Хаҡ динем (дауамы)

                                                           Хаҡ динем (дауамы)

   Башы ошо биттә: //nazir1965.com/din/xa%D2%A1-dinem-bashy.html#more-5209

                                                          Аллаһтың сыфаттары
   А — Заты Сыфаттары, Б — Субути Сыфаттары
   А — Заты Сыфаттары (тик Уға ғына хас): Улар алты.
1 — Әл-Вүджүд: Барлығын белдерә. Аллаһ Тәғәлә һәр ваҡытта бар, һәм Уның Ихтыяры бөтә ерҙә лә бар.
2 — Әл-Ҡыдам: Башланғысһыҙ икәнен белдерә. Аллаһ Тәғәләнең булыуының башы юҡ. Ул һәр ваҡытта ла булған. Ул тыумаған да, тыуҙырылмаған да.

3 — Әл-Баҡа: Сикһеҙ булыуҙы белдерә. Аллаһ Тәғәләнең булыуының сиге юҡ. Ул үлемһеҙ.
4 — Әл-Вәхдәниййәт: Берлеген белдерә. Аллаһҡа хас булған атрибуттар бер кемдә лә, бер нимәлә лә юҡ. Аллаһ Тәғәләгә тиңдәш һәм оҡшаш юҡ.
5 — Мөхәләфәтүл-лил-хаүәдиҫ: Барлыҡҡа килтерелгәндәрҙән айырымлығын белдерә. Аллаһ Тәғәлә Үҙе барлыҡҡа килтергәндәрҙең бер нимәһенә лә оҡшаш түгел.
6 — Әл-Ҡыяму би Нәфсиһи (Ҡыяму би Затиһи):
Үҙенән-үҙе булыуҙы белдерә. Аллаһ Тәғәлә Үҙе бар. Ул бер кемдә лә, бер нәмәлә лә мохтаж түгел. Тик бөтә барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр Уға мохтаж.

Б — Субути Сыфаттары: Улар һигеҙ.
1 — Әл-Хәййәт: Тере булыуҙы аңлата. Аллаһ Тәғәлә тере һәм йәшәй.
2 — Әл-Ғилем: Белеүсе икәнен аңлата. Аллаһ Тәғәлә бөтәһен дә белә.
3 — Ас-Самиғ: Ишетеүсе икәнде аңлата. Аллаһ Тәғәлә бөтәһен дә ишетә.
4 — Әл-Басар: Күреүсе тигәнде аңлата. Аллаһ Тәғәлә бөтәһен дә күрә.
5 — Әл-Ирада: Нимәлер теләүҙе аңлата. Аллаһ Тәғәлә үҙенең теләктәрендә һәм ынтылыштарында ирекле.
6 — Әл-Ҡөҙрәт: Ҡөҙрәтте аңлата. Аллаһ Тәғәләнең Көсө һәм Ҡөҙрәте бөтә барлыҡҡа килтерелгәндәргә хакимлек итә.
7 — Әл-Кәләм: Телмәрҙе аңлата. Аллаһ Тәғәлә кем менән һәм нисек теләй, шулай һөйләшә.
8 — Ат Такуин: Барлыҡҡа килтереүсе тигәнде аңлата. Ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәләрҙе Аллаһ Тәғәлә барлыҡҡа килтергән.

                                                 Беҙ Аллаһты күрә алабыҙмы?
   Инша Аллаһ, беҙ Аллаһты күрербеҙ. Тик Уны был донъяла күреү мөмкин түгел. Беҙҙең күреү мөмкинселегебеҙ сикле. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бөтәһен дә күрергә һәләтле түгел. Миҫал өсөн, ҡайһы бер хайуандарҙың төндә күргән нәмәләрен беҙ күрә алмайбыҙ.

                                     Беҙ нисек Ҡиәмәт Көнөндә Аллаһты күрәсәкбеҙ?
   Мөхәммәд бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Ысынында һеҙ ай тыуғанда нисек айҙы күрәһегеҙ, шулай итеп үҙегеҙҙең Раббығыҙҙы күрәсәкһегеҙ».
                                                               

                                                                   Хикәйәт:
                                                             Аллаһ беҙҙе күрә
   Сәлих үҙенең олатаһынан һораған:
   - Олатай, нишләп беҙ Аллаһты күрмәйбеҙ?
   Олатаһы уға шулай яуап биргән:
   - Сөнки беҙҙең күҙҙәребеҙ шулайтып барлыҡҡа килтерелгәндәр, улар Аллаһты күрә алмайҙар.
   - Нишләп улай, олатай?
   - Ә һин фотоаппарат менән бөтәһен дә төшөрә алаһыңмы?
   - Эйе, төшөрә алам.
   - Ә үҙеңдең үпкәң менән йөрәгеңде лә төшөрә алаһыңмы?
   - Юҡ, уларҙы тик рентген аппараты менән генә мөмкин.
   - Бына күрәһеңме, ике аппарат та төшөрөү өсөн тәғәйенләнһәләр ҙә, фотоаппарат рентген аппараты төшөргәнде төшөрә алмай. Сөнки уларҙың төҙөлөштәре төрлө. Беҙҙең күҙҙәребеҙ Аллаһ тарафынан барлыҡҡа килтерелһәләр ҙә, улар Уны күрә алмайҙар.
   - Ә Ул беҙҙе күрәме?
   - Әлбиттә, Ул беҙҙе ҡараңғы төндә яҡтыртылмаған бүлмәлә ҡара кейемдә лә күрә.

                                                                                                          (М. Йәшәр Кандәмир)

                                                «Аллаһ бабай» тип әйтергә яраймы?
   Улай тип әйтергә ярамай. «Әл-Ихлас» сүрәһендә Аллаһ тыуҙырмаған да һәм тыуҙырылмаған да, һәм Уның атаһы ла һәм улы ла юҡ, тип әйтелә.
   Аллаһтың Ҡөҙрәте бөтә ергә лә тарала, һәм Уның Ғилеме бөтәһен эсенә ала.

   «Аллаһ ергә нимә ингәнен һәм унан нимә сыҡҡанын, күктән нимә төшкәнен һәм унда нимә күтәрелгәнен белә. Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа ул һеҙҙең менән. Аллаһ һеҙ нимә эшләгәнде күрә». Ҡөрьән «Әл-Хәдид, 4»
   «Беҙ кешегә муйынындағы ҡан тамырынан да яҡыныраҡ». Ҡөрьән «Ҡаф, 16»
   «Мәшриҡ тә, Мәғрип тә Аллаһтыҡы». Ҡөрьән «Әл-Баҡара, 115»

                                               «Аллаһ күктәрҙә тора» тип әйтеү дөрөҫмө?
   Улай тип әйтергә ярамай. Был үрҙә килтерелгән аяттарҙан аңлашылды.
   Изге Ҡөрьән башынан аҙағына тиклем — ул Аллаһ Тәғәләнең Һүҙҙәре.
   Аллаһ Тәғәләнән Ябраил Фәрештә арҡылы беҙҙең яратҡан Бәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) вәхи килгән.
   Ҡәҙерле балалар! Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрен һәм әмерҙәрен ишетеү һәм аңлап төшөнөү өсөн Изге Ҡөрьәнде бик күп уҡырға кәрәк.

   «Әгәр ҙә ер йөҙөндәге ағастар ҡауырһындар булып, ә диңгеҙ яҙыу ҡараһы булһа, һәм ул диңгеҙгә йәнә ете диңгеҙ ҡушылһа ла, Аллаһ Тәғәләнең бөтә һүҙҙәрен яҙырға улар етмәҫ ине». Ҡөрьән «Лоҡман, 27»

                                     Аллаһ Тәғәләнең Барлығын беҙ нисек белә алабыҙ?
   Үҙебеҙгә, башҡа мәхлүктәргә һәм Йыһандағы бөтә йән эйәләренә ҡарап, беҙ бөтә камил, матур, төзөк ижат ителеүҙең Бер Аҡыллы Барлыҡҡа килтереүсеһе булыуын аңлай алабыҙ.
   Ибраһим бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бик бәләкәй сағында атаһының нисек итеп боттарҙы яһауын, халыҡтың уларға табыныуҙарын күреп, оҙон-оҙаҡ ҡояшҡа, айға һәм йондоҙҙарға ҡарап торор булған. Һәм уларҙың ҡасан да булһа һүнеүен күреп, әйткән: «Һүнгән нәмә минең Раббым була алмай». Һәм шунан һуң Аллаһты аңлап-төшөнгән: «Минең Раббым — Шул, кем уларҙың барыһын да барлыҡҡа килтергән».
   Кем бер ерҙән, бер һауанан һәм бер һыуҙан күп төрлө емештәрҙе булдыра, Уны һәм Уның Көсөн инҡар итеп булмай.
   Был аяттар Аллаһ Тәғәләнең Барлығын һәм Ҡөҙрәтен иҫбат итә:
   «Һәм уның аяттарынан һин Ерҙе кәмһетелгән, ҡороған итеп күрәһең, һәм, әгәр Беҙ уға һыу төшөрһәк, ул тулҡынлана, бүртенә-ҡабара. Ысынлап та, уны терелткән — үлектәрҙе лә терелтә. Ул, ысынлап та, һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Ҡөрьән „Фуссыләт, 39“
   „Улар үҙҙәре өҫтөндәге Күккә ҡараманылармы ни: нисек Беҙ уны төҙөнөк һәм матурланыҡ, һәм уның бер тишеге лә юҡ?
   Һәм Беҙ Ерҙе йәйҙек һәм уның өҫтөнә тауҙарҙы һалдыҡ һәм уның өҫтөндә һәр төрлө матур ишлеләрҙе үҫтерҙек“. Ҡөрьән „Ҡаф, 6-7“
   „Һәм Ул Ерҙе йәйҙе һәм уның өҫтөндә тауҙар һәм йылғалар яһаны һәм унда һәр төрлө емеште икешәрләп ишле яһаны. Ул көндө төн менән ҡаплай. Ысынлап та, бында — уйлаған кешеләргә аяттар бар.
   Ер йөҙөндә бер-береһенә күрше булған ер бүлемдәре, һәм йөҙөм баҡсалары һәм сәсеүлектәр, һәм бер тамырҙан булған, һәм бер төрлө һыу менән һуғарыла торған хөрмә ағастары бар. Беҙ ашау өсөн уларҙың береһен икенсеһенән артыҡ итәбеҙ. Ысынлап та, бында аҡыллы кешеләр өсөн аяттар бар!“Ҡөрьән „Әр-Рәғд,3-4“
   Был аяттарҙа бер үк ерҙә, бер үк һыу менән туҡланып, төрлө үҫемлектәрҙең үҫеп сығыуы, уларҙың төрлө емештәр биреүе хаҡында әйтелә. Был аяттар Аллаһтың Барлығын, Уның Ҡөҙрәтен һәм Көсөн асыҡ дәлилләй.

                                        Аллаһ Тәғәлә алдында беҙҙең бурыстарыбыҙ:
1. Бер Аллаһҡа, уға ҡатнашсылар бирмәйенсә инанырға.
2. Бөтә күңелең менән һәм бөтәһенән дә нығыраҡ итеп Аллаһты яратырға.
3. Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙан тик унан ғына ярлыҡау һорарға.
4. Уға ғына ышанып, тик Уның үҙенән генә ярҙам һорарға.
5. Һәр ваҡыт һәм тик Уның Бер үҙенә генә ғибәҙәт ҡылырға.
6. Уның бөтә биргәндәренә рәхмәтле булырға.
7. Уның яратҡандарын яратырға һәм ҡушмағандарынан баш тартырға.
8. Ул ҡушҡанды үтәргә һәм тыйғандарынан тыйылырға.

                                 Беҙ көндәлек тормошта ҡасан Аллаһ Тәғәләнең исемен әйтәбеҙ?
   Берәйһе менән айырылышҡанда: „Һине Аллаһҡа тапшырам“, „Аллаһҡа аманат бул“, — тибеҙ.
   Кемделер оҙатҡанда: „Аллаһ Тәғәлә һине бәлә- ҡазаларҙан һаҡлаһын“, — тибеҙ.
   Ҡайғы-хәсрәт, ауырлыҡтар килгәндә: „Аллаһ һаҡлаһын“, „Аллаһ ярҙам итһен“, — тибеҙ.
   Берәр нәмә эшләргә булһаҡ: „Инша Аллаһ, Аллаһ бирһә, Аллаһ насип итһә“, — тибеҙ.
   Берәйһенә асыуланғанда: „Аллаһ хөкөм итһен“, — тип әйтәбеҙ. Әгәр ҙә беҙҙең яҡындарыбыҙға асыуланған кеше ләғнәт яуҙырһа, беҙ: „Аллаһ Тәғәлә үҙе һаҡлап, яҡлап торһон инде“, — тибеҙ.
   Хата яһағанда: „Әстәғәфируллаһ: Аллаһтан ғәфү үтенәм“, — тибеҙ.
   Ашар алдынан йәки ниндәйҙер эште башлар алдынан „Бисмилләһи: Аллаһ Тәғәләнең исеме менән башлайым“, — тибеҙ.
   Ашағандан һуң йәки берәй эште тамамлағандан һуң „Әл-хәмдү-лилләһ“, — тибеҙ.
   Берәй яҡшылыҡ килеп сыҡһа, „Машаллаһ: был Аллаһ Ихтыяры менән килеп сыҡты“, — тибеҙ.

