Шафиҡ Әминев-Тамъяни

     Шафиҡ Әминев-Тамъяни сәсәндең яңы табылған шиғырҙары
     «Ватандаш» журналының 1998 йылғы 6-сы һанында беҙ «Шафиҡ Әминев-Тамъяни әҫәрҙәре» тигән баш аҫтында уның тормош юлы һәм ижады тураһында тулы ғына мәғлүмәт биреп, егерме бер шиғырын һәм шиғырҙар шәлкемен баҫып сығарғайныҡ. Унда сәсәндең халыҡ араһында телдән һәм яҙмала бүтән шиғри әҫәрҙәренең йөрөү ихтималы хаҡында ла әйтелгәйне.
     Был бик раҫ килде. Шафиҡ сәсәндең тыуған яғы хәҙерге Әбйәлил районы төбәгендә, айырыуса тыуған ауылы Әбделғәзелә, туған-тыумасалары араһында, шиғриәтте яратҡан хәтерле һәм хәтирәлеләр телендә ҡағыҙға күсерелгән йә хәтерҙәрендә йөрөгән шиғырҙары әленән-әле табылғылай, мәжлестәрҙә һамаҡланғылай киленде.
     Сәсәндең сәскәне, ғәҙәттә, йыраҡ та төшмәй. Уның ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, ижадҡа маһирҙар сәсән һүҙен, шиғырҙарын ятлап алыр, йыш ҡына ҡағыҙға ла теркәп ҡуйыр булыусан. Шундайҙарҙан, мәҫәлән, Асҡарҙан сәсәндең ейәне Шамил Әминев, Нәғимә Илһамова, Зилә Имәғилева, Дәлилә Сафиуллина Шафиҡ сәсәндең шиғырҙарын яттан белгән, байтағын дәфтәргә лә күсереп ҡуйған. Ә бына Йәнгел ауылынан сәсәндең бүләһе Салауат Әминев олатаһының быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған тиҫтәнән ашыу шиғырҙарын дәфтәргә күсереп һаҡлаған. Ул быларҙы Шафиҡ сәсәндең ижадын яҡшы белгән әсәһенән яҙып алған. Әммә улар, үҙҙәре әйтеүенсә, сәсән бабаларының һүҙен тотоп, берәүгә лә күрһәтмәҫ булған.

     Салауат Әминев шиғырҙарҙы әсәһе һөйләгәнсә һүҙмә-һүҙ түгел, ә иҫке төрки һүҙҙәрен хәҙерге телебеҙгә әйләндереберәк күсергән. Әсәһе нисек яттан һөйләгән — шул ярым төрки әҙәби телендә яҙып алһа, яҡшыраҡ булыр ине фән өсөн, әлбиттә. Әммә, бары менән байрам, был көйө лә уның Шафиҡ сәсән ижады икәне юйылмай.
     Әммә хәҙер ҙә, мөмкин булһа, ул шиғырҙарҙың телдән йөрөгән иҫке оригиналь вариантын ҡайтарғанда яҡшы булыр ине тарих өсөн. Нисек кенә булмаһын, был хәтерҙә һәм яҙмала йөрөгән Шафиҡ сәсән шиғырҙары уларҙың хәҙерге йәшәү рәүешен аңлата бит. Фән теле менән әйткәндә, быныһы тарихи эволюция күренеше.
     Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың яҡташтары, туғандары сәсәндең тыуыуына 150 йыл тулыуына бағышлап «Тарих булып һуңғыларға...» (был сәсәндең үҙ һүҙҙәре) тигән кескәй китабын район типографияһында нәшер иткәндәр. Сығарыусылары Самат Фәйзуллин менән Рәхимә Мусина.
     Китаптың тәүге яртыһы Ғайса Хөсәйенов ҡулында булған һәм хәҙер Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫмалар фондында һаҡланған ҡулъяҙма дәфтәр буйынса, «Ватандаш» журналында 1998 йылдың 6-сы һанында баҫылған шиғырҙарҙан торһа, икенсе яртыһы хәҙергәсә халыҡ телендә йәшәй килгән, бер ҡайҙа ла баҫылмаған яңы шиғырҙарынан ойошҡан. Был баҫма, шулай итеп, Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың телдән һәм яҙма аша беҙҙең көндәргә килеп еткән ижадын хәҙер шаҡтай тулы көйө күҙ алдыбыҙға баҫтыра ала.
     «Ватандаш» журналында Шафиҡ сәсәндең шундай шиғырҙары һәм шиғыр шәлкемдәре донъя күргәйне: «Бағышлау», «Кеше ғүмере» , «Урал» циклдары, «Башҡорт бабаларының тарихы», «Наҙанлыҡ хәле», «Вәкилдәргә мәрхәбә», «Туйға барыу», «Юлсылар», «Шәкерттәр хәле», «Тарих мең дә туғыҙ йөҙ...», «Йот йыл ғибрәте», «Балаға», «Ҡитға», «Мин йырлайым...», «Һауа таҙарҙы», «Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә утыҙынсы...». Был шиғырҙарға һәм шиғыр циклдарына беҙҙең тарафтан инеш өлөштә тулы ғына баһалама бирелә, уларҙың идея-эстетик, поэтик әһәмиәттәре билдәләнә. Беҙҙе хәҙер Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың яңы табылған һәм тәү баҫмаға индерелгән шиғырҙарының идея-тематик йөкмәткеһе, поэтик үҙенсәлектәре, ижадына ниндәй яңылыҡтар өҫтәүе нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.
     Башта сәсәндең тормош юлын, шөғөлдәрен иҫкә төшөрәйек. Шафиҡ сәсән 1858 йылда Ырымбур губернаһы Юғары-Урал өйәҙе Тамъян- Түңгәүер волосы (хәҙер Башҡортостандың Әбйәлил районы) Әбделғәзе ауылында тыуған. Башта ауыл мәҙрәсәһендә, унан Троицкийҙа Зәйнулла Рәсүли мәҙрәсәһендә һабаҡ алған. Аҙаҡ үҙе ауыл мәҙрәсәһендә, йәйгелеген ҡаҙаҡ далаларында шәкерттәргә һабаҡ биргән. Ғүмере буйы крәҫтиән эше менән шөғөлләнгән. Шафиҡ мулла тигән исем-аты ғилемлеге, ижады сәсәнлеге менән тығыҙ бәйләнешле. Вафаты 1936 йыл. Бөгөнгө көндә мәрмәр һәйкәл ҡуйылған ҡәбере Әбйәлил районының Яңауыл зыяратында.
     Сәсән тәбиғәтле Шафиҡ Әминев күргән, ишеткән бер мөһимерәк хәл- ваҡиғаға шиғыр сығарыр булған. Шуның фәһемлеләрен мәжлестәрҙә һөйләгән, үҙ күңеленә хуш килгәндәрен дәфтәренә теркәп ҡуйған. Берәй әҙәмдең кәмселеген, насар холоҡ-ҡылығын күрһә, уға шунда уҡ шиғыр сәпәгән. Ләкин дәфтәр-дәфтәр тупланған шиғырҙары үткән быуаттың утыҙынсы йылдар башында бер янғын ваҡытында юҡҡа сыҡҡан.
