Ухуд (Өхөд) һуғышы

Ухуд (Өхөд) һуғышы

     625 йыл, Һижрәнең 3 йылы, Ухуд (Өхөд) һуғышы.
     Бәҙер һуғышынан һуң Мәккәлә рәйес булған Әбү Суфьян ибн Хәрбтең, әһел Исламдан үс алыу маҡсаты менән, ике йөҙ ғәскәр йыйып, Мәҙинәгә барып та, был сәфәрҙән уңышһыҙ ҡайтҡанлығы юғарыла яҙылғайны.
     Бәҙер ваҡиғаһы әсеһе өҫтөнә тағы ла был уңышһыҙлыҡҡа дусар булған Әбү Суфьян нисек тә булһа әһел Исламдан үс алыу ниәтендә йөрөй ине. Бәҙер һуғышында үлгән кешеләрҙең яҡындары ла үс алыу ниәтендә инеләр. Бының өҫтөнә Бәҙер һуғышынан һуң мөшриҡтәрҙең сауҙа юлдары ла бикләнеү дәрәжәһенә еткән тиәрлек ине. Шунлыҡтан ҡеүәтле бер ғәскәр туплап, әһел Исламдың шәүҡәт үә ҡеүәттәрен һындырыу мөшриҡтәргә иң мөһим бер нәмә ине.
     Бәҙер һуғышына сәбәп булған каруандағы малдар, уның эйәләре, ул ваҡытта шул каруанды яҡлайбыҙ тип, Мәккәнән сығып Бәҙерҙә булғанға, ул каруан Мәккәгә ҡайтҡас, бүленмәйсә Дәрун нәдүәлә һаҡларға ҡуйылғайны, һуңынан уның эйәләренең күбеһе Бәҙерҙә үлеү сәбәпле, икенсенән, Бәҙерҙә еңелеүҙең әсеһе сәбәпле, каруан малын бүлеүгә күңелдәре бармай ине. һуңынан мөшриҡтәр, Әбү Суфьянға барып, ошбу каруан малдарын мосолмандарға ҡаршы һуғышыу өсөн файҙаланыу тураһында һүҙ һөйләнеләр. Әбү Суфьян да, быны бик хуп күреп, бергәләп халыҡты шуға ҡыҙыҡтырҙылар. Халыҡ быға ризалыҡ белдерҙе. Каруандағы мал, илле мең алтынға иҫәпләнеп, һуғыш кәрәгенә сарыф ителде.

                                                               Һуғышҡа әҙерләнеү
     Һуғышҡа әҙерләнер өсөн мал табылғас, Ҡөрәйш башлыҡтары бик ҡаты һуғышҡа әҙерләнә башланылар. Мәккә тирәһендә булған сәхрә ғәрәптәрен дә һуғышҡа тартыу өсөн, мәшһүр хатибтарҙы (оратор) һәм шағирҙарҙы күндерҙеләр. Улар араһында Бәҙер һуғышында мосолмандарға әсирлеккә эләккән шиғырсы Әбү Ғәззә Жумәхи ҙә бар ине. Рәсүлуллаһ уны, фәҡирлеге сәбәпле, йоломһоҙ азат иткәйне, ләкин шарт итеп ҡуйғайны, Исламға ҡаршы хәрәкәт ҡылмауын. Әбү Ғәззә быны иҫенә төшөрөп, был эшкә ҡатнашмаҫҡа булһа ла, Сафүән ибн Үмәйәнең ҡыҙыҡтырыуы буйынса ҡабул итте. Шул хатибтар һәм шиғырсылар тырышлығы арҡаһында, Тиһәмә һәм Кинәнә ғәрәптәренән, Ҡөрәйш хәлфәһе булған Әхәбиштән бик күп ғәскәр йыйылды. Мөшриҡ ғәскәре өс меңгә етеп, ике йөҙө атлы ғәскәр ине.
     Баш етәксе итеп Әбү Суфьян ҡуйылды. Уның ҡул аҫтында ғәскәрҙең фирҡәләренең башлыҡтары итеп: Ғәкрәмә ибн әби Йәһл, Халид ибн Вәлид, Сафүән ибн Үмәйәләр ҡуйылды. Ҡөрәйштәр, һуғыштан ҡасмаҫ өсөн һәм ғәскәрҙең рухын күтәрер өсөн, үҙҙәре менән ҡатындарын да алып сыҡтылар. Улар араһында Әбү Суфьяндың ҡатыны Хинд бинт Ғүтбә, Ғәкрәмәнең ҡатыны Үмм Хәким, Сафүән ибн Үмәйә ҡатыны — Бәрҙә бинт Мәсғүд, Хәрис ибн Һишам ҡатыны — Рита бинт Мунаббиһ, Талха ибн әби Талха Ҡатыны — Сәләфә үә башҡалар бар ине. Ғәскәрҙең рухын күтәрәр өсөн, барабан һуғып үә ҡурайҙар уйнап, ғәскәрҙе батырлыҡҡа өндәй торған шиғырҙар һөйләү өсөн кәнизәктәрҙе лә (тол ҡатындарҙы) алып сыҡтылар. Ғәскәр эсендә әһел Ислам араһында мәшһүр фасиҡ Әбү Ғәмир ҙә бар ине. Ул яһилиәт ваҡытында Йәҫрибтағы Әус ҡәбиләһенең рәйесе булып, рәсүлуллаһ Мәҙинәгә һижрәт итеп килгәс, уға хөсөт үә дошманлығынан Мәҙинәне ташлап, бер нисә эйәрсен менән Мәккәгә киткәйне. Ул яһилиәт ваҡытында Раһиб тигән исем менән билдәле ине. Мәҙкүр эшенән һуң, рәсүлуллаһ уны фасиҡ тип атаны.
                                                            Ғәскәрҙең Мәҙинәгә төшөүе
     Шулай итеп, Әбү Суфьян өс меңдән ғибәрәт ғәскәр менән Мәҙинәгә йүнәлде. Ғәскәр шәүүәл айының дүртенсе көнөндә Мәҙинәнең Ухуд тауы янында Ғәйнәин тигән ергә килеп туҡтаны.
                                                               Рәсүлуллаһҡа хат килеү
     Мөшриҡ ғәскәре Мәккәнән сыҡҡас, Ғаббас ибн Ғәбдел Мутталиб, Ғаффар ҡәбиләһенән бер кешене яллап, рәсүлуллаһҡа мөшриҡтәрҙең сығыуҙары хаҡында хат ебәрҙе. Мәҙкүр илсе өс көн эсендә Мәҙинәгә килеп етеп, рәсүлуллаһҡа хатты тапшырҙы. Ул ваҡыт рәсүлуллаһ эш менән Кубаға барғайны, һуңынан Мәҙинәгә ҡайтып, мөшриҡтәр хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн йәсүстәр ебәрҙе. Йәсүстәр, ҡайтып, мөшриҡтәрҙән Ухудҡа яҡын бер ергә килеп төшкәнлектәрен һөйләнеләр.
