Пәйғәмбәребеҙ доғаларынан

   1. «Аллаһүммә, инни әғүүҙү бикә мин мүнкәраатил-әхләәки, үәл-әғмәәли, үәл-әһүәә’и».
«Йә Аллаһ! Насар әхләҡи сифаттарҙан, насар ғәмәлдәрҙән һәм насар ынтылыштарҙан һинең һаҡлауың аҫтына һыйынам!»

   2. «Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, Кәриимүн, түхиббүл-ғәфүә, фәә-ғфү ғәнни».
«Йә Аллаһ! Һин — Ғәфу итеүсе, Йомарт, Һин ғәфу итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!»

                 Иртән, йоҡонан торғас, уҡыла торған доға:

   Түшәктән "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим'', тип торабыҙ.

   Унан һун ошо доға уҡыла: «Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә үә иләйһил-бәғҫү үән-нушур»
(Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндәң һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр). Был доғаны, белмәгәндәргә: «Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен»- тип тә доға ҡылырға мөмкин. Аллаһҡа шөкөр итергә кәрәк.

                                  Йоҡонан уянғас:

   "Лә иләһә илләллаһу үәхдәһү лә шәриикә ләһү, ләһүл мүлкү үә ләһүл хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәй’ин ҡадиир!
Сүбхәнәллаһи, үәл хәмдү лилләһи, үә лә иләһә илләллаһу, үәллаһу әкбәр, үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә билләһил ғәлиййил ғаҙыйм! Раббиғфирли! "
(Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Ул — берәү, Уның иптәштәре юҡ, хакимлыҡ — Уныҡы, һәм бар маҡтауҙар — Уға, Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Аллаһҡа дан, һәм Аллаһҡа маҡтау, Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Аллаһ бөйөк! Бөйөк һәм Олуғ Аллаһтан башҡа бер кем дә көс-ҡеүәткә эйә түгел! Раббым, ғәфү ит!)

                                  Йоҡлар алдынан

   1. Пәйғәмбәребеҙ , ғәләйһиссәләм , йоҡлар алдынан уң яғына ятҡас,,уң ҡулын баш аҫтына ҡуйып 3 мәртәбә ошолай уҡыған: «Бисмикә Рабби үәдагту жәнби үә бикә әръфәгуһү ин әмсәктә нәфси фәръхәмһә үә ин әръсәлтәһә фәхфәзһә би мә тәхфәҙу биһи гый- бәдәкәс- салихин» («Раббым, Һинең исемең менән яттым һәм һинең исемең менән мин торам. Әгәр Һин йәнемде алһаң — уға рәхимле бул, әгәр ебәрһәң, уны изге ҡолдарыңды һаҡлаған кеүек һаҡла!»). 

   2. «Бисмикәллаһүммә әмүтү үә әхиә». (Эй, Аллаһ! Һинең исемең менән үләм һәм тереләм!).

   3. Сүбхәнәллаһ (33 тапҡыр), Әлхәмдү лилләһ (33 тапҡыр), Аллаһу әкбәр! (34 тапҡыр). «Аллаһҡа дан!», «Аллаһҡа маҡтау!», «Аллаһ бөйөк!».

                     Йоҡлағанда ҡурҡҡан кеше уҡый торған доға:

   «Әғүүҙү бикәлимәәтил-ләһит-тәәммәәти мин ғадабиһи үә шәрри ғибәәдиһии үә мин һәмәзәтиш-шәйәәтыыни үә ән йәхдуруун».
(Аллаһтың ғаҙабынан, бәндәләренең насарлыҡтарынан, шайтандарҙың һәр төрлө яуызлыҡтарынан һәм бәйләнеү-ҙәренән Аллаһтың бөтөн кәлимә һүҙҙәренә һыйынам).