                                                             Аллаһ кемде ярата?
— Аллаһ, кем Уға буйһона һәм ғибәҙәт ҡыла, шуларҙы ярата.
— Аллаһ, кем Уға Уның ниғмәттәре өсөн рәхмәт әйтә һәм Уны маҡтай, шуны ярата.
— Аллаһ иманлы һәм тәҡүәле кешеләрҙе ярата.
— Аллаһ эш һөйөүселәрҙе һәм ғилемлеләрҙе ярата.
— Аллаһ тыйылғандарҙан тыйылып ҡушҡандарын үтәгән кешеләрҙе ярата.
— Аллаһ Уның ҡушҡандарын үтәп һәм беҙҙең яратҡан Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өйрәткәнсә йәшәгәнде ярата.
— Аллаһ йәмәғәтенә, балаларына һәм ҡул аҫтындағы кешеләргә ғәҙел булғандарҙы ярата.
— Аллаһ, кем ата-әсәһенә хөрмәт итә, шуларҙы ярата.
— Аллаһ, кем үҙенең яҡындарына һәм таныштарына ярҙам итә, шуларҙы ярата.
— Аллаһ шундай мосолманды ярата, кем үҙенең аҡылын хаҡ, ғәҙел эштә файҙалана.
— Аллаһ теүәл һәм тәрбиәле кешене ярата.

                                                             Аллаһ кемде яратмай?
— Аллаһ, Кем Уға буйһонмай һәм ғибәҙәт ҡылмай, шуларҙы яратмай.
— Аллаһ уның ниғмәттәренә шөкөр итмәүселәрҙе яратмай.
— Аллаһ сит кешенең мөлкәтен ашаусыларҙы яратмай.
— Аллаһ тәрбиәһеҙ һәм тупаҫ кешеләрҙе яратмай.
— Аллаһ яуызлыҡ эшләүселәрҙе яратмай.
— Аллаһ алдаҡсыларҙы яратмай.
— Аллаһ кемдәр уның ҡанундарын үтәмәй һәм беҙҙең яратҡан Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нимәгә өндәгән шуны үтәмәүселәрҙе яратмай.
— Аллаһ тәкәбберҙәрҙе яратмай.
— Аллаһ бәрәшәндәрҙе яратмай.
— Аллаһ ялҡауҙарҙы һәм һәпрәләрҙе яратмай.
— Аллаһ золомлоҡ ҡылыусыларҙы һәм ғәҙел булмағанҙарҙы яратмай.

                                                                        Хикәйәт:
                                                            Аллаһ яратҡан балалар
   Ғилемле аҡһаҡал, намаҙлыҡ өҫтөндә ултырып, устарын юғары күтәреп Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт иткән:
   »Эй, минең Аллаһым! Мин инде ҡарт һәм минең үлем сәғәтем яҡынлаша. Миңә һин биргән ғилемде мин кемгә биреп ҡалдырайым икән? Үҙемдең китапханамды кемгә ҡалдырырға, ул унда йыйылған китаптың ҡәҙерен белерлек кеше булһын ине. Ундағы ғилемде кем һаҡлай алыр икән?"
   Шул уҡ төндә аҡһаҡал асыҡ ҡына төш күрә. Уға йәшел ҡанатлы фәрештә килгән һәм һүҙ башлаған:
   "Һин китапханала һаҡланыусы бик һәйбәт китаптарҙы кемгә бирергә мөмкин икәнлеген белергә теләгәйнең. Ҡайғырма. Аллаһ мине һиңә ебәрҙе, ул турала аңғартыу өсөн. Иртәнге намаҙҙан һуң күршеләге өс өйгә барырһың. Был өйҙәрҙәге өс малайҙы китапханаға саҡыр һәм ул китаптарҙы алыуҙарын һора. Был өсәү һинең китаптарыңды алырға лайыҡлылар".
   Был турала әйткәндән һуң фәрештә елпенгән дә осоп та киткән.
   Уянғас, аҡһаҡал үҙенең төшөн иҫенә төшөргән. Ул фәрештә тарафынан әйтелгән һүҙҙәр тураһында уйланған һәм төш шайтан тарафынан бирелмәгәнен уйлап алғас, шулай эшләргә ҡарар иткән.
   Иртәнге намаҙҙан һуң аҡһаҡал өс күрше малайын саҡырып алған һәм уларҙы үҙенең китапханаһына алып килгән һәм һораған:
   - Ҡәҙерле балалар, Аллаһ һеҙҙе бик ярата, тик миңә билдәһеҙ: ниндәй сәбәп менән. Һеҙ буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнеүегеҙҙе һөйләп бирә алмаҫһығыҙмы?
   Беренсе малай һөйләй башлаған:
   - Иртәнсәк уянғас, мин урман, ағастар йәшеллегенә, йөҙөм ағастарына һәм баҡсаларға ҡарайым. Улар бөтәһе лә ҡышҡыһын ҡоройҙар, япраҡтары ҡойолоп бөтә. Ә яҙ көнө улар яңынан йәшәрә, сәскә ата һәм һуңынан емеш бирә. Оҙаҡ уйланам. Был ағастарҙың эсендә быларҙың бөтәһен дә эшләүсе механизм юҡ. Кем уны эшләй икән?
   Былар бөтәһе лә үҙенең ниғмәттәре менән беҙҙе шатландырырға теләүсе Аллаһ ихтыяры менән эшләнә. Быларҙы аңлап, мин Аллаһты тағы нығыраҡ яратам. Ошолар тураһында уйлап, йыш ҡына дини китаптар уҡыйым, һәм минең Аллаһты яратыуым тағы ла арта.
   Күпте белгән аҡһаҡал былай тип яуап биргән:
   - Балаҡай, үҙеңдең һүҙҙәрең менән һин мине шатландырҙың. Аллаһ һине ярата. Әйләнә тирә-яҡ донъяны күҙәтеү һәм үҙ күҙәтеүҙәреңдән фәһем өсөн ғилем алыу, көн дә дини китаптар уҡыу — был бик һәйбәт.
Һуңынан икенсе малай һөйлгән:
   - Мин төндә йондоҙҙар һибелгән күккә һәм тирә- яҡты яҡтыртыусы айға ҡарайым. Һуңынан беҙгә ямғыр килтереүсе болоттар һәм улар туйындырған үҫемлектәр тураһында уйлайым. Һәм быларҙың бөтәһен дә беҙҙең мәнфәғәтебеҙ өсөн барлыҡҡа килтергән Аллаһҡа минең яратыуым тағы ла нығыраҡ арта. Шуға ла мин дини китаптарҙы күп уҡыйым, мин бөтә буш ваҡытымда Ислам буйынса үҙемдең белемемде арттырырға тырышам.
   Асыҡ сырайлы аҡһаҡал, уны тыңлап бөткәс, былай тигән:
   - Балаҡайым, һин эшләгән нәмәләр Аллаһҡа ныҡ оҡшай. Буш ваҡытта тирә-яҡ донъяны өйрәнеү, унан һығымта яһау, һуңынан дини китаптар уҡыу һәм иманды нығытыу — ул Аллаһҡа оҡшаған эштәрҙең береһе.
   Өсөнсө малай былай тип яуап биргән:
   - Бабай, минең дуҫтарымдың береһе күкте, икенсеһе ерҙе өйрәнә. Ә мин бөтәһен дә, күктә һәм ерҙәге нәмәләрҙе, ҡоштар һәм хайуандарҙы күҙәтәм. Бит Аллаһ Тәғәлә күктә йәшәүсе ҡоштарға, ерҙә йәшәүсе һарыҡ һәм һыйырҙарға ашамлыҡ бирә. Ә хайуандар беҙгә аҙыҡ бирә. Улар ашаған үлән һөт һәм иткә әйләнә. Улар бер нәмәне ашай, ә беҙгә бөтөнләй икенсе нәмә бирәләр. Үләндең ит һәм һөткә әйләнеүенә ҡарап, һарыҡ һәм һыйырҙарҙың эсендә эшкәртеү фабрикаһы бар икән тип уйларға ярамай. Мин быны төшөнгәс, минең Аллаһҡа ҡарата һөйөүем арта, һәм бөтә буш ваҡытымда мин дә минең дуҫтарым кеүек үк Ислам буйынса китаптар уҡыйым һәм мосолман булараҡ иманым нығый.
   Аҡһаҡал, уның яуабын ишетеп, тағы ла шатланған. Ул үҙенең китаптарын бүлеп балаларға таратҡан һәм әйткән:
   - Балалар, бөгөн төндә миңә йәшел ҡанатлы фәрештә килде. Һәм миңә минең китаптарымды Аллаһ яратҡан балаларға бирергә ҡушты. Мин ни өсөн Аллаһ һеҙҙе яратҡанын белергә теләгәйнем. Һәм хәҙер мин быны аңланым. Ҙур шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек менән үҙемдең китаптарымды һеҙгә бирәм. Уларҙы алығыҙ, уҡығыҙ, һеҙ ҙә шулай уҡ, ваҡыты еткәс, хөрмәтле ғалимдар булырһығыҙ.
   Балалар шатланышып китаптарҙы үҙҙәренең өйөнә, ата-әсәләренә алып ҡайтып киткәндәр. Аллаһҡа һөйөү менән янған балалар, ошо көндән башлап Ислам буйынса күп уҡығандар. Һәм үҙҙәренә фәһем алып, әйләнә тирә- яҡты иғтибарлы өйрәнеүҙе дауам иткәндәр.

                             Бөтә барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙе Аллаһ нимә өсөн яратҡан?
   Бөтә тереклек нимә өсөн барлыҡҡа килтерелһә, шул функцияны башҡара. Бал ҡорто бал йыя, ебәк ҡорто ебәк үрә, тауыҡ күкәй һала. Ҡояш йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығара. Ер беҙгә ашамлыҡ бирә. Тәбиғәттә барлыҡҡа килтерелгән бөтә нәмәнең үҙенең функцияһы бар.
   Беҙ тауыҡтың ите һәм күкәйе менән туҡланабыҙ. Бал ҡортоноң балын ашайбыҙ. Беҙ һыйырҙың итен, һөтөн, тиреһен файҙаланабыҙ һәм хатта уның тиҙәге менән ерҙе ашлайбыҙ. Ҡайһы саҡта тик кешенең генә билдәле бурыстары юҡ һымаҡ күренергә мөмкин.
   Ысынлап та, кеше донъяла айырым урын биләп тора, сөнки тәбиғәттә булған бөтә нәмә уға хеҙмәт итергә тәғәйенләнгән. Кеше фәндә, сәнғәттә һәм техникала яңылыҡ тыуҙырырға һәләтле. Әммә уларҙың барыһы ла йәнһеҙ. Мәҫәлән, ҙур талантҡа эйә булған рәссам бик матур картина яҙа. Тик был картинаның һәм рәссамдың Барлыҡҡа килтереүсеһе берәү — Аллаһ.
   Бөтә булған нәмәләр кеше өсөн барлыҡҡа килтерелгән, кеше үҙе Аллаһ Тәғәләне танып белеү өсөн яратылған.
                                                          Үҙеңдең ҡулдарыңа ҡара
-Үҙеңдең ҡулдарыңа,
Бәләкәй йомшаҡ ҡулдарыңа
Ҡара...
— Һоҡланғыс һәм матур —
Кем тыуҙырған һинең ҡулдарыңды
Матур һәм нәфис?
— Эй, уҡытыу сым минең,
мин бер тапҡыр ғына ҡараманым,
Әсәйем уларҙы барлыҡҡа килтермәгән,
Атайым да уларҙы яһамаған,
Бер кем дә ярата алмай
Кемдеңдер ҡулдарын.
Минең ҡулдарымды Аллаһ Тәғәлә яратҡан.

                                                    Аллаһ кешене нимә өсөн яратҡан?
Уны белһендәр, Уның биргән ниғмәттәре өсөн уны маҡтаһындар өсөн һәм Уның Йомартлығы өсөн рәхмәт
әйтеп ғибәҙәт ҡылһындар өсөн.
   «Мин бит ендәрҙе һәм кешеләрҙе Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яраттым». Ҡөрьән «Әҙ-Ҙәрийәт, 56»
   Кеше ерҙә һынау үтә. Аллаһ кешене сикһеҙ ниғмәттәр менән бүләкләгән. Ә бына беҙҙең көндәрҙә мосолман Аллаһ нисек ҡушһа, шулай йәшәйме? Үтәйме ул бөтә бурыстарын да?