     Шуның өсөн, рәсүлуллаһ сәхәбәләрҙе йыйып, мөшриҡтәргә нисек ҡаршы тороу хаҡында кәңәшләште. Үҙенең фекере дошманға ҡаршы сығыу булмайса, Мәҙинәлә тороп дошман һөжүмен кире ҡайтарыу ине. Әсхәб Кирәмдән башҡалары, бигерәк тә ҡартыраҡтары, рәсүлуллаһтың фекеренә ҡушылһалар ҙа, Бәҙер һуғышында еңеү сәбәпле рухтары күтәрелгән йәш сәхәбәләр дашманға ҡаршы шәһәрҙән сығып, асыҡ ҡырҙа һуғышырға тәҡдим итәләр. Улар: «Әгәр беҙ шәһәр эсендә генә һуғышһаҡ, беҙҙе ҡурҡаҡтар тип әйтерҙәр», — тигән фекерҙәрен килтерҙеләр. Шулай уҡ Бәҙер һуғышына сыға алмайса ғәнимәттән мәхрүм ҡалған кешеләр ҙэ был фекерҙе яҡлап сыҡтылар. Мәшһүр батыр Хәмзә лә шуларҙың фекерҙәрендә булды. Монафиҡтарҙың башлығы Ғабделлаһ ибн Үбәй рәсүлуллаһ фекерендә ине. Ул: «И, рәсулуллаһ, дошманға ҡаршы сығып үҙебеҙҙе һәләкәткә һалмайыҡ, әгәр Мәҙинәгә һөжүм итһәләр, ирҙәребеҙ уларға ҡаршы тороп, ҡатындар үә балаларыбыҙ стена үә өй баштарынан таштар атырҙар, әгәр һөжүм итмәһәләр, бик һәйбәт, хурлыҡта ҡайтып киткән булырҙар», — тимеш ине. Был фекер иң муафиҡ үә тоғро фекер ине. Ләкин күпселек дошманға ҡаршы сығыу тарафында булғанға, рәсүлуллаһ уларға ҡушылып, шәһәрҙән сығарға ҡарар бирҙе. Рәсүлуллаһ шундай эштәрҙә һәр ваҡыт сәхәбәләр менән кәңәш ҡыла, күпселек сәхәбәләрҙең фекерен, үҙ фекеренә тура килмәһә лә, ҡабул итә ине.
     Бына был ваҡиғала ла рәсүлуллаһ, Исламиәттең иң бөйөк асастарынан булған шура ҡағиҙәһенә әһәмиәт биреп, ни ҡәҙәр үҙенсә хата булһа ла, күпселек фекеренә ауышты. Был көн шәүүәл айының алтыһы — йома көн ине. Рәсулуллаһ, сәхәбәләре менән йома уҡып, хөтбәлә уларҙы сабыр үә ныҡ булырға дәғүәт итте. Сабыр иткәндәре тәҡдирҙә дошмандарҙы еңеү тураһында һөйләне. Йоманан һуң һәр кем һуғыш әҙерлектәре менән мәшғүл булды.
     Рәсүлуллаһ өйөнән тимер кейемдәрен кейеп (рәсүлуллаһ был һуғышҡа ике ҡат тимер кейем кейгән ине), ҡоралдарын тағып сығыуға, халыҡ әҙерләнеп көтөп тора ине. Был ваҡыт шәһәрҙән сығып һуғышырға тауыш биргән кешеләр: «Юҡҡа рәсүлуллаһты үҙебеҙҙең фекеребеҙгә өндәнек, уның фекеренсә, Мәҙинәлә генә ҡалаһы ине», — тип кенә үкенә башлағандар ине. Рәсүлуллаһ ҡоралдарын тағып сыҡҡас: «Ий рәсүлуллаһ, беҙ һине юҡҡа һуғышҡа өндәнек шикелле, һин үҙ белдегең менән эшлә, беҙ һиңә эйәрәсәкбеҙ», — тинеләр. Рәсүлуллаһ уларға: «Юҡ, пәйғәмбәр кешегә бер мәртәбә һуғышҡа ҡарар биреп ҡоралдарын таҡҡас, һуғыштан ваз кисеү дөрөҫ түгел», — тип яуап ҡайтарҙы, һуңынан һуғыш флагтарын өләште. Мөһәжирҙәрҙең флагын — Мүзғәб ибн Ғүмәргә, Хазраж флагын — Хәббәб ибн Мунзиргә, Әус флагын Үсәид ибн Хузәиргә бирҙе. Бөтөн ғәскәр бер мең булып, арала бер нисә сәхәбә ҡатындар ҙа бар ине. Улар араһында Үммүл мөьминин (мөьминдәрҙең әсәһе) — Ғәйшә, рәсүлуллаһтың ҡыҙы — Фатима, Үмм Сүләим, Үмм Сәлит, Үмм Ғәмәрә бинт Ҡәғб, Үмм Эймән исемле ҡатындар бар ине. Улар һуғыш ваҡытында, ғәскәргә һыу ташып, йәрәхәтләнгәндәргә ярҙам күрһәтеп йөрөнөләр. Мәҙинәлә рәсүлуллаһ урынына Ибн Умм Мәҡтүм ҡалды. Ғәскәр шәүүәл айының алтыһында йома көн икенденән һуң Ухудҡа ҡарап сәфәр ҡылды. Кис менән Шәйхаин тигән ергә туҡтап, төндө шунда үткәрҙеләр. Ошбу ерҙә рәсүлуллаһ ғәскәрҙе тикшереп, һуғышҡа көсө етмәҫлек сабыйҙарҙы кире ҡайтарып ебәрҙе. Улар араһында Рафиғ ибн Хадиж башта ҡайтарылырға булһа ла, уҡ ата белгәс, рәсүлуллаһ уны ғәскәрҙә ҡалдырҙы. Сәмурә ибн Жүндәб быны күреп иланы, һәм үгәй атаһына шиҡәйәт итеп: «Рәсүлуллаһ, мине ҡалдырып, Рафиғты ҡабул итте, хәлбүки мин уны көрәшкән ваҡытта еңәм бит», — тине. Рәсүлуллаһ быны ишеткәс, уларҙы көрәштереп ҡараны, Сәмүрә Рафиғты йыҡты һәм ғәскәргә ҡабул ителде.
