Еңеләйтелгән намаҙ

     Сәфәрҙә, юлда, ҡырҙа, вахтала, эштә йөрөгән кешеләргә намаҙҙы нисек уҡырға һуң? Намаҙҙарҙы берләштерергә буламы? Миҫалға: ҡайһы бер кешеләр Сибайҙан, Баймаҡтан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр. Сибай менән Магнитогорск ҡалалары араһы 97 км тирәһе. Ислам динебеҙ буйынса мосолман кешеһе үҙ йәшәгән урынынан 90 км тирәһе ары китһә, уға намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡырға рөхсәт ителә. Әйтәйек өйлә (төшкө) намаҙҙың фарызы дүрт рәҡәғәт, ул шуларҙың тәүге ике рәҡәғәтен генә уҡый. Сөннәт һәм нәфел намаҙҙарын уҡымаһаңда була, әгәр уҡырға теләк бар икән, ул ваҡытта уларҙың күп рәҡәғәтлеһе ҡыҫҡартылмай тулыһынса уҡыла. Ә иртәнге намаҙҙың сөннәте уның фарызы менән бергә мотлаҡ уҡыла. Шулай уҡ ахшам менән витр намаҙҙары тулыһынса уҡыла
     Юлда саҡта бәндә тота башлаған ураҙаһын тотмаһа ла була, мәжбүри булған Рамаҙан ураҙаһын өҙә ала. Тик һуңынан был ураҙаны ҡаза ҡылып тултырып ҡуя.

     Мосолмандың ашығыс эше булғанда, сығып китергә ҡабаланғанда, фарыз ғына намаҙын уҡый ала. Был кешенең Аллаһы Тәғәлә алдында намаҙ бурысы төшкән һанала. Әммә кеше быға ғәҙәтләнергә тейеш түгел. Намаҙҙы сөннәттәре менән бергә еренә еткереп уҡыу бик сауаплы.
     Сәфәрҙә, юлда барғанда нисегерәк намаҙҙы уҡырға һуң?
     Динебеҙҙең ҡағиҙәләре буйынса, тура баҫып тороу йәки ҡыям — намаҙҙың төп шарты, шуға күрә әгәр кешенең баҫып тороу мөмкинлеге бар икән, ул бер нисек тә тә ултырған килеш намаҙ уҡырға тейеш түгел, был осраҡта намаҙ ҡабул булмай. Тик ауырыу һәм зәғиф кешеләргә генә ташлама бар. Ләкин төрлө осраҡтар була: мәҫәлән, кеше юлда барған ваҡытта, транспортта хәрәкәтләнгәндә, намаҙҙы баҫып уҡый алмаҫҡа мөмкин.
     Бындай осраҡта нишләргә? Транспорт хәрәкәте уңайына урынлашып ултырабыҙ, ҡибланы билдәләйбеҙ. Ҡулдар бил эргәһендә, ҡибла яғына әйләнеп тәкбир әйтәбеҙ һәм намаҙ уҡый башлайбыҙ. Ғәҙәттәге намаҙҙағы кеүек «Фатиха» сүрәһен уҡыйбыҙ. Рөкүғҡа эйелгәндә тәкбир һүҙҙәрен әйтеп алға ярым бөгөләбеҙ, унан һуң турайып ултырабыҙ, сәждә өсөн булдыра алған хәтле аҫҡа эйеләбеҙ. Шунан ары турайып ултырып намаҙҙы теүәләйбеҙ.
     Туҡтап намаҙ уҡыу мөмкинлеге булғанда, уңайлы ерҙә туҡтап, ҡиблаға табан боролоп, ниәт ҡылып, намаҙ уҡыйбыҙ. Нәжес һәм бысраҡ булмаған таҙа ер, ҡар өҫтө намаҙлыҡ була ала.
