Мөстәкрәһ ғәмәлдәр
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡылыныуын яратмаған ғәмәлдәр — мөстәкрәһ ғәмәлдәр. Дәхи әүүәлге изге ғалимдар ҙа уны ҡылыуҙы мәғҡул күрмәнеләр. Мөстәкрәһ ғәмәлде ҡылыу бик ҙур гонаһ булмаһа ла, бәләкәй гонаһтарҙан, олуғ әҙәпһеҙлектән һанала. Мөьмин мосолман кешеләргә ҡылыуы мөстәкрәһ булған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 60:
1. Ашты эҫе көйөнсә ашау үә эсеү
2. һыуҙы бик һыуыҡ көйөнсә эсеү
3. Бер юлы төрлө-төрлө күп аштар ашау
4. Кешенең ашағанын ҡарап тороу
5. Ашағанда ҙур-ҙур ҡабып ашау
6. Мәжлестә аш килтерә торған тарафҡа ҡарап тороу
7. Ашты табаҡтың уртаһынан алып ашау
8. Ҡапҡан ризығыңды ауыҙыңдан сығарыу
9. Ашты яҡшы сәйнәмәй йотоу
10. Аш ашағанда күп һөйләшеү
11. Аш өҫтөнә ҡул һелтәү
12. Башты табаҡ өҫтөнә ҡуйып ашау
13. Һыуҙы туҡтамайынса бер юлы эсеп бөтөү
14. Һыу буйына килеп, һыуҙы ятып эсеү
15. Ҡараңғы ерҙә ашау
16. Ашағанда, эскәндә аш үә һыу өҫтөнә өрөү
17. Аш ашай башлағас, бер аҙ туҡтап тороп, йәнә дауам итеү
18. Асыҡмаҫ борон аш ашау
19. Ҡурғаш, еҙ үә баҡыр һауыттарҙан аш ашау үә һыу эсеү
20. Һауыттың китек еренән ағыҙып һыу эсеү
21. Һауыттың тотҡаһы турыһынан һыу эсеү
22. Баҙарҙа халыҡ араһында үә урамда ашап ултырыу
23. Һуған үә һарымһаҡ ашап кеше араһына сығыу
24. Баҙарҙа кеше күҙе төшкән тағамды йыумайынса ашау
25. Теш араһындағы тағамды алып йотоу
26. Ҡулы һәм ауыҙы майлы көйө йөрөү, йоҡлау
27. Үҫеп етмәгән емештәрҙе ашау
28. Ҡомған ауыҙынан бер аҙ ағыҙмайынса һыу эсеү
29. Эсе күренмәй торған һауыттарҙан һыу эсеү
30. Йоғошло сирле кешегә күп ҡарап тороу
31. Иҫнәгәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә күп тауыш сығарыу
32. Ауыҙҙы ҡапламай иҫнәү
33. Үҙ ихтыярынан тауыш менән кикереү
34. Аяҡтарҙы береһен бере өҫтәнә ҡуйып һелкендереп ултырыу
35. Бармаҡ шартлатыу
36. Ҡул бармаҡтарын аралаштырып ултырыу
37. Йөрөгәндә тирә-яҡҡа күп ҡаранып йөрөү
38. Башмаҡты бер генә аяҡҡа кейеп йөрөү
39. Салбарҙы аяҡ үрә тороп кейеү
40. Һаҡалды артыҡ оҙон итеп үҫтереү
41. Ҡояшҡа ҡаршы ҡарап бик оҙаҡ ултырыу
42. Ҡояш менән күләгә араһында ултырыу
43. Икенде менән аҡшам араһында яҙыу үә уҡыу
44. Һәләк булыу ҡурҡынысы янаған юлға сәфәргә сығыу
45. Йөҙә белмәй торған кешегә һыу кәмәһенә ултырып, һыу сәфәренә сығыу
46. Йығылып төшөү ихтималы булған ерҙә йоҡлау
47. Уҫал кешеләрҙән, йыртҡыс хайуандарҙан ҡурҡыныс янаған урындарҙа тереклек итеү
48. Тибә, һөҙә йә тешләй торған хайуандарға яҡын барыу
49. Төндә яңғыҙ бер өйҙә йоҡлау
50. Кәрәкһеҙ ҡылыс үә хәнйәрҙе ҡулдан ҡулға йөрөтөү
51. Утты һүндермәйенсә йоҡларға ятыу
52. Ҡамыш, урман ағасы менән ауыҙҙы таҙартыу
53. Ашлыҡтарҙы төндә урыу
54. Ағастан емештәрҙе төндә йыйыу
55. Тире иләү, ҡан алыу, хайуан боғаҙлау кеүек бысраҡ эштәр менән кәсеп ҡылыу
56. Ҡунаҡты һыйлау өсөн бурысҡа алыу
57. Үҙеңдән фәҡирерәк кешенең биргән саҙаҡаһын алыу
58. Тағамды зарурһыҙ бысаҡ осо менән алып ҡабыу
59. Хаҡ һүҙ булһа ла, тыңлаусылар ялғанға һанарлыҡ һүҙҙәрҙе зарурһыҙ һөйләү
60. Сөннәткә яҡын ғәмәлдәрҙе ҡылмаҫҡа ғәҙәтләнеү