                                                           Ғабделлаһ бин Үбәйҙең айырылып китеүе
     Ғәскәр сәхәр ваҡытында ҡуҙғалып китеп, Мәҙинә менән Ухуд араһында Шәут тигән ергә еткәндә, Ғабделлаһ ибн Үбәй: «Мөхәммәд минең фекеремде ҡабул итмәне, балалар фекеренә эйәрҙе. Ни өсөн беҙ үҙебеҙҙе һәләкәткә һалайыҡ», — тип, үҙенә эйәргән өс йөҙ ғәскәр менән кире ҡайтып китә. Хазраж ҡәбиләһенең башлығы — Ғабделлаһ ибн Ғәмр ибн Харам, быны күреп, Ғабделлаһ ибн Үбәйҙе ялынып ҡалдырырға тырышһа ла, тырышыуы бушҡа китте. Ғабделлаһ ибн Үбәйҙең ғәскәрҙән айырылып китеүе Ислам ғәскәренә шөбһә үә ҡурҡыу һалды. Ансарҙарҙарҙан Бәни Сәлимә үә Бәни Хәрисә саҡ ҡына ҡайтып китмәй ҡалдылар.
                                                               Ғәскәрҙең хәрәкәте
     Ҡалған ете йөҙ ғәскәр менән рәсүлуллаһ Ухуд тауында бер асыҡлыҡ ергә урынлашты. Ғәскәрҙе, арты менән Ухудҡа, алды менән Мәҙинәгә ҡаратып урынлаштырҙы. Һәр ике тараф ғәскәрҙәрен сафлай башланылар. Рәсүлуллаһ ғәскәрендә илле кешенән ғибәрәт уҡсы фирҡәсе бар ине. Уларға етәксе итеп Ғабделлаһ ибн Жәбирҙе билдәләп ҡуйҙы. Уларҙы ғәскәрҙең артына ҡуйып, мөшриҡтәрҙән ғәскәрҙең тылын һаҡларға һәм мөшриҡ ғәскәре Ислам ғәскәренә һөжүм иткәндә, уҡтар менән атырға ҡушты. Еңеү йә Ислам ғәскәре тарафында, йә дошман тарафында булһа ла, урындарынан һис ҡуҙғалмайса ғәскәрҙең артын һаҡлап торорға ҡушты.
     Һуңынан дөйөм ғәскәргә ҡарап, уларға батырлыҡ күрһәтергә хөтбә һөйләне. Ике ғәскәр бер-береһенә яҡынлашҡас, юғарыла зекер ителгән Әбү Ғәмир мөшриҡ ғәскәренән килеп, Әус ҡәбиләһе уға итәғәт итер тип, уларҙы мөшриҡтәр тарафына сығырға өндәһә лә, тырышыуы бушҡа китте. Ансарҙар уға бик ҡаты ҡаршы яуап бирҙеләр. Быны күреп Әбү Ғәмр: «Минән һуң ҡәүемем боҙолған икән», — тип тәкәббер рәүештә урынына китте. Һуңынан мөшриҡ ғәскәренән берәү сығып, үҙенә ҡаршы һуғышырға кеше саҡырҙы. Быға ҡаршы Зүбәир ибн Ғәүәм сығып, уны үлтерҙе. Шунан һуң Талха ибн Әбү Талха сыҡты. Уны Ғәли үлтерҙе, һуңынан Ғәбдер Рахман ибн Әбү Бәкр сығып үҙенә ҡаршы һуғышырға кеше талап итте. Ҡаршы һуғышырға Әбү Бәкр сыҡмаҡсы булһа ла, рәсүлуллаһ уға рөхсәт бирмәне, һуңынан ике ғәскәр бер-береһенә һөжүм итеп, көслө мүхәрәбә (һуғыш) башланды. Мөшриҡтәрҙең ҡатындары ғәскәр артынан барабандар ҡағып, төрлө шиғырҙар һөйләп, ирҙәрен батырлыҡҡа саҡыра инеләр. Мөшриҡтәрҙең атлы ғәскәрҙәре өс мәртәбә Ислам ғәскәренә һөжүм итһәләр ҙә, уҡсы фирҡәһе уҡ атып уларҙы кире борҙо. Ислам ғәскәре бик батырлыҡ менән һуғышты. Бигерәк тә Әбү Дәжәнә (ул ғәйәт көслө баһадир ине, рәсүлуллаһ уға мүхәрәбә алдынан үҙ ҡулы менән ҡылыс тотторғайны), Хәмзә, Ғәли кеүек баһадирҙар, ҡаты һуғышып, алдарына кем генә осраһа ла, ҡылыстан үткәрәләр ине. Был ваҡыт яңғыҙ Әбү Талха ғаиләһенән генә ете кеше үлтерелде. Бынан һуң мөшриҡ ғәскәренән һис кем флаг күтәрергә батырлыҡ итмәйсә, флагтары ергә төштө, ғәскәр ҙә еңелеп ҡаса башланы.Быны күреп, Ислам ғәскәре тағын да батырлыҡ менән уларҙың арттарынан ҡыуҙы һәм ғәнимәттәр йыя башланы.
                                                        Уҡсы фирҡәһенең урынын ташлауы
     Ислам ғәскәренең артында булған уҡсы фирҡәһе мөшриҡтәрҙең еңелеүҙәрен һәм әһел Ислам уларҙың артынан ҡыуып ғәнимәт йыйғандарын күреп: «Беҙ бында нишләп торабыҙ, әйҙәгеҙ, халыҡ кеүек ғәнимәт алырға!» — тип, ғәскәр артынан китә башланылар. Уларҙың башлыҡтары Ғабделлаһ ибн Жәбир, рәсүлуллаһтың һүҙен иҫтәренә төшөрөп, урындарынан ҡуҙғалмаҫҡа ҡушһа ла, рәйестәрснең һүҙенә ҡолаҡ һалманылар, донъя малына алданып, ғәскәр артынан йүгерә башланылар. Тик Ғабделлаһ ибн Жәбир генә бер нисә кеше менән, рәсүлуллаһтың әмере буйынса, урындарында ҡалдылар. Мөшриҡ ғәскәренең башлыҡтарынан береһе булған — Халид бин Вәлид уҡсы фирҡәнең урындарынан киткәндәрен күреп, үҙ ҡул аҫтында булған мөшриҡтәр менән ҡалған уҡсыларға һөжүм итеп, уларҙы ҡырып бөтөрҙө. Һуңынан Ислам ғәскәренә арттан кинәттән һөжүм итте. Ислам ғәскәре быны күреп бөтөнләй шашып ҡалды. Ул арала мөшриҡ ғәскәре лә, Халидтың һөжүмен күреп, ҡасыуҙан туҡтаны.
