Хаҡ динем (башы)

         Хаҡ динемдә беренсе аҙымдарым. Әңгәмә һәм хикәйәттәр аша. Мөршиҙә Уйсал.

                                                              Аллаһҡа ышаныу

   Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа булған бөтә тере һәм йәнһеҙ нәмәләрҙе кем барлыҡҡа килтергән?
   Был донъялағы бөтә нәмәләрҙең: ер-һыу, йылға, тау, урмандарҙың, кеше, хайуан, ҡош, бөжәктәрҙең, Ҡояш, Ай, йондоҙҙарҙың барлыҡҡа килтереүсеһе — Аллаһ Тәғәлә.
   Әлегә һеҙ бәләкәйһегеҙ. Әммә оҙаҡламай үҫеп етерһегеҙ. Ҙурайып бәлиғ булырһығыҙ. Һеҙ, әлбиттә, белеп тораһығыҙ, донъяла бөтәһе лә хәрәкәт итә һәм үҙгәрә, һәм бөтәһе лә үҙ юлынан бара. Бөтәһе лә ҡәтғи һәм тәртипкә һалынған система менән башҡарыла.
   Быларҙың бөтәһенең дә хужаһы бар. Ул Аллаһ Тәғәлә. Ул — ҡар һәм ямғыр яуҙырыусы, Ул — үле ерҙе терелтеүсе, Ул — ялан һәм урмандарҙы йәшелләндереүсе, Ул — аҡ һөт биреүсе һыйырҙы йәшел үлән менән туйындырыусы, Ул берәүҙәре — диңгеҙҙә, икенселәре — күктә, һәм күпселеге — ерҙә тереклек итеүселәргә йәшәү биреүсе.

Кем яралтҡан был донъяны, Ай, йондоҙ һәм Ҡояшты?
Кем барлыҡҡа килтергән Ер, һыу, тауҙар, күк һәм һауаны?
Кем тотоп тора күктә йондоҙҙарҙы?
Кем яуҙыра ергә ямғырҙы?
Кем кешене юҡтан бар иткән?
Кем мине һәм һине барлыҡҡа килтергән?
Кем тыуҙырған һинең ата-әсәңде?
Кем яралтҡан хайуандарҙы?
Кем барлыҡҡа килтергән үҫемлектәрҙе?
Кем барлыҡҡа килтергән йәшелсә һәм емештәрҙе?
Кем бирә беҙгә һәм хайуандарға бөтә кәрәкле нәмәләрҙе?
Кем үҫтерә үле ерҙән тере үҫемлекте?
Кем бер үк ерҙә төрлө емештәр үҫтергән?
Кем туҡтата һәр кемдең йәшәүен?
Кемгә ҡарай бөтә Йыһан?
Кем бөтәһен дә барлыҡҡа килтергән, күрә, ишетә һәм
бөтәһен дә белә?
Кем бөтәһен дә туйындыра?
Кем бөтәһен дә булдыра?
Кемдең ихтыяры бөтә ерҙә?
Кем бар башланғысһыҙ һәм сикһеҙ?
Кемдең юҡ тиңдәше һәм оҡшашы?
Кем бер кемгә лә мохтаж түгел?
Кем үлемһеҙ?
Кем көсөнөң сиге юҡ?
Кем тыумаған да тыуҙырмаған да?
Кем һаҡлай һәм ғәфү итә беҙҙе?
Кем беҙгә ғүмер бирә?
Һин кемдең ҡоло?
Кем иң бөйөк һәм иң матур?
Кем бөтәһенән дә һөйөклө?
Кемгә һыйынабыҙ беҙгә ҡурҡыныс булғанда?
Кем беҙҙе тәрбиәләй һәм үҫтерә?
Кем беҙҙе ҡурҡыныстарҙан ҡурсалай?
Кем һинең Хоҙайың?

   Был һорауҙарҙың бөтәһенә лә беҙ шулай яуап бирәбеҙ — Аллаһ.
«Аллаһ — ул күктәрҙе һәм Ерҙе бар ҡылды һәм күктән һыуҙы төшөрҙө, һәм уның менән емештәрҙе һеҙгә ризыҡ итеп сығарҙы, һәм Үҙенең бойороғо менән диңгеҙҙә йөрөһөндәр өсөн көймәләрҙе һеҙгә буйһондорҙо, һәм һеҙгә йылғаларҙы буйһондорҙо, һәм һеҙгә төн менән көндө буйһондорҙо, һәм тырыш хеҙмәтсәндәр итеп Ҡояш менән Айҙы буйһондорҙо»Ҡөрьән «Ибраһим, 32-33»
   «Ул төндө һәм көндө, Ҡояшты һәм Айҙы барлыҡҡа килтереүсе»Ҡөрьән «Әл-Әнбиә, 33»
   «Теләгән нәмәһенә Уның әмере: „Бул!“ — тип әйтеү генә етә, һәм ул нәмә барлыҡҡа килә»Ҡөрьән «Йа Син, 82»

Кем иртә һайын күктәргә сығара
Беҙҙең донъябыҙҙы яҡтыртыусы Ҡояшты?
Төнгө диңгеҙҙә сағылып,
Ай тыуа, кем быны Тыуҙырыусы?
Ағастар ҡороған кеүек ҡышҡыһын
Кем бүләк итә уларға яҙын йәшел кейем?
Оя ҡороп, урманда һайрай һандуғас,
Кем Ул, уға нәфис тауыш биреүсе?
Әсәйебеҙгә булған беҙҙең мөхәббәтте,
Хәстәр менән тулған уның тауышын,
Йөрәктәрҙең асыҡ хаҡлыҡ менән балҡыуын
Кем Ул, бүләк итеүсе был ләззәтте?
Әле Тыуған илде белмәгән йөрәктә,
Кем тыуған ергә мөхәббәтте үҫтереүсе?

