Сәфәр намаҙы
     Мөким һәм мосафир
     1. Өйҙә тороусы кешегә мөким тип әйтелер. Йөҙ саҡырым самаһы ергә барыу ниәте менән юлға сыҡҡан кешегә мосафир тиерҙәр.
     2. Сәфәргә сыҡҡан кеше ҡалаһының йә ауылының йорттары тәңгәленән уҙғандан башлап, йәшәгән еренә ҡайтып ингәнсе йәки икенсе ерҙә (ҡалала, ауылда) 15 көн йәшәүҙе ниәт ҡылғанға тиклем мосафир хәлендә булыр.
     3. Әгәрҙә мосафир бер урында 15 көн йәшәү ниәт ҡылһа, шул сәғәттән ул мөҡим хөкөмөндә була, әгәр 15 көндө тултырмайынса тағы юлға сыҡһа, мосафир була.

     4. Мосафирҙың бер ҡалала (ауылда) 15 көн йәшәү ниәте булмаһа ла, йомошо бөтмәү йәки берәр хәбәр көтөү сәбәпле 15 көнгә ҡәҙәр элеге урында йәшәһә, мосафир хөкөмөндә ҡалыр.
     5. Ике ҡалала (ауылда) йорто булған кеше шул ҡалаларҙың (ауылдарҙың) ҡайһыһына барып инһә лә, мосафирлыҡтан сыға. Әгәр алеге ҡалаларҙың (ауылдарҙың) араһы йөҙ саҡрым һәм унан да алыҫ булһа, бер өйөнән икенсеһенә барып еткәнгә ҡәҙәр мосафир булыр.
     6. Мосафирҙың өс хөкөмө бар: 1) уға өйлә, икенде, йәсиғ намаҙҙарының фарыҙҙарын икешәр рәҡәғәт итеп ҡыҫҡартып уҡыу үәжиб булыр; 2) ситектәренә өс көнгә хәтле мәсих ҡылыу дөрөҫ; 3) сәфәрҙә сағында Рамаҙан айы тура килһә, ураҙа тотмайынса ҡазаға ҡалдырыу дөрөҫ була.
     7. Мосафир дүрт рәҡәғәтле сөннәттәрҙе һәм өс рәҡәғәтле ахшам үә витр намаҙҙарын ҡыҫҡартырға тейеш түгел.
                                                                                                  «Фикһүл Ислам» китабынан
                                                           Сәфәр тураһында
     Ҡоро ерҙә ниндәй ҙә булһа транспортты файҙаланып, йәки йәйәүләп торған ереңдән ун һигеҙ сәғәтлек (бөгөнгө иҫәп менән — 90 саҡрым), диңгеҙҙә алтмыш саҡрым йыраҡлыҡҡа китеү сәфәр хөкөмөнә керә. Шул араны үткән юлсыға шәриғәт буйынса мосафир, тиҙәр. Нимә менән һәм күпме ваҡыт эсендә үтһә лә, торған еренең һуңғы өйҙәрен үтеү менән юлсы мосафир хөкөмөнә керә.
     Юлға сығып, ауылдың йәки ҡаланың һуңғы өйҙәрен уҙған кеше үҙен юлсы, йәғни мосафир тип иҫәпләй ала. Сәфәре Рамаҙан айында булһа, мосафир ураҙаһын ҡазаға, йәғни һуңынан башҡарыуға ҡалдырырға хаҡлы. Әммә сәләмәтлегенә зыян килтермәһә, ураҙа тотоу хәйерлерәк. Дүрт рәҡәғәтле фарыз намаҙҙарҙы ике рәҡәғәтле итеп уҡый, әммә аҡшам намаҙының фарызы, витр намаҙы һәм дүрт рәҡәғәтле сөннәттәр тулыһынса уҡыла.