                                                      Мөшриҡ ғәскәренең рухы күтәрелеүе
     Был ваҡытҡа ҡәҙәр мөшриҡтәрҙең флагы ташланған хәлдә булып, уны һис кем алмай ине. Шул арала Ғумра бинт Ғәлкамә исемле бер ҡатын, флагты күтәреп, халыҡты флаг янына йыя башланы. Мөшриҡ ғәскәре, флаг тирәһенә тупланып, Ислам ғәскәренә һөжүм итте. Ике яҡтан һөжүмгә эләккән Ислам ғәскәре ни эшләргә белмәйсә аптырап ҡалды, сафтар боҙолдо, төрлөһө төрлө яҡҡа таралып, берәм-берәм һуғыша башланылар. Был ваҡыт мөһәжирҙәрҙең әләмен күтәргән Мусғәб ибн Ғәмирҙе үлтергән Ибн Камиәһ исемендәге бер мөшриҡ: «Мөхәммәдте үлтерҙем!» — тип ғәскәр эсендә һүҙ таратты. Быны ишетеп, мөшриҡ ғәскәренең рухы күтәрелде, тағы ла ҡаты рәүештә һуғыша башланы. Ислам ғәскәре иһә, был хәбәрҙе ишетеп, бөтөнләй юғалып ҡалды. Арала: «Инде рәсүлуллаһ үлтерелгәс, ни өсөн һуғышабыҙ?» — тийеүселәр, хатта бөтөнләй һуғышты ташлап, Мәҙинәгә табан ҡасыусылар ҙа булды. Был һуңғылар араһында Ғусман ибн Ғаффан, Вәлид ибн Ғүкбә, Хәрижә ибн Зәид, Руфәғә ибн Мэғли бар ине. Улар ҡасһалар ҙа, Мәҙинәгә кереүҙән оялып, өс көндән һуң ғына ҡайтып еттеләр.
     Ислам ғәскәре шул ҡәҙәр аптырап ҡалды ки, хатта бәғзеләре: «Беҙгә Ғабделлаһ ибн Үбәйҙән яҡлау эҙләргә кәрәк, ул Әбү Суфьяндан беҙгә именлек алыр», — тип әйтеү дәрәжәһенә килделәр. «Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм үлтерелһә лә, динебеҙҙе һаҡлар өсөн һуғышайыҡ, ул үлһә лә, динебеҙ баҡый (мәңге) бит», — тип һуғыш майҙанында ныҡ һуғышыусылар ҙа булды. Ошбу йөмләнән береһе Әнәс ибн Нәзир ине. Ул, рәсүлуллаһ үлде тип уйлаған, шуның өсөн ни эшләргә белмәйсә торған сәхәбәләрҙе күреп, уларға: «Былай ни көтәһегеҙ, нигә һуғышмайһығыҙ?» — тине. Улар: «Ни эшләйек, рәсүлуллаһ үлтерелде бит!» — тинеләр. Быға ҡаршы Нәзир: «Рәсүлуллаһ үлгәс, донъяла тороуҙың ни ҡыҙығы бар, уның кеүек һеҙ ҙә шәһит булығыҙ!» — тине лә, мөшриҡ ғәскәре араһына һуғышҡа кереп китте, һәм шунда шәһит тә булды.
                                                     Рәсүлуллаһ янында сәбит ҡалыусылар
     Әбү Талха Әнсари, Әбү Дәжәнә, Сәғид ибн Әбү Вәккас, Талха ибн Ғөбәйдуллаһ, Әбү Бәкр, Ғәли, Сүһәил ибн Ханиф рәсүлуллаһ янында сәбит ҡылып, мөшриҡтәр һөжүменән уны һаҡлайҙар ине. Әбү Талха Әнсари рәсүлуллаһты яҡлауҙа ғәйәт ҙур ғәйрәт күрһәтте: ул һәр ваҡыт рәсүлуллаһтың алдында тороп, ҡалҡаны менән уны мөшриҡтәрҙән һаҡлай ине. Ул уҡ атыуға бик оҫта булып, уҡтарын рәсүлуллаһтың алдында сәсеп ташлап, яҡын килгән кешеләрҙе уҡ менән кире ҡайтара ине. Рәсүлуллаһ үтеп барған кешеләрҙән берәрһендә уҡ күрһә: «уҡтарыңды Әбү Талхаға ташлап кит!» — тиә ине. Сәғид ибн Әби Вәккас та рәсүлуллаһ янынан айырылманы. Рәсүлуллаһ уға: «Сәғид ат! Атам, әсәм һиңә фиҙа булһын!» — тиә ине. Сүһәил ибн Ханиф та оҫта уҡсы булып, халыҡты уҡ атып рәсүлуллаһҡа килтермәй тора ине. Әбү Дәжәнә лә гел рәсүлуллаһ янында булып, уға уҡ тейҙермәҫ өсөн арҡаһын мөшриҡтәргә ҡуйып уны һаҡлай ине. Арҡаһына уҡ ни ҡәҙәр ҡаҙалһа ла, һаман баҫып торошон үҙгәртмәй ине. Зыяда ибн Харис та рәсүлуллаһ янынан айырылмайса уны һаҡлап тора ине.Ул, йәрәхәтләнеп, рәсүлуллаһтың аяҡ табанына башын ҡуйған хәлдә вафат булды.
                                                                      Рәсүлуллаһ сәләмәт
     Рәсүлуллаһтың үлем хәбәре таралғас, уны ғәскәрҙән беренсе күреүсе Ҡәғб ибн Мәлик Әнсари булды. Ул, рәсүлуллаһты күргәс, шатлығынан ҡаты тауыш менән: «И ансарҙар, шатлыҡ!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ләкин рәсүлуллаһ уға ҡысҡырмаҫҡа ҡушты. Шунан һуң Сәғид ибн Әби Вәккас һәм Сәғид ибн Ғибәҙә менән әүәлге урынына китте. Артынан Әбү Бәкр, Ғәли, Ғүмәр, Талха, Зүбәир килделәр. Барып еткәс, Фатима менән Ғәли ибн Талиб рәсүлуллаһтың йәрәхәттәрен йыуҙылар. Йыуыу менән генә ҡан туҡталмағас, Фатима бер хәсир (кейеҙ) киҫәген яндырып йәрәхәткә баҫты. Шунан һуң ҡан туҡталды, һуңынан рәсүлуллаһ шундағы бер ҙур ташҡа менмәксе булды. Йәрәхәтле булғанға хәле бөткәнлектәп, үҙе менә алманы, Талха ибн Ғөбәйдуллаһ күтәреп мендерҙе. Был ваҡыт мөшриҡтәрҙән бер фирҡә тау башында тора ине. Рәсүлуллаһ, уларға ҡаршы Ғүмәр ибн Хаттаб ҡул аҫтында бер фирҡә ғәскәр йыйҙырып, тауҙан ҡыуҙырып төшөрҙө. Ошбу ерҙә Үбәй ибн Хәләф килеп сығып, рәсүлуллаһты күтәрмәксе булып ҡаршы килһә лә, рәсүлуллаһ янындағы сәхәбәләрҙең береһенән һөңгө алып Үбәйҙең боғаҙына атты үә ҡаты йәрәхәтләне. Үбәй шул йәрәхәттән Мәккәгә ҡайтҡанда юлда һәләк булды. Үбәй ибн Хәләф Мәккәлә ваҡытында яҡшы бер атын һимертә һәм: «Мөхәммәдте ошбу ат өҫтөндә үлтерәсәкмен», — тиә ине. Рәсүлуллаһҡа был хәбәр ишетелгәс: «Инша Аллаһ, мин уны үҙем үлтерермен», — тигәйне. Һәм уға насип булды, рәсүлуллаһ тарафынан үлтерелде.