                 Иртән, ваҡытында тороу өсөн уҡыла торған доға:

   Иртән иртүк тороу, йәки кәрәк булған сәғәттәрҙә уяныу өсөн өс мәртәбә «Аятүл-Күрси» уҡығандан һуң өс мәртәбә «Кәүҫәр» сүрәһе уҡылыр. Уның артынан түбәндәге доғаны уҡыйбыҙ:

   «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Ләтә'хуҙүһү синәтүү-үә ләә нәүүм. Аллааһүммә сәһһир ғайнии үә нәүүир ҡалбии үәдфәғ ғәннии кәҫратән-нәүми үә ғылҙатәл-ҡалби».
(Рахман һәм Рәхим булған Аллаһтың исеме менән. Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай. Аллаһым! Күҙҙәремде уяндыр, йөрәгемде нурландыр, күңелемде яҡтырт, миңә йоҡоны күп бирмә, ғәфләттән ҡотҡар Аллаһым).

              Өйҙән сығып, эшкә киткәндә уҡыла торған доға:

   Өй-йорттан бисмилләһ әйтеп сығырға, ғаиләбеҙ һәм балаларыбыҙға хәйерле һәм уңышлы көндәр теләргә тейешбеҙ. Йәйәү йөрөгәндә лә, сәфәрҙә лә йәки машинала, йә башҡа транспортта барғанда юлға уҡырға мөмкин булған иң яҡшы доға — «Аятүл Күрси». Ул өс, биш, йә ете мәртәбә уҡыйбыҙ. Өй ишеген асып сығып киткәндә:

   «Бисмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләллааһ, үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә илләә билләһ».
(Аллаһтың исеме менән Аллаһҡа тапшырылдым. Уға ышандым. Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһтандыр).
(Аллаһ исеме менән тик Аллаһҡа ғына тәүәккәллек ҡылам, тик Аллаһ ҡына беҙгә көс һәм ҡеүәт бирә).

   2 — «Бисмилләһи тәүәккәлтү ғәләллааһ, Аллаһүммә инни әгүҙү бикә ән әҙейллә әү үдаллә әү әҙиллә әү үҙәллә әү әзълимә әүүзъләмә әү әжһәлә әү йүжһәлә ғаләййә!». (Аллаһ исеме менән. Мин Аллаһҡа тәүәккәл иттем. Әй Аллаһ! Хәҡиҡәттә, мин аҙашыуымдан йәки аҙаштырылыуымдан, хаталаныуымдан йәки хаталандырылыуымдан, үҙем золом ҡылыуҙан йәки миңә золом ҡылыуҙарынан, мин башҡаларға зыян һәм зарар китерә торған яһилдәр ғәмәленән, йәки башҡаларҙың миңә зыян һәм зарар килтерә торған ғәмәленән Һиңә һыйынам).

                        Саҙаҡа биргәс уҡыла торған доға:

   1. «Раббәнәә тәҡәббәл миннәә иннәкә әнтәс-сәмииғүл-ғәлиим». (Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙән уны ҡабул, ит, сөнки һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең). (Әй,АллаҺы ошо саҙаҡа биреусене әфәт һәм бәләләрҙән һаҡла үә гонаһларын ғәфү ит. Үә йәнә уның иманын ҡеүәтле ҡыл, үә йәнә унын малдарын арттыр, үә уны хәйерле маҡсаттарына ирештер).

   2. «Аллааһүммәхфәҙ сәхибә һәәҙиһис-садәҡати ғәнил әәфәәти үәл бәлиййәәти үәғфир ҙүнүүбәүү үә әккид иимәәнәһү үә әкҫир әмүәәләһүү үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ».

                                          Мәғәнәһе:

   а). Йә, Раббым! Ошо саҙаҡа биргән кешеләргә уҡылған доғаларыбыҙҙы ҡабул итеп ал, уларҙын сауабын барлыҡ көтөп ятыусы әреуахтарҙын рухтарына барып еткереп, уларҙы шатландыр. Ошо саҙаҡа биреүсе кешеләрҙе бәләләрҙән, ҡазаларҙан, әфәттәрҙән, ауырҙарҙан һаҡла, гонаһларын ғәфү ит, имандарын ҡеүәтләндереп, малдарын артыр. Йә,Аллам! Ошо кешеләргә күркәм холыҡ, йомшаҡ фиғыл, тулы иман, тыныслыҡ һәм сәләмәтлек бир. Уларға бәхетле, шатлыҡты, оҙон ғүмер, тигеҙ һәм матур таҙа тормош насыйп ит.

