҫтәләгән кешенән торған төркөм һуңғылары үлтерелгәнсе улар менән алыша. Талха ибн Ғөбәйҙуллаһ та (радыйаЛлаһу ғәнһү) мөшриктәр менән көрәш алып бара. Ул Аллаһ Рәсүлен ﷺ, ҡулдары менән ҡаплап, аралай. Аҙаҡ Талханың (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡулдарын фалиж һуға. Аллаһ Рәсүле ﷺ ҙур бер ташҡа менергә теләй, әммә хәлһеҙлеге һәм йәрәхәттәре арҡаһында быны эшләй алмай. Шул саҡ Талха (радыйаЛлаһу ғәнһү) сүгәләй ҙә, уны ﷺ яурындарына ултыртып, ташҡа мендереп ҡуя. Намаҙ ваҡыты еткәс, Пәйғәмбәр ﷺ ултырып ҡына уҡый.
Еңелеүгә дусар ителгәс, һуғышсылар ҡасырға керешә. Тик Пәйғәмбәрҙең ﷺ хеҙмәтсеһе Әнәс ибн Маликтың (радыйаЛлаһу ғәнһү) ағаһы Әнәс ибн ән-Нәдер генә (радыйаЛлаһу ғәнһү), киреһенсә, алға ынтыла. Сәғед ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү) менән тап булышҡас, тегеһе: «Ҡайҙа киттең, эй, Әбү Ғүмәр?!» тип һорай. Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Йәннәт ниндәй хуш еҫле, эй, Сәғед! Мин уны Өхөд яғынан тоям», — тип яуаплай.
Әнәс ибн ән-Нәдер (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡул ҡаушырып, аптырап ҡалған мөһәжирҙәр һәм ансарҙар янына килә лә: «Нимә көтөп ултыраһығыҙ?» — тип һорай. Улар: «Аллаһ Рәсүле ﷺ үлтерелгән», — тип яуап бирә. Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул ﷺ сағында һеҙгә артабан йәшәүҙән ни мәғәнә? Тороғоҙ ҙа Аллаһ Рәсүле ﷺ кеүек үк йәнегеҙҙе фиҙа ҡылығыҙ!» — ти ҙә, тегеләргә йөҙө менән боролоп, йәне алынғансы алыша.
Әнәс ибн Малик (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Беҙ ул көндө Әнәстең тәнендә етмеш йәрәхәт эҙе таптыҡ. Апаһынан башҡа берәү ҙә уны таный алманы. Бармаҡтарына ҡарап ҡына ( ҡустыһы икәнен белде апаһы». ;
Зийәд ибн әс-Сәкән (радыйаЛлаһу ғәнһү) биш ансар менән бергә Аллаһ Рәсүленең ﷺ алдында алыша. Улар бер-бер артлы үлтерелеп бөтә. Зийәд тә (радыйаЛлаһу ғәнһү) яраланып ҡолағансы һуғыша. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Уны миңә яҡыныраҡ алып килегеҙ», — тип әмер бирә. Килтергәстәр, Пәйғәмбәр ﷺ аяҡтарын уның баш аҫтына ҡуя.
Зийәд (радыйаЛлаһу ғәнһү) сикәһен Аллаһ Рәсүленең ﷺ аяғына һалған килеш үлеп китә.
Аяҡтары ныҡ ҡына имгәнеү сәбәпле аҡһап йөрөгән Ғәмер ибн әл-Йәмүхтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) дүрт улы ла Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә алышҡа сыға. Өхөд алышы яҡынайғас, Ғәмер ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ғәскәргә ҡушылырға теләк белдерә. Бер улы уға: «Аллаһ һине ғәфү итте бит. Һәм Ул һине алышта ҡатнашырға мәжбүр итмәй. Беҙҙең барыуыбыҙ ҙа еткән. Аллаһ һиңә өйҙә ҡылыуҙы рөхсәт ҡылды», — ти. Ғәмер (радыйаЛлаһу ғәнһү) артабан Аллаһ Рәсүленә ﷺ килә лә: «Улдарым мине һинең менән бергә яуға сығыуҙан алып ҡалмаҡсы була. Аллаһ менән ант итәм: ошо аҡһаҡ аяҡтарым менән Йәннәт буйлап йөрөүемде бик ныҡ теләйем», — ти. Пәйғәмбәр ﷺ уға: «Аллаһ һине ғәфү итте, шуға күрә алышта ҡатнашыу бурысың түгел», — ти. Ә улдарына иһә былай ти: «Атайығыҙҙы алып ҡалырға һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ! Бәлки, Аллаһ уға шәһитлек бирер!» Ғәмер (радыйаЛлаһу ғәнһү) Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә алышҡа сыға һәм шәһит була.
