Тәҡдир һәм ҡазаға инаныу

                                               6. Тәҡдир һәм ҡазаға инаныу

     Имандың алтынсы шарты — тәҡдиргә инаныу. Тәҡдир һәм ҡазаны яҡшыраҡ аңлар өсөн, иң беренсе ирадәи-жузийәне белергә кәрәк.
                    Ирадәи-жузийә (һайлау иреге)
     Ирадәи-жузийә — Аллаһы Тәғәләнең ҡолдарына биргән, сикләнгән дәрәжәләге юл һайлау хоҡуғы. Был төшөнсәнең әһәмиәте бик ҙур, сөнки кеше ирадаһын (теләген) яҡшылыҡҡа йүнәлтһә, Аллаһы Тәғәлә яҡшылыҡты бар итә, насарлыҡҡа йүнәлтһә — насарлыҡты бар итә. Был яҡтан ҡарағанда, кеше Йәннәтте лә, Йәһәннәмде лә үҙ теләге менән ҡаҙана. Әлбиттә, барлыҡҡа килтереүсе бары тик Аллаһы Тәғәлә генә. Ул теләмәһә, бар итмәһә, бер нәмә лә булмаҫ. Ләкин ҡол — теләп ҡаҙаныусы, ә Аллаһы Тәғәлә — бар итеүсе (йәғни бәндәнең теләген уның ирке буйынса барлыҡҡа килтереүсе).
     Кешегә бирелгән ирадәи-жузийә автомобиль руле кеүек: кем уны ҡайһы яҡҡа борһа, шул тарафҡа китер. Шуға күрә гонаһ эшләүсе кеше: «Мин нимә эшләйем, Аллаһ шулай бойорғандыр, шулай теләгәндер», — тип кенә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрә алмай. Эйе, Аллаһы Тәғәлә теләне, ләкин бәндәнең үҙ ихтыяры буйынса теләне. Әгәр ҙә бәндәләрҙең ирадәи-жузийәһе (юл һайлау хоҡуғы) булмаһа, ул ваҡытта Аллаһ үҙ ҡолон көсләп яҡшы йәки яман юлға кереткән булыр ине. Аллаһы Тәғәлә бәндәһен мәжбүри гонаһ эшләтеп язалауҙан азат. Ҡайһы берәүҙәр: «Әзәлдә (рухтар ғаләмендә) үк ҡайһы берҙәренең рухы сәждә ҡылған, ҡайһы берәүҙәрҙеке ҡылмаған, тимәк, Әзәлдә рухы сәждә ҡылмаған бәндәләр кафыр булып китерҙәр», — тип әйтер. Асылда эш улай түгел. Был ҡараштар кешенең иманына ҙур зыян килтерә. Әзәл бәхәсләшеү урыны түгел. Унда теләпме, теләмәйенсәме һәр кем сәждә ҡылған. Аллаһы Тәғәлә рухтарҙы имтихан ҡылып: «Әләстү бираббикүм (Мин һеҙҙең Раббығыҙ түгелме?)», — тип һорағас, барса рухтар бе ауыҙҙан: «Бәлә (Эйе, Һин беҙҙең Раббыбыҙ)», — тип яуап биргән.
     Йәнә ҡайһы бер яңылыш уйлаусылар: «Һин нимәгә тырышаһың, барыбер Аллаһы Тәғәлә теләгәненә — уңыш, теләмәгәненә уңышһыҙлыҡ килтерер», — тип әйтер. Былай уйлау бөтөнләй дөрөҫ түгел. Был туралағы аяты кәримән бик күптәр яңылыш аңлата. Сөннәт әһеле ғалимдары бы туралағы аяты кәримәне: «Аллаһ һиҙәйәтте теләүселәргә һиҙәйәтте, аҙашыуҙы теләүселәргә аҙашыуҙы барлыҡҡа килтерер», — тип аңлата.
     Әзәлдә «Әхмәт — йәннәтле, Мәхмүт — тамуҡлы зат» тигә хөкөм юҡ, бары тик: «Иман кейеме, итәғәт кейемдәре, нур кейемдәре кейгәндәр — йәннәтле, көфөрлөк, гонаһ, золо кейемдәре кейгәндәр — тамуҡлы», — тиелгән, һәр бәндә ирадәи-жузийәһе менән был кейемдәрҙең ҡайһыһын теләһә шуныһын һайлар, уның шуға тулыһынса ихтыяры бар. Йәғни кеше үҙенең ихтыяры менән быларҙың ҡайһыһын һайлаһа, шуға эйә булыр. Әҙәм балаһы башҡарған эштәрен үҙе яуаплы булғанға күрә, ирадәи-жузийәһе (үҙ теләге) менән яҡшылыҡты һайлап, яҡшы юлда йөрөргә, насарлыҡта тыйылып, насар юлда йөрөмәҫкә тейешле. Шуның менә бергә көтөлгән һәм көтөлмәгән бәләләрҙән беҙҙе һаҡлауы һәм ғүмеребеҙҙе сәләмәтлектә үткәреүебеҙ өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбарыу ҙа — бәндәләрҙең мөһим бер вазифаһы.