Атайыңдан ишетергә теләгәндә яҡшылыҡты

Өмөтөңдө һинең кем һаҡлай?
Кемдәр күңелендә Уға мөхәббәт һаҡлай,

Улар — бәхеткә эйә булыусыларҙан.
                                                              (И.Ә. Гәүсә)

            Иман

   Һин ниндәй диндән?
Минең динем — Ислам.
   Һин мосолманмы?
Әл-хәмдү-лилләһ.
   Әл-хәмдү-лилләһ нимәне аңлата?
Аллаһ Тәғәләне маҡтауҙы, Уға рәхмәтле булыуҙы белдерә.
   Ҡайһы ваҡыттан һин мосолман?
Әл-хәмдү-лилләһ, Әл-Мисак заманынан.
   "Әл-Мисак" нимәне аңлата?
Аллаһ Тәғәлә ерҙе барлыҡҡа килтерер алдынан бөтә кешеләрҙең (беҙгә тиклем булған һәм беҙҙән һуң буласаҡ) йәндәрен яратҡан, Үҙенең эргәһенә саҡырған һәм уларҙан һораған:
   - Ә ләстү бираббикум? (Минме һеҙҙең Аллаһығыҙ?)
— Эйе, Һин беҙҙең Аллаһыбыҙ! — тип яуап биргәндәр. — Һәм Һиңә беҙ буйһонасаҡбыҙ, һәм Һинән ярҙам һораясаҡбыҙ.
Был ваҡыт — Әл-Мисак заманы
   Һәр бер бала мосолман булып тыуа. Тик һуңынан ул үҫкәс, ата-әсәләренең йәки башҡа өлкән кешеләрҙең йоғонтоһо аша ул икенсе динде ҡабул итергә мөмкин.
Нисек итеп мосолман булырға?
   Мосолман булыу өсөн «Кәлимәи Тәүхид һәм Кәлимәи Шәһәдәт»те тел менән әйтеп, күңел менән дә инанырға кәрәк.
   "Кәлимәи Тәүхид"те аңлата алаһынмы?
   Лә иләһә иллә Аллаһ, Мөхәммәдү-ррасүлүллаһ.
Мәғәнәһе: «Аллаһтан һәм уның Рәсүле Мөхәммәдтән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) башҡа илаһ юҡ».
   Лә иләһә: Илаһ юҡ. Мәғәнәһе: «Һүҙ бирәм, бер ниндәй ҙә башҡа илаһты ҡабул итмәйем, һәм үҙемдең күңелемде уларҙы ҡабул итеүҙән таҙартам. Төрлө илаһтарҙан таҙарған үҙемдең күңелемде тик Бер генә Аллаһҡа һәм Уның диненә әҙерләнем. Өйҙө һаҙлыҡта төҙөп булмаған кеүек, иман да ауырыу күңелдә көсәйә алмай».
   Иллә Аллаһ: Тик Аллаһ Тәғәләгә генә ышанам. Мәғәнәһе: «Бөтә ялған илаһтарҙы кире ҡағып, тик Бер Аллаһты ҡабул итәм».
   Мөхәммәдү-ррасүлүллаһ: Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) — Аллаһ Тәғәләнең Рәсүле һәм Бәйғәмбәре. Ул шуны аңлата: "Һүҙ бирәм, бөтә яңылыҡтарҙы инҡар итеп, үҙемдең Хоҙайыма нисек итеп Изге Ҡөрьән аша Аллаһ Рәсүлде (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өйрәткән һәм нисек Рәсүл (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙҙе өйрәтте, шулай ғибәҙәт ҡыласаҡмын.

   Аллаһ исеме менән Аллаһтан башҡа бер кем дә һәм бер нәмә лә аталырға тейеш түгел. Һәм Аллаһтан башҡа бер нәмәгә лә һәм бер кемгә лә ғибәҙәт ҡылырға ярамай.
   «Кәлимәи шәһәдәт”те аңлатып бирә алаһынмы?

   „Әшһәдү әллә иләһә иллә-Аллаһ үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ“.
   Мәғәнәһе: „Мин таныҡлыҡ ҡылам, бер Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылырлыҡ илаһ юҡ, һәм Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Уның Ҡоло һәм Рәсүле икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“.

   Дингә ҡарата мөнәсәбәттәренә ҡарап кешеләр өс төркөмгә бүленә:
   1 — Мөьмин: Үҙенең дине итеп Исламды һайлаған, иманын тел менән иҡрар иткән һәм уның нигеҙҙәрен йөрәк менән дә таныған кеше;
   2 — Кафыр: Асыҡтан-асыҡ Ислам динен ҡабул итмәүсе;
   3 — Монафиҡ: Теле менән ул мосолманмын тиеүсе, ә йөрәге менән Исламды ҡабул итмәгән кеше. Ул ялғансы.