Зәйед ибн Ҫәбит (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Өхөд көнөндә Аллаһ Рәсүле ﷺ мине Сәғед ибн әр-Рәбиғәне эҙләргә ебәрҙе лә: «Әгәр ҙә уны күрһәң, минән сәләм әйт һәм: «Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ниҙәр тояһың?» тип һораны», — тиген», — тип бойороҡ бирҙе. Ятып ҡалыусылар араһында йөрөй башланым һәм Сәғедте һуңғы һулышында саҡта тап иттем. Уның тәнендә һөңгөнән һәм ҡылыстан етмешләгән йәрәхәт бар ине. Мин уға: «Аллаһ Рәсүле ﷺ һиңә сәләм әйтте һәм: «Ниҙәр тояһың, хәбәр ит миңә шуны», — тине», тип еткерҙем. Ул: «Аллаһ Рәсүленә лә сәләм. Уға: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Мин Йәннәт еҫен тоям», — тип еткер, һәм халҡым ансарҙарға былай тиген: «Әгәр ҙә йөрәктәрегеҙ типкән саҡта улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ барып етһә, һеҙҙең Аллаһ алдында аҡланыу өсөн бер сәбәбегеҙ ҙә булмаясаҡ», тине».
Ғабдуллаһ ибн Йәхш (радыйаЛлаһу ғәнһү) был көндө: «Йә Аллаһ! Яныма көслө дошман ебәрһәң ине, ул мине үлтереп, танауымды һәм ҡолаҡтарымды ҡырҡып алһын ине. Аҙаҡ, һине осратҡас, һинең «Ни өсөн?» тигән һорауыңа, «Һинең хаҡыңа!» — тин яуап бирерлек булһын», — тип доға ҡыла.
Мосолмандарҙың үҙ урындарына ҡайтыуы
Мосолмандар, Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәле тураһында белгәс, уны күтәреп ала. Мөхәммәт ﷺ тарлауыҡҡа юлланырға кәрәклеген әйтә. Өбәйй ибн Хәләф: «Эй, Мөхәммәт! Һин ҡотолоп ҡалһаң, миңә йәшәү юҡ!» тип ҡабатлай-ҡабатлай уны эҙәрлекләүен дауам итә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Теймәгеҙ уға!» — ти. Әммә теге яҡынайғас, Пәйғәмбәр ﷺ, сәхәбәләренең береһенән һөңгө ала ла, йөҙө менән боролоп, уның муйынына ҡаҙай. Өбәйй әйләнеп китеп атынан ҡолап төшә.
Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡалҡаны менән һыу алып килә. Пәйғәмбәр ﷺ шуның менән битендәге ҡанды йыуын төшөрә. Фатима бит әр-Рәсүл (радыйаЛлаһу ғәнһә) атаһының битен йыуа, ә Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡалҡандан һыу ҡойоп тора. Фатима (радыйаЛлаһу ғәнһә), һыуҙан атаһының тағы ла нығыраҡ ҡанһырауын күргәс, септә киҫәген алып, яндырып һүндерә лә яраға һала. Ошонан һун ғына Пәйғәмбәрҙең ﷺ йәрәхәтләнгән тәне ҡанһырауҙан туҡтай.
Ғәйшә биш Әбү Бәкр һәм Умм Сөләйм (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) елкәләренә турһыҡ һалып һыу ташый. Аҙаҡ шуны хәлһеҙ кешеләрҙең ауыҙҙарына ҡоялар ҙа кире һыу тултырырға китәләр. Умм Сөләйт улар өсөн турһыҡтарға һыу йыя.