   б). Әй,донъяларыбыҙҙы күреп-белеп тороусы, күңелдәребеҙҙә булған теләктәребеҙҙе белеп тороусы Аллаһ, эшләгән бөтөн изгелектәребеҙҙе, бигерәк тә биргән хәйер-саҙаҡаларыбыҙҙы киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Саҙаҡа эйәһенән өмөт итеп ятҡан барлыҡ мәрхүмдәрҙең рухтарын шат ҡыл. Ҡәберҙәрен нурлы ит. Хисаптарын еңел итеп, беҙҙән риза булған хәлдәрендә тыныс ятыуҙарын насыйп ит. Әй Аллам, саҙаҡаһын биргән кешене бөтөн насарлыҡгарҙаң һаҡла, тәндәренә сихәт, йәндәренә тыныслыҡ, малдарына бәрәҡәт биреп, бөтөн изге эштәрен уңышлы ит. Өйҙәрендә һәм йөрөгән юлдарында бәлә-ҡазаларҙан, әфәттәрҙән һәм бөтә ҡурҡыныстарҙан һаҡла, ярҙамындан ташлама. күңелдәрен дә ниндәй изге ниәт-теләктәре булһа -шуларҙы ҡабул ит, изге маҡсаттарына ирешергә насыйп ит. Ошо донъянан иман менән үтеп, йәнәттәренә инергә уларға насыйп ит. Әмин.

   в). Әй Раббым! Аллам. Үҙендең ризалығынды өмөт итеп, Пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтен өмөт итеп, ислам диненең алға барыуын өмөт итеп биргән был кешеләрҙең хәйер-саҙаҡаларын киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ — Аллаһы Тәғәлә уйламаған ерҙән ҡайтарып, киң ризыҡтар, хәләл малдар, ләззәтле тәғәмдәр менән ирештерһә ине. Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ — хәйер биргәндә күңелегеҙҙә ниндәй изге морат-маҡсаттарығыҙ булһа, хәйерле, изге морат-маҡсаттарға ирешергә насип булһа ине. Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ — Аллаһ Тәғәлә һеҙгә йомартлыҡ дәрәжәһе биреп, Ҡиәмәт көнөндә үҙ малығыҙ булһа ине, үҙҙегеҙҙе ҡаршы ала торған нур булып, тамуҡ утына пәрҙә булһа ине. Әй Аллам, ошо саҙаҡа биреүселәрҙе әфәттәрҙән һаҡла һәм уларҙын малдарын арттыр, һәм хәйерле маҡсаттарына ирештер, уларҙын гонаһтарын ғәфү ҡыл, уларҙын иманын ҡеүәтлә. Әмин.

                      Күҙ тейеүгә ҡаршы уҡыла торған доғалар:

   Күҙ тейеүҙән «Фәтихә» һәм «Аятүл- Күрси» аяттарынан һуң ошо аяттар уҡылыр:

   «Үә ий-йәкәәдул-ләҙиинә кәфәруу ләйүзлиҡуунәкә биәбсаариһим ләммәә сәмиғүҙ-ҙикра үә йәҡуулүүнә иннәһүү ләмәджнүүн. Үә мәә һуүә илләә ҙикрул-лил-ғәәләмиин.» (Дөрөҫтән дә, кафырҙар, һиңә булған дошманлыҡтарынан Ҡөрьәнде ишеткәндә һиңә киләләр, насар ҡараштары менән һиңә зарар килтерергә теләйҙәр. «Ул бер мәжңүн», — тип, әйтәләр. Ҡөрьән ғәләмдәр өсөн бер өгөт-нәсихәттер.) (Ҡәләм сүрәһе 51-52 аяттар).

