Намаҙ
   Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иҫкәртә: «Намаҙҙы уҡымау бәндәнен иман һәм көфөрлек уртаһында икәнен белдерә. Шулай булғас, намаҙҙан баш тартыу көфөрлеккә инеү. Намаҙ уҡымау иманһыҙлыҡ юлына илтә».

   Аллаһ Тәғәләне ысын күнелдән танығандан һуң уға шөкөр итер кәрәк. Шөкөрҙен мәғәнәһе рәхмәт тейеүҙә. Ошо бар донъяға, ғаиләгә, балаларға, биргән һыуына, еренә, малына һәм башҡа ниғмәттәргә. Аллаһы Тәғәлә барын биргән беҙгә; шундай матур тәбиғәт, таҙа һауа, бөтмәҫ һыу, тамаҡ, бөтөн донъя, байлыҡ, икешәр-өсәр машина һәм башҡа. Әфәттәр, һуғыштар юҡ, аслыҡ юҡ – ожмаҡта йәшәйбеҙ түгелме? Сит илдәрҙәге һымаҡ аслыҡтан, һыуһауҙан үләбеҙме, сүлдә йәшәйбеҙме, бысраҡ һыу эсәбеҙме? Юҡ шул, шуға ла ҡоторабыҙ.

   Тәфтиләүҙәр ҡырып бөтөрмәгән башҡортто, араҡы һәм маңҡортлыҡ ҡыра. Халҡыбыҙ дине менән көслө булған, бына шул арҡала беҙ әлеге донъяла. Шөкөр итәйек Аллаһы Тәғәләгә, намаҙ уҡыйыҡ. Иң ҙур гонаһ намаҙ уҡымау. Уҡырға өйрәнеп алһағыҙ, өс-дүрт минутлыҡ ваҡыт ала. Туңҡайып торғанымды кеше күрмәһен тип уҡымайһығыҙ икән, теге донъяла, тамуҡта миллион йылдар буйы туңҡайып, аҡырып илап торғаныңды бар әҙәм күрер. Бушҡа өмөт итмәгеҙ, үләбеҙҙә бөтәбеҙ — тип.

   Ай-һай ғәләмәт донъя көтә беҙҙе тегендә. Намаҙҙы үтәйек. Яйлап башлағыҙ, ныҡлап өйрәнмәйенсә тотонмағыҙ бер юлы бөтәһенәлә, күңелегеҙ биҙер. Беренсе намаҙҙы уҡығанда үҙегеҙҙе осоп киткән һымаҡ тойорһығыҙ, ысыны шулай. Аллаһ Тәғәлә: «Минә ынтылған кешегә ярҙам итермен» — ти. «Минә ҡаршы бер аҙым атлаһағыҙ, һеҙгә ҡаршы ун аҙым атлармын» — тигән. «Нимә теләйһегеҙ һорағыҙ» — ти. Иң башта иман нуры һәм ғилем һорайыҡ. Байлыҡта бәхет бармы?

   Әйҙәгеҙ беренсе намаҙ аҙымына. Иң башта иртәнге намаҙҙын сөннәтен өйрәнәйек.Тәһәрәт алғандан һуң, ҡиблаға табан йүнәлеп баҫырға, аяҡ араларын яҡын ҡуйығыҙҙа, уңайлы итеп баҫығыҙ һәм ниәт әйтергә кәрәк*

   1. «Ниәт ҡылдым Аллаһ Тәғәленен ризалығы өсөн иртәнге намаҙҙын сөннәтен үтәргә ХАЛИСӘН ЛИЛЛӘҺИ ТӘҒӘЛӘ» - тип ҡулдарыңдың баш бармаҡтарын ҡолаҡ япраҡтарына тейҙерәһең, (ҡатындар иңдәре өҫтөнә күтәрәлә) АЛЛАҺҮ ӘКБӘР - әйтәбеҙ.Был ваҡытта устарыбыҙ асыҡ һәм ҡибла яғына ҡарап торорға тейеш.

   2. Ҡулдарыңды кендек тапҡырына ҡуйып, (ҡатындар күкрәгенә ҡуйып) «Сүбхәәнәкә» доғаһы уҡыйбыҙ;

   Сүбехәәнәкәл-лааһүммә үә бихәмдик үә тәбәракәс-мүкә үә тәғәлә жәддүкә үә ләәәә      иләәһә ғайрук

   3. «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим», — тип әйткәс,

                                                        «Фәтиха» сүрәһен уҡыйбыҙ:
   Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәәләмиин. Әр-рахмәәнир-рахиим. Мәәлики йәүмид-диин. Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин. Иһдинәс-сыйраатәл мүстәҡыйм. Сыйраатәл-ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим, ғайрил мәғдүүби ғәләйһим үәләддааааллиин. Әмин.