     Шафиҡ Әминев сәсәндең әҫәрҙәренең бер өлөшө халыҡ хәтерендә, дәфтәрҙәрҙә бер аҙ һаҡланып ҡалған. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе — яҙыусы Әхтәм Ихсан институтта минең ҡулға тапшырған, утыҙынсы йылдарҙан килгән дәфтәр. Шулар аҙаҡ «Ватандаш» журналында ташҡа баҫылды. Уларҙың өлгөләре әҙәбиәтебеҙ тарихына, мәктәп дәреслектәренә инде.
     Бына шунан ҡала дауамы «Тарих булып һуңғыларға...» китабының икенсе яртыһын тәшкил итә. Был китапта ла тәүге ҡулъяҙма дәфтәргә ингән шиғырҙарҙағы төп мотивтар яңғырай бара. Шул уҡ өгөт-нәсихәт, мәғрифәтселек рухы, яңы заманға, совет осорона һаҡсыл ғына тәнҡит, өгөт-өмөт өндәре. «Үҙ хәлемдән» шиғырында «Донъяның төрлө хәлен күрә килеп, барамын да һикһәндәргә етеп. Йәшәнем фәҡир хәлдә ҡырҡтан ары, ун биш йыл яҡшы ғүмер иттем бары» тип һөҙөмтәләр сығара.
     Әҫәрҙәрендә ғүмеренең һуңғы сирегендәге совет осорон, үткән быуаттың һуғыш, аслыҡ, йәмғиәттәге киҫкен үҙгәреш, коммунлыҡ хәсиәттәрен, шунан тыуған күңел үҙгәрешен, күңел юшҡынын һиҙҙертеп алғылай. «Ата-әсәһен юғалтҡан етем түгел; ала улға, ала ҡыҙға — киңдер күңел. Берҙәмлектә ғүмер буйы башҡорт халҡы, ҡай берҙәре ниңә хәҙер коммун яҡлы?» — тип һорауҙар бирә.
     Үҙ көсө менән ғүмер итергә, хәләл мал йыйырға, ҡәҙимгесә донъя көтөргә өйрәнгән эшсән сәсән үткән быуаттың егерменсе йылдарында коммун хужалыҡтар төҙөү, аҙаҡ колхоздарға берләшеү хәлдәрен үҙ шөғөлө, күңеле менән дә һис ҡабул итә алмай. Шул арҡала төрлө ҡыҫым, репрессияларға ла дусар ителә.
     «Бәхет ҡайҙа?» тигән шиғырында үткәндәргә ҡараш ташлап, хәҙергеһенә бағып, бәхет төшөнсәһенә үҙенсә тарихи баһа сығара:
           Илең өсөн яу сабыу ҙа, баш һалыу ҙа — был бит бәхет,
           Таҙа һауаң, таҙа һыуың алып бөтмәҫлек бәхет.
           Бәхет тулҡынында булған нисә быуат ата-бабам.
           Бына ошо һуңғы быуат бәхет ҡайҙа — хайран ҡалам.
     Бына ошондай ҡараштары өсөн, яңғыҙ хужалыҡ булып ҡалғаны, яңы социаль системаға тел тейҙергәне өсөн власть органдары тарафынан эҙәрләүҙәргә дусар була.
     Был осор ижадында «Ниндәй заман килде» тип киҫкен генә социаль- сәйәси һорауҙар ҡуйыуы ла һис осраҡлы түгел. Поэзияһында төшөнкө рухлы шиғырҙар ишәйә, бәйет, бәхилләшеү, васыятнамә ише жанр шәкелдәре пәйҙә була.
     Шул уҡ ваҡытта тәрән уйланыуҙарға ҡоролған медитатив, философик йөкмәткеле шиғырҙары ҡағыҙға күсә. Шиғриәте лейтмотивы, жанр төрө, поэтикаһы менән байыға, төрлөләнә бара.
          «Бөркөтөм» исемле шиғырында бына ни ти ул:
          Һиңә ҡарап һоҡланырмын — туймаҫмын,
          Яндарыма уғым мәңге ҡуймаҫмын,
          Һин арбайһың күңелдәрен башҡорттоң,
          Һин — етәксе, һин — Уралда баш ҡортом.
     Был шиғыр яңғырашы, поэтик хәсиәте менән дә уның поэзияһында символик һын һәм бөркөт саңҡытыр оран кеүек яңғырамалы.
     Сәсән шағир ижады махсус өйрәнеүгә хаҡлы. Унда халыҡ поэтик ижа-ды традицияларының яҙма поэзия ҡаҙаныштары менән тығыҙ берегә барыуы күҙәтелә. XX быуатта сәсәнлек традицияларының нисек яңырып дауам итеүе ярылып ята.
                                                    Ғайса Хөсәйенов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
               Үҙ хәлемдән
     Сигенә фәҡирлектең барып етеп,
     Уҡыным бала саҡта һарыҡ көтөп,
     Донъяның төрлө хәлен күрә килеп,
     Барамын ди һикһәндәргә барып етеп.
     Йәшәнем фәҡир хәлдә ҡырҡтан ары,
     Ун биш йыл яҡшы ғүмер иттем бары.
             Самауыр бәйете
     Игенселек менән шөғөлләнгән ваҡытында Шафиҡ мулла күрше Үтәгән ауылында Шаһиғәли Әбүбәкеровтың тирмәненә он һалдырырға йөрөгән. Шаһиғәли ҙә тирә-йүнгә билдәле, йор һүҙле генә сәсән була. Халыҡ араһында Шафиҡ мулла менән Шаһиғәлиҙең «Самауыр» бәйете йәшәп килә:
     Шафиҡ:
     Самауыр сәүҙәге кәлсә,
     Тауышы һайраған ҡоштор.
     Самауыр сәүҙәге кәлсә,
     Ҡунаҡтың күңеле хуштыр.
     Шаһиғәли:
Уның булһа шәкәр-балы,
Дәхи булһа йыйыр наны.
Шулайтып һыйлаған байҙың
Сығалыр илдәргә даны.

     Таҡыя мулла бәйете
Бына дәхи бер хәбәр,
Ишетегеҙ, ағайҙар,
Ғәйебебеҙ күп булһа ла,
Ғәфү итегеҙ, ҡоҙалар.
Килеп әйткән булғайны,
Бер кешеһе тулмағас.
Өмөтөм дә юҡ ине,
Ижәбендә булмағас.
Былбыл һандуғастар кибе,
Бер аҙ ғына көйләйем.
Үҙемдең кәмселегемдән
Бер аҙ хәбәр һөйләйем.
Дөрөҫ тә беҙ ҡалманыҡ,
Исемһеҙ ҙә барманыҡ,
Шул көйөнсә китеп барҙыҡ,
Яҡшы тун да алманыҡ.
Йәнйегеткә шат булдым,
Әҙәм итеп күҙгә элгәс,
Бер аҙ шунда шомландым,
Тәртә төбө өҙөлгәс.
Атым булды дағаһыҙ,
Тупыйым да ҡамаһыҙ,
Шул көйөнсә күмәкләшеп
Беҙ ҡоҙаға барабыҙ.
Ҡалын ҡарҙы йырҙыҡ беҙ,
Күй-кәк итеп киттек беҙ.