   Һин Имандың нигеҙҙәрен һанап бирә алаһыңмы?

   Әмәнтү билләһи үә мәләикәтиһи үә күтүбиһи үә рүсүлиһи үәл-йәүмил-ахири үә биль ҡадәри хәйриһи үә шәрриһи мин — Аллаһи Тәғәлә үәл бәғсу бәғдәл мәүт — хаҡҡун. Әшһәдү әллә иләһә иллә Аллаһ үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһү.
 

   Улар нимәне аңлата?
1 — Аллаһҡа ышаныу.
2 — Фәрештәләргә ышаныу.
3 — Уның Изге Китаптарына ышаныу.
4 — Уның Рәсүлдәренә ышаныу.
5 — Ҡиәмәт көнөнә һәм үлгәндән һуң яңынан терелеүгә ышаныу.
6 — Изгелек һәм яуызлыҡтың тәҡдир булып инеүенә ышаныу.

   Аллаһтың барлығын беҙ нисек белә алабыҙ?
Бер генә Барлыҡҡа Килтереүсенең барлығы тураһында фекер йөрөтөп, тирә-яҡ донъяны күҙәтеп, үҫемлектәр, хайуандар, ер һәм күктең нисек яратылыуын төшөнөп, һәм Изге Ҡөрьәнде уҡып, беҙ Аллаһтың барлығы тураһында белә алабыҙ.
   Беҙ уҡыған китаптың һәр береһенең авторы бар. Һәр бер бинаның уны төҙөгән төҙөүсеһе бар. Матур һүрәт уны төшөргән һәйбәт рәссам тураһында һөйләй. Әгәр ҙә һеҙҙең дуҫтарығыҙҙың береһе, мәктәп үҙенән үҙе төҙөлгән тиһә, һеҙ уға нимә тип яуап бирерһегеҙ? Ул бит һеҙҙә йылмайыу ғына уята.

   Төптән уйлап ҡарайыҡ әле

Элек шыршы бәләкәй генә орлоҡ булған...
Орлоҡ ергә төшкән һәм шытым ебәргән,
Ул ваҡыт үтеү менән үҫеп еткән һәм ҙур ағас булған.
Тимәк, бәләкәй орлоҡ үҙендә шыршының яралтылыу программаһын, планын йөрөткән.
Ә кем орлоҡҡа шул программаны һалған?
Диңгеҙ моллюскыһы, дошмандарынан йәшенгәндә, ҡара буяу менән һыуҙы болғансыҡландыра.
Кем өйрәткән уны быға?
Диңгеҙ моллюскыһы ҡайҙан ҡара буяуҙы ала?
Кеше лампочканы уйлап тапҡан, атомды асҡан, компьютерҙы уйлап сығарған һәм эшләгән.
Кем кешенең үҙен уйлап тапҡан һәм яратҡан.
                                                                                            Н. Беренджи

                                                                    Хикәйәт:
   Аллаһтың барлығын кире ҡаҡҡан һауалы кеше тураһында, һәм уға Имам Әғзәм Әбү Хәнифәнең нимә тип яуап биреүе тураһында:

   Элекке заманда Багдадта бер бик танылған кеше йәшәгән. Уны Имам Әғзәм Әбү Хәнифә тип атағандар. Ул бик бөйөк ғалим булған, һәм уның бик күп уҡыусылары булған. Кешеләр уға бик ҙур хөрмәт күрһәткәндәр.
   Ошо уҡ ваҡытта үҙен бөтә һорауҙар буйынса ла ғилемсе тип иҫәпләгән бер бик һауалы, ҡупым кеше йәшәгән. Ул Аллаһ юҡ тип иҫбатлаған, һәм ҡайҙа ғына булһа ла был турала бәхәс ҡуҙғатҡан.
   Был ҡупым кеше Әбү Хәнифә тураһында белеп ҡалған һәм уның менән бәхәсләшергә теләгән. Ул Багдадҡа килгән, Әбү Хәнифәне эҙләп тапҡан һәм үҙенең шул бер үк һорауын биргән: „Аллаһ бармы, әллә Ул юҡмы?“
   Әбү Хәнифә яуап бирмәгән, тик иртәгә килешелгән ваҡытҡа, күрһәтелгән урынға килергә ҡушҡан һәм унда был кеше үҙ һорауына яуап аласағын әйткән.
   Билдәле булыуынса, Багдадты ике өлөшкә бүлеп Тигр йылғаһы аға.
Иртәгәһенә һөйләшелгән ваҡытҡа Әбү Хәнифә килмәгән. Ҡупым кеше уны оҙаҡ көткән, һәм ул ҡайтырға йыйынғас ҡына, Әбү Хәнифә килеп еткән. Ҡупым кеше уны күреп ҡысҡырған: „Нишләп һин һуңланың? Һин, моғайын, минең менән бәхәсләшергә ҡурҡаһыңдыр?“
   Әбү Хәнифә уға ошолай яуап биргән:
   - Юҡ, ҡурҡмайым. Һин бит беләһең, мин йылғаның теге ярында йәшәйем. Ә төндә дауыл йылғаның күперен алып киткән. Һәм мин йылғаға яҡын килеп, күперҙең эшселәрһеҙ, төҙөүселәрһеҙ үҙенән-үҙе тергеҙелеүен теләнем. Ағастарға, таштарға күпер булып ятырға ҡуштым. Дөрөҫ, был күпмелер ваҡытты алды, һәм мин һуңлаһам да, шулай ҙа бында килеп еттем.
   Ҡупым кеше ҡысҡырып ебәргән:
   - Һин алдайһың! Күпер эшселәрһеҙ, төҙөүселәрһеҙ һәм инженерҙарһыҙ үҙе төҙөлә аламы ни! Быға ышаныусы тиле булыр.
   Әбү Хәнифә әйткән:
   - Эй, әҙәм балаһы, уян! Һин күпер үҙенән-үҙе төҙөлә алмай тип иҫбат итәһең. Ә ул сағында, һинеңсә, Йыһан үҙенән-үҙе нисек барлыҡҡа килгән? Бит үҙенән-үҙе ағас та, япраҡтар ҙа һелкенмәй. Һин һаман үҙенән-үҙе сәбәпһеҙ бер нәмә лә барлыҡҡа килмәүен аңлай алмайһың! — һәм бының менән ул динһеҙ ҡупым кешене аптырашта ҡалдырған.
   Әммә тегеһе һаман үҙһүҙләнгән:
   - Бының менән мин килешәм, әммә һин миңә Аллаһты күрһәт, һәм ул сағында беҙ ышанырбыҙ.
   Әбү Хәнифә ҡулына бер стакан һөт алған һәм ҡупым кешенән һораған:
— Әйт әле, һин, май менән сырҙы нимәнән яһайҙар?
— Нисек нимәнән? Әлбиттә, һөттән.
— Ул сағында һин һөттә булған май менән сырҙы күрһәтә алаһыңмы?
— Әлбиттә, был һөттә май һәм сыр бар, тик беҙ уларҙы күрмәйбеҙ.
— Был һөттә май һәм сыр булыуына һин ышанаһың. Шулай булғас, нишләп һин Уны күрмәйенсә лә Аллаһтың барлығына ышанмайһың. Был һөттә май һәм сыр булған кеүек үк Хоҙай Тәғәлә лә бар.
   Шул саҡта был кеше үҙенең хатаһын таныған. Был донъяны Булдырыусының барлығын аңлаған, үҙенең хаталаныуынан баш тартҡан. Шул көндән алып Аллаһ Тәғәләнең Булыуына һәм Берлегенә ышанған ул.

                                                   Аллаһ беҙҙе нимәгә саҡыра?
   Аллаһ беҙҙе фекер йөрөтөргә, был донъяны күҙәтеп һәм өйрәнеп, үҙебеҙҙең аҡылыбыҙҙы файҙаланырға саҡыра. „Һеҙ уйланмайһығыҙмы ни?“, „Һеҙ фекер йөрөтмәйһегеҙме ни?“ — шулай мөрәжәғәт итә беҙгә Изге Ҡөрьән.
   Бөтә барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙең Ижадсыһы бар; һәм бер нәмә лә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй; булыусы Берәү аҡылдарҙы хәҡиҡәт менән яҡтырта һәм бөтәһен дә ҡәтғи тәртиптә тота; Йыһандың Хужаһы һәм Барлыҡҡа килтереүсеһе бар.
   »Мәғлүмәтһеҙҙәр белемлеләр менән тиңләшә алалармы?" — тип һорай беҙҙән Аллаһ Тәғәлә һәм беҙҙе ғилемгә саҡыра, беҙҙе хаҡ һәм изге эштәргә йүнәлтә, был ғилемде аңлау — Уға ғибәҙәт ҡылыуға килтерә.
Беҙгә хаҡ юлды күрһәтеп, беҙҙе мәңгелек донъяға — ожмахҡа саҡыра.