     Һуғыш туҡталғас, Әбү Суфьян ибн Хәрб ҡалҡыу ергә менеп, Ислам ғәскәренә ҡаршы: «Арағыҙҙа Мөхәммәд бармы, ул иҫәнме?» — тип өс мәртәбә ҡысҡырҙы. Быға ла яуап булмағас, өс мәртәбә: «Һеҙҙең арағыҙҙа Ибн Әбү Кухафа бармы?» (Әбү Бәкр) — тип ҡысҡырҙы. Быға ла яуап булмағас: «Һеҙҙең арағыҙҙа Ғүмәр, ибн Хаттаб бармы?» — тип өс мәртәбә ҡысҡырҙы. Быға ҡаршы Ғүмәр сыҙай алмайса, үҙенең иҫән булғанлығын белдереп яуап бирҙе, (һуңынан Әбү Суфьян: «Һүбәл яҡшы, ә? Һүбәл яҡшы, ә!» — тип ҡысҡырҙы. Быға ҡаршы рәсүлуллаһ: «Аллаһ Үҙе генә бөйөк», — тип яуап бирергә ҡушты. Әбү Суфьян: «Беҙҙә Әл-Гүззә бар, ә һеҙҙә Әл-Гүззә юҡ», — тип ҡысҡырҙы (Һүбәл һәм Ғүззә пот исемдәре). Быға Ғүмәр: «Аллаһ беҙҙең хужабыҙ, ә һеҙҙә ул юҡ», — тип яуап бирҙе. Әбү Суфьян: «Был һуғыш Бәҙер һуғышына торорлоҡ һуғыш булды, теләһәгеҙ тағы Бәҙерҙә һуғышырбыҙ», — тине. Рәсүлуллаһ быға: «Бик яҡшы, һуғышҡа беҙ әҙербеҙ!» — тип яуап ҡайтарҙы.
     Бынан һуң Әбү Суфьян ғәскәре менән ҡайтып китте. Рәсүлуллаһ уларҙың ҡайҙа киткәндәрен белеү өсөн Ғәли ибн Әбү Талибты саҡырып: «Бар ҡара! Әгәр дөйәләренә менеп аттарын етәкләгән булһалар, Тура Мәккәгә киткән булырҙар, әгәр аттарына менгән булһалар, Мәҙинәне баҫырға барырҙар. Мәҙинәгә бара ҡалһалар, тағы мүхәрәбә итәсәкбеҙ», — тине. Ғәли уларҙың арттарынан барып, дөйәләренә менеп, аттарын етәкләп киткәндәрен рәсүлуллаһҡа ҡайтып һөйлэне.
                                                             Ухудта шәһит булған заттар
     Ухуд һуғышы — әһел Ислам өсөн иң күңелһеҙ һәм иң ҡайғылы бер һуғыштыр. Был һуғышта мосолмандарҙан етмештән артыҡ кеше шәһит булды, бик күбеһе ҡаты йәрәхәттәр алды. Шәһит булған кешеләрҙең алтыһы мөһәжирҙәрҙән, ҡалғаны ансарҙарҙан ине. Шәһиттәр араһында рәсүлуллаһтың ғамиһе (атаһының бер туғаны) мәшһүр Хәмзә ибн Ғәбдел Мутталиб, Ғабделлаһ ибн Жәхеш, Мусғәб ибн Ғәмир, Хәнзәлә ибн Әбү Ғәмир, Ғабделлаһ ибн Ғүмәр үә ибн Хәрам, Ғәмр ибн әл Жемух, (ул аҡһаҡ бер ҡарт булып, уның дүрт улы бар ине). Балалары аталарының һуғышҡа сыҡмауын теләһәләр ҙә, ул шәһит үлемен өмөт итеп сыҡҡайны һәм шул һуғышта ул үҙе лә, Хәләд ибн Ғәмр тигән бер улы ла шәһит булдылар), Сәғд ибн Рәбиғ, Әнәс ибн Нәзир бар инеләр.
     Шәһит булған Сәғд ибн Рәбиғ шул ҡәҙәр ҡаты һуғышҡайны ки, тәне етмеш ерҙән йәрәхәтләнгәйне. Әнәс ибн Нәзир ҙә һикһән урындан йәрәхәтләнгәйне. Уны, йәрәхәте күплегенән, һис кем таный алманы. Бер ҡыҙ ҡәрҙәше генә бармаҡ остарынан таныны.
                                                            Рәсүлуллаһтың йәрәхәтләнеүе
     Әбү Дәжәнә Әнсари, Талха ибн Ғөбәйдуллаһ, Әбү Талха Әнсари, Үмм Ғамара, бик күп ерҙән йәрәхәтләнгәйнеләр. Рәсүлуллаһ та бер нисә ерҙән йәрәхәтләнде. Ғүтба ибн Әби Ваккас, таш менән бәреп, алғы тешен һындырҙы. Ибн Камаәнең һуғыуы сәбәпле, тимер кейемдең тимерҙәре ике бит уртаһына кереп, бит урталарын йәрәхәтләне. Шул тимерҙәрҙе Әбү Ғәбиҙә бин Жәррах тештәре менән һурып алмыш ине. Тимерҙәр ҡаты батҡанға, уларҙы һурғанда Әбү Ғәбиҙә ике ал тешен һындырҙы. Әбү Ғамир Раһһаб ҡаҙып, өҫтөн ҡаплап ҡуйған соҡорға рәсүләллаһ йығылып төшөп, мөбәрәк теҙҙәрен бәрҙе һәм хәлдән тайҙы. Шул ваҡытта янында булған Ғәли бин Әби Талиб менән Талха ибн Ғөбәйдуллаһ рәсүлуллаһты соҡорҙан тартып сығарҙылар. Мүхәрәбәнән бөтөн мөшриҡ ғәскәре Мәккәгә табан йүнәлгәс, рәсүлуллаһ үлектәрҙе йыйып, дәфен ҡылырға (күмәргә) ҡушты. Мөшриҡтәр шәһиттәрҙең ҡолаҡ үә танауҙарын киҫеп, ҡарындарын ярып, тәндәрен мыҫҡыллап бөтөргәйнеләр (Әбү Суфьян ҡатыны Хинд Хәмзәнең ҡарынын ярып, йөрәген сәйнәү менән генә ҡәнәғәтләнмәйсә, үҙенең иптәш ҡатындары менән Хәмзәнең танауынан үә ҡолаҡтарынан муйынсалар яһап тағып йөрөнөләр).