   «Әғүүҙү бикәлимәәтил-ләәһиттәәммәәти миң күлли шәйтаанин үә һәәммәтин үә мин күлли ғайнин ләәммәһ». (Бөтөн шайтандарҙан, зәһәрле хайуандарҙан һәм күҙе тейгән һәр насар күҙҙән Аллаһ Тәғәләнең кәмселекһеҙ һәм тулы кәлимәләренә һыйынамын).

                                        Асыу килгәндә

   «Аллаһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайҙа ҡәлбии үә әджирни минәш-шәйтанир-раджим».
(Йә Аллаһым, гонаһтарымды ғәфү ҡыл, ярлыҡа, йөрәгәмдең асыуын бөтөр һәм мине шайтандың яуызлығынан һаҡла).

                                Йәки берәй нәмәгә асыуланғанда:

   «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-раджиим». (Ләғнәтле шайтандан Аллаһҡа һыйынам).

                                              Ашар алдынан:

   «Бисмилләһи». (Аллаһ исеме менән). Ашҡа һәр ваҡыт «Бисмилләәһир- рахмәәнир-рахиим» тип башларға, бөтөргәндән һуң биргән ниғмәттәре өсөн «Әлхәмдү лилләһ» тип Аллаға Тәғәләгә шөкрана һәм хәмед-ҫәнә итергә кәрәк:

   «Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә джәғәләнәә минәл муслимин. Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә әтғымнә хайран минһү. Аллааһүммә әғтыйнә ризҡан хәләәлән үә әнтә хайрур- раазиҡыын. Аллааһүммә нәүүир ҡулүүбәнәә үәрхәмнәә үәрда ғәннәә. Уә әғтыйнә тәмәәмә ниғмәтикә үә дәүәәмә ниғмәтикә үә тәмәәмә тәүфииҡыҡ, бихурмәти нәбиййикә үәлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин. Ридаа’ән лилләәһил- фәәтихәһ.»
(Аллаһҡа маҡтау булһын. Беҙҙе ашатҡан, эсерткән һәм мосолман булыуыбыҙҙы насип әйләгән Аллаһҡа маҡтау булһын. Эй, Аллаһым! Аштарыбыҙға бәрәкәт бир. Быларҙан да хәйерлерәк аштарҙы ашарға насип ҡыл. Беҙгә, хәләл ризыҡ бир, сөнки һин ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе, Аллаһым! Күнелдәребеҙҙе яҡтырт, беҙҙе мәрхәмәтле ит һәм беҙҙән разый бул. Беҙгә ниғмәтеңдең дәуамын һәм тамамын әйлә, йә Рабби! Пәйғәмбәрең хөрмәтенә, маҡтау булһын Ғәләмдәрҙең Раббыһы-Аллаһҡа. Уның ризалығы өсөн «әл-Фәтихә».)

                        Ашар алдынан доға әйтергә онотҡанда:

   «Бисмилләһи үә әүәлиһи үә ахириһ».

                                    Ашағандан һуң:

   «Әлхәмдү лилләһил-ләҙии әтғәмәни һәҙә, үә разаҡанииһи, мин ғайри хәүлин миннии үә лә ҡүүәтин». (Аллаһҡа маҡтау, Үл миңә ошоно бирҙе һәм мине ризыҡландырҙы, мин үҙем иһә ундай көскә лә, ҡеүәткә лә эйә түгелмен).

                  Шулай уҡ ашағандан һуң ошо доғаны уҡырға була:

   «Әлхәмдү лилләһилләҙии әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә джәғәләнәә минәл мөслимин». (Аллаһҡа маҡтау булһын. Беҙҙе ашатҡан һәм мосолман булыуыбыҙҙы насыйп әйләгән Аллаһҡа маҡтау).