     Бер кеше мосафир сағында дүрт рәҡәғәтле фарыздарҙы тулыһынса уҡыһа, хата эшләгән була. Был хата, һәм сәләмде һуңға ҡалдырғанға күрә, ғәфү үтенеү өсөн сәһү сәждәһен башҡарырға кәрәк. Мөҡим (мосафир булмаған, урындағы имамға. Мәҫәлән: мәсет эсендә) имамға эйәреп уҡыған осраҡта, мосафир намаҙҙы йәмәғәт менән бергә тулыһынса уҡый (дүрт рәҡәғәтле фарыздарҙы тулыһынса уҡый).
     Имамға эйәрергә һуңлап ҡалып ойоһа, ҡалған рәҡәғәттәрен яңғыҙы ғына уҡып бөтөр.
     Уның үҙенә имам вазифаһын башҡарырға тура килһә, ике рәҡәғәт кенә уҡый һәм сәләм бирә. Әгәр уға эйәргән йәмәғәт мосафирҙарҙан булһа, сәләм биреп, улар намаҙҙы имам менән бергә тамамлай. Әгәр ул йәмәғәт мосафирҙарҙан булмаһа, (урындағы халыҡ) намаҙҙың ҡалған рәҡәғәттәрен үҙҙәре уҡып бөтөрә. Ҡыямда «Әл-Фатиха»ны уҡымаған осраҡта уны уҡыған хәтлем көтөп, шунан һуң ғына рөҡүғка эйеләләр.
Әгәр мосафир кеше барған ерҙәрендә (ҡалала йәки ауылда) ун биш көн һәм күберәк торорға ниәтләһә, ул мосафир хөкөмөнән сыға һәм намаҙҙарын тулыһынса уҡый.
     Ун биш көн торорға ниәтләмәйенсә, эштәренең бөтмәүе сәбәпле, бөгөн йәки иртәгә сығырмын тип, айҙар буйына, хатта йылдар буйына көтһә лә, барыбер сәфәр хөкөмөндә була.
     Мосафир кеше үҙ Ватанына ҡайтыу менән мөҡим хөкөмөнә керә, йәғни мосафирлыҡтан сыға. Торған еренә хәтлем күпме ара ҡалһа ла, барыбер мөҡим булып, намаҙҙарын тулыһынса уҡырға бурыслы.
     Сәфәрҙә ҡазаға ҡалған дүрт рәҡәғәтле фарыз намаҙҙарын мосафир кеше туҡталышта йә иһә иленә ҡайтҡас ике рәҡәғәтле итеп үтәргә тейеш. Әммә мөҡим булғанда ҡазаға ҡалдырылған дүрт рәҡәғәтле намаҙҙарҙы дүрт рәҡәғәт итеп тулыһынса уҡырға тейеш.
                                                                                                          «Ислам нигеҙҙәре» китабынан.
                                                       Мосафир намаҙы
     Һорау: Ислам шәриғәтенә мосафир өсөн берәр хөкөм бармы?
     Яуап: Фикһ китаптарында мосафир хөкөмдәренә аңлатма бирелгән.
     Һорау: Мосафирҙың намаҙҙарына бәйле хөкөмдәрҙе аңлатығыҙ.
     Яуап: Әгәр берәү дөя (машина, поезд, самолет) йәки йәйәүле рәүештә юлға (90 км ары үтергә теләһә) сыҡһа, мосафир тип атала. Был хәлдә дүрт рәкәғәтле намаҙҙар ҡыҫҡартылып, ике рәкәғәт итеп уҡыла, был хәл өйлә, икенде йәстү намаҙҙарында. Ахшам, витр, сөннәт һәм нәфел намаҙҙарында ҡыҫҡартылыу юҡ.
     Һорау: Ҡыҫҡартып уҡый торған намаҙҙар дүрт рәкәғәт итеп уҡылһа, сауап буламы?
     Яуап: Ҡыҫҡартып уҡыу ҡәтғи ҡуйылған, ике рәкәғәттән артыҡ уҡыу — мәкруһ.