     Был хәлдәрҙе күреп, рәсүлуллаһ үә сәхәбәләр бик ҡаты тәьҫирләнделәр, йөрәктәрендә төҙәлмәҫлек йәрәхәттәр хасил булды. Рәсүлуллаһ шәһиттәрҙе үҙ урындарында дәфен ҡылдырҙы. Бәғзеләре яҡындарын Мәҙинәгә алып китһәләр ҙә, рәсүлуллаһ уларҙы яңынан килтертеп күмдерҙе. Кеше һайын ҡәбер ҡаҙып тороу мөмкин булмағанға, ике-өс кеше бер ҡәбергә күмелде. Уларҙан ҡайһы Ҡөрьәнде күберәк белгән булһа, рәсүлуллаһ шуны ләхеткә беренсе ҡуя ине. Шәһиттәр йыуылмайса, ҡанлы хәлдәрендә үҙ кейемдәре менән күмелделәр. Бер-ике кешене генә кейемдәре бөтөнләй тетелеп бөткәнгә, башҡа кәфен менән күмделәр. Рәсүлуллаһ Ухуд шәһиттәренә йыназа намаҙы уҡыманы. (Бухари 5ж, 102с., Зәдүл Ғәмәд1ж, 355с).
     Ғәскәрҙең Мәҙинәгә ҡайтыуы Ухуд ваҡиғаһы, шәүүәлдең етеһендә иртә менән башланып, шул көн өйләнән һуң тамам булды. Рәсүлуллаһ шәһиттәрҙе дәфен ҡылып, шул көн кискә табан Мәҙинәгә ҡайтты. Тәндәре үә күңелдәре йәрәхәтләнгән хәлдә ҡайтыуҙарын күреп. Мәҙинә халҡы ҡайғы үә хәсрәткә батты. Күп өйгә аталары йәки яҡындарының үлем хәбәре керҙе. Бөтөн Мәҙинә ҡараңғылыҡ эсендә ҡалды. Фәҡәт монафиҡтар быға шатландылар. Улар эстәрендэге шатлыҡтарын, күкрәктәренә һыйҙыра алмайса, тышҡа ла сығарҙылар.:«Юҡ менән маташып йөрөнөгөҙ. Беҙҙең кеүек Мәҙинәлә торһағыҙ, был бәләләр башығыҙға төшмәҫ ине», — тинеләр. Шулай уҡ йәһүдиҙәр ҙә был ваҡиғаға шатлыҡтарынан ни эшләргә белмәнеләр.
                                                                    Еңелеүҙең сәбәбе
     Ухуд һуғышында мосолмандарҙың еңелеүе үҙҙәренән булды. Иң беренсе сәхәбәләр Мәҙинәлә шура ваҡытында, рәсүлуллаһтың һүҙен тыңлап, Мәҙинәлә генә ҡалырға ине. Ул ваҡыт мөшриҡ ғәскәре, ихтимал, Мәҙинәгә йөрөмәҫ ине. Мәҙинәгә бәреп керә алһалар ҙа, Мәккәлә асыҡ ерҙә генә һуғышырға өйрәнгән мөшриҡтәр Мәҙинә эсендә һуғышып еңә алмайса, китергә мәжбүр булыр инеләр. Икенсенән, рәсүлуллаһ ғәскәр артын һаҡларға ҡуйған уҡсылар, мосолмандар еңә башлағас, донъя малына ҡыҙығып, ғәнимәт алам тип, урындарын ташлап китмәһәләр, шул хәлдәр булмаҫ ине. Өсөнсөнән, мосолмандар Бәҙер һуғышында көс буйынса өс мәртәбә күберәк булған мөшриҡтәрҙе еңгәс, мосолмандарҙың күбеһенэ тәкәбберлек керҙе, һәр ваҡыт үҙҙәрен еңеүсе итеп заң иттеләр. Ухуд һуғышы төрлө яҡтан мосолмандарға ҙур ғибрәт һәм һабаҡ булды.
     Һуғышта үлгән шәһиттәр тураһында Аллаһу Тағәлә уларҙың үлмәгән, тере булыуы һәм Раббылары хозурында ризыҡланыуҙары тураһында хәбәр бирә (Ғимран, 168-171). Дин юлында, дин өсөн үлем — иң һәйбәт, хәйерле үлемдер. Ундай кешене Аллаһу Тағәлә һорауһыҙ йәннәтенә кертер. Ҡөрьәндә Ухуд һуғышына бәйле булған аяттар: 3 — Ғимран сүрәһе:
     139. «И мөьминдәр! Дошмандарығыҙҙан ҡурҡмағыҙ, зәғифләнмәгеҙ, Ухуд һуғышында зарар күргәнегеҙ өсөн хәсрәтләнмәгеҙ, киләсәктә, әлбиттә, һеҙ өҫтөн буласаҡһығыҙ, әгәр Аллаһ һүҙенә ышаныусыларҙан булһағыҙ!
     140. И мөьминдәр, һеҙгә Ухуд һуғышында йәрәхәттәр ирешкән булһа, кафырҙарға ла Бәҙер һуғышында йәрәхәттәр иреште, һеҙгә ирешкән хәтле. Донъя көндәрен әнә шулай әйләндерәбеҙ: бер көндө һеҙҙең файҙаға, икенсе көндө кафырҙар файҙаһына. Аллаһ Ухуд көнөн һеҙҙең зарарығыҙға ҡылды, ысын мөьминдэрҙе белмәк өсөн, (мосолмандар шунда һыналдылар, монафиктар ҡастылар) һәм ысын мосолмандар Аллаһ юлында шәһит булһындар өсөн. Аллаһ, әлбиттә, залимдарҙы һөймәй.
     141. Аллаһ был көндө шулай ҡылды: мөьминдәрҙе ғәфү итеп, кафырҙарҙы һәләк итер өсөн.
     142. И мөьминдәр, һеҙҙәрҙән Ислам динен ҡеүәтләр өсөн кафырҙар менән һуғышҡан һәм һуғыш юлында төрлө ауырлыҡтарҙы күтәргән хаҡ мөьминдәрҙе Аллаһ белмәйсә тороп, еңел генә йәннәткә керергә иҫәпләйһегеҙме?
     143. Дөрөҫлөктә, Ухуд һуғышынан элек Аллаһ юлында шәһит булыуҙы теләнегеҙ, бына инде үҙегеҙ теләгән үлемде күҙегеҙ менән күрҙегеҙ.
     146. Пәйғәмбәр менән бергә Аллаһуға бирелгән күпме мөьминдәр һуғыштарға сыҡтылар. Улар һуғыш ауырлығынан ҡурҡманылар, дошман ғәскәре күплегенән зәғифләнмәнеләр үә ғажизлыҡ та, меҫкенлек тә күрһәтмәнеләр, ғәйрәт менән һуғыштылар. Ғәйрәт менән һуғышыусыларҙы үә ауырлыҡты күтәреүсе сабырҙарҙы Аллаһ һөйәр.