Шул көйөнсә күмәкләшеп
Төп ҡоҙаға килдек беҙ.
Ат яҡшыһын, тун яҡшыһын
Һайлап-һайлап алалар.
Элишнийе ҡайтыр тиеп,
Йөрәккә тоҙ һалалар.
Һис берәүгә ҡарап булмай,
Ҡыҙаралар йөҙҙәрем.
Билбауымды кем алыр тип
Тилмерәләр күҙҙәрем.
Шул көйөнсә сисенеп,
Ултырғайным мин менеп,
Ун биш тире тунымды
Ҡасан сығам кейенеп?
Ҡоҙа һайлап алған саҡта
Бер-бер(һе)нең бөйөрөнә төртәләр.
Кәүҙәм өлкән булғас та,
Күп ашар тип ҡурҡалар.
Атым арып килгәйне,
Белмәйем ҡайҙа барырға,
Бер аҙ бәхет бар икән,
Штаб булдым ҡарыуҙа .
Буҙалары бик уңған,
Артыҡ икән ҡымыҙҙан,
Улар минән ҡасмай икән,
Ҡаса икән намаҙҙан.
Намаҙ эше шул ғына —
Таҙа булһын түшәмең.
Бер-ике эйелеп бөгөлөргә
Әллә итең төшәме?
Бәрикалла, һиммәте,
Белә ҡунаҡ ҡиммәтен.
Балалары күп йәшәһен —
Йөҙ йыл күрһен хеҙмәтен.
Аштары ла татлы икән,
Йөҙҙәре лә яҡты икән,
Таҡый мулла рәхәтләнеп
Ҡырын төшөп ята икән.

     Зәйнулла ишан бәйете
Тарих мең туғыҙ йөҙ ҙә һәм
Бишенсе йылдары,
Төштө ишан хәҙрәтенең
Тамъянға юлдары.
Абыстайы бергә ине
Һәм ике уғылдары.
Йөҙ саҡырым барҙы аттар
Ишанды ҡаршы алмаға.
Бер хәсәнәт әйлә килеп
Мәжлесендә булмаға.
Күп ғалимдар әҙер булды
Ишанды ҡаршы алмаға.
Килгән Ҡыпсаҡ, килгән Тамъян,
Килгән Бөрйән ҡарарға.
Ике көн булды ҡунаҡта
Хажимөхәммәт хажи ла.
Ишан хәҙрәт ҡыҙы, имеш,
Шул хажиҙың ефете.
Хәҙрәттәр ҡылды тәү(ә)фиҡ
Асҡари ауылында,
Кеме Тамъян хажилыр,
Кеме Бөрйән улылыр,
Юлдарында ҡылды дәғүәт
Шәйхинислам хәҙрәт,
Шул ҡәҙәре шат булдылар
Ҡылғандарына сәйәхәт.
Боҫон бөркөп, самауыр ҡайнай,
Күбеп бешкән икмәге.
Әкрен генә сиртеп бешә
Һимеҙ һарыҡ иттәре.
Һис кәмемәҫ булды унда
Ап-аҡ ҡымыҙ күлдәре.
Ҡайһы ки хәҙрәттәрҙең
Йомшаны күңелдәре.
Жәмғиәт хәлен һорашты
Зәйнулла ишан хәҙрәт,
Ауылына ҡылды доға,
Хужаһына — бәрәкәт.
Ишан менән хушлаштылар
Ауылдың хужалары.
Унан алып китте ишанды
Байсәғит уландары.
Сәғит сауҡаһы янында
     1 Хажимөхәммәт — Зәки Вәлидиҙең ҡайныһы.
     2 Шәйхинислам — Әбйәлил районы Салауат ауылынан (шул осорҙа) Троицкийҙа Зәйнулла ишанда белем алған шәкерт.
     3 Байсәғит уландары — Салауат ауылына Зәйнулла ишаңдың шәкерттәре.
     4 Сәғит сауҡаһы — ер-һыу атамаһы.
Ишанды ҡаршы алдылар,
Йәм-йәшел хәтфә түшәктә
Уҡылдылар доғалар.
Шишмә буйында аҫылған,
Байтаҡ ҡына ҡаҙандар,
Тирә яҡҡа яңғырап торҙо
Ишан уҡыған аҙандар.
       Йот йылы
Ал да ҡурайҙы көйләп,
Ултырма ғәйбәт hөйләп,
Бер аҙыраҡ көйләгеҙ,
Үткән йылдарҙы уйлап.
     Ҡурай үтә бер тауыш:
     «Ауыр булды быйыл ҡыш.
     Тарихтарҙа hис күренмәй,
     Бындай булған үткән эш.
Сәфәрҙәрҙә йөрөп беҙ,
Йөрөгән ваҡыт күреп беҙ,
Бик күп ҡәүем халыҡтан
Ҡалдыҡ өстән беребеҙ.
     Күрҙек ауыр йоттарҙы,
     Алды беҙҙең ҡоттарҙы,
     Fибрәт менән күрҙек беҙ
     Бикле торған йорттарҙы.
Һис әҙәмдең болы юҡ,
Кәртә тулған малы юҡ,
Булды аслыҡ афәте,
Бик күп булды вафаты.
     Эш тапмайса hөнәргә,
     Эш хаҡы юҡ түләргә.
     Көс ҡеүәт юҡ аслыҡтан
     Үлгәндәрҙе күмергә.
Күрҙе аслыҡ бәләhен
Ниндәй ирҙәр ыласын,
Ташлап китеп бөттөләр
Һөйгән ҡатын, балаhын.
     Ҡатын ирҙән төңөлдө,
     Ышанманы, төңөлдө.
     Аҙыҡ эҙләп киткәндәр
     Юл буйында күп үлде.
Ауыр үлем күбәйҙе,
Тормош насар,ҡыйшайҙы,
Сараһыҙҙан бәғзеләр
Ашаған эт, бесәйҙе.
     Бөттө инсаф-диянат,
     Бик күбәйҙе хыянат.
     Ата-анаһын белмәҫ
     Кескенә бер ҡиәмәт.
Сабый иммәй имсәкте,
Һөтө-сыҡмай, бирһәк тә.
Әле ғибрәт алмайбыҙ,
Ауыр йотто күрһәк тә.
     Бирмәй зәҡәт-ғөшөрҙө,
     Артыҡ малы буш йөрөй,
     Бик күп һаран байыңды
     Яңғыҙ атҡа төшөрҙө.
Мал бирмәне мәктәпкә,
Мәктәп алға китмәне,
Йөҙ йылҡылы байҙар ҙа
Мохтаж булды икмәккә».
        Юл сатында
Аҙан әйтеп, намаҙ уҡыр саҡтарымда
Тороп ҡалдым ике юлдың саттарында:
Бер юлымдыр — бик-бик түбән упҡын юлы,
Бер юлымдыр — текә үргә бара туры.
     Хәлем етмәҫ текә үргә ынтылаһы,
     Таш тәгәрәй, аяҡтарым-ҡалтыраны.
     Беренсегә тубыҡландым тын алырға.
     Юҡтыр ғәҙәт сит кешегә баш һалырға.