     Һорау. Ҡыҫҡартып уҡый торған намаҙҙарҙа ике рәкәғәттән артыҡ уҡыу мәкруһ булһа ла, әгәр дүрт рәҡәғәт уҡылһа, ике рәҡәғәт фарыз үтәлгән буламы?
     Яуап: Әгәр дүрт рәкәғәт уҡығанда, ике рәкәғәттән һуң Әттәхийәт»кә ултырырға онотмаған булһа, ике рәҡәғәте фарыздарҙан хисапланыр, ҡалған ике рәҡәғәт нәфел булыр.
     Һорау: Әгәр ике рәкәғәттән һуң «Әттәхиәт»тә ултырмаһа, хөкөм нисек була?
     Яуап: Был фарызы боҙолоп, намаҙҙы яңынан уҡыр кәрәк булыр.
     Һорау: Мосафирға берәр дүрт рәкәғәтле намаҙын тулыһынса уҡыу кәрәкме?
     Яуап: Әлбиттә, мосафир мөҡимға эйәреп уҡыһа, намаҙы дүрт рәҡәғәт итеп уҡыр. Шулай уҡ әгәр бер ҡалала йәки ауылда 15 көн йәшәргә ниәт ҡылған булһа, дүрт рәкәғәт уҡыр.
     Һорау: Әгәр 15 көндән аҙыраҡ торорға ниәтләнгән булһа, нисек хөкөм?
     Яуап: Намаҙ дүрт рәкәғәт итеп уҡылмайса, ҡыҫҡартып уҡыла.
     Һорау: Бер мосафир бер шәһәргә йәки ауылға кереп, унда 15 көн йәшәргә ниәт ҡылмайынса, бөгөн йәки иртәгә китәм, тип торһа, хөкөмө нисек булыр?
     Яуап: Әгәр йылдар буйы ошо ниәт менән торһа ла, дүрт рәҡәғәтле намаҙҙарҙы ике рәкәғәт итеп уҡыр.
     Һорау: Мосафир дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа имам булып, мөҡиндәр уға эйәреп уҡыһалар, намаҙын ҡыҫҡартып уҡыймы?
     Яуап: Әйе, мосафир имам намаҙын ҡыҫҡартып уҡыр. Эйәреп уҡыған мөҡиндәр имам сәләм биргәндән һуң, ҡалған ике рәкәғәттәрен уҡырҙар.
     Һорау: Мосафир-имам үҙенең мосафирлығын эйәреүселәргә белгертерме?
     Яуап: Әйе, имам өсөн сәләмдән һуң, эйәреп уҡыусыларға: «Намаҙҙарығыҙҙы минән башҡа тамамлағыҙ, мин — мосафир», — тип белдереү — мөстәхәб.
     Һорау: Мосафир Мәккә менән Минала 15 көн торорға ниәт ҡылһа, ул мосафир булып хисапланыр?
     Яуап: Ундай кеше мосафир булып хисапланыр, сөнки ул бер урында ғына йәшәмәй.
     Һорау: Бер мосафир ватанына ҡайтһа, шулай ҙа 15 көн йәшәргә ниәте булмаһа, был кеше намаҙын ҡыҫҡартып йәки тултырып уҡырмы?
     Яуап: Әгәр мосафир үҙ ватанына ярты сәғәткә инһә лә, намаҙын тултырып уҡыр, был сүрәттә бер ерҙә генә йәшәү ниәте шарт түгел.
      Һорау: Бер кеше бер генә ҡалала тыуып, бер нисә йыл йәшәгәндән һуң, был шәһәрҙән икенсе шәһәргә күсеп китһә, берме ваҡыттан һуң тыуған шәһәренә эш менән килһә, был ҡалала намаҙын ҡыҫҡартып уҡырмы?
      Яуап: Әгәр йәшәгән урындан өс көнлөк йәки оҙонораҡ юлға сыҡһа, был осраҡта ҡыҫҡартып уҡый, сөнки Расүлүллаһ Мәккәнән Мәҙинәгә күскәндән һуң, Мәккәгә килгәндә намаҙҙарын ҡыҫҡартып уҡыған.