     147. Пәйғәмбәрҙәргә эйәреп һуғыш ҡылған мөьминдәрҙең һүҙҙәре фәҡәт: «И Раббыбыҙ, гонаһтарыбыҙҙы һәм эштәребеҙҙэ сиктән үтеүҙәребеҙҙе ярлыҡа, һуғыш сафтарында аяҡтарыбыҙҙы таҙа ҡыл һәм кафырҙарҙы еңергә беҙгә ярҙам бир!» — булды.
     148. Аллаһ уларға донъя ниғмәттәрен һәм ахирәттең мәңгелек яҡшы ниғмәттәрен дә бирҙе. Ҡөрьән юлы менән изге ғәмәлдәр ҡылыусы мөьминдэрҙе Аллаһ, әлбиттә, һөйә.
     149. И мөьминдәр, әгәр кафырҙарға һәм монафиктарға итәғәт итһәгеҙ, йәки улар менән дуҫ булһағыҙ, ул ваҡытта улар һеҙҙе, иманығыҙҙан сығарып, көфөрлөккә ҡайтарырҙар. Xәсрәтләнеүселәрҙән булырһығыҙ.
     150. Һеҙҙең хужағыҙ — фәҡәт Аллаһ. Аллаһ — ярҙамсыларҙың иң хәйерлеһе.
     152. Дөрөҫлөктә, Аллаһ һеҙгә биргән вәғәҙәһендә торҙо. Ухуд һуғышында башта мөшриҡтәрҙе үлтерҙегеҙ һәм ҡурҡытып ҡасырҙығыҙ, һеҙ, һаҡлыҡ өсөн пәйғәмбәр тарафынан ҡуйылған мөьминдәр, үҙегеҙ һөйә торған мөшриҡтәрҙең еңелеүен күргәс, урынығыҙҙан китеү-китмәү хаҡында низағлаштығыҙ һәм күбегеҙ, пәйғәмбәрҙең рөхсәтенән башҡа урындарығыҙҙы ташлап китеп, гонаһлы булдығыҙ, шул арала ике тау араһынан мөшриҡтәрҙең атлы ғәскәре артығыҙҙан төштө һәм ҡурҡып ҡасҡан мөшриҡтәр ҙә кире боролоп килделәр, һеҙ ике арала ҡыҫылып ҡалдығыҙ, хатта ҡурҡыуға төштөгөҙ. Һеҙҙән Ухуд һуғышына табыш малын алыр өсөн барыусылар бар һәм, ахирәтте өмөт итеп, Аллаһ ризалығы өсөн генә барыусылар ҙа бар. Пәйғәмбәргә хыянатлы булғанығыҙҙан һуң мөшриҡтәрҙе еңеүҙән Ул һеҙҙе дүндерҙе, йәғни һеҙгә ярҙам бирмәне һәм тәҡүә мөьминдәрҙе асыҡлап күрһәтте. Барығыҙҙы ла һынар өсөн Аллаһ шулай эшләне. Дөрөҫлөктә, Аллаһ — мөьминдәргә рәхмәт эйәһе.
     153. Ухуд һуғышында мөшриҡтәр еңә башлағас, һис кемгә илтифат итмәйсә, пәйғәмбәрҙе ташлап тауға ҡасаһығыҙ, пәйғәмбәр, минең яныма йыйылығыҙ, тип ҡысҡыралыр, ә һеҙ, үлемдән ҡурҡып, һаман ҡасаһығыҙ, шуның өсөн Аллаһ һеҙгә ҡайғы өҫтөнә ҡайғы бирҙе.(Беренсе ҡайғы — тау араһын ташлап китеүҙәре, икенсе ҡайғы — һуғыш ҡаты барғанда тауға ҡасыуҙарылыр. Сөнки был ике ҡайғы өсөн һуңынан бик ҡаты ҡайғырҙылар). Аллаһ шулай эшләне, шәһит булған йәки яраланған ҡәрҙәштәрегеҙ өсөн артыҡ ҡайғырмауығыҙ өсөн. Аллаһ һеҙҙең ҡылған эштәрегеҙҙән хәбәрҙар.
     154. Ухуд ҡайғыһынан һуң Аллаһ һеҙгә тыныс булған йоҡоно иңдерҙе, ул йоҡо һеҙҙәрҙән ихлас мөьминдәргә иреште. (Улар тынысланып йоҡларҙар, йоҡонан һуң ҡайғылары бөтәр, ҡеүәттәре артыр). Икенсе таифә үҙҙәрен хәсрәткә һалды, Аллаһуға хаҡһыҙ наҙанлыҡ занын ҡылыу менән. Улар һуғыш эштәренән беҙгә ярҙам йәки мал бармы, тиҙәр. Әйт: «Ярҙам үә мал һәммәһе Аллаһ ҡулындалыр». Йәнә улар һиңә белдермәгән яман уйҙарын күңелдәрендә һаҡлайҙар, һуғыш эштәрендә Аллаһуҙан беҙгә ярҙам булған булһа, был урында, әлбиттә, үлтерелмәгән булыр инек, тиҙәр. Әйт: «Гәрсә өйҙәрегеҙҙә булһағыҙ ҙа, үлем менән тәҡдир ителгән кешеләр, әлбиттә, үтәсәк урындарына сығар инеләр». Аллаһ был эштәрҙе ҡылды, күкрәк эсегеҙҙә булған насар уйҙарығыҙҙы асыр өсөн һәм, күңелдәрегеҙҙәге наҙанлыҡ занын асып, һеҙҙе ғәфү итәр өсөн. Бит Аллаһ — күкрәктәр эсендә булған уйҙарҙы белеүсе.
     155. Мосолмандар үә мөшриҡтәр ғәскәре, һуғышыр өсөн бер-береһенә ҡаршы килгән заманда, һеҙҙәрҙән арттарына боролоп китеүсе бер таифә мосолмандарҙы, хата эштәре сәбәпле, шайтан уларҙы абындырҙы. Тәүбә истихфарҙары һуңында Аллаһ уларҙы ғәфү итте. Аллаһ, әлбиттә, ярлыҡаусы һәм миһырбанлы.
     156. И мөьминдәр, кафырҙар кеүек булмағыҙ, уларҙың монафик дуҫтары, сауҙа менән юлда йөрөгәндә йәки һуғышта үлеүселәре бергә өйҙә торһалар, үлмәҫ үә үлтерелмәҫ инеләр», — тип. Ул монафиктарҙың күңеленә хәсрәт булһын өсөн, Аллаһ кафырҙарҙан шул һүҙҙәрҙе әйттерҙе. Аллаһ тергеҙә һәм үлтерә, Аллаһ — һеҙҙең ҡылған эштәрегеҙҙе күреүсе.
     157. Әгәр Аллаһ юлында үлтерелһәгеҙ йәки үлһәгеҙ, Аллаһ тарафынан ғәфү ителеү һәм рәхмәт ҡылыныу, әлбиттә, хәйерлелер һеҙҙең йыйған донъя малығыҙҙан.