     Тәһәрәткә килгәндә инде, алдан аяҡтарын йыуып, тәһәрәт алып, ситек йә иһә башҡа аяҡ кейеме кейгән булһа ( был турала ошонда уҡы: https://nazir1965.com/din/sitek-m%d3%99sex.html#more-11105) мосолман кешеһе тәһәрәте боҙолған осраҡта яңынан тәһәрәтләнеп аяғындағы кейеменә мәсех кенә ҡыла, был ғәмәл аяҡ йыуыуҙы алмаштыра. Бының өсөн: аяҡтарҙы еүеш ҡул менән һыпырып алырға кәрәк. Юлсы өсөн аяҡты һөртөп тәһәрәт алыу өс тәүлек, юлсы булмаған кешегә 1 тәүлек дауамында рөхсәт ителә.
     Вахтала, ҡырҙа эштә йөрөгәндә, мәҫәлән: вахтала мин ҡышҡы осорҙа таң алдынан торғаста, тәһәрәтләнеп ситек һәм уның өҫтөнән итек кейеп алғас, юлда, транспорта иртәнге намаҙ ваҡыты еткәс, уны ултырған килеш уҡырға тура килде. Әгәрҙә тәһәрәт боҙолһа, уны яңыртыр өсөн литр ярым һауытҡа һыу ала торғайным һәм тәһәрәтләнгәндә уның фарызын ғына үтәп, бит-ҡулды сылатып, баштың маңлай түбәһенә һәм аяҡтағы итеккә мәсех ҡыла инем. 25-30 градус һыуыҡта һәм әсе елдә, ҡар өҫтөндә фарыз намаҙҙы ғына уҡыным. Истинжә ҡылыуҙы, әгәр кәрәге булһа, бының өсөн рөхсәт ителгән ҡағыҙ-мағыҙҙар алмаштыра. Бына шулай үҙенең йәшәй торған еренән 85-90 км йыраҡлыҡҡа киткән кеше юлсы булып һанала һәм килгән ерендә 15 көндән оҙаҡҡа ҡалһа, ул юлсы булып һаналмай һәм барлыҡ намаҙҙарҙы ҡыҫҡартмай уҡырға тейеш була. Беҙҙең осраҡта Сибайҙан, Баймаҡтан Магнит ҡалаһына көн һайын эшкә килеп-ҡайтып йөрөгән кеше юлсы хөкөмөндә.
     Әгәрҙә юлсы килгән ерендә 15 көндән аҙыраҡҡа ҡалһа, намаҙҙарын ҡыҫҡартып уҡырға мөмкин.
     Шулай уҡ ошондайыраҡ хөкөмдә бар, әгәр юлсы ҡайтыр көнөн белмәй оҙаҡ ваҡытҡа берәй ерҙә туҡталһа, айҙар буйы намаҙҙарын ҡыҫҡартып уҡый ала.
     Намаҙҙарҙы берләштереү буйынса ниндәй хөкөмдәр бар икәнен ҡарап үтәйек. Бында һүҙ өйлә менән икенде һәм ахшам менән йәстү намаҙы тураһында буласаҡ.
     Хәнәфи мәҙһәбенең дәлилдәре китабында: сәфәрҙә ике намаҙҙы берләштереп уҡыу тигән бүлекте ҡарайыҡ. Бында бер-нисә хәҙисте уҡып үтәйек.
     665. Нәфиғ һәм Ғабдуллаһ ибн Вәкил: «Бер мәле Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр мөәзин, кешеләрҙе киске намаҙға саҡырып, аҙан әйтте. Киске шәфҡәт ҡыҙыллығы бөткәнсе үк, Ғабдуллаһ ахшам намаҙын үтәне. Шунан һуң, ул, шәфҡәт ҡыҙыллығы бөткәнен көттө һәм йәстү намаҙын уҡыны. Ул: «Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм берәй ергә ашыҡҡанда шулай эшләй ине», — тине. Был ваҡытта Ғабдуллаһ ибн Вәкил өс көн һәм өс төнлөк юл үткән ине», — тип аңлатма ҡылғандар. Ошо хәҙис сылбыры «ышаныслы» тип һанала.