     Һорау: Мосафир сәфәр ваҡытында намаҙын ҡазаға ҡалдырған булһа, ватанына ҡайтҡас, ҡаза намаҙын уҡырға теләһә йәки мөҡим ватанында намаҙын ҡазаға ҡалдырған булһа, сәфәргә сыҡҡас ҡалдырған намаҙын ҡаза ҡылырға теләһә, был ике осраҡта нишләргә?
     Яуап: Әгәр берәүҙең намаҙы сәфәрҙә булғанда ҡазаға ҡалдырһа, ватанына ҡайтҡас, ҡаза ҡылып ике рәҡәғәт уҡый. Әгәр намаҙы ватанында ваҡытта ҡазаға ҡалған булһа, сәфәрҙә ҡаза ҡылһа, дүрт рәкәғәт уҡырға тейеш.
     Һорау: Сәфәрҙә намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыу рөхсәт ителәме?
     Яуап: Әйе, рөхсәт ителә.
     Һорау: Хәҙерге заманда сәйәхәт итеүселәр машина һәм самолет менән йөрөйҙәр, быларға намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыу тейешме?
     Яуап: Әгәр ватанынан сығып юл йөрөргә ниәтләгән булһа ниәтләгән, намаҙҙар ҡыҫҡартып уҡыла, сөнки сәфәр үҙе мәшәҡәттер.
     Һорау: Мосафир өсөн ике намаҙҙы бергә уҡыу дөрөҫме, йәғни өйлә менән икендене, ахшам менән йәстүне берләштерегә яраймы?
     Яуап: Был эш «фиғлән» яраһа ла, үә «ваҡыттан» ярамай, сөнки Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә: «Иннә саләтә кәнәт ғәләл мүьмининә китабән мәүҡүтә». (Намаҙҙарҙы ваҡытында уҡығыҙ)
     Һорау: «Фиғлан» ярай, «ваҡыттан» ярамай» тигән һүҙегеҙҙе аңлатығыҙ.
     Яуап: «Фиғли» — өйләне кисектереп, ахыр ваҡытында һәм икенденең башланған ваҡытында, шулай уҡ аҡшанды һуңлап ваҡытының аҙағында үә йәстү намаҙының башланған ваҡытын да уҡыуҙы аңлата. Былай йыйып уҡыуҙы «джәмғи фиғли» тип әйтәләр. Факиһтар был йыйып уҡыуҙы «джәмғи сури» тиҙәр. Ләкин беҙҙең мәҙһәбтә бер намаҙҙы икенсе намаҙ ваҡытында уҡыу дөрөҫ булмаған. Былай берләштереүҙе «джәмғи ваҡти» тиҙәр. Факиһтар был берләштереүҙе «джәмғи хаҡиҡи»тиҙәр.
                                                                «Әт-тәсһил әз-зарури ли мәсәил Әл-Кудури» китабынан
     Ошо сайта https://umma.ru/namaz-v-puti/ Шамиь Ғәләүитдинов: мусафир имеет право: объединить вторую молитву с третьей и четвертую – с пятой; не соблюдать обязательный пост (ураза) с последующим обязательным восполнением пропущенных дней; не посещать пятничную проповедь; не совершать пятничную молитву и т.д. Объединенные молитвы совершаются в течение одного общего промежутка времени: с начала времени второй молитвы до окончания времени третьей и с начала времени четвертой – до окончания времени пятой молитвы. Что касается своевременности, то путник может совершать молитвы-намазы в положенное для них время, то есть не объединяя вторую с третьей и четвертую с пятой, или – на стыке времен.
     Ученные в один голос утверждали и утверждают, что это может быть только исключением, а никак не правилом.
     Шуға ваҡытында ҡылған намаҙ хәйерле.