Әл-Хәшер

                                                                      Әл-Хәшер

                                            Әл-Хәшер (20-24 аяттар), Исме әғзам доғаһы
   Пәйғәмбәребеҙ (Уға Аллаһының хәйер доғаһы һәм сәләмдәре булһын!) бер көндө мәсеттә мөбәрәк арҡаһын михрабҡа ҡуйып ултыра ине. Ябраил ғәләйһис-сәләм килеп сәләм бирҙе һәм әйтте: «Эй, Мөхәммәт! Тәңребеҙ һиңә сәләм әйтте», -тине. Бик сауаплы бер доға тураһында һөйләне. «Эй, Мөхәммәт! Һәр кем был доғаны уҡыһа, йә үҙе менән тотһа, ҡылған гонаһтары тауҙар, диңгеҙҙәр тиклем булһа ла, был доға бәрәкәтендә Аллаһы Тәғәлә уның бөтә гонаһтарын ярлыҡар. Әгәр ул доғаны Рамаҙан айының ун бишенсе көнөндә ауыҙ асҡанда уҡыһа, бик күп сауап булыр, нимә теләһә, шул үтәлер, Ҡиәмәт көндө лә сират күперен бик анһат ҡына кисеп, ожмах ишеген дә үҙ ҡулдары менән асыр. Был ваҡытта уның йөҙө айҙың ун дүртенсе көнө кеүек булыр. Мәхшәр көнөндә халыҡтар һорар: «Был кем? Ҡайһы пәйғәмбәр?-тиерҙәр. Шул ваҡыт хитаб менән (тауыш биреп кенә) әйтер Аллаһы Тәғәлә: «Юҡ, пәйғәмбәр түгел, был бәндә «Исме Әғзам» доғаһын уҡый йә үҙе менән йөрөтә ине», — тиер.
   -Ҡәрҙәшем, Ябраил! Һин был доғаның яҡшылығын шул тиклем дә маҡтап һөйләнең, мин ғәжәпкә ҡалдым. Бөтә гонаһтарҙың ярлыҡаныуына сәбәп булған был доға ниндәй һәм ҡайҙа? -тине.
   - Ул «Исме Әғзам» доғаһы. Уны «Хәшер» сүрәһенең һуңғы аяттарында табырһың, — тине Ябраил ғәләйһис-сәләм.

لَا يَسْتَوِي أَصْحَابُ النَّارِ وَأَصْحَابُ الْجَنَّةِ أَصْحَابُ الْجَنَّةِ هُمُ الْفَائِزُونَ
لَوْ أَنزَلْنَا هَذَا الْقُرْآنَ عَلَى جَبَلٍ لَّرَأَيْتَهُ خَاشِعًا مُّتَصَدِّعًا مِّنْ خَشْيَةِ اللَّهِ وَتِلْكَ الْأَمْثَالُ نَضْرِبُهَا لِلنَّاسِ لَعَلَّهُمْ يَتَفَكَّرُونَ
هُوَ اللَّهُ الَّذِي لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ عَالِمُ الْغَيْبِ وَالشَّهَادَةِ هُوَ الرَّحْمَنُ الرَّحِيمُ
هُوَ اللَّهُ الَّذِي لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْمَلِكُ الْقُدُّوسُ السَّلَامُ الْمُؤْمِنُ الْمُهَيْمِنُ الْعَزِيزُ الْجَبَّارُ الْمُتَكَبِّرُ سُبْحَانَ اللَّهِ عَمَّا يُشْرِكُونَ
هُوَ اللَّهُ الْخَالِقُ الْبَارِئُ الْمُصَوِّرُ لَهُ الْأَسْمَاء الْحُسْنَى يُسَبِّحُ لَهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَهُوَ الْعَزِيزُ الْحَكِيمُ
                                                 

                                                   Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

   Ләә йәстәүиии әсхәбүн-нәәри үә әсхәәбүл-жәннәти әсхәбүл-жәннәти һүмүл фәәәә-изүүүн. Ләү әңзәлнәә һәәҙәл-Ҡуръәәнә ғәләә жәбәлил-ләраәйтәһү хаашиғәм мүтәсаддиғәм мин хашйәтилләәәһ.
   Үә тилкәл-әмҫәәлү нәҙрибүһәә лин-нәәси ләғәлләһүм йәтәффәккәрууун.
   Һүәл-лааһүл-ләҙий ләәә иләәһә илләә һүә ғәәлимүл-ғайби үәш-шәһәәдәти һүәр-рахмәәнүр- рахииим. Һүәл-лааһүл-ләҙии ләәә иләәһә иллә һүәл-мәликүл-ҡуддүүсүс-сәләәмүл-мүъминүл- муһәй-минүл-ғәзиизүл — жәббәәрүл — мүтәкәббир. Сүбхәнәәл-лааһи ғәммәә йүшрикүүүн.
   Һүәл-лааһүл-хаалиҡул-бәәриүл-мусаүүир. Ләһүл-әсмәәәә-үл-хүснәә. Йүсәббихү ләһүү мәә фис-сәмәәүәәти үәл арҙ. Үә һүәл-ғәзиизүл — хәкииим.