                                                                        Хикәйәт:
   Муса бәйғәмбәр ғәләйһи-ссәләмдең һорауы: "Эй, Раббым, кешеләрҙе нимәгә барлыҡҡа килтерәһең, һуңынан уларҙы үлтергәс? «

   Бер ваҡыт Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) үлем тураһында уйланып, мөрәжәғәт иткән:
„Эй, Раббым! Һин кешеләрҙе үлтерәһең, ул сағында нишләп һин уларҙы барлыҡҡа килтерәһең?“
   Аллаһ Тәғәлә яуап итеп Мусаға (ғәләйһи-ссәләмгә) бойҙай сәсергә ҡушҡан. Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бойҙайҙы сәскән, ҡарап үҫтергән, һыу һипкән. Ваҡыты еткәс, уңыш өлгөргән.
   Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бойҙайҙы сапҡан һәм уны һуға башлаған.
   Аллаһ Тәғәлә уға өндәшкән:
   - Эй, Муса! Нимә менән шөғөлләнәһең?
   - Эй, Раббым! Мин бойҙайҙы саптым һәм хәҙер орлоғон һаламдан айырам, — тип яуап биргән Муса.
   - Бына ошо һинең һорауыңа яуап, Муса. Үлем ураҡҡа тиң. Уңышты йыйғанда нисек орлоҡ һаламдан айырылһа, үлем дә яҡшы кешеләрҙе гонаһлыларынан айыра, — Алла Тәғәләнең һүҙҙәре ошо булған.

   Аллаһ Тәғәлә „Әл-Мүлк“ сүрәһенең икенсе аятында әйтә:
   „Аллаһ үлем менән тормошто барлыҡҡа килтерҙе, һеҙҙең кемегеҙ үҙенең эштәре менән яҡшыраҡ икәнен һынау өсөн“.

                                        Беренсе кеше нимәнән барлыҡҡа килтерелгән?
   Аллаһ Тәғәлә беренсе кешене, Әҙәм бәйғәмбәрҙе (ғәләйһи-ссәләмде) балсыҡтан яһаған. Һуңынан уға йән кереткән. Уны нәмә бар шуларҙың бөтәһенең дә исемдәренә өйрәткән. Фәрештәләргә Әҙәмгә (ғәләйһи-ссәләмгә) сәждә ҡылырға ҡушҡан. Шайтан үҙенең тәкәбберлеге арҡаһында Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуын эшләүҙән баш тартҡан һәм шунлыҡтан Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ожмахтан ҡыуылған. Шайтан бәйғәмбәр Әҙәм (ғәләйһи-ссәләм) менән уның изге ҡатыны Һауа (ғәләйһә-ссәләм) араһына тыйылған ағастың емешен ашап ҡарауға үәсүәсә һалған. Улар ҡушҡанды тыңламағандары өсөн Ожмахтан ергә һөрөлгәндәр. Аллаһ Тәғәлә бөтә кешеләрҙе лә бер атай һәм әсәйҙән барлыҡҡа килтергән.

                                                     Аллаһтың ниғмәттәре ниндәй?
   Аллаһтың ниғмәттәре сикһеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең өсөн бөтә был донъяны, күкте, тауҙарҙы, яландарҙы, йылғаларҙы, үҫемлек һәм хайуандарҙы барлыҡҡа килтергән. Беҙгә аҙыҡ һәм һауаны биргән.
   „Һәм Ул (Аллаһ) һеҙгә күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләрҙе буйһондорҙо“. Ҡөрьән „Әл-Джәҫиә, 13“
   Ул беҙҙе кешеләр итеп яратҡан. Кеше — Аллаһ мәхлүктәренең иң яҡшыһы. Һәм ул кешегә бөтә кәрәкле нәмәләрҙе лә биргән. Фекер йөрөтөү өсөн аҡыл биргән; күреү өсөн күҙ биргән; ишетеү өсөн ишетеү һәләте биргән; аралашыу өсөн телмәр биргән. Кешегә тағы ла бик күп нәмәләр биргән.
   Үҙеңдең тәнеңә ҡара, ул ҡатмарлы механизм кеүек эшләй. Әгәр ҙә беҙҙең күреү һәләтебеҙ булмаһа, ул сағында нимә булыр ине.
   Аллаһ биргән нәмәләрҙең иң ҡиммәтлеһе — ул тура юлды күрһәтеүсе Изге Ҡөрьән һәм Ислам дине. Аллаһ беҙгә иман биргән.

                                              Аллаһ иманлы кешене нимә менән бүләкләй?
   Кеше файҙаһына күп төрлө ниғмәттәр биргән Аллаһ Тәғәләгә ышаныу кешегә сикһеҙ бәхет килтерә. Аллаһҡа хеҙмәт итеү кешегә күңел рәхәтлеге һәм йән тыныслығы бирә.
   Кеше ҡайһы саҡта өмөтһөҙлөккә бирелә. Ҡайһы ваҡытта ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар баҫа. Тик Аллаһҡа ышаныусы ғына бер ваҡытта ла ышанысын юғалтмай. Ауыр саҡтарҙа ул Аллаһтан яҡлау эҙләй һәм Унан ярҙам һорай, сөнки Аллаһ өлөшһөҙҙәрҙең, яфа сигеүселәрҙең һәм бәхетһеҙлек кисереүселәрҙең яҡын Дуҫы.
   „Кем Аллаһтан ҡурҡа, Ул уға юлын күрһәтә, һәм Ул уйламағанда ерҙән ризыҡ бирә. Кем Аллаһҡа ышана, уның өсөн Ул еткән“. Ҡөрьән „Ат-Талаҡ, 2-3“
   Дингә ышаныусы кеше ауырлыҡтарҙы һәм нужа кисереүҙе еңеп сыға, сөнки ул көс һәм тәүәккәллек ала.
Ҡайһы бер саҡта кешеләр гонаһ эшләй. Кеше быны аңлап һәм тәүбәгә килеп: „Эй, Раббым! Мин быларҙы эшләмәгән булһам икән!“ — тиһә, Аллаһ Тәғәлә тәүбәһен ҡабул ҡыла һәм уның гонаһын ғәфү итә. Һәм Аллаһ Тәғәләнең Мәрхәмәтенә бөтә йөрәге менән инанған кеше, бер ваҡытта ла өмөтөн өҙмәй. Һәм был ышаныс уға именлек һәм уңыштар яуларға ярҙам итәсәк.

          Аллаһҡа уның биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәт әйтергә кәрәклеге тураһында хикәйәт:
                                                       Шаҙра, пеләш һәм һуҡыр
    Мөхәммәд бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренең береһе Әбү Һөрайра (радыйаллаһу ғәнһү) Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хикәйәтен һөйләгән.
   Өс йәһүд йәшәгән: шаҙра, пеләш һәм һуҡыр. Аллаһ уларҙы һынап ҡарарға булған һәм уларға фәрештәне ебәргән. Фәрештә шаҙраға килгән дә унан һораған:
   - Һинең иң ныҡ теләгән нәмәң нимә?
   - Таҙа тире, матур тән. Кешеләр ауырым арҡаһында минән ситләшәләр.
   Фәрештә шаҙраның тиреһен һыйпаған, һәм таптар юҡҡа сыҡҡан. Ауырыуҙың тәне матурланып, ә тиреһе таҙарып киткән. Унан һуң фәрештә тағы һораған:
   - Ҡайһы хайуан һиңә бик ныҡ оҡшай?
   - Дөйә, — тип яуап бирә сәләмәтләнгән кеше.
   Һәм уға унынсы айҙағы быуаҙ дөйә бүләк ителгән.
Хушлашҡанда: „Аллаһтың был ниғмәттәре һиңә фатихалы булһын“, — тип фәрештә юҡ булған.
   Һуңынан фәрештә пеләш башлы кеше эргәһенә килгән һәм унан да һораған:
   - Иң кәрәкле нәмәң нимә?
   - Бынау пеләш юҡҡа сыҡһын, һәм кешеләр минән көлмәһендәр ине.
   Фәрештә уның башынан һыйпаған һәм унда ҡуйы сәстәр барлыҡҡа килгән. Яңынан фәрештә йәнә һораған:
   - Ҡайһы хайуан һиңә нығыраҡ кәрәк?
   - Һыйыр, — тип яуап биргән пеләш.
   Һәм Аллаһ уға быуаҙ һыйыр биргән. Хушлашҡанда уға: „Был һыйыр һиңә ҡотло булһын“, — тип әйткән дә фәрештә һуҡырға барып, унан да һораған:
   - Һиңә иң ныҡ кәрәк нәмә нимә?
   - Аллаһ миңә күреү һәләтен кире ҡайтарһын ине, мин кешеләрҙе күрә алһам икән.
   Фәрештә уның күҙҙәрен һыпырған һәм күреү һәләте кире ҡайтҡан. Һәм унан фәрештә һораған:
   - Бөтәһенән дә нығыраҡ һиңә ниндәй хайуан кәрәк ине?
   - Һарыҡ, — тип яуаплаған һуҡыр.
   Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң шаҙра менән пеләшкә бүләк ителгән дөйә менән һыйыр быҙаулаған. Һуҡырҙың һарығы бәрәсләгән. Һуңынан шаҙраның бер көтөү дөйәһе, пеләштең бер көтөү һыйыры, һуҡырҙың бер көтөү һарығы булған. Һәм фәрештә уларҙың һәр береһендә лә булып, уларҙы һынарға уйлаған. Башта ул шаҙраға килгән һәм әйткән:
   - Мин фәҡир һәм бәхетһеҙ сит ил кешеһе. Юлда мин бөтә аҡсамды тотоноп бөттөм һәм тыуған илемә ҡайта алмайым. Аллаһтан һорайым, Ул миңә өйгә ҡайтып етергә ярҙам итһен ине. Аллаһ Тәғәлә хаҡы өсөн, ул һине матур төҫ һәм буй-һын менән, шундай байлыҡ менән бүләкләгән, шуның хаҡына һинән бер дөйә һорайым.
   Элекке шаҙра ҡысҡырып ебәргән:
   - Бында байлыҡ теләүсе фәҡирҙәр күп булыр ул. Һәр бер һораусыға мин берәр дөйә бирә алмайым да инде.
   - Мин һине иҫемә төшөрҙөм шикелле. Кешеләр ҡасҡан һин түгел инеңме? Ярлы булған һин түгел инеңме һәм һиңә Аллаһ байлыҡ бирҙе? — тип фәрештә уның иҫенә төшөргән.
   - Юҡ, был байлыҡтар миңә ата-олатайҙарымдан нәҫелгә ҡалды, — тип алдашҡан шаҙра.
   - Әгәр ҙә һин алдаһаң, Аллаһ Тәғәлә һине элекке хәлеңә ҡайтарһын! — тигән фәрештә.
   Ошонан һуң фәрештә элекке пеләш алдына килеп баҫҡан һәм уны ла шаҙра кеүек һынай башлаған. Теге лә фәрештәнең үтенесенән баш тартҡан. Фәрештә хушлашҡанда уға былай тигән:
   - Әгәр ҙә һин алдаһаң, Аллаһ һине элекке хәлеңә кире ҡайтарһын!
   Иң һуңынан фәрештә ҡасандыр уның күҙҙәренә ҡағылып күҙле иткән һуҡырға килгән һәм әйткән:
   - Мин фәҡир һәм тыуған иленән алыҫта ил гиҙеп йөрөүсе бер бәхетһеҙ меҫкен кеше. Мин ил гиҙеп йөрөгәнемдә аҡсам бөттө, өйөмә ҡайта алмайым. Мине тик Аллаһ ҡына ҡайтарыр, һәм һин миңә ярҙам итерһең тип ышанам. Һинең күҙеңде ҡайтарған Аллаһ Тәғәлә хаҡына миңә бер һарығыңды бирсе, миңә тыуған илемә ҡайтырға юлға түләү өсөн.
   Элекке һуҡыр яуап ҡайтарған:
   - Ысынлап та, мин һуҡыр инем. Аллаһ минең күҙҙәремә нур бирҙе. Мин ярлы инем. Аллаһ мине бай яһаны. Һиңә һарыҡ кәрәкме — ал күпме кәрәк, шул тиклем. Аллаһ Тәғәлә риза булһын өсөн мин һиңә бер нәмәлә лә баш тарта алмайым.
   - Һинең байлығың үҙеңә булһын. Аллаһ һеҙҙең өсөгөҙҙө лә һынап ҡарарға иткәйне. Һәм Ул һинең менән риза. Ә теге икәү — шаҙра һәм пеләш үҙҙәренең язаһын үҙҙәре тапты, — тигән дә фәрештә юҡ булған.