Йортһоҙ ҡалыу ауыр түгел был донъяла,
Тик ҡатыным, бала-сағам бик ояла.
Иртән тороп кесе ҡыҙым һөт һораһа,
Тартып алған һыйыр юҡлығы тойола.
     Быуын-быуын башҡорт халҡын солғағандыр,
     Ҙур болғаныш, талаш-тартыш юл алғандыр.
     Юҡҡа сыҡҡан ауыл-ауыл йорттар янып,
     Ҡамсы һуҡҡан башҡорттарҙы берсә танып.
Батырҙары баш күтәргән йәнә тағы,
Ғәйрәттәре -инде ташып торған сағы,
Айырылғанды айыу ашар — әйтемдәре,
Һис урамда тороп ҡалмаҫ йәтимдәре.
     Ата-әсәһен юғалтҡан етем түгел,
     Ала улға, ала ҡыҙға — киңдер күңел.
     Берҙәмлектә ғүмер буйы башҡорт халҡы,
     Ҡай берҙәре ниңә хәҙер коммун яҡлы? —
Үҙ туғанын үҙе бер ҙә таныманы,
Дошман күрҙе коммун яҡлы булмағанды.
Тик ауылым кешеләре әле дөргөн,
Бүре йөрөр, сәүек эттәр, әйҙә, өрһөн.
     Упҡын юлына төшөргә ғәм бирмәне,
     Күрмәй ҡалдым йә шунлыҡтан мин төрмәне.
     Берҙәмлектә ғүмер буйы башҡорт халҡы,
     Ҡайҙа булды батырҙары беҙҙең яҡлы?
Әллә ҡамсы һуғыу тағы ҡабатланды,
Юҡ, түгелдер. Батырҙары яра алды.
Ҡылыс ярып сығарғандыр ҡара ҡанды,
Ҡул тыйыуҙа, тел тыйыуҙа сара ҡалды.
     Йәш тамамы, ҡан тамамы — шәйләмәймен,
     Мылтыҡ тотоп ҡылыс билгә бәйләмәймен.
     Инде ҡартмын, башҡорттарҙы әйҙәмәймен,
     Яҙып китәм булған хәлде, һөйләмәймен.
                   Олатай булғас...
Мәңгелек кеүек күренә ғүмер ул беҙ йәш саҡта,
Урта йәште уҙғас ҡына яҙам бер аҙ ошо хаҡта:
Гөл-сәскәләр күҙ алдында сәскә ата ла ҡоя,
Ә кешеләр инде ҡасан ғүмер үткәнен тоя.
Яҙҙан-көҙгә ҡош балаһы ҡанат ҡаға нығынып,
Ә кешеләр бер йәшендә йәнә йөрөй йығылып.
Мин дә әле йәш ғүмерҙәр уҙмаҫтыр тип уйланым,
Үтмәҫ кеүек йәш ғүмерем һоҡланып һис туйманым.
Ағын һыуҙа таш мүкләнмәй, мәңгелекмен тип уйлай,
Һыу түгелдер, йылдар ашай, таш шуны бер ҙә тоймай.
Юлдарҙың ғына осо юҡ, китһәң — китә лә китә,
Уҙар ғүмерҙең бар осо, яйлап үтә лә үтә.
Инде ҡайтмаҫ йәш ғүмерем, үткәнен һиҙҙем бер көн,
Таң һыҙылып, ҡош уянғас, үткәргәс оҙон бер төн.
«Ейәнең тыуҙы, инеп күр! Һин — олатай!» Һин хаҡлы.
Ғәбделрәшит булһын атлы, был улым Шафиҡ затлы.
«Олатай» һүҙе һикәлтә уҙар ғүмер юлыма,
Ярты йәнем күсте кеүек яңы тыуған улыма,
Инде мәңгелек күренмәй йәш саҡтағы кеүек ғүмер,
Шашып янған ут һүрелә, ҡуҙ һүнһә, ҡала күмер.
Шашып янған ағас түгел, йөҙ йәшәр мин ҡарағас,
Тамырҙарым ҡала, шөкөр, Хоҙайымдан һорағас.
Эй, Хоҙайым! Ғүмеремде мәңгелек иттең бөгөн,
Бәүетәмен мин ҡәҙерләп сәңгелдәгемдең йөгөн.
                 Бөркөтөм
Эй бөркөтөм, осаһың һин күктәрҙә,
Күҙең үткер, ғәйрәтең ҙур, саяһың,
Оя ҡороп, төйәк иттең мәңгегә,
Һайлап алып Уралымдың ҡаяһын.
     Бер ҡараһаң, һин матурһың ҡыҙҙарҙан,
     Төшөп ҡалмаҫ бәйеттәрҙән-йырҙарҙан,
     Бер ҡараһаң, һин батырҙың-батыры,
     Һинән сыға башҡорттарҙың тамыры.
Һин ҡалҡанһың Уралымды ҡаплаған,
Һин яугирһың Уралымды һаҡлаған,
Дошманыңдың ташланаһың өҫтөнә,
Ышанаһың ғәйрәтеңә-көсөңә.
     Һиңә ҡарап һоҡланырмын — туймаҫмын,
     Яндарыма уғым мәңге ҡуймаҫмын,
     Һин арбайһың күңелдәрен башҡорттоң,
     Һин — етәксе, һин — Уралда баш ҡортом!
Эй бөркөтөм,, тырнаҡтарың ҡоростан,
Һин аҡыллы аҡыллыраҡ урыҫтан,
Ян айырмаҫ уҡты бер ҙә керештән,
Һиңә ҡарап ғәйрәт алам, бирешмәм.
     Һин ҡул етмәҫ дошманыңа үрҙәрҙә,
     Һин күҙ күрмәҫ урмандарҙа-түрҙәрҙә,
     Һин берҙән-бер Уралыма тиң ҡошом,
     Урал тауҙай ҡиәфәтең-торошоң.
              Байлыҡ ҡайҙа?
Ташлап барса кәсебемде, һабаҡ бирәм балаларға,
Йәйәү атлап, саң туҙҙырып, етеп алыҫ далаларға.
Булмаҫ бер ҙә үҙ яғымда ынтылыштар белем өсөн,
Бирер инем аң-белемде йәлләмәйсә барса көсөм.
Сыр-сыу килеп урамдарҙа сөр һуғыуҙы хуп күрәләр,
Сәбәп шунда: беҙ тарафҡа килеп сыҡмауы түрәләр. 
Кешелер беҙ, йә түгел эт, йә ҡоралай һәм бүреләр,
Мал көтөргә бесән сабып, уҡыу кәрәкмәй тинеләр.
Башҡорт түгел инде, ҡаҙаҡ аң-белемгә ынтылалыр,
Беҙҙәр биргән йор һабаҡҡа ауыҙ асып таң ҡалалыр,
Беҙҙәр биргән йор һабаҡты йотоп-йомолоп алалыр,
Беҙҙәр биргән йор һабаҡты һатып ялынып алалыр.