     165. Йә, һеҙгә Ухуд көнөндә ҡайғы ирешкән булһа, һеҙ мөшриҡтәргә Бәҙер һуғышында үҙегеҙгә ирешкән ҡайғының ике өлөшөн ирештерҙегеҙ түгелме? Был ҡайғы беҙгә ни өсөн иреште, тейһегеҙ, һин уларға: «Был ҡайғы үҙегеҙҙән булды», — тип әйт. Сөнки улар пәйғәмбәр әмеренә хилафлыҡ ҡылдылар. Әлбиттә, Аллаһуҙың һәр нәрҫәгә көсө етәлер.
     166. Ике ғәскәр һуғышыр өсөн бер-береһенә юлыҡҡан көндә һеҙгә ирешкән ҡайғы Аллаһ теләге менән булды. Ул ысын мөьминдәрҙе белдерер өсөн шулай ҡылды.
     167. Йәнә монафиктарҙы мосолмандарға белдереү өсөн шулай ҡылды. Уларға әйтелде: «Килегеҙ, Аллаһ юлында һуғышығыҙ йәки үҙегеҙҙе яҡлап һуғышығыҙ», — тип. Монафиҡтар, әгәр һуғыштың барлығын белһәк, әлбиттә, һеҙгә эйәреп һуғышҡа сығарбыҙ, тиҙәр, ләкин һуғыштың барын белгән көндә улар иман яғына ҡарағанда көфөрлөк яғына яҡыныраҡ инеләр. Шулай итеп, улар күңелдәрендә булмаған нәрҫәне телдәре менән һөйләйҙәр. Уларҙың күңелдәрендә булған нәрҫәне Аллаһ, әлбиттә, белеүсе.
     168. Һуғышҡа сыҡмайса өйҙә ҡалған монафиҡтар, һуғышҡа сыҡҡан ҡәрҙәштәренә ҡарата: «Әғәр улар, беҙгә эйәреп, өйҙә ҡалған булһалар, әлбиттә, үлтерелмәҫтәр ине», — тиҙәр, һин әйт: «Әгәр үлем һеҙҙең ихтыярҙа булһа, үҙегеҙгә килә торған үлемгә ҡаршы тороғоҙ, хаҡты һөйләүселәрҙән булһағыҙ!»
     169. Аллаһ юлында шәһит булған моьминдэрҙе үлектәр тип һис тә хисап итмә! Юҡ, улар теректәр һәм Раббылары хозурында ризыҡланалар».
                                                              Хәмрәул Әсәд ғәзүәһе
    Мөшриҡ ғәскәре Мәҙинәгә кермәйсә тура Мәккәгә китһә лә, яңынан боролоп килеп Мәҙинәгә һөжүм итеү ихтималынан, әһел Ислам был кисте һаҡлыҡ менән үткәрҙе. Иртә менән рәсүлуллаһ, мөшриҡтәрҙең арттарынан китергә ҡарар биреп, сәхәбәләрен йыя башланы. Юлға Ухуд һуғышында булған кешеләргә генә сығырға ҡушты. Ғабделлаһ ибн Үбәй иптәштәре менән сығырға теләһәләр ҙә , рәсүлуллаһ уларҙы алып сыҡманы. Әләмен Ғәли ибн әбү Талибҡа бирҙе. Мәҙинәлә Ибн Үмм Мәҡтүмде ҡалдырҙы. Һәм ғәскәр Мәккәгә табан йүнәлде. Әсхәб Кирамдың бик күбеһе Ухуд һуғышында йәрәхәтләнеп хәлһеҙләнгән булһалар ҙа, «ләм-мим» тимәйсә, рәсүлуллаһтың әмеренә ҡаршы килмәйсә сығып киттеләр.
     Юлда мөшриҡ ғәскәре былай ғына ҡайтып китеүҙәренә үкенделәр, «был ҡәҙәр еңеүҙән һуң, уларҙы ҡырып бөтөрөп ҡайтырға кәрәк ине, Мәҙинәне барып баҫырға кәрәк ине», — тип һөйләй башланылар. Рәсүлуллаһ юлда Мүғәббидул Хазәгиҙе тура килтереп, Әбү Суфьян үә иптәштәренә ҡурҡыу һалырға ҡушты. Хәзәгә ҡабиләһе электән рәсүлуллаһ менән әшнә инеләр. Мүғәббид Әбү Суфьянды Рухта осратып: «Юлда Мөхәммәдте күрҙем, бик күп ғәскәр менән артығыҙҙан килә, Ухудҡа сыҡмаған кешеләр ҙә, үкенеп,был сәфәргә сыҡҡандар, оҙаҡламай бында килеп етәләр», — тине. Әбү Суфьян Мүғәббидтең һүҙен ишеткәс, уйға сума ҡалды, Мүғәббидкә: «Беҙ үҙебеҙ әле Мәҙинәне баҫыр өсөн кире китмәк ниәтендә инек», — тине. Мүғэббид быға ҡаршы: «Ундай фекерҙәреңде ташла, мин һиңә нәсихәт итәм, тиҙ Мәккәгә йүнәл!» — тине. Әбү Суфьян Ислам ғәскәре булыуына ышанып, Мәҙинәгә барыу фекеренән кире ҡайтты. Ислам ғәскәре иһә Хәмра әл Әсәд тигән ерҙә өс көн торғандан һуң кире ҡайтып китте. Хәраи Әсәдтә рәсүлуллаһ әлеге шағир Әбү Гүззә Әлжәмхәне тотоп үлтерҙе. Әбү Гүззә мөшриҡ ғәскәренән йоҡлап ҡалғайны. Әбү Гүззә был тотолоуында ла үҙен азат итеүен һораһа ла, рәсүлуллаһ: «Мөьмин бәндә бер нәрҫәнән ике мәртәбә алданмаҫ», — тип яуап ҡайтарҙы. Үә башын сабырға әмер бирҙе.
     Ошбу йыл рәсүлуллаһтың ейәне — Фатиманың малайы Хәсән ибн Ғәли донъяға килде. Шул уҡ йылды рәсүлуллаһтың ҡыҙы Үмм Гөлсөм Ғусманға кейәүгә сыҡты. Шулай уҡ Ғүмәрҙең ҡыҙы — Хәфса һәм Хүзәймә ҡыҙы — Зәйнәб шул йылда рәсүлуллаһҡа кейәүгә сыҡтылар. Хәфса бынан элек Ханнис ибн Хәзафа никахында булып, ире Бәҙер һуғышында тейгән йәрәхәттән вафат ине. Зәйнәб бинт Хүзәймә иһә бынан элек Ғабделлаһ ибн Жәхш никахында булып, ире Ухуд һуғышында шәһит булды.
                                                     «Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәләм», Сөнғәтулла Бикбулат