                                                             Был хикәйәттең фәһеме:
   • Аллаһҡа рәхмәтле булыу уның ниғмәттәрен арттыра. Рәхмәтле була белмәү ярлылыҡ сәбәптәренең береһе булып тора. Рәхмәтле булыу — ул Аллаһ Тәғәләнән беҙҙең бөтәһен дә алыуыбыҙҙы аңлау һәм Уға шулар өсөн рәхмәт белдереү.
   • Ике төрлө эш кешене һәләк итергә мөмкин:
сикһеҙ байлыҡҡа ынтылыу һәм артыҡ һүҙсәнлек.
   • Кешенең яҙмышы уның теле менән туранан- тура бәйле: кеше үҙенең теле арҡаһында Ожмах менән бүләкләнергә һәм Тамуҡ менән дә язаланырға мөмкин.

                                                          Ғибәҙәт ҡылыу нимәне аңлата?
   Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәүҙе һәм Ул тыйғандарҙан тыйылыуҙы.
                                                     Ғибәҙәт ҡылыу беҙгә нимә вәғәҙә итә?
   Был донъяла Аллаһ Тәғәләнең ризалығына лайыҡлы булған тыныс, яҡты, бәхетле һәм сәләмәт тормошто һәм мәңгелек донъяла Ожмахты вәғәҙә итә.
                                                          Нимә өсөн беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ?
   Беҙҙе барлыҡҡа килтергән һәм юҡтан бөтә нәмәне бар иткән Аллаһ Тәғәлә бер нәмәгә лә мохтаж түгел. Ул беҙҙең Уға ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға ла мохтажлыҡ кисермәй. Беҙ Уға уны яратып һәм хөрмәт итеп ғибәҙәт ҡылабыҙ. Аллаһҡа үҙебеҙҙең инаныуыбыҙҙы ғибәҙәт менән раҫлайбыҙ. Кеше күп нәмәгә мохтаж: яратырға һәм яратылырға, яҡланырға һ.б. Ул Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылырға һәм яҡланырға теләй. Шуның өсөн дә ул Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла.
   Шулай уҡ беҙ Аллаһ Тәғәләгә Уның беҙгә биргән сикһеҙ ниғмәттәре һәм Уның беҙҙе барлыҡҡа килтергәне өсөн рәхмәт әйтеп ғибәҙәт ҡылабыҙ.
                                                 Беҙҙең ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың маҡсаты нимәлә?
   Аллаһ Тәғәләнең яратыуына һәм ризалығына өлгәшеү өсөн. Ғибәҙәт ҡылғанда беҙҙең донъяуи тормошобоҙ тулыраҡ була, беҙ үҫешәбеҙ, беҙҙең әхлағыбыҙ камиллаша.
                                              Башҡа яратылғандар Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылалармы?
   Эйе, һәр бер мәхлүк үҙенең телендә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла.

                                                        Аллаһ Тәғәлә беҙҙән нимә теләй?
   Беҙҙең Уға инаныуыбыҙҙы һәм Уны яратыуыбыҙҙы һәм Уға ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы һәм Мөхәммәд бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нимә ҡушһа, шуны үтәргә, йәғни иманлы кешеләр һәм лайыҡлы мосолмандар булыуыбыҙҙы теләй.
   Әгәр ҙә беҙ әҙләп Изге Ҡөрьәнде һәм уның тәфсирен уҡыһаҡ, ул сағында Аллаһтың беҙҙән нимә теләгәнен белә алабыҙ.

                                                         Мин әсәйҙәргә мөрәжәғәт итәм

Балаңа әйткән беренсе һүҙең Булһын „Аллаһ“.
Беренсе таныштырған кешең Булһын Бәйғәмбәр.
Балаңа уҡыған иң беренсе Китабың булһын „Ҡөрьән“.
Балаңа өйрәткән беренсе зекер Булһын „Әл-хәмдү-лилләһ“.
Балаңа һин биргән
Тәүге йотом һөт булһын „Хәләл“.

                                                             ФӘРЕШТӘЛӘРГӘ ЫШАНЫУ
   Кемдәр улар фәрештәләр?
   Фәрештәләр — улар енесһеҙ, ашау һәм эсеүҙә мохтажлыҡ кисермәүсе, Аллаһтың бойороҡтарын һүҙһеҙ үтәүсе һәм гонаһ эшләмәүсе заттар. Улар Раббының нурынан яратылғандар.
   Беҙ фәрештәләрҙе күрә алабыҙмы?
   Беҙ фәрештәләрҙе күрә алмайбыҙ. Аллаһ беҙҙең күҙҙәребеҙҙе шулай итеп яратҡан, фәрештәләр беҙгә күренмәйҙәр.
   Был донъяла күренмәгән нәмәләр тағы ла бармы?

   Әлбиттә, бар. Беҙ ниндәйҙер күренеш тураһында тоя алабыҙ йәки уның хаҡында ғилемгә эйәбеҙ. Беҙ өйҙәребеҙҙе яҡтыртыусы электрҙы күрмәйбеҙ. Беҙ елде лә күрмәйбеҙ, әммә уның көсөн тоябыҙ, уның нисек ағастарҙы һелкетеүен күрәбеҙ. Шулай уҡ бөтә Йыһанды һәм беҙҙе барлыҡҡа килтергән Аллаһтың барлығын беләбеҙ, ләкин беҙ Уны күрмәйбеҙ. Беҙ шатланабыҙ, бошонабыҙ, ә ысынында шатлыҡ, ҡайғыны күрә алмайбыҙ.
   Фәрештәләрҙең ҡиәфәте нисек, уларҙың ҡанаттары бармы?
   Фәрештәләр юғары дәрәжәлә көслө һәм матур заттар.
   Фәрештәләрҙең ҡанаттары булыуы тураһында беҙ Изге Ҡөрьәндән беләбеҙ. Әммә был ҡанаттар ниндәй беҙ белмәйбеҙ. Раббы Нурынан яһалған һәм яҡтылыҡ кеүек етеҙ, улар ғәҙәттәге ҡош ҡанаттарына мохтаж түгел. Фәрештәләрҙе ғәҙәттәге ҡиәфәттә тик бәйғәмбәрҙәр генә күргән.
   Фәрештәләрҙең бурыстары ниндәй?
   Фәрештәләр Аллаһтың Ҡөҙрәтен сағылдыралар. Улар Аллаһ Тәғәлә урынлаштырған донъяуи тәртипте башҡарыусылар һәм күҙәтеүселәр. Һәр бер фәрештәнең үҙенең бурысы бар. Уларҙың исемдәре башҡарған вазифаларына ҡарап бирелгән.
   »Фәрештә кеүек матур" тип ҡыҙҙы фәрештә менән сағыштыралар. Фәрештәләр беҙгә оҡшағанмы ни?
   Фәрештәләр кешеләргә оҡшамаған. Улар енесһеҙ, улар өйләнмәйҙәр, кейәүгә сыҡмайҙар. Улар ниндәй ҡиәфәткә инергә теләһәләр, шуға күсә алалар. Улар ашамайҙар ҙа, эсмәйҙәр ҙә. Улар Ҡиәмәт көнөнә тиклем йәшәйәсәктәр. Улар Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын аныҡ һәм һүҙһеҙ үтәйҙәр. Раббының Нурынан барлыҡҡа килтерелгәнгә улар беҙгә күренмәй.
   Фәрештәләр үләләрме?
   Аллаһ Ҡиәмәт Көнө башланыу менән фәрештәләрҙең йәнен ала. Һуңынан уларҙы Мәхшәр көнөндә терелтә.
   Фәрештәләр киләсәк тураһында беләләрме?
Фәрештәләр Аллаһ Тәғәлә рөхсәт иткән нәмәләрҙе генә беләләр.

   Фәрештәләргә нимә оҡшай?
   Фәрештәләр гонаһһыҙ заттар. Уларға бөтә матур һәм рөхсәт ителгән нәмәләр, мәҫәлән, хуш еҫтәр, мәрхәмәтлелек, Аллаһты йыш иҫкә алыу, Изге Ҡөрьәнде уҡыу, кешене яратыу, ата-әсәне хөрмәт итеү, сабыйҙар тураһында хәстәрлек күреү, йәштәргә хөрмәт менән ҡарау һ.б. оҡшай.
Ә нимә быларҙың бөтәһенә лә ҡапма-ҡаршы — уларҙы шатландырмай. Был тик шайтанды ҡыуандыра.
   Ҡайһылары иң ҙур фәрештәләр?
   Бына «Иң ҙур» тип йөрөтөлгән фәрештәләрҙең исемдәре:
1. Ябраил (ғәләйһи-ссәләм) вәхи һәм Изге Яҙыуҙарҙы бәйғәмбәрҙәргә тапшыра.
2. Микаил (ғәләйһи-ссәләм) ямғыр, ел һ.б. тәбиғәт күренештәре менән идара итә.
3. Исрафил (ғәләйһи-ссәләм) Сурға (борғо кеүек нәмә) өрөп Ахырызаман еткәнен белгертә. Бөтә тереклек был тауышты ишетеп үлә. Һәм Мәхшәр көнө ошо фәрештә ҡысҡыртҡан Сур тауышын ишеткәс башлана.
4. Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) кешеләрҙең йәндәрен алып, үлем килтерә.
Ошо дүртәү — Аллаһҡа иң яҡын фәрештәләр. Аллаһ Тәғәлә үҙенең бойороҡтарын улар аша башҡа фәрештәләргә еткерә.
5. Мөнкир һәм Нәкир (ғәләйһүмә-ссәләм) — ҡәберҙә һорау алыусылар.
6. Кираман — Кәтибин (ғәләйһүмә-ссәләм) һәр кемдең уң яғынан һәм һул яғынан тороусы фәрештәләр.
7. Һаҡлаусы фәрештәләр — беҙҙе һаҡлаусы фәрештәләр.