                                        Аллаһ булғас, беҙ нишләп уны күрмәйбеҙ?
   Эйе, Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм Берлегенә шигебеҙ юҡ. Әммә беҙ Уны күрмәйбеҙ. Ләкин Уның барлығын аңлайбыҙ. Был донъяла күп нәмәләр бар, уларҙың барлығын беҙ беләбеҙ, әммә күҙҙәребеҙ менән күрмәйбеҙ. Миҫал өсөн, электрҙы беҙ күрмәйбеҙ. Әммә уның барлығын инҡар итә алмайбыҙ. Шулай уҡ һөттә май һәм сырҙы күрмәйбеҙ, әммә уларҙы һөттән эшләйбеҙ. Беҙ ауыртыуҙы, мөхәббәт, шатлыҡ, аҡылды күрмәйбеҙ. Беҙ уларҙы тоябыҙ. Әммә уларҙың барлығы тураһында бер кемдең дә шиге юҡ.
   Аллаһтың барлығы ла ошоға оҡшаш. Беҙ Уны күрмәйбеҙ, әммә Ул бар, һәм Ул беҙҙе күрә. Ул күрә, белә һәм беҙҙе ишетә. Уның белеүенең сиге юҡ. Ул беҙ нимә күрәбеҙ, нимәне күрә алмайбыҙ, нимә аңлайбыҙ, нимәне төшөнөп етә алмайбыҙ — бөтәһен дә белә.
   «Ул — Аллаһ күктәрҙә һәм ерҙә; һеҙҙең йәшерен һәм асыҡ нәмәләрегеҙҙе лә белә; һеҙ нимәгә эйә булаһығыҙ, шуны белә». Ҡөрьән «Әл-Әнғәм, 3»
   «Ул ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә булған нәмәләрҙе белә; япраҡ Уның белеүе менән генә төшә һәм ер ҡараңғылығында йәш тә, ҡоро ла орлоҡ юҡ, ул асыҡ китапта ла булмаған булыр ине». Ҡөрьән «Әл-Әнғәм, 59»
   «Ысынлап та, Аллаһ һеҙ нимә эшләгәнде күрә». Ҡөрьән «Әл-Баҡара, 110»
   «Аллаһ — Ишетеүсе, Күреүсе». Ҡөрьән «Әл-Муджәдәлә, 1»
   Ул ябай күҙ менән күреп булмаған нәмәне — атомда нимә йәшеренгән икәнен белә. Аллаһтан башҡа кем электрондар, протондар, нейтрондар һәм фотондарҙан торған нәмәне барлыҡҡа килтерә һәм уларҙы туҡтауһыҙ хәрәкәт иттерә ала?
   Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм ҡөҙрәтле икәнен иҫбатлау йөҙөндә бер үк ҡояшта йылынып, бер үк һыу менән һуғарылып, бер үк ерҙә үҫеп һәм бер үк һауаны һулап, сикһеҙ күп төрлө төҫтәге сәскә, емеш, йәшелсә һәм үҫемлектәрҙең төрлө тәм, еҫ, төҫ һәм хуш еҫле булып кеше алдына килеп баҫыуын нисек күрмәҫкә мөмкин.

                                                                 Хикәйәт:
                  Йәш ҡыҙ, уны тыңлап Ғүмәр Хәлифтең (радыйаллаһу ғәнһү) илауы тураһында
   Хәлиф булғандан һуң, изге Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) йыш ҡына ябай кейемдә, ҡалаға ябай халыҡтың нисек йәшәүен белеү өсөн сығыр булған.
   Шулай бер ваҡыт төндә Ул Мәҙинәнең урамдары буйлап йөрөгәндән һуң, таңға табан арыған һәм бер өйҙөң эргәһенә ял итергә ултырған. Өйҙә һөйләшкәндәре ишетелеп торған. Ҡатын үҙенең ҡыҙын уята икән:    «Ҡыҙым, тор, һөт һатыусы килмәҫ элек һөткә һыу ҡушып өлгөрөргә кәрәк».
   Ҡыҙы әсәһенә: «Әсәй, нисек ундай нәмәне эшләргә мөмкин. Һин ишетмәнеңме ни, Ғүмәр Хәлиф һөткә һыу ҡушыуҙы тыйҙы бит?»
   - Булһа ни, ҡыҙым! Ғүмәр Хәлиф хәҙер үҙенең түшәгендә бик тәмле итеп йоҡлай. Ул нисек күрһен, ти, беҙ ҡайһылай һөткә һыу ҡушҡанды?
   - Әсәй, Ғүмәр Хәлиф әле йоҡлаһа ла, Аллаһ Тәғәлә лә йоҡлаймы? Аллаһ беҙҙе күрмәйме икән ни? Ул беҙ әле нимә эшләгәнде күрмәйме ни? — тигән ҡыҙы әсәһенә мөрәжәғәт итеп. Әсәһе нимә тип әйтергә лә белмәй аптырап ҡалған. Ул үҙенең хатаһын аңлаған һәм үҙенең һүҙҙәренә үкенгән.
   Ғүмәр Хәлиф (радыйаллаһу ғәнһү) был һөйләшеүҙе тыңлап, шым ғына үҙ алдына илаған. Ысын күңелдән ышаныусы йәш быуын үҫеп килә, уларҙы Аллаһ ҡаршыһында Уға булған һөйөү һәм ҡурҡыу яуызлыҡтан һәм гонаһтан туҡтатҡан, арындырған. Ғүмәр Хәлифтең (радыйаллаһу ғәнһү) күҙ йәштәре шундай быуынды үҫтергән Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт күҙ йәштәре булған.
   Ғүмәр Хәлиф (радыйаллаһу ғәнһү) өйөнә ҡайтҡан.
   Иртәнсәк уның иң элек эшләгән нәмәһе — улы Асымды, Аллаһтың күреп торғанын белеп, һөткә һыу ҡушмаған ҡыҙ менән йәрәштереү булған.
   Күп йылдарҙан һуң был ҡыҙ Ғүмәр Икенсе тип аталған Ғүмәр бин Ғабдул-Ғәзиздең өләсәһе булған. Хаҡ һәм ғәҙел Ғүмәр бин Ғабдул-Ғәзиздең идара итеү дәүерендә дәүләт тағы ла нығыраҡ үҫешкән һәм байыған. Илдә хатта байҙарҙың ярҙамына мохтаж ярлылар ҙа булмаған.