     Бер хәҙис-шәрифендә пәйғәмбәребеҙ: «Саҙаҡа биреү бәләне ҡайтарыр, гүмерҙе оҙайтыр», — тигән.
                                                      Тәҡдир
     Тәҡдир — Әзәлдән мәңгелеккә ҡәҙәр булып үтәсәк ваҡиғалар, хәлдәр тураһында Аллаһы Тәғәләнең Үҙенең ғилеме буйынса төҙөгән иләһе программаһы.
                                                       Ҡаза
     Ҡаза — Аллаһы Тәғәләнең ғилеме буйынса Әзәлдә төҙөлгән иләһе программаһының, ваҡыты килгәс, тормошҡа ашырылыуы.
                                                      Ризыҡ
     Ризыҡ — Аллаһы Тәғәләнең йән эйәләренә йәшәйеш өсөн биргән һәм улар тарафынан ашалған нәмә. Ризыҡты биреүсе — Аллаһ, ләкин бәндә үҙ теләге менән хәләл йәки хәрәм юлдан ризыҡты эҙләр. Хәләл юлдан эҙләһә — Аллаһы Тәғәлә хәләл юлдан бирер, хәрәм юлдан эҙләһә — хәрәм юлдан бирер. Шуға күрә лә ризыҡтарын хәләлдән теләмәйенсә хәрәмдән ашағандар үҙ ирадаһы менән (теләге менән) ризыҡты насар юлдан эҙләүселәр өсөн яуаплы. Ризыҡҡа түгел, ризыҡландырыусыға өмөт бағлау тейешле, һәр йән эйәһенә ризығын биреүсе Раззәҡу ғаләм булған зат — Аллаһы Тәғәлә. Уға инанырға, Уға ғына өмөт бағларға кәрәк, сөнки Уның хазинаһы сикһеҙ. Уға ысын күңелдән ышанғандар ҡыйынлыҡ күрмәҫ. Тик бер генә туйындырыусы булған Аллаһты онотоп, ризыҡҡа өмөт бағлағандар ҡыйынлыҡ күрерҙәр, хәсрәттән ҡотола алмаҫтар.
                                                    Тәүәккәл
     Тәүәккәл — маҡсатыңа ирешеү өсөн, ҡулыңдан килгән барлыҡ сараларҙы күреп, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, эшеңдә Унан ярҙам һорау һәм көтөү. Әгәр көткән өмөттәрең килеп сыҡмаһа, борсолмай, бәлки, был хәл минең өсөн тағы ла яҡшыраҡтыр тип, риза булырға кәрәк. Берәр нәмәме булдырыу өсөн тырышып та, шуны булдыра алмаһаҡ, артыҡ үкенмәҫкә һәм тауыш күтәрмәҫкә, туҙынмаҫҡа кәрәк. Сөнки Ҡөрьәндә: «Яратып һеҙ бер нәмәне теләрһегеҙ, әммә дөрөҫлөктә ул нәмә һеҙҙең өсөн насарлыҡ булыр, һеҙ бер нәмәне теләмәҫһегеҙ, әммә дөрөҫлөктә ул нәмә һеҙҙең өсөн яҡшылыҡ булыр. Аллаһы Тәгәлә бөтөн нәмәне белер, ләкин һеҙ белмәҫһегеҙ», — тиелә («Бәҡара» сүрәһе, 216-сы аят).
                                    Имандың дауамлыҡ шарттары
     Донъяла кеше өсөн иң беренсе сиратта кәрәк булған нәмә — иман. Бөтә кешеләр иман килтерергә һәм иман менән Ахирәткә күсергә тейеш. Шуға күрә барлыҡ мөьминдәр ҙә түбәндәге шарттарға иғтибар итергә тейеш:
     1. Ғәибкә, йәғни Аллаһ, фәрештә, Йәннәт, Йәһәннәм, ен кеүек күреп булмай торған нәмәләргә ышаныу.
     2. Хәләлде хәләл тип белеү, йәғни хәләл нәмәләрҙе хәрәм тимәү.
     3. Хәрәм нәмәләрҙе хәрәм тип белеү, йәғни хәрәм нәмәләрҙе хәләл тимәү. Мәҫәлән, хәмергә, процентлы үтескә һ. б. хәрәм булған нәмәләргә хәләл итеп ҡарамау. 
     4. Һәр ваҡыт Аллаһтан ҡурҡыу.
     5. Исламда изге һаналған нәмәләргә хөрмәт күрһәтеү.
     6. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өмөт өҙмәү.
     7. Кафырҙы кафыр тип, мөьминде мөьмин тип белеү. Әйтәйек, бер кеше Исламды мыҫҡыллаған һәм динде бөтөрөргә теләгән кешеләрҙе мөьмин тиһә, үҙе кафыр булыр. Шулай уҡ дингә хеҙмәт иткән, динде ҡеүәтләгән һәм яҡлаған иман эйәһен кафыр тиһә, үҙе кафыр буласаҡ.
     8. Аллаһҡа урын күрһәтмәү. Мәҫәлән, Аллаһ күктә, тип урын күрһәтеп әйтеү дөрөҫ түгел.