Белмәй күптәр аң-белемдә ятҡанлығын ҙур байлыҡтың,
Мал көтәм тип бесән саптың, аң-белемгә бик һайыҡтың,
Кисеүҙәрен кисмәҫ инем иртә яҙҙа мин Яйыҡтың,
Әгәр үтһә тупһам аша ике улы ла Байыҡтың,
Һатып алмаҫ ине улар аң-белемде күрше тороп,
Сығармаҫ та инем йәнә һәм ауылды кире бороп,
Өндәү һүҙем, изге һүҙем, әйтерһең дә, ташҡа тейә,
Сәллә түгел, баштарында теүәтәйен бик хуп күрә.
Ташлап барса кәсебемде, тағы китәм далаларға,
Йөрәк әрней, һеҙ, ҡәрҙәштәр, тоҙ һалыусы яраларға,
Байлыҡ малда түгеллеген аңлатығыҙ балаларға,
Байлыҡ аңда булғанлығын аңлатығыҙ балаларға.
               Уйланыу
Ҡалдырамын был донъяны мәңгегә тим,
Йәшәүҙәре был донъяла ожмахҡа тиң.
Булһа ла бит, ни хәл итәң, китеү кәрәк,
Бер саҡ арыр күп һуғыуҙан бары йөрәк.
     Шул саҡ уйҙар берсә китә бала саҡҡа
     Текәлгәнмен әсәй яҡҡан ҙур усаҡҡа,
     Әйтәм кеүек: «Атай, — тиеп, — үт түр яҡҡа,
     Ятып ял ит, ыҙалама, мин бар саҡта».
Бына уйҙар берсә китә егет саҡҡа,
Белем алып булмайҙыр бит беҙҙең яҡта.
Ишетәмен: бар мәҙрәсә бик йыраҡта,
Ҙур ғилемгә эйә булам шул тарафта.
     Яҙмыш бит ул, донъя ҡуя атай-әсәй,
     Ҡул аҫтымда ҡустыларым минең йәшәй.
     Уларға бит ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы кәрәк,
     Ҡаҙаҡ ҡыҙын хуш күрәлер минең йөрәк.
Был тормошом бер яғынан алға китһә,
Гөләнданым бала өсөн йүргәк текһә,
Ҡустыларым йығылдылар тиф тейеүҙән,
Алйыйыммы ҡайғы ҡатыш йән көйөүҙән.
     Ауыр тупраҡ еңел булһын, ҡустыларым,
    Йөрәк һыҙлай, үтәлмәне бурыстарым.
     Ҡайғыларым ҙурҙыр инде — баҫыр кемдәр
     Һаналманы йоҡламайса үткән төндәр.
Ҡыш көндәре булһалар ҙа оҙон төндәр,
Шулай ҙа бит таңдар ата, килә көндәр,
Йөрәгемдә боҙ иретеп бала илай,
Гөләнданым түр яғында бишек йырлай.
      Бер-бер артлы йылдар үтте һәм тағы ла,
     Ямғыры юҡ, сатнай-сатнай ер ярыла,
     Инде йәнә вафат булды килен, улым,
     Ике ейән, һеҙгә тағы минең ҡуйын.
Бер бәләгә икенсеһе яҡын инде,
Күп тә тормай әсәләрен ҡайғы еңде,
Бүлмәләрҙә сәскә-гөлдәр берҙәй шиңде,
Эй, Хоҙайым, инде ниҙәр күрәм инде.
     Етем ҡалған балаларым үҙ янымда,
     Булмайҙыр бит ҡатын алмай һәм тағын да,
     Бына инде йәш ҡатыным үҙ янымда,
     Аш наҡыҫы һиҙелмәйҙер бит табында.
Ике ҡыҙым, бер малайым барҙыр тағы,
Ҡартлыҡ етә инде, көстөң үткән сағы,
Ни булһа ла тағы һалам нигеҙ ташы,
Нәғимәмдең әле нескә ҡара ҡашы.
     Шатлыҡтарҙан ҡайғыларым күп булһа ла,
     Инде йөрәк күп тибеүҙән арыһа ла,
     Тик уйҙарым уҙған ғүмер буйлап бара,
     Ҡарт көнөмә йәшәү көсө, өмөт һала.
                     Юлсы
Юлсы килер, килгән юлы булһын таҡыр,
Ас ҡорһаҡҡа арып-талып ишек шаҡыр,
Һөйәк бирһәң, ҡаҙы-ялы, иттәй күреп,
Ишек төбөн түрҙәй күреп урын алыр.
     Юлсы булыу — мәке юлы тапау түгел,
     Ир-ат барҙа юлсы юлда була килә,
     Юлсы булмай, һин аҡһаҡал булам тимә,
     Сабатаңды йәлләп, юлда туҙа тимә.
Ер-һыу күрмәй, аҡыл кермәй ир кешегә,
Ҡапҡаңды ас, юлсы юлдан килеп төшһә,
Һорау көтмә ишек шаҡып төн ҡунырға,
Һиңә лә бит килер бер саҡ юл тоторға. 
                Уйҙар
Иге-сиге юҡтыр был уйҙарҙың,
Күпме уйҙар йөрөй баштарҙа,
Уйҙар тулҡынына бер сумдыңмы,
Һыуып ҡуя ҡайнар аштар ҙа.
     Шатланыр ҙа инем был уйҙарҙан
     Бер миҙгелгә әгәр арынһам,
     Төшөп тә генә ҡалһа ошо уйҙар,
     Уйҙар уйлап килеп абынһам.
Һағышы ла уйҙан, шатлығы ла,
Ҡайғыһы ла уйҙан бирелә.
Йәшлеге лә уйҙан, ҡартлығы ла,
Һаулығы ла уйҙан, сире лә.
           Маяҡ бул
Әйләнеп ҡарамай атлаһаң,
Һиҙмәй ҙә ҡалырһың үткәнен,
Бик алыҫ ҡалғанын, бараһы
Юлыңдың ҡыҫҡарып киткәнен.
     Ғүмер ул — оҙон юл тармаҡлы,
     Буталсыҡ ошо юл алдыңда,
     Һәр кеше үҙенә юлбашсы,
     Юл белгән кешең юҡ яныңда.
Юлдарҙы һайламай атлама,
Тапалған юлдарҙан барма һин,
Тапалған юлдарҙа тайғалаҡ,
Һайлаған юлыңдан тайма һин.
     Ғүмер ул — оҙон юл тармаҡлы,
     Һайлама ҡыҫҡаһын юл сатын,
     Юлһыҙ кит, ярып юл үҙеңә,
     Ҡыйыу бул, тейер бер форсаты.
Алдыңда ҡая-таш — урама,
Ярып үт, ғәйрәтле йәш сағың,
Алдыңа үткән юл һис килмәҫ,
Сәмләнеп алға бар һин тағын.
     Юлдарҙың яҙығын һайлама,
     Яҙыҡ юл — мәңге йән ғазабы.
     Үрелеп ҡарама, күрмәҫһең,
     Бөтөр тип юлыңдың аҙағы. 
Тау-урман ян-яғың, аҙашма,
Сабыр бул, сығырһың далаңа,
Таяғы буласаҡ ошо юл
Бараһы юлында балаңа.
          Иҫтә һаман
Иҫтә һаман: ап-аҡ ҡарҙы тотоп
Ала инек ғәмһеҙ ауыҙға,
Сулпы-боҙҙо тәмләп имә инек,
Яҙҙар килһә беҙҙең ауылға.