     666. Риүәйәт ҡылынғанса, Нәфиғ һөйләгән: «Бер ваҡыт мин Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр (Аллаһ унан риза булһын) менән юлға сыҡтым. Юлда беҙҙең янға бер кеше килеп: «Сафия бинтү Әбү Үбәйд үлем хәлендә, барып хәлен белегеҙ», — тине. Беҙ кисекмәҫтән уның хәлен белергә киттек. Беҙгә көрәйештәрҙән булған бер ир эйәрҙе. Ҡояш байыны, әммә ибн Ғүмәр намаҙ уҡырға ашыҡманы. Мин уның намаҙҙарҙы тейешле ваҡыттарында уҡығанын белеп: «Намаҙ уҡырға кәрәк», — тинем. Ул миңә ҡараны, ләкин намаҙҙы уҡыманы. Киске шәфҡәт ҡыҙыллығы бөтә башлағас, ул ахшам намаҙын, киске ҡыҙыллыҡ тулыһынса юғалғас, киске намаҙҙы уҡыны. Шунан һуң, ул: «Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм, берәй ергә ашыҡҡанда, шулай эшләй ине», — тине. Ошо хәҙис сылбыры «ышаныслы» тип һанала.
     667. Әбү Ғосман (Аллаһ унан риза булһын): «Сәғд ибн Малик менән бергә хаж ҡылғанда, беҙ өйләнән һуң өйлә намаҙын икенде намаҙы менән, йәстү намаҙы кергәс, ахшамды йәстү намаҙы менән берләштереп уҡыныҡ. Мәккәгә килеп еткәнсе, шулай эшләнек», — тип риүәйәт ҡылған. Ошо хәҙис сылбыры «ышаныслы» тип һанала.
     668. Риүәйәт ҡылынғанса, Ғәли (Аллаһының уға ризалығы булһын) бер мәле сәфәргә ҡояш батҡандан һуң сыҡҡан. Ҡараңғы төшкәс, ул ахшам намаҙын уҡыған. Унан һуң киске ашты ашаған һәм йәстү намаҙын уҡыған. Шунан һуң, ул атҡа ултырған да: «Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм шулай эшләй ине», — тигән. Ошо хәҙис сылбыры дөрөҫ һанала.

     Намаҙҙарҙы берләштереү хупланмай
     669. Ғабдулланан (Аллаһының уға ризалығы булһын) тапшыра: «Мин Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең Мөздәлифә үҙәнлегендә йыйында уҡылған ахшам һәм йәстү намаҙҙарынан тыш, башҡа намаҙҙарҙы ваҡытһыҙ уҡығанын күрмәнем. Тағын әле ул шул уҡ көндә иртәнге намаҙҙы ваҡытынан алда уҡыны», — тигән.
     670. Әбү Ҡатәдә (уға Аллаһының ризалығы булһын) тапшырыуы буйынса: Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләм: «Йоҡо – сиктән тыш етешһеҙлек түгел, ә намаҙҙы икенсе намаҙ ваҡыты кергәнсе уҡымау етешһеҙлек булып тора», — тигән.
     671. Ғосман ибн Ғабдуллаһ ибн Мәүхиб һөйләгәнен тапшырыуҙарында, бер ваҡыт Әбү Һөрәйрәнән (уға Аллаһының ризалығы булһын): Намаҙға булған иғтибарһыҙлыҡ нимәлә сағыла?» — тип һорағандар. Ул: «Намаҙға булған иғтибарһыҙлыҡ ул — намаҙҙы икенсе намаҙ ваҡыты кергәнсе уҡымау», — тип яуап биргән. Ошо хәҙис сылбыры «ышаныслы» һанала.
     672. Риүәйәт ҡылынғанса, Ғабдуллаһ ибн Ғаббас (Аллаһ уларҙан риза булһын): «Намаҙ ваҡыты икенсе намаҙ ваҡыты кергәнсе сыҡмай», — тигән. Ошо хәдис сылбыры «ышаныслы» һанала.