       Аллаһ, һин бөтәһендә беләһең

Минең Ҡөҙрәтле Аллаһым, һин беләһең
Күктә кәйелеп осоусы ҡоштар тураһында,
Беҙҙең төшөбөҙҙә нимә күреүебеҙ хаҡында,
Беҙ башҡарған эштәр хаҡында
Бөтәһен дә беләһең, Ҡөҙрәтле Хоҙай!
Күк йөҙөн, диңгеҙ һәм тауҙарҙы,
Ергә төшкән япраҡты,
Нимә булған һәм нимә буласаҡ,
Бөтәһен дә беләһең, Ҡөҙрәтле Аллаһ!
Иртәгә нимә була?
Кем беҙҙең менән булмаясаҡ, кем әле йәшәйәсәк?
Кем илаясаҡ, кем көләсәк?
Бөтәһен дә беләһең, Ҡөҙрәтле Хоҙай!
                                    М. Йәшәр Кандәмир

                                                                Хикәйәт:
                                          Әхмәт нишләп тауыҡты килтермәгән?
   Әхмәт үҙенең синыфында иң яҡшы өлгәшеүсе уҡыусыларҙың береһе ине. Уҡытыусы ла уны яратҡан. Башҡа уҡыусылар, уны гел өлгө итеп ҡуйғанға, Әхмәткә көнләшкәндәр. Бер саҡулар бөтәһе лә бергә уҡытыусы янына һорау менән килгәндәр: «Уҡытыусыбыҙ, беҙ ҙә тырышып уҡыйбыҙ, әммә һеҙ Әхмәтте нығыраҡ яратаһығыҙ. Ни өсөн уны нығыраҡ яратаһығыҙ?»
   Уҡытыусы һорауға һуңыраҡ яуап бирергә вәғәҙә иткән. Ул шул уҡ көндө уҡыусыларға өйгә эш биргән: «Иртәгә һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ бер кем дә күрмәгәндә миңә тауыҡ һуеп килтерһен».
   Бөтәһе лә өйҙәренә таралғандар. Уҡыусылар кем нисек булдыра алған шулай, кем ағас артында, кем тау артында, кем баҙға төшөп, кеше күрмәгәндә тауыҡты тотоп салғандар. Иртәгәһенә бөтә уҡыусылар ҙа мәктәпкә берәр тауыҡ тотоп килгән. Тик Әхмәт кенә бер ни килтермәгән.
   Уҡыусылар Әхмәттән көлә башлағандар, ә ҡайһы береһе: «Уҡытыусының яратҡан уҡыусыһы Әхмәт уның ҡушҡан эшен үтәй алмаған», — тип ҡысҡырған.
   Уҡытыусы синыфҡа килеп инеү менән һәр бер уҡыусы уға берәр тауыҡ килтереп тотторған.
   Уҡытыусы: «Ә һин, Әхмәт, тауыҡ һуйып алып килмәнеңме ни?»
   Әхмәт бик күңелһеҙ яуап биргән: «Уҡытыусы ағай, минең сәбәбем булды, һеҙ ҡушҡан эште үтәй алманым».
   - Әхмәт, ниндәй сәбәп?
   - Уҡытыусы ағай, мин тауыҡты тоттом. Уны салырға урын эҙләй башланым. Һеҙ бит бер кем дә күрмәһен тип әйткәйнегеҙ. Ағас араһына индем, тау артына барҙым, баҙға төштөм. Хатта уны ҡараңғыла салырға уйланым. Әммә булдыра алманым, уҡытыусы ағай. Мин ҡайҙа ғына булһам да, мине Хоҙай Тәғәлә күреп торғанын белә инем. Шуға ла үтәй алманым.
   Уҡытыусы был яуапҡа ныҡ шатланған, сөнки нимә ишетергә теләһә, шуны ишеткән. Һәм уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп былай тигән: «Ҡәҙерле минең тәрбиәләнеүселәрем. Мин, әлбиттә, һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә яратам. Әммә Әхмәттең тәҡүәлелеге һәм ҡайҙа булһа ла Аллаһтың уны күреп тороуын аңлауы, уны үҙенә башҡа бер кеше яһай. Хәҙер һеҙ аңланығыҙмы, ни өсөн мин уны башҡаларҙан артығыраҡ яратам.
   Һәм синыфташтары Әхмәткә, уның уйҙарының һәм тәртибенең таҙа һәм камил икәнен аңлап, икенсе төрлө ҡарай башлағандар.
                                                                         ***
                                 Аллаһтың Берлеген беҙ нисек аңлай алабыҙ?
   Аллаһ бар, һәм Ул Берәү. Уға тиңдәш, оҡшаш юҡ һәм Уның иптәше лә юҡ.
Ул бер нәмәгә лә оҡшаш түгел. Һәм бар булыусыларҙың береһенә лә оҡшаш түгел. Ул оҡшашһыҙ Бар.
Уның Ҡөҙрәтенең сиге юҡ. Уның ерҙә лә, күктә лә урыны юҡ. Ул көслөләрҙең иң Ҡөҙрәтлеһе, бөйөктәрҙең иң Бөйөгө.
   »Әйт: Аллаһ Ул Берәү". Ҡөрьән « Әл-Ихлас, 1»
   «Ул тыуҙырманы ла һәм Ул тыуҙырылманы ла». Ҡөрьән «Әл-Ихлас, 3»
   «Уға тиңдәш юҡ, һәм Уға оҡшаш та юҡ». Ҡөрьән «Әл-Ихлас, 4»
    Нимә булыр ине, әгәр ике Илаһ булһа?
   «Әгәр ҙә унда (Ерҙә һәм Күктә) Аллаһтан башҡа илаһтар булһа, улар һәләк булырҙар ине» Ҡөрьән «Әл- Әнбиә, 22»
   Миҫал өсөн илаһтарҙың береһе болоттарҙан ҡарҙы алырға теләһә, ә икенсеһе: «Юҡ, мин ҡояштың яҡтыртҡанын теләйем», — тиһә. Ул сағында улар араһында көрәш китер ине, һәм был тәртипһеҙлек һәм буталсыҡлыҡта бөтә Йыһанда тәртип боҙолор ине. Планеталар бер-береһен ҡыуып уҙып китә алмай. Ҡояш, Ай һәм йондоҙҙар бер үк ваҡытта ҡалҡа алмайҙар.
   Бер мәктәптә ике директор була алмай, һәм бер ҡалала ике мэр ҙа булмай, һәм шулай уҡ ике илаһ юҡ.
   Бөтә булдырылған нәмә һәм Йыһан камиллыҡта һәм ҡәтғи тәртиптә йәшәй. Ҡояш, Ай һәм йондоҙҙарҙың хәрәкәте билдәле система һәм эҙмә-эҙлелектә була. Был да Аллаһтьщ Берлеге менән билдәләнелгән.
   Әгәр ҙә Аллаһ берәү булмай, ә бер нисә илаһ булһа, ул сағында бөтә нәмәләрҙең тәртибе юғалыр ине. Ҡояш һәр ваҡытта ла көнсығыштан калҡмаҫ, һәр ваҡытта ла көнбайышҡа байымаҫ, ә йыл миҙгелдәре бер-береһен алыштырмаҫ ине. Ут һәр ваҡытта ла йылытмаҫ, ҡояш йылыны ваҡыты-ваҡыты менән генә бирер ине.
   Тирә-яҡҡа ҡарағыҙ әле, һеҙ ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек, кәмселек күрәһегеҙме? Был аҡыл менән аңлап етә алмаҫлыҡ камиллыҡ һәм тәртипкә һалынғанлыҡ Аллаһтың Берлегенә дәлил булып тора.