   Бисмилләһене әйтмәйенсә, йәнә бер ҡыҫҡа сүрә йәки Ҡөрьәндән бер — нисә аят ҡушып уҡыйбыҙ, мәҫәлән,

                                                              «Кәүҫәр» сүрәһен:
   Иннәәәә әғтайнәәкәл кәүҫәр. Фәсалли лираббикә-үәнхәр.Иннәә шәәни әкә һүүәл әбетәр

   уҡыйһың да «Аллаһү әкбәр» тип рөкүғҡа эйеләбеҙ, йәғни ярым бөгөләһең.(ҡатын-ҡыҙҙар рөкүғкә яртылаш һәм бер аҙ сүгәләп эйелә). Рөкүғтә ҡулдарыңды теҙҙәреңә (тубыҡтар өҫтөнә) ҡуяһың да, өс мәртәбә «СҮБЕХӘӘНӘ РАББИЙӘЛ ҒӘҘЫЙМ» — тип тәсбих әйтәһең.

   «СӘМИҒӘЛЛАҺҮ ЛИМӘН ХӘМИДӘҺ» — тип әйтеп рөкүғтән тораһың, һуңынан турайып баҫҡас«Раббәнә ләкәл хәмде» тип әйтәһең. Шунан «Аллаһү әкбәр» тип әйтеп сәждәгә китәһен.

   Сәждәлә өс мәртәбә «СҮБЕХӘӘНӘ РАББИЙӘЛ ӘҒЛӘӘ» — тип тәсбих әйтәһең дә, «Аллаһү әкбәр» тип тороп ултыраһын, (был ултырыу жәлсә тип атала) бер аҙ вакыт ултыра торғас, ҡабаттан сәждәгә эйелеп, сәждәлә тағы өс мәртәбә «СҮБЕХӘӘНӘ РАББИЙӘЛ ӘҒЛӘӘ» — тип әйтәһең. «Аллаһү әкбәр» тип әйтеп тораһың.

   Быларҙы үтәгөс, бер рәҡәғәт намаҙ тамам
                                                         2-се рәҡәғәтте үтәгәндә:
«Аллаһү әкбәр» тип әйтеп сәждәнән тороп, ҡулыңды кендек тапҡырына ҡуйып,(ҡатын-ҡыҙҙар күкрәктәренә) бисмилланы әйтеп;

                                                           1. Фатиха сүрәһен
                                               2. «Ихлас» сүрәһен
   Ҡүл — һүүәллаһу әхәде. Аллаһүссамәде. Ләм йәлиде үәләм йүүләде үә ләм йәкүл ләһү күфүүән әхәде

    Уҡып, шунан Аллааһү Әкбәр әйтеп рөкүғҡа бараһың, рөкүғтә 3 мәртәбә «СҮБЕХӘӘНӘ РАББИЙӘЛ ҒӘҘЫЙМ» тип әйтәһең.

   СӘМИҒӘЛЛАҺҮ ЛИМӘН ХӘМИДӘҺ РАББӘНӘӘ ЛӘКӘЛ ХӘМДҮ - тип турайып, йәнә Аллаһү әкбәр тип әйтеп сәждәгә китәһең, ошо сәждәлә өс мәртәбә СҮБЕХӘӘНӘ РАББИЙӘЛ ӘҒЛӘ - тип әйтәһең дә «Аллаһү әкбәр» тип ултыраһың, бер аҙ ғына ултырғас, ҡабаттан сәждәгә эйелеп, тағыла сәждәлә өс мәртәбә СҮБЕХӘӘНӘ РАББИЙӘЛ ӘҒЛӘ - тип әйтәһең дә, Аллаһү әкбәр тип ултыраһың,

   Әттәхийәт уҡыйбыҙ. Әттәхийәтте уҡып бөтөргәс, Раббәнә аятын уҡып, «Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһ» — тип тәүҙә уң яҡҡа, шунан һул яҡ ҡырға «Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһ» — тип сәләм бирәбеҙ. Сәләм биргәндә, күҙҙәр менән яурын осона ҡарар кәрәк. Сәләмдәр биргәндән аҙаҡ ҡулдарыбыҙҙы биткә күтәреп өс мәртәбә «Әстәғфируллаһә» — тип әйтеп, «АЛЛААҺҮММӘ ӘНТӘС-СӘЛӘМҮ ҮӘ МИНКӘС-СӘЛӘМҮ ТӘБӘӘРАКТӘ йә ҘҮЛ ЖӘЛӘЛИ ҮӘЛ ИКРААМ» — тип доғабыҙҙы ҡылабыҙ.