     Өҫтәге хәҙистәрҙән аңлауыбыҙ буйынса өйлә менән икенде берләштергәндә лә һәм ахшам менән йәстүне берләштергәндә лә араларында бер аҙ ваҡыт булыуын күрәбеҙ. Бында әйтелмәй бер намаҙ артынан икенсеһе ҡуша уҡыла, тип. Ә әйтелә, миҫалға: өйлә ваҡытының аҙағында (өйлә намаҙы ваҡыты бөтөүгә 15 минут самаһы ҡалғас) төшкө намаҙҙы уҡып, һәм шунан һуң ваҡыты ингән икенде, һәм ахшам менән йәстү намаҙҙары тураһында һүҙ бара. Һәм былай берләштереү әллә ни хупланмай, юлсыларға уҡырға мөмкин тиелә. Ваҡытында уҡылған намаҙ сауаплы тиҙәр.

     «Әт-Тәслил Әз-Зарури ли Мәсәил Әл-Ҡудури» китабының Хәнәфи мәҙһәбе өсөн еңеләйтелгән фикһ мәсьәләрен ҡарап үтәйек.
     Мосафир намаҙы
     Һорау: Ислам шәриғәтендә мосафир өсөн берәй хөкөм бармы?
     Яуап: Фикһ китаптарында мосафир хөкөмдәре аңлатылған.
     Һорау: Мосафирҙың намаҙҙарына бәйле хөкөмдәрҙе аңлатығыҙ.
     Яуап: Әгәр кемдер берәү дөйә (транспорт) йәки йәйәү килеш өс көнлөк юлға сыҡһа, мосафир тип атала. Был хәлдә дүрт рәҡәғәтле намаҙҙар ҡыҫҡартылып, ике рәҡәғәт итеп уҡыла, был хәл өйлә, икенде һәм йәстү намаҙҙарында. Ахшам, витр, сөннәт һәм нәфел намаҙҙарында ҡыҫҡартылыу юҡ.
     Һорау: Ҡыҫҡартып уҡыла торған намаҙҙар дүрт рәҡәғәт итеп уҡылһа, сауап буламы?
     Яуап: Ҡыҫҡартып уҡыу ҡәтғи ҡуйылған, ике рәҡәғәттән артыҡ уҡыу — мәкруһ.
     Һорау: Ҡыҫҡартып уҡый торған намаҙҙарҙа ике рәкәғәттән артыҡ уҡыу мәкруһ булһа ла, әгәр дүрт рәҡәғәт уҡылһа, ике рәкәғәт фарыз үтәлгән буламы?
     Яуап: Әгәр дүрт рәҡәғәт уҡығанда, ике рәҡәғәттән һуң «Әттәхиәт»кә ултырырға онотмаған булһа, ике рәкәғәте фарыздан хисапланыр, ҡалған ике рәҡәғәте нәфел булыр.
     Һорау: Әгәр ике рәкәғәттән һуң «Әттәхиәт»тә ултырмаһа, хөкөмө нисек була?
     Яуап: Был осраҡта фарызы боҙолоп, намаҙҙы яңынан уҡырға кәрәк булыр.
     Һорау: Мосафирға берәр дүрт рәкәғәтле намаҙын тулыһынса уҡыу кәрәкме?
     Яуап: Әйе, мосафир моҡыйға (урындағы имамға) эйәреп уҡыһа, фарыз намаҙы дүрт рәҡәғәт итеп уҡыр (Ғалидарҙың күпселеге ошо фекерҙә). Шулай уҡ әгәр бер ҡалала йәки ауылда 15 көн йәшәргә ниәт ҡылған булһа, дүрт рәҡәғәт уҡыр.
     Һорау: Әгәр 15 көндән аҙыраҡ торорға ниәтләнгән булһа, нисек булыр?
     Яуап: Намаҙ дүрт рәҡәғәт итеп уҡылмайынса, ҡыҫҡартып уҡыла.
     Һорау: Бер мосафир бер ҡалаға йәки ауылға барып, унда 15 көн йәшәргә ниәт ҡылмайса, бөгөн йәки иртәгә китәм, тип торһа, хөкөмө нисек булыр?