   Ябраил фәрештәнең бурыстары ниндәй?
   Ябраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә Аллаһ Тәғәләгә иң яҡын фәрештәләрҙең береһе. Уның бурысы — Аллаһ Тәғәләнең әмерен (һүҙен) бәйғәмбәрҙәргә еткереү. Ҡайһы бер бәйғәмбәрҙәргә ул Изге Яҙыуҙы еткергән, беҙҙең Мөхәммәд Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Изге Ҡөрьәнде тапшырған.
   Ябраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән ниндәй ҡиәфәттә осрашҡан?
Аллаһ Тәғәләнең был яратҡан фәрештәһе ҡайһы ваҡытта Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кеше ҡиәфәтендә лә килгән, уның янына ултырып алған һәм һөйләшкән.
   Кешеләр был һөйләшеүҙе күргәндәрме?
   Ҡайһы саҡта күргәндәр. Әммә улар бының Ябраил фәрештә икәнен белмәгәндәр.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ябраилды (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә ҡиәфәтендә күргәне булғанмы?
   - Эйе, ике тапҡыр.
   Бер ваҡыт беҙҙең хөрмәтле Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Хира тауындағы мәмерйәлә булған сағында, уйланып ултырған ваҡытта уның алдына Ябраил фәрештә (ғәләйһи-ссәләм) килеп баҫҡан.
   Ябраил фәрештә (ғәләйһи-ссәләм) Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә) яҡынлашҡан һәм әйткән: «Уҡы!»
   - Мин бит уҡый белмәйем, — тип яуап биргән Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм).
Ябраил фәрештә (ғәләйһи-ссәләм) Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә) төшөрөлгән аяттарҙы өйрәтеү йөҙөнән, уны ныҡ итеп ҡосаҡлаған һәм яңынан әмер биргән:
   - Уҡы!
   - Мин уҡый белмәйем, — тип яуап биргән яңынан Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ябраил фәрештә (ғәләйһи-ссәләм) яңынан Бәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде) тағы ла нығыраҡ итеп ҡосаҡлаған һәм йәнә ҡабатлаған:
   - Уҡы!
Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) саҡ тын алып, уҡый белмәүе тураһында ҡабатларға кәрәкмәгәнен аңлай. Ул:
   - Нимәне уҡырға? — тип һораған.
Һәм шул саҡта Ябраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә бик матур, ғәжәп, яғымлы тауыш менән Изге Ҡөрьәндең беренсе индерелгән аяттарын әйткән:
   - «Әй, Мөхәммәд!
   Уҡы! Кешене ҡан ҡуйырығынан яратҡан Раббың хаҡына.
   Уҡы! Һәм һинең Раббың йомарттарҙың йомарты,
   Ул ҡаләм менән яҙырға өйрәтте,
   Кешене ул белмәгән нәмәгә өйрәтте».
   Ишетелгән аяттар, әйтерһең, беҙҙең Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең) йөрәгенә яҙылғандар.
   Һуңынан ул өйөнә ҡайтырға булған. Ҡуҙғалып мәмерйәнән сыҡҡан һәм тауҙан төшкән.
   Бындай хәл уның менән беренсе тапҡыр булған һәм шуның өсөн дә ул бик тулҡынланған һәм тәьҫирләнгән.
   Ябраил (ғәләйһи-ссәләм) уның хәлен белеп торғанлыҡтан һәм Бәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде) тынысландырырға теләп, уға яңынан үҙенең яғымлы тауышы менән һөйләй башлаған.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) башын күтәреп ҡараһа, офоҡта Ябраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештәне күрә. Ул кеше ҡиәфәтендә була һәм офоҡто тотош ҡаплаған була.
   - Эй, Мөхәммәд! Һин — Аллаһтың Рәсүле. Ә мин — Ябраил, — тигән фәрештә.
Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уң яҡҡа, һуңынан һул яҡҡа ҡараған. Ҡайҙа ғына ҡараһа ла бөтә ерҙә Ябраилды (ғәләйһи-ссәләмде) күргән. Ә Ябраил (ғәләйһи- ссәләм) яңынан ҡабатлаған:
   - Эй, Мөхәммәд! Һин — Аллаһтың Рәсүле. Ә мин — Ябраил.
Фәрештәнең яғымлы һәм ышаныслы тауышы беҙҙең Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөрәген тынысландырған һәм шатландырған.
   Микаил (ғәләйһи-ссәләмдең) бурыстары ниндәй?
   Ул тәбиғәт күренештәре һәм бөтә барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең туҡланыуы өсөн яуап бирә. Бөтә күренештәр: ямғыр, ҡар, ел һ.б. бер үк сәбәпкә эйә. Был сәбәпте Аллаһ Тәғәлә барлыҡҡа килтергән. Беҙ тәбиғәт күренештәре тип йөрөткән күренештәрҙе Аллаһ Тәғәлә барлыҡҡа килтергән, ә уларҙы Микаил (ғәләйһи-ссәләм) тормошҡа ашыра.
   Ғазраилдың (ғәләйһи-ссәләмдең) бурыстары ниндәй?
   Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә бөтә яратылған тере йәндәрҙең йәндәрен ала.
Ғазраилдан (ғәләйһи-ссәләмдән) ҡурҡырға кәрәкме?
   Йәндәрҙе алған өсөн Ғазраилдан (ғәләйһи-ссәләмдән) ҡурҡырға ярамай. Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) үҙенең теләге буйынса йәндәрҙе алмай, ә ул тик Аллаһ Тәғәлә нимә ҡуша, шуны үтәй.
   Күптәр йәндәрҙе алыусы Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештәнән ҡурҡалар. Унан шул тиклем ҡурҡырға кәрәкме икән? Юҡ. Беҙ үҙебеҙҙең иң ҡиммәтле әйберебеҙҙе ышаныслы урында һаҡлайбыҙ. Шулай уҡ Ғазраил (ғәләйһи- ссәләм) да йәндәр һаҡсыһы булараҡ беҙҙең йәндәрҙе юғалыуҙан һаҡлай. Шуның өсөн дә уға асыуланырға ярамай, ә уны яратырға кәрәк.
   Бер үк ваҡытта бик күп кешеләр һәм тере йәндәр үлә. Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә бер үҙе уларҙың йәнен алып өлгөрә аламы?
   Һәр бер билдәле фәрештәнең ҡул аҫтында бик күп башҡа фәрештәләр бар. Шулай уҡ йән алыусы Ғазраилға (ғәләйһи-ссәләм) буйһонған йән алыусы бик күп фәрештәләр бар.
Берәйһе Ғазраилдан (ғәләйһи-ссәләмдән) үҙенең үлемен кисектереп тороуҙы үтенә аламы?
   Юҡ, быға Ғазраилдың (ғәләйһи-ссәләмдең) бер ниндәй ҙә хоҡуғы юҡ. Был ваҡиғаны бер кем дә тиҙләтә лә, йә һуңыраҡ ваҡытҡа күсерә лә алмай. Һәр кемдең үлем ваҡыты Аллаһ Тәғәлә тарафынан билдәләнгән. Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) үҙенең бурысын Аллаһ ҡушҡан теүәллек менән башҡара.
   Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә нисек бер юлы меңәрләгән кешенең йәнен ала ала?
   Әйҙәгеҙ, беҙҙең йәндәрҙе янып тороусы электр лампочкалары хәлендә күҙ алдына килтерәйек, ә үлем — уны һүндереү кеүек, ти. Беҙҙең өйҙәрҙәге бөтә сымдар бер электр станцияһында йыйылған. Ә хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр ҙә унда эшләүсе инженер үҙенең эшсеһенә ҡаланың бер районында электрҙы һүндерергә ҡушһа нимә килеп сығыр ине? Эшсе был команданы үтәгәс, шунда уҡ күҙ асып йомғансы меңәрләгән өйҙәрҙә меңәрләгән лампочкалар һүнәсәк.
   Шулай уҡ беҙҙең йәндәребеҙ ҙә күҙгә күренмәгән сымдар менән Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә ҡарамағындағы төймә менән килеп тоташҡан. Һәм уның бер бармағының хәрәкәте менән генә лә шунда уҡ меңәрләгән йәндәр үҙҙәренең тәндәрен ҡалдырып китә.
   Шуға өҫтәп, беҙҙең белеүебеҙсә, Ғазраил (ғәләйһи- ссәләм) ҡарамағында миллионлаған башҡа фәрештәләр бар. Һәм Ғазраил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештәнең әмере буйынса уларға бер үк ваҡытта йөҙәр мең тере заттың йәнен алыу ҡыйын түгел.
   Исрафилдың (ғәләйһи-ссәләмдең) бурыстары ниндәй?
   Исрафилдың (ғәләйһи-ссәләмдең) төп бурысы — бөтәһенә лә Ҡиәмәт көнөнөң башланыуы тураһында хәбәр итеү.
   Нимә ул Ҡиәмәт?
   Ҡиәмәт был донъяның тамамланыуы — Ахырызаманды аңлата.

   Ахырызаман нимә була?
   Был донъяның һуңғы көнө еткәс, Аллаһ Тәғәлә был турала Исрафил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештәгә әйтә. Шул саҡта Исрафил (ғәләйһи-ссәләм) Сурға өрә.
   Нимә ул Сур?
   Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) аңлатыуынса Сур — мөгөҙгә оҡшаш борғо. Исрафил (ғәләйһи-ссәләм) был борғоға өргәс, бөтә Йыһанды көслө һәм ҡурҡыныс тауыш ҡаплаясаҡ. Бөтә тере заттар был тауышты ишетеп үләсәктәр. Ер һәм күк йөҙө бергә буталасаҡ, ҡояш һәм йондоҙҙар селпәрәмә килеп, осоп йөрөрҙәр.
   Ахырызамандың ваҡыты билдәлеме?
   Юҡ, билдәле түгел. Уны хатта Исрафил да (ғәләйһи- ссәләм дә) белмәй. Уны тик Аллаһ Тәғәлә генә белә.
   Ахырызаманды ғибәҙәт ҡылыусылар күрерме?
   Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәре буйынса Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыусылар Ахырызаманды күрмәйәсәктәр. Аллаһ Тәғәлә уларҙың йәнен был көндән алдараҡ ала. Ахырызаман яҡынлашҡан һайын ер йөҙөндә иманһыҙҙар һәм бик насар кешеләр генә ҡаласаҡ.
   Ахырызамандан һуң нимә буласаҡ?
   Исрафил (ғәләйһи-ссәләм) Сурға беренсе тапҡыр өргәс, Аллаһтан башҡа бер ниндәй ҙә тереклек ҡалмаясаҡ. Был хәл Аллаһ Тәғәлә Исрафилға икенсе мәртәбә Сурға өрөргә ҡушҡанға тиклем дауам итәсәк. Борғоноң йомшаҡ тауышын ишетеп, йоҡонан уянған кеүек итеп кешеләр яңынан терелерҙәр. Һәм фани донъяла ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына баҫырҙар.

   Яңынан терелгәндән һуң үлем буламы?
   Юҡ, яңынан терелгәндән һуң, кешеләр башҡаса үлмәйҙәр.
   Мөнкир һәм Нәкир тигән фәрештәләрҙең бурыстары ниндәй?
   Мөнкир һәм Нәкир (ғәләйһүмә-ссәләм) ҡәберҙә һорау алыусы фәрештәләр. Һәр үлгән кешегә һорау бирелә: «Һинең Раббың кем? Һинең Бәйғәмбәрең кем? Китабың ҡайһы? Намаҙға ҡайһы яҡҡа йүнәлдең? һ.б.» Фани донъяла мосолман булып йәшәгәндәрҙең һорауҙары еңел буласаҡ.
   Кирамән-Кәтибин (ғәләйһүмә-ссәләм) фәрештәләрҙең бурыстары ниндәй?
Кирамән-Кәтибин «хөрмәтле яҙыусылар» тигәнде аңлата. Кирамән-Кәтибин (ғәләйһүмә-ссәләм)
фәрештәләрҙең бурыстары булып һәр бер кешенең яҡшы һәм яман ғәмәлдәрен яҙып барыу тора. Фәрештәләр һәр кемдең уң яғынан һәм һул яғынан тора. Уң яҡтан торған фәрештә яҡшы эштәрҙе, ә һулдан торғаны гонаһтарҙы яҙа. Ҡиәмәт көнөндә был яҙыуҙар «ғәмәл дәфтәре» рәүешендә бирелә. Фани донъяла яҡшы ғәмәлдәр башҡарған кешегә уның дәфтәрен уң яҡтан, кемдең гонаһы еңеп тора, уға — һул яҡтан. Аллаһ Тәғәлә был дәфтәргә яҙылған ғәмәлдәргә ҡарап кемделер бүләкләйәсәк, кемделер язалаясаҡ.
   Кирамән-Кәтибин (ғәләйһүмә-ссәләм) фәрештәләр кешене ҡалдырып китәләрме?
   Был фәрештәләр кешене бер ваҡытта ла үҙен генә ҡалдырып китмәйҙәр. Улар һәр ваҡытта ла уның һүҙҙәрен һәм эштәрен яҙып баралар. Яҡшы ғәмәлдәрҙе яҙып барыусы һәйбәт эш эшләнгәс тә шунда уҡ яҙып ҡуя, ә икенсеһе әгәр ҙә беҙ хаталар һәм гонаһтар эшләһәк, беҙҙең тәүбәгә килеү-килмәгәнде бер ни тиклем көтә. Әгәр ҙә тәүбәгә килмәһәк — яҙып ҡуя. Әгәр ҙә беҙ тыйылған нәмәләрҙе эшләргә теләһәк, беҙ үҙебеҙҙең һөйләгән һүҙҙәребеҙ һәм эшләгән эштәребеҙ яҙылып барылғанын иҫтә тоторға тейешбеҙ.
   Фәрештәләр кешеләргә ярҙам итәләрме?
   Эйе, фәрештәләр кешегә ярҙам итәләр. Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) түбәндәгеләрҙе һөйләгән: «Кем яҡшы ғәмәлгә саҡырыусы эске тауышты ишетһә, белеп торһон: был — фәрештәнең тауышы. Һәм бының өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт әйтһен. Яуызлыҡҡа саҡырған тауыш ишетһә, белһен, был — шайтан тауышы. Унан һаҡ булығыҙ, унан ҡасып Аллаһ Тәғәләгә һыйынығыҙ».
   Фәрештәләр кешеләр өсөн мәрхәмәтлек һәм изгелек һорайҙармы?
   Эйе, һорайҙар. Изге Ҡөрьәндә яҙылғанса, улар Аллаһ Тәғәләгә ышанған кешеләр өсөн:
   «Беҙҙең Раббыбыҙ, Һин Үҙеңдең мәрхәмәтең һәм идара итеүең менән бөтәһен дә белеп тороусы. Кемдәр тәүбәгә килгән һәм Һинең тура юлыңдан киткән, һин уларҙы тамуҡ утынан һаҡла.
Раббыбыҙ беҙҙең, уларҙы вәғәҙә ителгән ожмах баҡсаларына индер, һәм дә аталары, йәмәғәттәре һәм уларҙың нәҫелдәре тура юлда булғандарҙы һәм уларҙы тамуҡ язаһынан һаҡла. Һин бит Шөһрәтле, Аҡыллы!
Уларҙы яуызлыҡтан һаҡла, Һин кемде ул көндө һаҡлаһаң, шуны Һин ярлыҡаған булаһың. Ә был -бөйөк уңыш!». Ҡөрьән «Әл-Мөьмин, 7-9»

   Һаҡлаусы фәрештәләрҙең бурыстары ниндәй?
   Дини кешеләр менән һәр ваҡыт бергә мәрхәмәт фәрештәләре бар. Был фәрештәләр тура юлдағы кешеләргә һәр ваҡыт ярҙам итәләр. Миҫал өсөн, һуғыш ваҡытында мосолмандар Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорағандар, Аллаһ Тәғәлә уларға ярҙамға кеше ҡиәфәтендәге фәрештәләрҙе ебәргән.
   Кеше фәрештә кимәленә күтәрелә аламы?
   Эйе, күтәрелә ала.
   Иманлы һәм ғибәҙәт ҡылыусы кеше фәрештәләр менән тиңләшергә мөмкин. Иманды инҡар итеүсе гонаһлылар хайуан кимәленән дә түбән төшөргә мөмкин.
Беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Миғраж кисәһендә ете ҡат күккә күтәрелеп, Аллаһ ҡаршыһында торған. Ә Ябраил фәрештә (ғәләйһи- ссәләм) уны һуңғы ҡатында көткән.