                                                             Мәғәнәһе:
   Ут әһелдәре менән йәннәт әһелдәре һис тә бер тигеҙ булмаҫ. Йәннәт әһелдәре — ғазаптан ҡотолоп өҫтөнлөк табыусылар.
   Ошо Ҡөрьәнде беҙ әгәр тауға индергән булһаҡ, әлбиттә, уны ла ҡурҡҡан хәлдә күрер инең — Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып ярылыр ине ул. Был һүҙҙәрҙе беҙ кешеләргә, бәлки, улар аҡыл-фекерҙәрен эшләтеп, Ҡөрьән менән вәғәзләнерҙәр, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, гонаһтарҙан һаҡланырҙар тип миҫал итеп килтерәбеҙ.
   Аллаһы Тәғәлә Ул шундай зат, Унан башҡа һис Илаһ юҡ. Мәхлүктәр белмәгән йәшерен нәмәләрҙе лә, улар белгәндәрҙе лә белеүсе. Ул Үҙе генә һәм Ул шәфҡәтле үә рәхимле.
   Аллаһы Тәғәлә Ул шундай зат, Унан башҡа һис Тәңре юҡ, мәгәр Ул Үҙе генә. Ул — ике донъяға батша, һәр кәмселектән пак, тыныс, ышаныслы, һәр нәмәне һаҡлаусы, һәр эштә еңеүсе, үҙе теләгәнде мәхлүктәргә көсләп эшләтеүсе. Ул — оло һәм мөшриктәр сифатлаған тиңдәшлек сифаттарынан пак.
   Аллаһы Тәғәлә Ул һәр нәмәне юҡтан бар итеүсе, һәр нәмәне һүрәтләп биреүсе һәм Уның күркәм исемдәре бар. Ерҙә һәм күктәрҙә булған һәр мәхлүк Уны маҡтап тәсбих әйтә.
   Аллаһы Тәғәлә Ул бик ҡеүәтле, һәр эштә өҫтөн үә хикмәт менән эш итеүсе. 20-се — 24-се аяттар
                               

                                                      Аяттың фазыйләттәре
   Хәҙрәти Әнәс тапшыра: «Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм: «Кем дә булһа «Әл-Хәшер» сүрәһенең аҙағын (ихлас килеш, төшөнөп, ололап) уҡып, шул көнөн йәки төнөн үлеп китһә, гөнаһларына күффәра булыр», — тине».
   — Хәҙрәти Әнәс: «Пәйғәмбәр салләллаһү ғәләйһи үә сәллам был аяттарҙы йоҡларға ятҡанда уҡырға әмер иткән була. Әгәр иһә уҡыусы кеше үлеп китһә, шәһит булып иҫәпләнер», тигән.
   — Әбү Үмәмәһтән тапшырылған хәҙис-шәрифтә былай тиелгән: «Кем дә кем, 3 мәртәбә «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-раджим» тип әйтеп, «Әл-Хәшер»- ҙең ахыр аяттарын уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уҡыусы янына 70 мең фәрештә ебәрер. Ул фәрештәләр уҡыусының яныннан, иртән уҡыһа, кискә ҡәҙәр, кисен уҡыһа, иртәһенә ҡәҙәр әҙәми һәм енле шайтандарҙы ҡыуып ебәрерҙәр... Шул уҡ фәрештәләр уҡыусыға доғала булырҙар. Ә инде уҡыусы уҡыған сағында үлеп китһә, йәннәт әһеле булыр, иншәаллаһ...»
   — «Аллаһы Тәғәләнең иң бөйөк исеме (Исме-Әғзәм) — «Әл-Хәшер» сүрәһенең ахыры алты аятты эсендәлер» (Ибне Ғаббас радыйаллаһү ғәнһүмә риүәйәт иткән хәҙис-шәриф).
                          «Әл-Хәшер» сүрәһенең һуңғы аяттарының хикмәттәре
   — Аллаһы Тәғәләнең Рәсүле салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм: «Кем иртәләрендә 3 мәртәбә «Әғүҙү билләәһис-сәмииғул-ғәлиим минәш-шәйтаанир раждиим» — тип, «Әл-Хәшер» сүрәһенең һуңғы 3 аяттын уҡыһа — уның өсөн 70 мең фәрештә ахшамға ҡәҙәр истиғфар әйтеп торорҙар, ярлыҡау һорарҙар. Әгәр ул шул көндө үлеп китһә, шәһиттарҙан иҫәпләнер. Ахшамдарында шулай уҡыусыларға ла шул уҡ булыр», — тигән.
   — «Әл-Хәшер» сүрәһен уҡыусыға йәннәт, йәһәннәм, ғәрше-газыйм, көрси, күктәр, ер, елдәр, болоттар, ҡоштар, башҡа төрлө хайуандар, тауҙар, ҡояш, ай һәм бөтөн фәрештәләр доғала булырҙар, ярлыҡау һорарҙар» (хәҙис-шәриф).
   — «Әй Ғәли! «Әл-Хәшер» сүрәһен уҡыһаң, Ҡиәмәт көнөндә һәртөрлө ҡыҫыуҙан, хәсрәттән имен булырһың!» (хәҙис-шәриф.)
   Өйлә намаҙынан һуң йыш уҡыла, баш ауыртҡандан шифаһы ҙур.