     Яуап: Әгәр йылдар буйы ошо ниәт менән торһа ла, дүрт рәҡәғәтле намаҙҙарҙы ике рәҡәғәт итеп уҡыр.
     Һорау: Мосолман ғәскәре дошман ҡалаһынына инеп, 15 көн торорға ниәт ҡылһа, намаҙҙарын дүрт рәҡәғәт итеп уҡырҙармы?
     Яуап: Улар намаҙҙарын ике рәҡәғәт итеп уҡыйҙар, ниәттәре иғтибарға алынмай.
     Һорау: Мосафир дүрт рәкәғәтле намаҙҙа имам булып, моҡыймдар (имамҡа эйәреп ойоусы кешеләр, юлсы түгелдәр) уға эйәреп уҡыһалар, намаҙҙарын ҡыҫҡартып уҡырҙармы?
     Яуап: Әйе, мосафир имам намаҙын ҡыҫҡартып уҡыр. Эйәреп уҡыған моҡыймдар, имам сәләм биргәндән һуң, ҡалған ике рәҡәғәттән уҡырҙар.
     Һорау: Мосафир-имам үҙенең мосафирлығын эйәреүселәргә белгертерме?
     Яуап: Әйе, имам өсөн сәләмдән һуң, эйәреп уҡыусыларға: «Намаҙҙарығыҙҙы минән башҡа тамамлағыҙ, мин — мосафир», — тип иғлан итеү — мөстәхәб.
     Һорау: Мосафир Мәккә менән Минала 15 көн торорға ниәт ҡылһа, ул мосафир булып хисапланырмы?
     Яуап: Ундай кеше мосафир булып хисапланыр, сөнки ул бер урында ғына йәшәмәй.
     Һорау: Бер мосафир үҙ ватанына ҡайтһа, әммә 15 көн йәшәргә ниәте булмаһа, был кеше намаҙын ҡыҫҡартып йәки тултырып уҡырмы?
     Яуап: Әгәр мосафир үҙ ватанына ярты сәғәткә инһә лә, намаҙын тултырып уҡыр, был сүрәттә бер ерҙә генә йәшәү ниәте шарт түгел.
     Һорау: Бер кеше бер ҡалала тыуып, бер нисә йыл йәшәгәндән һуң, был ҡаланан икенсе ҡалаға күсеп китһә, бер ни тиклем ваҡыттан һуң тыуған ҡалаһына эш менән килһә, был ҡалала намаҙын ҡыҫҡартып уҡырмы?
     Яуап: Әгәр йәшәгән урындан өс көнлөк йәки оҙонораҡ юлға сыҡһа, был осраҡта ҡыҫҡартып уҡый, сөнки Расүлүллаһ, ғәләйһис-сәләм Мәккәнән Мәҙинәгә күскәндән һуң, Мәккәгә килгәндә намаҙын ҡыҫҡартып уҡыған.
     Һорау: Мосафир сәйәхәт ваҡытында намаҙын ҡазаға ҡалдырған булһа, ватанына ҡайтҡас, ҡаза намаҙын уҡырға йәки моҡыйм ватанында намаҙын ҡазаға ҡалдырған булһа, сәфәргә сыҡҡас ҡалдырған намаҙын ҡаза ҡылырға теләһә, был ике осраҡта нишләргә?
     Яуап: Әгәр берәүҙең намаҙы сәфәрҙә булғанда ҡазаға ҡалһа, ватанына ҡайтҡас, ҡаза ҡылып ике рәкәғәт уҡый. Әгәр намаҙы ватанында булған ваҡытта ҡазаға ҡалған булһа, сәфәрҙә ҡаза ҡылһа, дүрт рәкәғәт уҡырға тейеш.
     Һорау: Сәфәрҙә намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыу рөхсәт ителәме?
     Яуап: Әйе, рөхсәт ителә.
     Һорау: Хәҙерге заманда сәйәхәт итеүселәр машина һәм осҡос менән йөрәйҙәр, быларға намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡыу тейешме?