                                                                     Хикәйәт:
                                 Йөҙ кешене һәләк иткән кеше үлтереүсенең тәүбәһе:
   Беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөҙ кешене һәләк иткән үлтереүсенең тәүбәһе тураһында һөйләгән:
   "Һеҙгә тиклем йәшәгәндәр араһынан туҡһан туғыҙ кешене үлтергән берәү булған. Ваҡыт үтеү менән ул эшләнгән енәйәттәре тураһында тәүбәгә килә, төҙәлергә һәм иманға килергә уйлаған. Ул былай тип уйлаған: «Мине ҡотҡарыу юлы бармы икән?» Һәм уға шуны өйрәтеүсене эҙләй башлаған. Ундай кеше уны аңлаясаҡ һәм был юлды табырға ярҙам итер, тип уйлаған ул. Уға христиандарҙың руханийына мөрәжәғәт итергә кәңәш иткәндәр. Кеше үлтереүсе уға килгән һәм һорау менән мөрәжәғәт иткән: «Изге рухани! Мин туҡһан туғыҙ кешене үлтерҙем. Хәҙер мин ҡылынған эшемә тәүбә итәм, Аллаһ мине ғәфү итерме икән, Ул минең тәүбәмде ҡабул кылырмы?»
   - Һин бик ҙур гонаһ эшләгәнһең. Аллаһ һине ғәфү итмәҫ һәм һинең тәүбәңде ҡабул ҡылмаҫ, — тип яуап биргән уға рухани.
   Кеше үлтереүсе ҡотолоуға бөтә өмөтөн өҙөп, ныҡ асыуланған һәм өмөтһөҙлөк менән руханиҙы үлтергән. Һәм уның ҙур гонаһтары йөҙгә тулған.
   Был кеше донъяла иң аҡыллы кешене эҙләүен дауам иткән. Уға бер ғалимға мөрәжәғәт итергә ҡушҡандар. Һәм ул ғалимды табып, нисек итеп йөҙ кешене үлтергәнен, ҡайһылай тәүбәгә килеүен һәм уның тәүбәһе ҡабул буламы юкмы икәнен белергә теләүен яңынан һөйләп биргән.
   Ғалим уны тыңлап бөткәс, былай тигән: «Әлбиттә, Аллаһ Һине ғәфү итер, әгәр ҙә һин үҙ гонаһтарыңа ысын тәүбә итһәң. Һәм Аллаһҡа киләсәктә башҡаса гонаһ эшләмәйәсәгең тураһында һүҙ бир». Шунан дауам иткән: «Иманлы булыуҙың беренсе шарты булып иманлылар араһында йәшәгән тормош тора. Һин йәшәгән урын гонаһлы. Хәҙер үк икенсе илгә кит. Унда Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыусылар йәшәй, уларҙың эргәһендә йәшә, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыл һәм ваҡыты еткәнгә тиклем Тыуған илеңә кире ҡайтма».
   Гонаһлы кеше уның һүҙҙәрен тыңлаған һәм юлға сыҡҡан. Әммә юлда ул үлеп ҡалған.
   Һәр бер үлгән кешенең йәнен фәрештәләр ала. Тура юлдағы иманлы кешеләрҙең йәнен мәрхәмәт фәрештәләре ала, ә донъяла яуызлыҡ эшләгәндәрҙекен яза фәрештәләре ала.
   Был кеше үлтереүсе үлгәс, уның янына йәнен алыу өсөн мәрхәмәт һәм яза фәрештәләре төшкән.
   - Был кеше бөтә эшләгән гонаһтарынан тәүбәгә килде һәм тәүбә итте. Шуның өсөн дә уның йәнен беҙ алырға тейешбеҙ, — тигән мәрхәмәт фәрештәләре.
   - Был кеше донъяла йәшәгәндә бер генә лә изге эш эшләмәгән. Уның йәнен беҙ алабыҙ, — тип ҡаршы төшкәндәр яза фәрештәләре.
   Дөрөҫ ҡарар сығарыу өсөн Аллаһ кеше ҡиәфәтендәге фәрештәне ебәргән. Фәрештә ике яҡты ла тыңлап, шулай ҡарар иткән: «Уның үткән юлын да, ҡалған үтәсәк юлын да үлсәгеҙ. Ҡайһы юл оҙонораҡ, шуның менән ослағыҙ үҙегеҙҙең эшегеҙҙе». Фәрештәләр юлдарҙы үлсәгәндәр. Үтелгән юл бер ҡарышҡа оҙонораҡ булып килеп сыҡҡан. Мәрхәмәт фәрештәләре шатланғандар һәм үлгән кешенең йәнен алғандар".
                                                     Был хикәйәттең фәһеме:
   • Ислам ғалимдарының һығымтаһы буйынса кеше һәр ваҡыт ҡотолоуға өмөт менән яза алыуҙан ҡурҡыу араһында булырға тейеш. «Нимә генә булмаһын, Аллаһ мине ғәфү итер әле!» йәки «Аллаһ мине һис ғәфү итмәҫ!» — тип фекер йөрөтөү бик Ҙур гонаһ булып тора.
   • Тәүбәләрегеҙҙе һәм изге ғәмәлдәрегеҙҙе һуңға ҡалдырмағыҙ. Беҙ бит үлемебеҙҙең ҡасан килерен белмәйбеҙ. Ә әгәр ҙә тәүбәгә килгән кеше үлтереүсе тәүбә итеү ваҡыты менән һуңлаһа?

                                                                       * * *

   Хазин һәм Мәлик (ғәләйһүмә-ссәләм) фәрештәләрҙең бурыстары ниндәй?
   Хазин (ғәләйһи-ссәләм) — Ожмах ҡапҡаһын һаҡлаусы. Мәлик (ғәләйһи-ссәләм) — Тамуҡ ҡапҡаһын һаҡлаусы.
   Тағы ла башҡа фәрештәләр бармы?
Бик күп фәрештәләр бар, беҙ уларҙың асыҡ ҡына һанын белмәйбеҙ. Һәр бер тере сәскәнең үтенесен Аллаһ Тәғәләгә еткереүсе фәрештәләр, һәр ямғыр тамсыһының, һәр бер ҡар бөртөгөнөң фәрештәһе һәм тағы ла бик күп һанда фәрештәләр бар. Һәр бер йондоҙҙоң да фәрештәләре бар.
   Ен һәм шайтандар фәрештәләр була аламы?
   Юҡ, ен һәм шайтандар уттан барлыҡҡа килгән, ә фәрештәләр Раббының нурынан яратылған. Фәрештәләр, ендәр һәм шайтандар матди түгелдәр һәм беҙгә күренмәйҙәр.
   Ендәр кешеләргә оҡшаған. Ендәр араһында яҡшылары ла, насарҙары ла бар. Улар ҙа беҙҙең кеүек был донъяла һынау үтәләр.
Аллаһ әйтә:
   «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем»
Ҡөрьән «Әҙ-ҙәрийәт, 56»
   Ендәр беҙгә зыян килтерә аламы?
   Изге Ҡөрьән аяттарында ендәрҙең уттан әле кеше яратылғанға тиклем үк барлыҡҡа килтерелеүе һәм уларҙың төрлө ҡиәфәткә инә алыуы тураһында әйтелә. Сәбәпһеҙ улар кешеләргә зыян килтерә алмай.