     Тау буйына таңдан китә инек
     Ҡаты ҡарҙа һағыҙ сәйнәргә,
     Ҡыш бауыры оҙон, яҙ еҫтәрен
     Өлгөрәбеҙ бик тиҙ шәйләргә.
Сыйырсыҡҡа оя яһай инек,
Шатланышып йылы яҙ килһә,
Ҡар һыуына юлдар яра инек,
Һыуҙар менән тулһа ҙур билән.
     Ә кистәрен ҡайта инек өйгә
     Аяҡ-ҡулдарыбыҙ һыу булып,
     Ата-әсә йөҙө яҡты ҡояш,
     Балалары йөрөй өй тулып.
Ҡара икмәк, туҫтаҡ тулы ойотҡан,
Тик ҡалаҡтар күмәк ярыша,
Туҫтаҡ бушай, телдәр ҡалаҡ ялай,
Күрмәмешкә әсәй һалыша.
     Эңер төшә, шәмгә ут алына,
     Шөкөр итеп булған барына,
     Һыйынышып ҡыҙыл ҡуҙ ҡарайбыҙ,
     Теҙелешеп мейес янына.
Урындыҡта атай арып талған,
Оло яҫтыҡ башы аҫтында,
Талғын ғына һуҙып боронғо йыр
Орсоҡ сиртә әсәй ҡаршында.
             Бәхет ҡайҙа?
Урамдары йәшел үлән, тик үтәлер арба юлы,
Һаҙҙар баҫҡан йылғалары һыуҙар менән булған тулы.
Төрлө сәскә болондары, йөрөй йылҡы, ҡолондары,
Ҡара сәсле толомдары булған башҡорт килендәре. 
     Туҫтаҡ-туҫтаҡ ҡымыҙ эсеп, ҡырып сәсен тап-таҡырға,
     Алты йәштән өйрәнгәндәр янын тартып уҡ атырға,
     Ҡыҙ-ҡырҡынды өйрәткәндәр илтифатлыҡ һәм әҙәпкә,
     Биш ҡатын бер иргә һыйған, ҡалмаҫһыңмы һин ғәжәпкә?
Һауыттары гел ағастан,туҙҙан булған тырыздары,
Ҡулдан-ҡулға күсер булған ҡаты булат ҡылыстары,
Түшелдерек, алҡа, сулпы, ҡашмау булған тағыр биҙәү,
Кейәүгә ҡыҙ оҙатҡанда йола булған көйләп сеңләү.
     Тырансанан сатыр ҡорған ярлылары кейеҙ юҡтан,
     Рухы күтәренке, тик булһа ла киндер олтан.
     Юрау булған: ноҡот һалып, ҡот ҡойғандар, ыҫлағандар,
     Ен һуҡмаҫҡа бетеү таҡҡан, төшлөк һалып йоҡлағандар.
Йөрөгәндәр: ҡурай ҡулда, шарап һыуын эсмәһә лә,
Бейеп-йырлап күңел асҡан йәше-ҡарты һәр кисәлә.
Ҡатындары балаҫ һуҡҡан, киндер күлдәк тегер булған,
Биш балаға тик бер түшәк, тик бер яҫтыҡ, тик бер юрған.
     Түр башында ҡамсы торған, ул ҡамсыға ир тотонған,
     Мал табыуы, аш табыуы шул ир намыҫында торған.
     Уның булған һаҡлар һыуы, һаҡлар ере, һаҡлар иле,
     Саф башҡортса шатырлатып һөйләр теле, тыуған теле.
Ҡан аралау, ғөрөф ғәҙәт, йолаларҙы hаҡлағандар,
Урыҫтарға аралашып, тәре түшкә таҡмағандар.
Дошман илгә баш тыҡҡанда атын бороп сапмағандар,
Йән аямай, тән аямай, берен-бере hатмағандар.
     Йөрөр юлы бик hүрәпән, тауҙар, таштар, урман аша,
     Танау киҫеп, ҡамсы hуғып баш эйҙермәҫ Әбей батша.
     Һабантуйлы булған йәйҙәр, ат сабышлы hәм көрәшле,
     Был шатлыҡтыр, был бәхеттер — булған йөҙҙәр шат көләсле.
Азатлыҡ ирек уларҙа, hәр ырыуҙың үҙ тәртибе:
Ололары ололанған, хөрмәт ителгән йәтиме.
Мәжбүр итеп тел тыйыуҙар булмаған — был бит бәхет,
Мосолмандан дин тыйыуҙар булмаған — был бит бәхет.
     Илең өсөн яу сабыу ҙа, баш hалыу ҙа — был бит бәхет,
     Таҙа hауаң, таҙа hыуың алып бөтөрмәҫлек бәхет,
     Бәхет тулҡынында булған нисә быуат ата-бабам,
     Бына ошо hуңғы быуат бәхет ҡайҙа — хайран ҡалам.
                 Сапҡынсы
Йөҙ саҡырым беҙҙең өсөн берҙәй алыҫ,
Ат саптырып бер-береңә хәбәр биреү.
Хәбәр етмәй, ярты юлда атың үлһә,
Намыҫыңда яңғыҙ атың гүргә биреү.

               Ҡош осороп хәбәр биреү беҙҙә яҙыҡ

     Телеграф тигән нәмә юҡтыр инде,
     Баштарыңа ҡайғы төшһә, эй, мосафир,
     Ат саптырып, ат үлтереп йөрө, интек.
Суҡлы йүгән, көмөш эйәр ат өҫтөндә,
Сапҡынсыға ярап булмай ҡарт көнөмдә.
Типһә тимер өҙөрҙәй бер егет кәрәк,
Хәбәрҙәрем етһен өсөн йәһәтерәк.
     Әжәл килһә ҡалып булмай йән биреүҙән,
     Һуңғы теләк, һуңғы һүҙҙәр әйтеү кәрәк.
     Ара йыраҡ, килеп етмәҫ көткән кешең,
     Йән бирмәйсә инде күпме ятыу кәрәк.
                    Йыр
Өйөр өйөр йылҡы ҡыуған саҡта,
Бүртәhе бар уның, буҙы юҡ.
Эскенәйем боша, йөрәгем яна,
Төтөндәре бар ҙа, ҡуҙы юҡ.
Менгән генә атым, ай, ҡуңыр күк,
Менеп кенә сыҡтым эңер үк,
Елә генә сабып етә алманым,
Үтеп кенә барған ғүмер үк.
Һандыҡ та ғына hандыҡ ҡыҙыл алма,
Һайлаhам да сыҡмай бөтөнө,
Эскенәйем боша, йөрәгем яна,
Һауаларға сыҡмай төтөнө.
Яҙғы ла ғына сыҡҡан нурлы ҡояш,
Нурҡайҙарын hибә донъяға.
Үлтерер ҙә булғас, ник тыуҙырҙың
Ошо ла ғына фани донъяға
              Ниндәй заман килде

Ниндәй заман килде беҙгә, hөйлә инде, hөйләп бир,
Зарлы көйҙәрең сығамы, йырла инде, йырлап бир.