     Яуап: Әгәр ватанынан сығып юл йөрөргә ниәтләгән булһа, намаҙҙар ҡыҫҡартып укыла, сөнки сәфәр үҙе мәшәҡәттер.
     Һорау: Мосафир өсөн ике намаҙҙы бергә уҡыу дөрөҫме, йәғни өйлә менән икендене, ахшам менән йәстүҙе берләштерегә яраймы?
     Яуап: Был эш «фиғлән» яраһа ла, үә «ваҡыттан» ярамай, сөнки Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә: «Иннә саләта кәнәт ғәләл мүьмининә китабән мәүҡүта». «Намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡығыҙ», Ниса, 130 аят.
     Һорау: ««Фиғлән» ярай, «ваҡыттан» ярамай тигән һүҙегеҙҙе аңлатығыҙ.
     Яуап: «Фиғлән»- өйләне кисектереп, ахыры ваҡытында һәм икендене башланған ваҡытында, шулай уҡ ахшамды һуңлап, ваҡытының аҙағында үә йәстү намаҙының башланған ваҡытында уҡыуҙы аңлата. Былай йыйып уҡыуҙы «джәмғи фиғли» тип әйтәләр. Факиһтар был йыйып уҡыуҙы «джәмғи сури» тиҙәр. Ләкин беҙҙең мәҙһәбтә бер намаҙҙы икенсе намаҙ уҡыу ваҡытында уҡыу дөрөҫ булмаҫ. Былай берләштереүҙе «джәмғи ваҡ — ти» тиҙәр. Факиһтар был берләштереүҙе «джәмғи хаҡиҡи» тиҙәр.
     Татарстан мөфтийе Камил хәҙрәт Самигуллин яҙғандары менән тамамлайыҡ: Ҡайһы бер имамдар намаҙ берләштереү тураһында фәтүә сығара башлайҙар, уларҙың был эше дөрөҫ түгел, тип аңлата.
     Ҡөръәндә әйтелгән:
                                                                                      إِنَّ الصَّلاَةَ كَانَتْ عَلَى الْمُؤْمِنِينَ كِتَابًا مَّوْقُوتًا
     (Мәғәнәһе): «Намаҙ – мосолмандарҙың теүәл (билдәле) ваҡыттарҙа уҡылырға фарыз ителгән ғибәҙәтелер» («Ниса» сүрәһе, 103 сө аят).
     Бохари “Намаҙҙы боҙоу тураһында..." бүлегендә имам әҙ-Зөһри (рәхимуһуллаһ) тапшырыуында бындай аңлатма килтерә. Имам әҙ-Зөһри (рәхимуһуллаһ) әйткән: “Мин Димәшктә Әнәс ибн Маликкә (раҙыйаллаһу ғәнһү) керҙем, ул илай ине, мин унан: Һин ни өсөн илайһың?"- тип һораным. Ул миңә: “Мин Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм) заманында булғандарҙан хәҙер намаҙҙан башҡа һис бер нәмә лә күрмәйем. Ә һеҙ шул намаҙҙы ла юғалта бараһығыҙ (үҙ ваҡытында башҡармайһығыҙ)", — тип әйтте".
     Был аят һәм хәҙис намаҙҙарыбыҙҙы беҙ үҙ ваҡытында уҡырға, уларҙы ҡалдырмаҫҡа тейешлегебеҙ тураһында киҫәтә. Беҙ метрола булһаҡ та, автобуста булһаҡ та, былар барыһы ла намаҙҙы ҡалдырыу өсөн иғтибарға лайыҡлы сәбәп булып тора алмай. Бындай кеше «джәмиғ-сури» менән намаҙ уҡырға, йәғни беренсе намаҙҙы уның ваҡытының аҙағында, ә икенсе намаҙҙы уның ваҡытының башында башҡарырға мөмкин. Был турала алдан уҡ аңлатылған инде ине. Мосолман метрола, поезда, автобуста барғанда, туҡталыштарға, метро станцияларында сығып, улар туҡтап торған ваҡытта намаҙ уҡый ала. Беҙ бар мосолмандарҙы ла шулай эшләргә саҡырабыҙ, беҙҙең күптәребеҙ йәмәғәт урындарында намаҙ уҡырға ояла, ҡыйынһына. Әгәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ икән, автобус, метро, поезд туҡтап тормай икән, ахыр сиктә, сәждә һәм рөҡуғтарҙы баштарҙы эйеү менән башҡарып, уларҙа барған ваҡытта ла намаҙ уҡырға була.