  Ендәр Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтеүен тыңлайҙармы?
   Ендәрҙең бер өлөшө Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһ Тәғәләнең Рәсүле булыуына ышаналар. Быға ышанмағандары шайтандың ярҙамсылары булып тора.
   Шайтан енгә оҡшағанмы?
   Шайтан ендәрҙең тәүаталары булып тора тип иҫәпләнә. Ул кеше яратылғанға тиклем барлыҡҡа килтерелгән. Ул ҙур ғилемгә эйә булған, Ожмахта фәрештәләрҙең уҡытыусыһы булған, ә һуңынан Ожмахтан ҡыуылған.
   Шайтан башта Ожмахта булған, нишләп ул беҙҙең дошманыбыҙ булып киткән һәм ул ни өсөн Аллаһтың мәрхәмәтенән мәхрүм ителгән?
   Аллаһ беренсе кешене балсыҡтан яратҡан. Һуңынан Ул фәрештәләргә һәм шайтанға: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тип ҡушҡан. Бөтә фәрештәләр сәждә ҡылған, тик шайтан ғына үҙенең тәкәбберлеге арҡаһында сәждә ҡылыуҙан баш тартҡан.
   - Нишләп сәждә ҡылманың? — тип һораған унан Аллаһ.
   - Мин бит уттан барлыҡҡа килгәнмен, ә Әҙәм — балсыҡтан. Ут балсыҡтан яҡшыраҡ, — тип яуап биргән шайтан.
   Аллаһ Тәғәлә буйһонмаған һәм тәкәббер шайтанға асыуланған һәм уны Ожмахтан ҡыуған. Ошо ваҡыттан алып шайтан Аллаһтың мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалған.
   Ергә ҡыуылған шайтан Әҙәм бәйғәмбәрҙең (ғәләйһи- ссәләм) дошманы булып ҡалған.
   - Кеше минең Ожмахтан ҡыуылыуымдың сәбәпсеһе булды. Шуның өсөн мин уны тура юлдан яҙҙырасаҡмын. Мин уға уң яҡтан, һул яҡтан, алдынан һәм артынан бәйләнеп йөҙәтәсәкмен. Мин уны гонаһ эшләргә һәм Аллаһҡа ҡаршылашырға мәжбүр итәсәкмен. Әйҙә Аллаһ уға асыуланһын һәм минең кеүек уны ла Ожмахтан мәхрүм итһен, — тип ҡарар иткән.
   Аллаһ уға быны Ҡиәмәт көнөнә тиклем эшләргә рөхсәт иткән.
   Шул көндән башлап Әҙәм балаларын яуызлыҡ эшләргә, тура юлдан ситләшергә һәр ваҡыт ҡотортоп тора. Әммә ул аҫтыртын рәүештә ҡоторта ғына ала. Кеше үҙенең эшен үҙе башҡара.
   Шайтан беҙҙән нимә теләй?
   Шайтан даими рәүештә беҙҙе яуызлыҡ эшләргә этәрә. Беҙ яҡшылыҡ эшләгәндә, дөрөҫтө һөйләгәндә, әсәйебеҙ һәм атайыбыҙҙы хөрмәт иткәндә, ул асыулана.
   Ул беҙҙең гонаһ эшләү, ләстит һатыу, бер-беребеҙ менән әрләшеү, хәмер эсеү, ҡомарлы уйындар уйнауҙы һ.б. теләй. Ә инде тәртибебеҙ арҡаһында бәхетһеҙлеккә тарыһаҡ, ул беҙҙән көләсәк. Һәм Ҡиәмәт Көнөндә беҙҙең аҡланып: «Быны беҙ шайтан үәсүәсәһе менән эшләнек», — тиеүебеҙгә ҡарата, шайтан: «Быны улар үҙҙәре эшләне, мин уларҙы ҡоторттом ғына», — тип ҡаршы киләсәк.
   Шайтандан нисек һаҡланырға мөмкин?
   Үҙеңде шайтандан һәм аҙашҡан кешеләрҙән һаҡлау өсөн, Аллаһтың беҙгә нимә ҡушыуы тураһында ғилем алырға кәрәк. Һәм бөтә был ҡағиҙәләрҙе үтәп, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итергә һәм тик унан ғына яҡлау эҙләргә.
                                                                        Хикәйәт:
                                                        Уғрылыҡта тотолған шайтан
   Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәһе Әбү Һөрәйрә (радыйаллаһу ғәнһү) шулай бер саҡ һөйләгән:
   - Бәйғәмбәр миңә рамаҙан айында йыйылған зәкәтте, ғөшөрҙө һаҡларға ҡушты. Бер ваҡыт мин ҡара тәнле ирҙең шул иғәнәнән услап ашлыҡ алғанын күреп ҡалдым. Мин уны тотоп алдым да, тегегә әйттем:
   - Хәҙер мин һине Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә) алып барам.
   - Мин ярлы һәм бәхетһеҙ кеше. Минең балаларым бар, уларҙы мин ашатырға тейеш, — тип яуап бирҙе.
Мин уны йәлләнем һәм ебәрҙем. Иртәгәһенә Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) минән һорай ҡуйҙы:
   - Эй, Әбү Һөрәйрә! Һин кисә тотҡан уғрыны нимә эшләттең?
   - Эй, Аллаһтың Рәсүле! Мин уны фәҡир булғаны өсөн һәм балалары өсөн йәлләнем. Ә Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мине иҫкәртте:
   - Ул һиңә төптө ялғанды әйткән. Белеп тор, ул яңынан киләсәк.
   Мин уның һүҙҙәренән уғрының ҡабаттан килерен аңлап, көтә башланым. Һәм тиҙҙән уғры яңынан килде һәм бойҙайҙы ала ғына башлағайны, мин уны тотоп алдым да тегеңә былай тинем:
   - Шулай ҙа мин һине Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә) алып барам.
Һәм ул яңынан ялбара башланы:
   - Ебәр мине, мин иң фәҡире, минең балаларым ас, мин
башҡаса урлашмаясаҡмын.
   Мин яңынан йәлләнем һәм уны йәнә ебәрҙем.
   Иртәнсәк Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) минән һораны:
  — Йә, Әбү Һөрәйрә, кисә төндә уғры менән нимә
эшләнең?
   - Эй, Аллаһтың Рәсүле! Мин уның үтенесен кире ҡаға алманым, балаларын йәлләнем.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мине тағы ла иҫкәртте:
   - Ул һине йәнә алдаған һәм бөгөн тағы киләсәк.
   Өсөнсө төн көттөм мин уны. Бына ул килде һәм яңынан бойҙайҙы тултыра башланы. Мин уны тотоп алып:
   - Быныһында инде мин һине Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә) алып барам. Һин инде өсөнсө тапҡыр килдең, үткәнендә башҡаса бында килмәҫкә тәүбә итһәң дә, — тинем. Уғры йәнә ялына башланы:
   - Зинһар мине ебәр. Уның өсөн мин һиңә бер доға өйрәтәм, уны уҡыған өсөн Аллаһ һине бүләкләйәсәк.
   Мин унан:
   - Әйт, ниндәй доға ул, — тип һораным.
   - Йоҡларға ятҡанда башынан аҙағына тиклем «Аятел Көрси» ҙе уҡы. Һин уны уҡығас, Аллаһ һиңә бер фәрештәне ебәрер, ул һинең йоҡоңдо иртәнгә тиклем һаҡлаясаҡ, һәм шайтан һиңә яҡын килә алмаясаҡ.
   Мин тағы йәлләнем һәм уны ебәрҙем.
   Иртәгәһенә иртәнсәк Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) миңә:
   - Һин нимә эшләнең теге уғры менән? — ти.
   - Эй, Аллаһтың Рәсүле! Ул миңә бер доға өйрәтте, уның өсөн Аллаһ миңә ярҙам итәсәк, шуға йәлләп, мин уны ебәрҙем.
   - Ниндәй доға ул?
   - Йоҡларға ятҡас башынан аҙағына тиклем «Аятел Көрси»ҙе уҡырға ҡушты. Уҡыған кешегә Аллаһ Тәғәлә уны иртәнгә тиклем һаҡлау өсөн фәрештә ебәрә, һәм уға шайтан яҡын килә алмай икән, — тип яуап бирҙем мин.
   Минең яуабымды ишетеп Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) аптыраны:
   - Ҡара әле һин уны, нисек кенә ул алдаҡсы булмаһын, ул һине тура юлға өйрәткән. Эй, Әбү Һөрәйрә! Һин беләһеңме, һин тоташ өс төн кем менән осраштың?
   - Юҡ, белә алмайым.
   - Был шайтан ине.
   Был хикәйәттең фәһеме:
   • «Аятел-Көрси» Изге Ҡөрьән аяттарының иң әһәмиәтлеһе булып тора. Шуның өҫтәүенә, кем «Аятел- Көрси»ҙе уҡый, Аллаһ Тәғәлә уға һаҡсы фәрештәне ебәрә. Ул уны бөтә бәлә-ҡазанан һәм бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлаясаҡ.
   Ендәр беҙгә ниндәй булһа ла зыян эшләй алалармы?
   Аллаһ ихтыярынан тыш бер кемгә лә зыян килтерелә алмаҫ. Күренмәгән заттарҙан үҙеңде «Әғүзү билләһи минә- шшайтани-рраджим, бисмилләһи-ррахмәни-ррахим» тигән доғаны уҡып һаҡларға мөмкин, һәм һаҡлауҙы Аллаһ Тәғәләнән генә һорарға кәрәк. Мосолман һәр изге эште ошо доғанан башларға тейеш.

                              ИЗГЕ ЯҘЫУҘАРҒА ҺӘМ БӘЙҒӘМБӘРҘӘРГӘ ЫШАНЫУ
   Кемдәр ул бәйғәмбәрҙәр?
   Бәйғәмбәрҙәр — улар һайланып алынған кешеләр; улар Аллаһ Тәғәләнән килгән ғилемде бөтә кешеләргә таратыусылар.
   Теләк менән бәйғәмбәр булып буламы?
   Юҡ, бәйғәмбәрлеккә баш баҫып эшләү йәки тырышып ғибәҙәт ҡылыу менән ирешеп булмай. Аллаһ Тәғәлә үҙе кешеләр араһынан бәйғәмбәрлектең ауыр миссияһын һәйбәт итеп башҡара алған кешене үҙе һайлай.
   Бәйғәмбәрлек атаһынан улына биреләме?
   Ҡәрҙәшлек бәйғәмбәрлек бирелеүҙе билдәләй алмай. Әммә шундай осраҡтар булған: атаһы ла, улы ла икеһе лә бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһүмә-ссәләм) булғандар.
   Бәйғәмбәрҙәрҙең балалары бөтә осраҡта ла аталары кеүек изге булалармы?
   Юҡ, һәр ваҡытта ла түгел. Мәҫәлән, Нух бәйғәмбәрҙең (ғәләйһи-ссәләмдең) улдарының береһе атаһы һүҙен тыңламай һәм туфан һыуы ваҡытында иманһыҙҙар менән бергә һәләк булған.

   Бәйғәмбәрҙәр араһында бай һәм билдәле кешеләр булғанмы?
   Сөләймән бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бик бай булған һәм дәүләт менән идара иткән. Беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) данлыҡлы ырыуҙан булған, әммә ул бай булмаған.
   Аллаһ Бәйғәмбәрҙәрҙе ниндәй маҡсат менән ебәргән?
   Беҙ үҙебеҙҙең аҡылыбыҙ менән генә Аллаһты аңлап бөтә алмайбыҙ. Шуның өсөн дә беҙ китап һәм уҡытыусы ярҙамына мохтажбыҙ.
   Кешеләрҙе хаҡ юлға төшөрөү өсөн Аллаһ бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) ебәргән.
   Изге Ҡөрьән китабы беҙгә был юлды күрһәтә. Бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) кешеләрҙе өйрәткәндәр һәм үҙҙәре тормошта бөтәһе өсөн дә ысын үрнәк булғандар. Изге Ҡөрьән иманлы кешеләргә намаҙ уҡырға ҡуша, ә нисек уҡырға беҙ Бәйғәмбәрҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өйрәнәбеҙ.
   Кем кешеләргә яҡшы үрнәк булып тора?
   Кешеләргә яҡшы үрнәк булып бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) тора.
   Бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) ғәҙәттән тыш кешеләрме?
   Юҡ, улар беҙҙең кеүек кешеләр. Ашайҙар, эсәләр, йоҡлайҙар, арыйҙар, өйләнәләр. Әммә уларға бик ҙур бурыстар ҡуйылған.
   Изге Ҡөрьәндә бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) нисек аталған?

   Төрки телле халыҡтар фарсы һүҙе «бәйғәмбәр»ҙе ҡуллана, ул «хәбәр килтергән кеше» тигәнде аңлата. Изге Ҡөрьәндә бәйғәмбәрҙәр «рәсүл», «нәби» һүҙе менән аталған.
   Тәүге бәйғәмбәр кем?
Тәүге бәйғәмбәр һәм тәүге кеше Әҙәм (ғәләйһи-ссәләм) булған.
   Кем һуңғы бәйғәмбәр?
Һуңғы бәйғәмбәр — беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) булған.
   Бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) бөтәһе нисәү булған?
Изге Ҡөрьәндә һәр бер халыҡҡа бәйғәмбәр ебәрелгән тиелгән. Уларҙың аныҡ ҡына һаны билдәле түгел. Уларҙың һаны 124 меңдән артыҡ булған тигән мәғлүмәт бар.
   Һеҙ Изге Ҡөрьәндә исемдәре иҫкә алынған бәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһимү-ссәләм) исемдәрен һанай алаһығыҙмы?
   Бына Изге Ҡөрьәндә исемдәре телгә алынған 25 бәйғәмбәрҙең (ғәләйһимү-ссәләм) исемдәре:
1) Әҙәм, 2) Иҙрис, 3) Нух,
4) Һут, 5) Сәлих, 6) Лут,
7) Ибраһим, 8) Исмәғил, 9) Исхак,
10) Якуп, 11) Йософ ,12) Шоғайып,
13) Муса, 14) Һарун, 15) Дауыт,
16) Сөләймән, 17) Әйүп, 18) Зөлҡәфил,
19) Йуныс, 20) Ильяс, 21) Әлйасағ,
22) Зәкәрийә, 23) Яхья, 24) Ғ айса,
25) Бәйғәмбәр Мөхәммәд Мостафа (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм)
   Изге Ҡөрьән шулай уҡ Лоҡман, Ғөзәйер һәм Зөлҡәрнәй исемдәрен дә иҫкә ала, әммә улар бәйғәмбәр булғандармы, аныҡ ҡына билдәле түгел.
   Бөтә халыҡтарға ла бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү- ссәләм) ебәрелгәнме?
   Эйе, һәр бер халыҡҡа бәйғәмбәрҙәр ебәрелгән.
   Бәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһимү-ссәләм) бурыстары ниндәй?
1. Бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға саҡырыу.
2. Кешеләргә Аллаһтың ҡушҡандарын һәм тыйыуҙарын еткереү.
3. Хаҡ юлды күрһәтеү.
4. Үҙ тормошо менән үрнәк күрһәтеү.
5. Киләсәктәге үлем һәм Ҡиәмәт Көнө тураһында иҫкә төшөрөү.
6. Ерҙәге тормоштоң фанилығын һәм әхирәттең мәңгелек икәнен иҫкә төшөрөү.
7. Кешеләр Ҡиәмәт Көнөндә уларҙы хаҡ юлға бер кем дә саҡырманы тимәһендәр өсөн.

   Бәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһимү-ссәләм) айырылып торған үҙенсәлектәре ниндәй?
   Һәр бер бәйғәмбәр билдәле бер мөғжизәгә эйә булған. Мөғжизә уларға кешеләр алдында үҙҙәренең бәйғәмбәрлек миссияһын иҫбатлау өсөн кәрәк булған.
   Шуның менән бергә бәйғәмбәрҙәргә (ғәләйһимү- ссәләм) мотлаҡ түбәндәге сифаттар хас булған:
1 — Сыдыҡ: бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) юғары дәрәжәлә ғәҙел һәм намыҫлы кешеләр.
2 — Аманат: бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) бөтә яҡлап та ышаныслылар.
3 — Тәблиғ: бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) тулы итеп кешеләргә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән ҡушыуҙарҙы һәм ҡанундарҙы еткерәләр.
4 — Фәтәнәт: бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) юғары аң һәм үҫешкән аҡылға эйәләр.
5 — Исмәт: бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) гонаһ эшләмәйҙәр.
   Нимә ул мөғжизә? Һәр бер кеше лә мөғжизә күрһәтә аламы?
   Мөғжизә — ғәҙәттән тыш күренеш. Улар бәйғәмбәрҙәргә Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры һәм ярҙамы менән уларҙың бәйғәмбәрлеген иҫбатлау өсөн бирелгәндәр. Ғәҙәттәге кешеләр ундай һәләткә эйә түгелдәр.
   Бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) ниндәй маҡсат менән мөғжизә күрһәтәләр?
1. Үҙҙәренең миссияһын иҫбатлау өсөн.
2. Киләһе быуындарға ғилми асыштар булыуын хәбәр итеү өсөн.