                                                   ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ ӘЛЕ...

   • Ер менән Ҡояштың араһы шундай алыҫлыҡта, был һүнмәй торған сығанаҡ беҙгә йылыны күпме кәрәк, шул тиклем ебәрә. Әгәр ҙә Ер Ҡояштан саҡ ҡына алыҫлашһа ла, беҙ туңып бөтөр, ә инде яҡынайһа — беҙ янған булыр инек.
   • Ер күсәре Ҡояшҡа ҡарата 23 градусҡа ауышыу сәбәпле, йыл миҙгелдәре алышынып тора. Әгәр ҙә был ауышлыҡ булмаһа, океандарҙың һыу быуы ҡотоптарҙа тупланыр, ә материктар боҙ ҡатлауы менән ҡапланыр ине.
   • Беҙҙең йөрәгебеҙ теләһә ниндәй двигателдән дә камилыраҡ һәм йылдар буйына ялһыҙ эшләй. Был камил мотор көнөнә 100000 тапҡыр һуға һәм Ижадсы тарафынан бирелгән көстө файҙаланып тәүлегенә 10 тонна ҡанды ҡыуа. 60 йәш ғүмер һуҙымында был күрһәткес 220000 тоннаға барып етә.
Бындай күләмдәге ҡан 7,5 метр радиуслы 100 этажлы өй бейеклегендәге цилиндрҙы тултыра ала. Ҡан йөрөп торған тамырҙарҙың оҙонлоғо 150000 километрға етә. Был ара Ер әйләнәһенән 4 тапҡырға ҙурыраҡ, ҡан тамырҙар буйлап тәнде 13 секундта урап сыға. Был Барлыҡҡа килтереүсенең Ҡөҙрәтен раҫлаусы йәнә бер дәлил.
   • Фән тарафынан бер тамсы ҡанда 5 миллион тере күҙәнәк булыуы, ҡандың 50, бауырҙың 400 функция үтәүе, бөйөрҙәрҙең һәр 5 минут һайын ҡанды тулыһынса таҙартыуы, бер күҙәнәктә булған информацияның 46 том китапты тултыра алыуы, кеше мейеһенең иң яҡшы компьютерҙарҙан да йөҙ тапҡырға камилыраҡ булыуы иҫбатланған.
   • Ер һауаһыҙ бушлыҡта 12 төрлө хәрәкәт яһай һәм үҙ күсерендә һәм Ҡояш тирәләй сәғәтенә 100000 километр тиҙлек менән әйләнә; Ҡояш системаһының бер сигенән икенсеһенә тиклем алыҫлыҡ — 10 миллиард километр; беҙҙең Г алактикала 100 миллиард шундай Ҡояш системаһы һәм бөтә Йыһанда 200 миллиард шундай Галактика бар; иң яҡын йондоҙға булған ара самолетта 16 миллион йыл иҫәпләнә; шундай йондоҙҙар бар, улар Ҡояштан 10 миллиард тапҡыр ҙурыраҡ һәм 6 секунд эсендә Ҡояш 1 йыл буйы биргән тиклем яҡтылыҡ бирә. Был да ғалимдар тарафынан асылған.