Һинд бинт Ғөтбә башҡа ҡатындарҙы эйәртеп алып килә лә, бергәләшеп мосолман мәйеттәрен йәмһеҙләргә тотоналар. Уларҙың танауҙарын, ҡолаҡтарын ҡырҡып алалар, Һинд, Хәмзәнең (радыйаЛлаһу ғәнһү) бауырын ҡырҡып алып, сәйнәргә тотона. Әммә йота алмай, кире төкөрә.
Әбү Суфйан китерҙән алда тау яғына бара ла, бар көсөнә: «Эштәр бик яҡшы бара! Был Бәдер көнө өсөн үс булыр. Алышта уңыш шулай алмашлап килә. Һабул бөйөк!» — тип ҡысҡыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Эй, Ғүмәр! Тор ҙа яуап бир шуға!» — ти. һәм: «Аллаһ бөйөгөрәк һәм ҡеүәтлерәк! Был бер үк нәмә түгел. Беҙҙең мәрхүмдәр — Йәннәттә, һеҙҙекеләр — Утта!» — тип әйтергә ҡуша. Әбү Суфйан: «Беҙҙә Ғүззә бар, ә һеҙҙә — юҡ», — тип ныҡыша. Пәйғәмбәр ﷺ һуғышсыларына: «Яуапһыҙ ҡалырға уйлайһығыҙмы ни?!» ти. Улары: «Нимә тип әйтәйек һуң?» — тип аптырана. Ул ﷺ: «Аллаһ — беҙҙең Раббыбыҙ! Ә һеҙҙең раббығыҙ юҡ!» — тип әйтергә ҡуша. Әбү Суфйан ҡәрҙәштәре менән китеп барған саҡта тағы: «Икенсе йыл һеҙҙең менән Бәдерҙә осрашырбыҙ!» — тип ҡысҡырып ҡала. Аллаһ Рәсүле ﷺ сәхәбәләренең береһенә: «Әйе, беҙ ҙә һеҙҙең менән ошо хаҡта һүҙ ҡуйышабыҙ», — тип әйтергә бойора.
Кешеләр мәрхүмдәрҙе һәм яралыларҙы эҙләргә тотона. Аллаһ Рәсүле ﷺ Хәмзә (радыйаЛлаһу ғәнһү) өсөн бик йыҡ ҡайғыра. Ул Мөхәммәт ﷺ өсөн ағай ҙа, һөттәш туған да, уны һуғышта һаҡлаусы ла булған бит инде.
Мөьминәнең сабырлығы
Сафия бинт Ғәбделмотталиб Хәмзәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡарарға килә. Ул мәрхүмдең атай яғынан да, әсәй яғынан да туғаны була. Аллаһ Рәсүле ﷺ ҡатындың улы әз-Зөбир ибн әл-Ғәүүәмғә: «Кире алып кит әсәйеңде! Туғаны менән ни булғанын күрмәһен!» тип бойора. Улы: «Эй, әсәйем! Аллаһ Рәсүле ﷺ һиңә кире ҡайтырға ҡушты», ти. Тегеһе: «Ни өсөн?» — тип һорай. Аҙаҡ: «Туғанымды мәсхәрәләүҙәре хаҡында әйттеләр инде. Аллаһтың ихтыяры шулай булған, тимәк. Шуға күрә беҙ түҙергә тейеш. Ин шәъ Аллаһ, Аллаһтың әжере өсөн мин дә сабыр итермен», — ти ҙә, Хәмзәнең тәнен барып ҡарағас, уның өсөн намаҙ ҡыла. «Беҙ — Аллаһ Тәғәләнән, ҡайтыуыбыҙ ҙа Уға ғына», — ти ҙә туғаны өсөн ғәфү һорай. Һуңынан Аллаһ Рәсүле ﷺ Хәмзәне ерләргә ҡуша.