   Ниндәй осраҡтарҙа мөғжизә эшләнелә? Бәйғәмбәрҙәр (ғәләйһимү-ссәләм) тормошонан бер нисә миҫал килтерегеҙ.
   Бәйғәмбәрҙәргә(ғәләйһимү-ссәләм) мөғжизә һәләтлеге һуңғы сиктә кәрәк булған осраҡтарҙа ғына бирелгән. Аллаһ Тәғәлә бәйғәмбәрҙәргә (ғәләйһимү-ссәләм) мөғжизәләрҙе улар дәүеренең белем кимәле һәм йәмғиәт үҫешенә ярашлы рәүештә биргән.
   Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) ваҡытында сихырсылыҡ айырыуса уңыш ҡаҙанған. Һәм Муса бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) шундай мөғжизә (таяҡ йыланға әйләнгән) бирелгән, ул инде теләһә ниндәй сихырсылыҡтан өҫтөн торған.
   Ғайса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) йәшәгән ваҡытта им-том менән дауалау үҫешкән була. Һәм уға шул дәүер өсөн ауырыуҙарҙы шәбәйтеү буйынса сикһеҙ дәрәжәләге һәләтлелек, шул иҫәптән һуҡырҙарға күреү һәләтлеген ҡайтарыу һәм хатта үлектәрҙе терелтеү мөмкинлеге бирелгән.
   Беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ваҡытында айырыуса поэзия һәм әҙәбиәт баһаланған. Һәм уға бирелгән иң ҙур мөғжизә булып Изге Ҡөрьән булған. Кешеләр араһында бер кем дә бындай Китапты яҙа алмаясаҡ.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөғжизәләренән миҫал килтерегеҙ.
   Беҙҙең бәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бик күп мөғжизәләр бирелгән булған. Уларҙың иң бөйөгө булып Изге Ҡөрьән тора. Әммә башҡа төрлөләре лә билдәле.

• Уның ҡул хәрәкәте менән генә Айҙың уртаға ярылыуы.
• Миғражға олғашыуы.
• Бармаҡ остарынан шишмәнән сыҡҡан кеүек һыу ағыуы.
• Ауырыуҙарҙы сәләмәтләндереүе.
• Әҙ генә ризыҡ менән әллә күпме кешене туҡландырыуы.
• Буласаҡ ваҡиғаларҙы һәм уларҙың үтәлешен алдан әйтеүе.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) башҡа бәйғәмбәрҙәрҙән айырыламы?
   - Эйе. Ул һуңғы һәм иң камил Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм).
   - Ул бер генә ҡәүем һәм халыҡҡа ебәрелмәгән, ә бөтә ваҡыттағы һәммә кешегә ебәрелгән.
   - Ул кешеләрҙең генә Бәйғәмбәре түгел, ә ендәрҙең һәм фәрештәләрҙең дә Бәйғәмбәре.
   Бәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһимү-ссәләм) ҡайһыһына Яҙыуҙар ебәрелгән?
   Бер нисә биттән генә торған ҡыҫҡа Изге Рисәләләр (Яҙыуҙар) — сухуфтар тип атала. Улар түбәндәге бәйғәмбәрҙәргә ебәрелгән:
Әҙәм бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) — 10 сухуф,
Шис бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) — 50 сухуф,
Иҙрис бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) — 30 сухуф, Ибраһим бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) — 10 сухуф.

   Был Рисәләләрҙең береһе лә һаҡланмаған.
   Бөйөк Изге Рисәләләр дүртәү:
   1 — Әт-Тәүрат: Муса бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) ебәрелгән. Һуңынан уның тексы кешеләр тарафынан үҙгәртелгән.
  2 — Әз-Зәбүр: Дауыт бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) ебәрелгән. Уның тексы һуңынан кешеләр тарафынан үҙгәртелгән.
   3 — Әл-Инжил: Ғайса бәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) ебәрелгән. Уның тексы һуңынан кешеләр тарафынан үҙгәртелгән.
   4 — Изге Ҡөрьән: Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ябраил фәрештә (ғәләйһи-ссәләм) арҡылы Мөхәммәд Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ебәрелгән. Был Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән Рисәләләрҙән үҙгәртелмәй һаҡланған берҙән-бер Китап.
   Беҙҙең көндәрҙә наҙанлыҡта торған мосолмандарҙың бер өлөшө Изге Ҡөрьәнде ҡәберлектәргә барғанда һәм мәхрүмдәргә аяттар уҡығанда ғына кәрәкле тип иҫәпләй. Һәм шулай уҡ уның тулы мәғәнәһен аңламаған ауырыуҙар өсөн тип тә аңлайҙар.
   Изге Ҡөрьән Аллаһ Тәғәлә тарафынан мосолмандарға тыуғандан үлгәнгә тиклем кәрәкле булған ҡанун һәм ҡағиҙәләрҙе эсенә ала. Мосолман үҙ ғүмере буйына йәшәү эшмәкәрлегенең һәр өлкәһендә Изге Ҡөрьән талаптарына эйәрергә тейеш.
   Изге Ҡөрьән үҙ эсенә нимәләрҙе ала?
   Кеше тормошо ике өлөштән тора. Берәүһе — был донъяла ваҡытлыса булыу, икенсеһе — ҡабат терелгәндән һуң мәңгелек йәшәү.
   Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең ике донъяла ла бәхетле йәшәүҙәрен теләй. Улар бәхеткә илткән юлды белһендәр һәм ошо юл менән барһындар өсөн уларға Изге Ҡөрьән ебәрелгән.
   Әгәр ҙә мосолмандар Изге Ҡөрьән буйынса йәшәһәләр һәм уның ҡушҡандарын үтәһәләр, улар еңеүселәр хәлендә булырҙар ине. Үкенескә ҡаршы, улар уның өйрәтеүҙәренән тайпылғандар, үҙҙәренең бурыстарын үтәмәйҙәр. Улай ҙа ҡайһы саҡта улар уны матур көй кеүек тыңлайҙар, доға уҡыйҙар, бәхетһеҙлектән һаҡлауҙы һорайҙар, ә көндәлек тормошта улар йыш ҡына уның әмерҙәрен һәм тыйыуҙарын үтәмәйҙәр.
   Изге Ҡөрьән 23 йыл буйына индерелгән.
   Изге Ҡөрьәндә 114 сүрә, 6666 аят. Сүрә — Ҡөрьәндең «бисмилләһи-ррахмәни-ррахим» тип башланған айырым бүлеге. Аят — сүрәгә ингән айырым һөйләм.
   Изге Ҡөрьән ғәрәп телендә индерелгән. Уның тексын ғәрәп телендә уҡыйҙар һәм яҙалар. Уның мәғәнәһен башҡа телдәрҙә лә уҡырға мөмкин.
                                                                       Хикәйәт:
                                                             Изге Ҡөрьән дауалай

   Бер ваҡыт Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Әбү Зәйд Худри (радыйаллаһу ғәнһү) етәкселеге аҫтында утыҙ кешенән торған һуғышсылар төркөмөн һуғышҡа ебәргән. Шулай төндә был төркөм ғәрәп ауылына барып еткән һәм ҡунып китергә рөхсәт һораған, әммә ауыл халҡы баш тартҡан һәм хатта юлсыларға ашарға ризыҡ та бирмәгән.
   Бер ни тиклем ваҡыттан һуң был ауылдың ырыу башлығын йылан саҡҡан. Бөтә ауыл кешеһе зыян күреүсегә ярҙам итергә тырышып ҡараған, әммә бушҡа ғына. Уларға ярҙам һорап, үҙҙәре ҡыуып ебәргән сит ил кешеләренә мөрәжәғәт итеүҙән башҡа нәмә ҡалмаған.
  Бәйғәмбәрҙең сәхәбәһе Әбү Зәйд (радыйаллаһу ғәнһү) һуңынан шулай һөйләгән: Беҙ Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡушыуы буйынса һуғышҡа барған төркөм менән төнгөлөккә ҡунырға туҡтағайныҡ. Беҙҙең төркөмгә хеҙмәтсе ҡыҙ килде һәм һөйләй башланы:
   - Беҙҙең ырыу башлығы Сәлимде ағыулы йылан саҡты. Беҙҙең ауылда уға ярҙам итерлек кеше юҡ. Һеҙҙең арағыҙҙан йылан саҡҡан кешегә ярҙам итерлек кеше юҡмы? Бәйғәмбәрҙең сәхәбәләре (радыйаллаһу ғәнһүм) уларға ҡунып китергә рөхсәт бирмәгәнгә үпкәләп ауылға бармаҫҡа иткәндәр. Әммә уларға ярҙам иткән өсөн утыҙ һарыҡ түләнеүе хаҡында әйткәс, улар шулай ҙа риза булғандар.
   Төркөмдән берәү ауылға барып, йылан саҡҡан кешегә «Әл-Фәтиха» сүрәһен өс тапҡыр уҡып, уны һауыҡтырған.
   "Әл-Фәтиха" уҡыған кеше әжеренә утыҙ һарыҡ алған. Ул беҙҙең бөтәбеҙҙе лә һарыҡ һөтө менән һыйланы, ә беҙ унан:
    — Һин дауалай беләһеңме ни? — тип һораныҡ.
   Ул:
   - Юҡ, мин тик «Әл-Фәтиха» сүрәһен уҡыным, — тип яуап бирҙе.
   Беҙ уға:
   - Бәйғәмбәрҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һорамайынса тороп, был бүләк менән файҙаланма, — тип кәңәш бирҙек.
   Мәҙинәгә ҡайтҡас, был турала беҙ Бәйғәмбәргә һөйләнек. Ул:
   - Был һарыҡтарҙы үҙ-ара бүлешегеҙ, бер өлөшөн миңә лә ҡалдырығыҙ! — тине.
   Был хикәйәттең фәһеме:
   • Изге Ҡөрьән дауалай. Әммә шәбәйеү уны кем уҡыуҙан тора. Гонаһлы кешенең дауһы килешмәй. Дауалауҙы туғры һәм тәҡүәле кеше үткәрергә тейеш.
   • Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ағыулы хайуан-йәнлектәр тешләгәндән һуң шәбәйеү өсөн Изге Ҡөрьәнде уҡырға кәңәш иткән. Һәм шуның менән бергә ул ауырыуҙарға табипҡа ла күренергә ҡушҡан.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алдында беҙҙең бурыстарыбыҙ ниндәй?
   1 — Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һуңғы бәйғәмбәр икәнлегенә геүаһлыҡ бирергә.
   2 — Уның Аллаһ Тәғәлә тарафынан бөтә кешеләр өсөн үрнәк итеп ебәрелгәненә ышанырға.
   3 — Һәр ваҡыт уны үрнәк итеп алырға һәм үҙеңдең етәксең итеп күрергә.
   4 — Уны Аллаһ Тәғәләнән һуң үҙең, атайың, әсәйеңә ҡарағанда ла нығыраҡ яратырға.
   5 — Уны хөрмәтләргә. Һәр ваҡытта, уның исемен ишетеү менән салауат уҡырға.
   6 -Уның ҡушҡандарын үтәргә, тыйғандарынан тыйылырға.
   7 — Уның ғилемен башҡаларға таратырға.
   Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) буйһонорға тигән әмер ҡайҙа бар?
   Изге Ҡөрьән түбәндәгеләрҙе һөйләй:
   «Кем Рәсүлгә буйһона, ул Аллаһҡа ла буйһона. Ә кем ситкә боролһа,... ул сағында Беҙ һине уларға һаҡсы итеп ебәрмәнек». Ҡөрьән «Ән-Ниса, 80»
   Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) салауат уҡыу нимәне аңлата?
   Ул Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәм уның ғаиләһенә доға уҡыуҙы, Аллаһтан улар өсөн яҡшылыҡты һорауҙы аңлата. Бына Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә ссәлләм) өсөн уҡыла торған салауаттың ҡайһы берҙәре:
   «Саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм — Аллаһ уны фәтиха ҡылһын һәм сәләмләһен»;
   "Аллаһүммә салли ғәлә сәйиҙинә Мөхәммәдин — Эй, Аллаһ, Беҙҙең хужабыҙ Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фәтиха ҡыл";
   "Ғәләйһи ссәләм — уны Аллаһ сәләмләй".
   Был салауаттарҙы һәр ваҡыт, Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) исемен ишеткәндә уҡыу, — был бик матур эш.

   Бәйғәмбәрҙәр үҙҙәренең эштәренән ниндәй ҙә булһа файҙа алалармы?
   Бөтә бәйғәмбәрҙәр ҙә кеше араһында динде таратып, уларға шулай тигәндәр: «Бының өсөн беҙ һеҙҙән бер ни ҙә һорамайбыҙ. Беҙгә бүләк тик Аллаһ Тәғәләлә».

         аҙағы ошо биттә: //nazir1965.com/din/xa%D2%A1-dinem-a%D2%99a%D2%93y.html#more-5218