   Ошоларҙы үтәгәс, беҙҙең иртәнге (сабах) намаҙыбыҙҙың ике рәҡәғәт сөннәт намаҙы үтәлгән була
                                                       ӘТТӘХИЙӘТ- ТӘШӘҺҺҮД
   Әттәхийәтү лилләәһи үәссаләүәәтү үәттаййибәәт. Әссәләәмү ғәләйкә әййүһәән-нәбиййү үә рахмәтуллааһи үә бәракәәтүһ. Әссәләәмү ғәләйнәә үә ғәләә ғибәәдил -ләәәһис — салихиин, әшһәдү әлләә иләәһә илләәллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбедүһү үә расүлүһ.

   Был ярты әттәхийәт була. Ошоно уҡығаста намаҙ ҡабул була. Беҙ хәлебеҙгә ҡарап, салауат — маҡтау уҡыйбыҙ.
                                                                  САЛАУАТ

   Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин, үә ғәләә әәли Мүхәммәд. Кәмәә салләйтә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиимә иннәкә хәмиидүм мәжиид. Аллаһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд. Кәмәә бәәракта ғәләә Ибраһиимә үә ғәләә әәли Ибраһиимә иннәкә хәмидүм-мәжиид.

   Быны уҡығас, бөтөн әттәхийәт була. Ары тәсбих тартыу һәм доғалар – былар намаҙға инмәһәлә уҡыу үҙҙең өсөн хәйерле.

*Намаҙлыҡ булып бар ер була ала, мунсанан, бәҙрәфтән һәм бысраҡ ерҙәрҙән башҡа.
*Ҡайһы бер китаптарҙа яҙыла шул намаҙҙын 2-3-4 рәҡәғәтен уҡырға тип, ләкин әйтмәй уҡыһан һандарын, күберәк намаҙ яҙылыуы мөмкин. Беҙ 2 рәҡәғәт тип артыҡ һауабына кәртә ҡуябыҙ. Аллаһы Тәғәлә үҙе белә.

*Күҙ ҡарашынды сәждә ҡылысаҡ урынға төбәр кәрәк. Алдындағы намаҙлыҡҡа.

*Тәҡбирҙән һуң Аллаһү Әкбәр тигәс уң ҡул һул ҡул өҫтөнә һалына һәм ҡулдың баш һәм сәтәкәй бармаҡтары менән һул ҡулды беләҙекләп тота ҡатын-ҡыҙҙар, уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡуйған хәлдә, ҡулдарын күкрәк өҫтөнә ҡуя

*Сәждәгә эйелгәндә иң башта тубыҡтар, шунан ике ус, һуңынан маңлай менән танау намаҙлыҡҡа терәлә. Сәждәлә бармаҡтар бергә, ҡулдар йөҙ тапҡырында, тубыҡтар бер — береһенән күкрәк киңлеге самаһы алыҫлыҡта, аяҡ суҡтары бер — берһенә тейеп, аяҡ бармаҡтары ерҙән айырылмай, ҡиблаға ҡарап тора. Сәждәлә ир-аттар иркен (ҡултыҡтары асыҡ, ә терһәктәре ергә теймәй тора), ә ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, мөмкин тиклем йыйнаҡ ятырға тейеш.

*Сәждәнән һуң ирҙәр арттары менән һул аяҡ өҫтөнә ултыралар, уң аяҡ ергә терәлә,бармаҡтары Ҡәғбә тарафына йүнәтелә. Ҡул бармаҡтары иркен килеш, бер аҙ асылған хәлдә тубыҡтын өҫтөнә ҡуйыла. Күҙ ҡарашы тубыҡҡа төбәлә.
Ҡатын-ҡыҙҙар бер аҙ башҡа төрлөрәк, һул яҡҡа, бөгөлгән аяҡтарҙы уң яҡҡа сығарып, иркенерәк ултыралар. Шулай уҡ ҡулдар тубыҡ өҫтөнә ҡуйыла.

*Иртәнге намаҙҙа сөннәт намаҙҙын ҡалдырмай, фарыз намаҙҙан алда уҡыр кәрәк. Быныһы мотлаҡ рәуештә.