           Нисек итеп ҡар бөртөктәре Аллаһтың Барлығын һәм Ҡөҙрәтен иҫбат итәләр?

   Һеҙ ҡар яуыуы тураһында уйланғанығыҙ бармы? Ҡар бөртөктәре яуғанда бер-береһенә йәбешәләрме? Эйе, ергә төшөп, улар ҙур көрттәр хасил итә. Йәки бына һеҙ ҡарҙан ҡыш бабай яһағанда, ҡарҙан йомарлаҡтар яһайһығыҙ. Ә әгәр ҙә бындай йомарлаҡтар күктән ергә яуһалар, нимә булыр ине?
   Аллаһ Тәғәлә ҡарҙы шулай итеп эшләгән, күктә ул йомарлаҡтарға йыйылмай, һәм яуып беҙгә зыян килтермәй. Ҡар бөртөктәре еңел һәм һалмаҡ ҡына итеп яуалар һәм ялтырауыҡ күбәләктәр кеүек беҙгә төшәләр.
   Ҡар бөртөктәренең матурлығы һәм геометрик камиллығы күп кенә оҫта рәссамдарҙы һәм яҙыусыларҙы илһамландыра. Шул уҡ ваҡытта уларҙың береһе лә икенсеһенә оҡшаш түгел. Һәр ҡайһыһы үҙенсә нәфис һәм берҙән-бер.
   Беҙҙең тауыштарыбыҙ, йөҙҙәребеҙ һәм бармаҡ битендәге тиреләребеҙ төрлө булған кеүек, һәр бер ҡар бөртөгө лә ҡабатланмаҫ төрҙә.
   Бер-береһенә оҡшамаған ҡар бөртөктәрен Барлыҡҡа килтереүсенең Ҡөҙрәте һәм көсө кеше тауыштарының, йөҙ һәм бармаҡ һүрәттәренең күп төрлө варианттарының булыуында ла сағыла.
   50 сантиметр ҡалынлыҡта һәм 1 квадрат метр майҙандағы көрттә 1 миллион ҡар бөртөгө бар. Әгәр ҙә ҡар ниндәй ҙә булһа бер илде тулыһынса ҡаплаһа, бөтә был массала бер-береһенә оҡшаған ике ҡар бөртөгө табылмаясаҡ.
   Был 50 йыл буйы 6 меңдән артыҡ ҡар бөртөгөн фотоға төшөргән америкалы Вильсон Бентли тарафынан иҫбатланған. Һуңынан ҡар бөртөктәрен фотоға төшөрөү айырым сәнғәткә әйләнгән.
   Был миҫалдар донъяла бер нәмәнең дә осраҡлы түгел икәненә дәлил булып хеҙмәт итә, бөтәһе лә билдәле бер тәртиптә бара. Һәм был Аллаһ Тәғәләнең Берлегенең сираттағы сағылышы.

                   Беҙ Аллаһ Тәғәләнең нисек булыуын күҙ алдына килтерә алабыҙмы?
   Беҙ үҙ күҙҙәребеҙ менән Аллаһты күрә алмайбыҙ. Һәм үҙ аҡылыбыҙ менән Уны күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Беҙ Аллаһ Тәғәлә хаҡында Ул күпме теләй, шул тиклем генә белә алабыҙ. Киләһе хикәйәт быны аңларға ярҙам итер.
                                                                    Хикәйәт:
                                                          Фил нимәгә оҡшаш?
   Индустар ҡараңғы бинаға филде индергәндәр.
   Һәм уны халыҡҡа күрһәтергә уйлағандар. Филде күрергә теләгән бер нисә кеше был бинаға ингән.
   Унда дөм ҡараңғы булған, тыштан саҡ ҡына ла яҡтылыҡ төшмәгән. Инеүселәр филде ҡулдары менән ҡапшай башлаған.
   Берәүһе филдең томшоғон ҡапшап, былай тигән:
   - Фил йыланға оҡшаған, ти икән.
   Ә икенсеһе филдең ҡолағын тотоп:
   - Фил елпеүескә оҡшаған.
   Ә өсөнсөһө уның аяғын ҡосаҡлап әйткән:
   - Фил бағанаға оҡшаған.
   Ә дүртенсеһе филде арҡаһынан һыйпап хәл иткән:
   - Фил тәхеткә оҡшаған.
   Һәр береһе филдең бер өлөшөн ҡулдары менән өйрәнеп, филдең нисек булыуын аңлатырға теләгән.
   Һәм береһенең фекере икенсеһенекенән ныҡ айырылған. Берәү филде йылан кеүее, икенсеһе елпеүес кеүек тип иҫбат иткән...
   Һәм уларҙың һәр ҡайһыһы ҡулдарына май шәм тотоп яҡтыртып ҡараһалар ҙа уларҙың хикәйәте шулай уҡ айырылыр ине.

дауамы ошо биттә: //nazir1965.com/din/xa%D2%A1-dinem-dauamy.html
   

   Зәкиә Ураҙбаева тәржемәһе. Дини мөхәррире Айҙар Хәбибуллин. Китаптар: //kitaptar.bashkort.org/book/haq_dinemda_berense_azymdarym._ikense_basma.