     Әгәр ҙә уның тәһәрәте юҡ, ә тәһәрәт алыр өсөн һыу юҡ, ә намаҙ ваҡыты сығып килә икән, ул бындай осраҡта тәйәммүм (һыу булмағанда ҡулдарҙы таҙа тупраҡка һуғып пакланыу) алырға һәм намаҙ уҡырға тейеш.
     Мөджтәһид булмайынса, үҙ аңлауынса фәтүә сығарған кешеләр тураһында ла әйтәһебеҙ килә. Уларҙы «хатыйбел ләйл» (төндә утын йыйыусылар, йәғни, дәлилде ҡайҙан алғандарын белмәүселәр), тиҙәр. Беҙ бары тик үҙ мәҙһәбеҙ мөджтәһиттәрҙең фекерҙәрен генә килтерергә тейешбеҙ, ә үҙебеҙҙең хата фекеребеҙ һәм башҡа мәҙһәбтәр имамдары һәм ғалимдары фекерҙәрен килтерергә тейеш түгелбеҙ.
     Ошо темаға (ҡала шарттарында намаҙҙарҙы ҡушып уҡыу) ҡараған бындай фекерҙәрҙе беҙҙең Әбү Хәнифә мәҙһәбе генә түгел, ә Әһле-Сөннәттең башҡа мәҙһәбтәренең дә күп ғалимдәре өҫтөнлөклө тип иҫәпләмәгән.
     Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, Хәнәфи мәҙһәбенең һуңғы «мөхаҡҡығы» (иң һуңғы һүҙе) тип йөрөтөлгән Мөхәммәд Әмин ибн Ғәбидиндың (һижриҙең 1252-се йылында Димәшк ҡалаһында вафат) «Уҡуду-Рәсмил-Мөфти» китабындағы һүҙҙәрен килтерәһебеҙ килә: «Үҙенә ҡарата „ғәмәл“ башҡарырға йәки башҡалар өсөн фәтүә сығарырға йыйынған кешегә, үҙ мәҙһәбендәге ғалимдар өҫтөнлөк биргән фекерҙәргә мотлаҡ рәүештә тәҡлид итергә кәрәк. Уға, өҫтөнлөк булмаған фекер буйынса, ҡайһы бер урындарҙан тыш (йәғни, ҡайһы бер ғалимдар ҡайһы бер ваҡыттарҙа өҫтөнлөклө булмаған фекерҙәр буйынса ла фәтүә сығарғандар, тик беҙ ҡараған был теманы бер генә хәнәфи ғалимы лә хатта өҫтөнһөҙлөктәр дәрәжәһенә лә ҡуймаған) „ғәмәл“ ҡылырға йәки фәтүә сығарырға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Ғалимдар әйтеүенсә, был мәсьәлә буйынса иджмағ (мөджтәһиттәрҙең дөйөм фекере) бар. Мөфтигә мөнәсәбәтле рәүештә ибн Хәйтарал-Хайтами, ибн Сәлах һәм мәликиттәрҙән әл-Баджи шуға тәҡлид иткәндәр. Былар һәм мәликиттәрҙән әл-Карафиның һүҙҙәре, мөҡәллимдәрҙең мөджәһиттәргә тәҡлид итергә тейешлеген, һәм, улар өсөн өҫтөн булмаған фекер буйынса хөкөм һәм фәтүә сығарыу – рөхсәт ителгән ғәмәл түгел икәнен, — дәлилләй. Сөнки был — үҙ күңелен буйынса ғәмәл ҡылыу була, ә был иһә, иджмағ буйынса, харам ғәмәл булып иҫәпләнә».