     9. Ҡөрьәнгә шөбһәһеҙ ышаныу. Мәҫәлән, Ҡөрьәндең кәмселеге барлығын һөйләү, Ябраил, ғәләйһис-сәләм, хата эшләне, тип әйтеү ҙә кешене диндән сығара.
                              Иманды һаҡлаусы ғибәҙәт төрҙәре
    Иман — ул мөьминдең күңелендә Аллаһ тарафынан бирелгән бер нур. Уны һаҡлау өсөн фарыз, вәжиб, сөннәт, мөстәхәб, мәндүб һәм нәфел ғибәҙәттәр ҡылынһа, иман ғибәҙәттәр эсендә ҡалып һаҡланыр. (Улар тураһында алдағы биттәрҙә туҡталасаҡбыҙ). Иманды һаҡлаусы ошо ғибәҙәт төрҙәрен емергән кешеләр, йәғни фарыздан, вәжибтән, сөннәттән баш тартыусылар имандарын тейешенсә һаҡлай алмаҫ.
                      Мосолман кеше һаҡланырға тейеш булған хәлдәр
     1. Әһле сөннәткә тура килмәгән нәмәләргә ышаныуҙар.
     2. Ғәмәлде (ғибәҙәтте) ташлау.
     3. Ниәттә һәм ғәмәлдә тоғролоҡтан айырылыу.
     4. Гонаһ эшләүҙе дауам итеү.
     5. Ислам ниғмәтенә шөкөр итмәү.
     6. Иманһыҙ булып китеүҙән ҡурҡмау.
     7. Бүтәндәргә золом ҡылыу.
     8. Сөннәт буйынса уҡылған аҙанға иғтибар итмәү.
     9. Дингә ҡаршы булмаған урындарҙа ата-әсәнең һүҙҙәрен тотмау.
     10. Күп тапҡыр ант итеү.
     11. Намаҙға еңел ҡарау.
     12. Хәрәм булған эсемлектәр эсеү.
     13. Мосолмандарҙы ғазаплау.
     14. Ялған рәүештә үҙеңде әүлиә (изге бәндә) итеп күрһәтеү.
     15. Гонаһыңды онотоу.
     16. Үҙ-үҙең менән ғорурланыу (үҙеңде ҙур ғалим итеп күрһәтеү).
     17. Һүҙ йөрөтөү һәм ғәйбәт һөйләү.
     18. Мөьмин ҡәрҙәшеңә көнсөллөк итеү.
     19. Мосолман етәкселәргә итәғәт итмәү.
     20. Кешене яҡшы белмәйенсә маҡтау йәки хурлау.
     21. Ялған һөйләү.
     22. Дин ғалимдарына дошманлыҡ күрһәтеү.
     23. Динде өйрәнеүҙән баш тартыу.
     24. Ирҙәрҙең — ҡатындарға, ҡатындарҙың ирҙәргә оҡшарға теләүе.
     25. Дин дошмандарына хөрмәт күрһәтеү.
                  Әдилләи-шәрғиә (шәриғәт дәлилдәре)
    Әдилләи-шәрғиә — хөкөмдәр сығарыла торған сығанаҡтар. Улар дүртәү:
       1. Китап — Ҡөрьән Кәрим.
       2. Сөннәт — Пәйғәмбәребеҙҙең, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөбәрәк һүҙҙәре, эшләгән эштәре һәм уның яғынан хупланған башҡа кешеләрҙең эштәре.
       3. Ижмағи-өммәт — бер быуатта йәшәгән Мөхәммәт саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, өммәтендәге мөжтәһидтәрҙең бер мәсьәлә тураһында килешеүҙәре.
       4. Ҡыясы-фукаһа — хөкөмө билдәле булмаған бер мәсьәлә тураһында мөжтәһид ғалимдарҙың Китапта,   Сөннәттә һәм Ижмағта хөкөмө билдәле булған бер мәсьәләгә оҡшатып хөкөм биреүҙәре.
    Ижтиһад — шәрғи хөкөмдө шәрғи дәлилдәрҙән сығарыу юлында бөтөн ғилми көстө эшләтеү.
     Мөжтәһид — аяттарҙан һәм хәҙис шәрифтәрҙән хөкөм сығара белгән ҙур ғалим. Мөжтәһид булыу өсөн бөтә Ислам ғилемдәрен бик яҡшы белгәндән һуң Мәүһибү-иләһи (Аллаһ бүләге) булған ғилемгә лә эйә булыу тейешле.
                       Ғилемдең юлдары һәм белем алыу саралары
     Ғилемдең юлдары өсәү:
        1. Хәвәсү-сәлимә — күреү, ишетеү, тәм тойоу, тейеү һәм еҫ тойғолары.
        2. Хәбәри-садик — дөрөҫ хәбәр. Ул ике бүлектән тора:
  а) пәйғәмбәрҙәр килтергән хәбәрҙәр;
  б) ялғанға ҡушылыуҙары мөмкин булмаған бер төркөм килтергән хәбәр.
        3. Аҡыл.

                         Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»