Зарлы көйҙәрем сығырға — тыным ҡыҫа, hауа юҡ,
Сөрләп аға күҙ йәштәрем, дауаларға дауа юҡ
     Ниндәй заман килде беҙгә, һөйлә инде, һөйләп бир,
     Белемлеләрҙе белмәйҙәр, һуҡырҙарҙыр, күрмәйҙер,
     Ташҡа баҫыр яҙыуҙарым ҡағыҙҙалыр, үрҙәлер,
     Ташҡа баҫыр яҙыуҙарым хәҙер инде гүрҙәлер.
Ҡыштар үткәс килгән миҙгел ҡояшлы бер яҙ икән,
Оло юлым, ғүмер юлым — үтәһе бер һаҙ икән,
Мәйет көтөп осоп йөрөр ҡоҙғондары бар икән,
Шиҡыр-шиҡыр ошаҡ ташыр һайыҫҡаны бар икән.
Мәйет суҡыр оло ҡоҙғон, әллә ул да коммунмы?
Белемле-аңлы кешеләр — улар өсөн табышмы?
Ҡояшлы яҙ көндәрендә боҙлауыҡлы яуынмы,
Ура торған көҙгө иген — улар өсөн сабынмы?
Ниндәй заман килде беҙгә, һөйләһәң дә шым һөйлә,
Дөйә булып күренәлер ҡара тунда аҡ төймә.
Тоғролоҡ яҙ ҡағыҙға, йәшер, кеше күрмәһен,
Һуңғы йәштәр уҡыр, тиһәң, китап баҫтыр, үлмәһен.
Шул китапты баҫыр өсөн булһаң бул ине ярлы,
Күн итек түгел аяҡта, сабатаң булһын парлы,
Шул китапты баҫыр өсөн һин мулла булма затлы,
Кемдәр генә булһаң да бул, тик булма Шафиҡ атлы.
                  Аңлашыу
Ырғып менеп ерән атым елдәй еләм,
Етәһе бар ерҙәремә етеп киләм,
Тояҡтары атҡайымдың гиҙә сиҙәм, үҙемме?
Болоттарҙа, гүйә, йөҙәм.
Ерән атым намыҫланып әйҙәй алға,
Һөрөнмәйҙер тояҡтары юҡҡа-барға.
Туҡтатайым — һыу буйы бит — бер аҙ ялға,
Теҙгененән бәйләп ҡуйып бөҙрә талға.
Ерән атым, ауыр йөгө өҫтән төшкәс,
Аяҡтарын кирә баҫып, бер һелкенгәс,
Күҙҙәремә тура ҡарай, башын бороп,
Яуабым юҡ, уйҡайҙарын белә тороп.
Теле булһа, ҡара юрғам әйтер ине:
— Һыу эсермәй һыу буйында тотаң мине,
Айылымды ысҡындыр ҙа эл эйәрең,
Йәй көнөндә толоп булмаһын кейәрең.
Ерән атым теле булһа әйтер ине:
— Хужаҡайым, өҙөлөп яратһаң да мине,
Ҡарашымдан ғына аңлай алмайһың шул,
Ал йүгәнең, ашап алам, алыҫ бит юл.
Әйтер ине: мин тоғ(о)ро һин хужаға,
Бәкәлдәрем өйкәләләр йыш тышауға,
Еҙ ҡыңғырау тағып кисен муйыныма
Йоҡлап китәң сумып ҡатын ҡуйынына. 
Ҡолаҡ тона, еҙ ҡыңғырау бик ҙур тауыш,
Булһам да бит һинең өсөн бик ҙур табыш,
Һырт буйымда юлаҡ-юлаҡ яра эҙе,
Һин хужамдың сыбыртҡыһы уны теҙҙе.
Күңелең килһә, ялым тарап, һин үрәһең,
Күҙҙәремдә үпкә нурҙарын күрәһең,
Башым һалып яурыныңа һин һөйәһең,
Атың барға шатланаһың да көйәһең.
Ҡыш һыуығы өҫтәремә септә яптың,
Һоло һалдың алдарыма, һимеҙ атмын.
— Күңелемә оҡшаған, — тинем, — бер ерән атым,
Тормош йөгөн ошоғаса бергә тарттың.
Бергә үткән юлды теҙеп әгәр һалһам,
Еткән булыр инем мин йә айға барып.
Күҙҙәреңә ҡарап бөгөн аңлап алам:
Һинән ҡалһам, мин бит мәңге ҡулһыҙ ҡалам.
Ерән атым, елдәй етеҙ елер атым,
Тояғыңа тышау һалмай бөгөн яттым,
Сыбыртҡыны ҡулдарымдан бәреп аттым,
Рәнйетмәмен бынан ҡала, ерән атым.
              Бай тыуҙы
Атлап барам Уралымдың урманында яңғыҙым,
Инде орлоҡҡа күмелгән көҙ көндәре андыҙым.
Йәйғор төҫөнә төрөнгән урмандары Уралдың,
Йәйғорҙоң эстәрендә тейен уйнай — күрә алдым.
Шул йәйғорҙоң остарында айыу аунай һимеҙҙер,
Йәйғор буйлап үрмәләүсе балалары игеҙҙер.
Шишмәләрҙә йәйғор уйнай ырғып, шашып, шаярып,
Былар бағры балыҡтары юҡ булалыр таралып.
Һыҙҙыралыр боронғо йыр ҡырҡып алып кем ҡурай,
Ҡурай түгел, боландыр был — улар бит көҙ туй туйлай.
Ҡояш нуры туҡтап ҡалды шул болотҡа төйөлөп.
Ҡояш әйтә: «Эй, болотҡай, бигүк китмә йәйелеп,
Уралыма нурҙар төшмәй, үтәлмайҙыр кәйелеп,
Уралымдың урмандары көҙ көндәре ожмахтыр,
Бер сыҡмайса шул урманға нисек түҙеп тормаҡтыр.
Бер сыҡтыңмы шул урманға — онотаһың ҡайтыуҙы,
Ошо ожмахта йәшәгән ярлынан да бай тыуҙы.
         Ауылымдың йәшәү рәүеше
Йәйҙең оҙон көнө үтеп, ҡояш байый, кис етә,
Инде һауылған һыйырҙар төнгө үрешкә китә.
Төрлө тауыштар сығарып еҙ ҡыңғырау деү һуға,
Бәпкәһен юғалтҡан бер ҡаҙ йәнә ҡушыла уға.
Эңер етә, аҡ һөт кеүек томан тарала ергә,
Эшен бөтөп, ҡатын-ҡыҙҙар киске аш ҡуя иргә.
Ҡомған алып кесе улы йыуҙыра атай ҡулын,
Түргә уҙа атай кеше яратып, һөйөп улын.
Йөҙөнән нур, иман һибеп әсәй кеше аш һала,
Әле сәңгелдәктә ята имеҙәһе бер бала.
Тынға ҡала бөтә ауыл, ара-тирә эт өрә,
Күк йөҙөн ҡаплай йондоҙҙар, инде төн хөкөм һөрә.
Йоҡоға тала һәммәһе, ут һүндереп һәр бер өй,
Шул тынлыҡты ҡурай боҙа, таратып моңло бер көй.
Шым ғына башлай ҙа ҡурай, ярһый бара — ярһыу ат,
Йөрәктәргә үтеп инеп, йоҡлатма, әйҙә, уят.