Мөсғәб ибн Ғөмәйер һәм Өхөд шәһиттәренең ерләнеүе
Аллаһ Рәсүленең ﷺ байрағы эйәһе һәм Исламға тиклем Ҡурәйш ҡәбиләһе егеттәре араһында уңыш ҡаҙаныусыларҙан булған Мөсғәб ибн Ғөмәйер ҙә (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтерелә. Уны буй- буй һыҙыҡлы кейемгә кәфенләйҙәр. Әммә, башы ябылһа, аяҡтары асыла, аҫҡы яғы кәпләнһә, өҫкөһө ҡапланмай, һуңынан Пәйғәмбәр ﷺ: «Башын ғына ҡаплағыҙ ҙа аяҡтарына хуш еҫле ҡамыш һалығыҙ», — ти.
Аллаһ Рәсүле ﷺ Өхөд мәйеттәрен икешәрләп бер кейемгә төрә. Аҙаҡ: «Кемеһе Ҡөрьәнде күберәк белә?» — тип һорай ҙа, кемеһенә күрһәтәләр, шуны иң тәүҙә ләхеткә һала. Һуңғыларын: «Ҡиәмәт көнөндә мин улар өсөн шаһитлыҡ ҡылырмын», — тип, ҡанлы көйө ерләргә ҡуша. Йыназа ҡылынмай, тәндәрен дә йыумайҙар.
Ҡатындарҙың эскерһеҙ хәстәрлеге
Мосолмандар Мәҙинәгә ҡайтып барғанда Бану Динар ҡәбиләһенән булған ҡатынды осрата. Уның ире лә, ағаһы ла, аТаһы ла Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә алышҡа сығып, шунда башын һалған була. Уларҙың вафаты тураһында хәбәр иткәс, ҡатын: «Аллаһ Рәсүле ни хәлдә?» тип һорай. «Барыһы ла яҡшы, эй Умму Фәлән! ӘлхәмдүлиЛләһ, уның хәле һеҙ теләгәнсә яҡшы», -тип яуап бирәләр. Ҡатын: «Күрһәтегеҙ миңә уны! Минең бик күргем килә», ти. Пәйғәмбәргә ﷺ төртөп күрһәткәс ул: «Һин тере саҡта барлыҡ ҡайғы-хәсрәт әһәмиәтһеҙ!» — ти.
Мосолмандарҙың дошман эҙе буйлап сығыуы
Мөшриктәр: «Һеҙ бер ни ҙә эшләмәнегеҙ! Халыҡ намыҫын ергә һалып тапанығыҙ! Мосолмандарҙы тулыһынса тар-мар итеү мөмкинлеген ҡулдан ыскындырҙығыҙ!» -тип бер-береһен битәрләй башлай.
Аллаһ Рәсүле ﷺ дошманды эҙләргә .ҡуша. Өхөд көнөнөң иртәгәһенә мосолман һуғышсылары йәрәхәттәре арҡаһында бик көсһөҙ була әле. Пәйғәмбәрҙең ﷺ мүәҙҙине кешеләргә дошманды эҙләп сығырға кәрәклеге хаҡында хәбәр итә. Кисәге яуҙа ҡатнашыусыларҙан башҡа бер кемдең дә сығырға тейеш түгеллеге хаҡында белдерә. Ныҡ яраланған булыуҙарына ҡарамаҫтан, мосолмандар Аллаһ Рәсүле ﷺ менән бергә китә. Бер кем дә тороп ҡалмай. Күмәкләшеп Мәҙинәнән һигеҙ миль алыҫлыҡта булған Хәмрә Әсәд ерлегенә барып етәләр. Аллаһ Рәсүле ﷺ менән мосолмандар унда дүшәмбе, шишәмбе һәм шаршамбы көндәре булалар ҙа кире Мәҙинәгә әйләнеп ҡайталар.
Өхөд көнөндә мосолмандар араһынан етмеш кеше шәһит була. Уларҙың күбеһе — ансарҙар (радыйаЛлаһу ғәнһүм). Мөшриктәр араһынан егерме ике кеше үлтерелә.
«Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы», Әбүл-Хәсән Ғәли ән-Нәдүи (1914—1999), Нәркәс Алсынбаева тәржемәһе