Шым ғына башлай ҙа ҡурай, моңға һала йән-яҡты,
Йәш-елкенсәкте саҡырып, йоҡлатып ҡарсыҡ-ҡартты,
Әкрен генә йыр ҡушылһа, оялғандай ҡурайҙан,
Һайраған саҡта һандуғас сыҡмай тауыш турғайҙан.
Тауышҡайың бик тә моңло, оялмасы, батыр бул.
Һандуғастар ҙа тиңләшмәҫ, тик ҡурайға тиңдер ул.
Ошо сихри моңдо тыңлай ҡалғандар һәр бер өйҙә,
Үткән тормошо сағыла моңло, зарлы шул көйҙә,
Уфтанып күптәр яталыр, бер аҙға йоҡо осоп,
Ҡаты йоҡоға талалыр йөрөгәс арып-йонсоп.
Таң атыуға, уяныуға өйҙәлер ҡыҙы, улы,
Юрғанын йүнләп ябалыр ҡәҙерләп әсә ҡулы,
Ҡояш шаңдағы беленә, йәнә яңы көн тыуа,
Һыйырҙар ҡайта үрештән туйынып тора-тора.
Ҡыңғырау тауышына атлай аттарын эҙләп ирҙәр,
Ысыҡ тамсыһы һибелеп ҡалдыра артта эҙҙәр,
Ҡоштар һайрай, тауыштары тарала йән-яҡтарға,
Төнгө ҡурай моңон улар тырышалар һаҡларға.
Бына тағы үтеп китер йәйҙең оҙон бер көнө,
Һәм көндән-көн ҡабатланыр ҡурайлы моңло төнө.
                 Бәхилләшеү
Бәхил бул һин, изге һауам, тыуған тупраҡ,
Бәхил бул һин, атҡан ал таң, йондоҙ йыраҡ,
Бәхил бул һин, яҡты көнөм, эскән һыуым,
Үлемһеҙ ҙә булмайҙыр бит, булғас тыуым.
Бәхил бул һин, яҡты ҡояш, күктә болот,
Ниндәй матур, был донъяны тот та онот.
Бәхил бул һин, мине күргән һәр бер ағас,
Ни күрерҙәр балаларым, етем ҡалғас...
Бәхил бул һин, күкрәк киргән ғорур Урал,
Көнөм бөттө һин итәктә иркен һулар,
Бәхил бул һин, иртән төшкән ысыҡ тамсы,
Шул иртәлә һандуғасым тыңлаһамсы.
Бәхил бул һин, минең үткән һуҡмаҡ-юлдар,
Бер шатлыҡта, бер ҡайғыла үткән йылдар,
Эҙ ҡалдырмай үткән кеүек инем үҙем,
Ҡағыҙҙарҙа ҡалдырамын әйтер һүҙем.
                   Васыятнамә
Шәфҡәт итәм, тигән хаҡ пәйғәмбәр, васыятһыҙ үлеп киткәнгә,
Васыятым һеҙгә яҙып китәм, шәфҡәтемдән өмөт иткәнгә.
Бисмиллаһи, тиеп, мин башлайым ошбу мөнәжәттең баштарын,
Тағәт ҡоллоҡ һис бер ҡыла алманым, әхирәттә инде нишләрмен.
Ҡартайҙым бит инде, күҙем күрмәй, ҡолаҡтарым дәхи ишетмәй,
Ожмахыңа, Аллам, үҙең керет, тамуғыңа, Аллам, төшөрмә.
Яманлыҡты артҡа мин ташланым, бисмиллаһи менән башланым,
Минең күргәндәрҙе һис кем күрмәҫ, ни күрмәне ғәзиз баштарым,
Һуҙылып ятып бер көн, әй, үлербеҙ, еңһеҙ генә күлдәк кейербеҙ,
Шул сифаттар менән тар ләхеттә ни тип әйтеп яуап бирербеҙ.
Нурлы ғына йөҙөм һулып ағыр ҡараңғыла, ҡәбер гүрендә.
Әхирәттә Аллам иман бирһә, ултырырбыҙ йәннәт түрендә.
Риза булып, беҙләр, әй, ҡолоңдан әхирәттә үткәр иманды.
Әхирәттә, Мәүләм, мөйәссәр ҡыл камил сифат менән ликанды,
Тар ләхеткәйҙәрҙең эстәрендә людарыһыу соалын һорағанда,
Әҙер яуаптарын телгә һалып, насир носратыңды бир, Алла.
Ғәрәсәттә ғәмәл уҡылғанда, хижил итмә, хата таптырып,
Ҡылыстан да үткен сиратыңдан фарман үткәр, Аллам, саптырып.
Ергә лә генә ҡарама, күккә ҡара, күк йондоҙо — ерҙең сырағы,
Әхирәттә иман бирһә, ҡаршы килер ожмах борағы.
Ерҙең һауаһына сыҙай алмай, менеп китәм бейек үңергә,
Уйланиһәм, ожодуб кисә кеүек, ғәжәп итәм үткән ғүмергә.
Ап-аҡ ҡына ап-аҡ ағунаның оялары була өлтөктә,
Тағат ҡоллоҡ һис бер ҡыла алманым, ғүмерҙәрем үтте этлектә.
Мәгәр үлгәнемде ишетһәгеҙ, эшегеҙҙе ҡуйып килегеҙ,
Ғаиләмдән әжер ял теләмәй, йыназамды уҡып күмегеҙ.
Васыятым һеҙгә бәнем шулдыр, ата-әсәмә ярыш ҡаҙығыҙ,
Баш осома матур таш ултыртып, исем-фамилиямды яҙығыҙ.
Терегемдә ҡәҙерем булмаһа ла, вафат булһам, булыр ҡәҙерем,
Ата-әсәмә яҡын булһын, матур булһын ятҡан ҡәберем.
Гонаһтарым бик күп, тауҙан өлкән, ғәйептәрем шуға йәнәшә,
Күргәнем бар шундай әҙәмдәрҙе — йән биргәндә йәнгә болаша.
Йән бирмәҫтән борон ясин уҡың, ләхет эсенә күмгәс, тәбәрәк.
Камил мине күмеп бөткәндән һуң, ултырығыҙ ҡәберем түңәрәк.
Мөйөшөмә минең ултыртығыҙ Ҡөрьән уҡып, доға белгәндән,
Арыу бәндә ине, тиеп, маҡтап ҡуйығыҙ, терелмәмен ҡайта үлгәндән.
Ялан ғына ерҙең сырлауығы сырлап оса күккә менгәндә,
Ҡолһоуалла уҡып, тупраҡ һалың, тар ләхеткә илтеп күмгәндә.
Атҡа һалып мине һеҙ илтмәгеҙ, тимгә һалып, йәйәү илтегеҙ,
Арыу бәндә ине, тиеп, доға ҡылып, тәкбир әйтеп, ҡайтып китегеҙ.
Үҙ зыяратыма ятҡым килә — бик күңелле ҡайын баҡсаһы,
Хәйер-саҙаҡаға бирер өсөн, булыр, әллә булмаҫ аҡсаһы. 
                  «Ватандаш» журналынан алынды, №4, 2009 йыл