Туй һәм шәриғәт

                                                                Туй һәм шәриғәт
 

     Кешеләр шәриғәт тигән һүҙҙе ишетһә, күңелдәрен шом баҫа. Нимә ул шәриғәт? Шәриғәт – дин мәғәнәһендә йөрөүе менән бергә диндең ғибәҙәт һәм мөғәмәләр хаҡындағы хөкөмдәренә лә шәриғәт, тиҙәр. Шуға кемдеңдер беҙ шәриғәт буйынса йәшәргә тейеш түгел, тип әйтеүе – беҙ динһеҙ, Аллаһыҙ йәшәргә тейеш кеүек була. Был һүҙҙән һаҡланығыҙ, әгәр кафыр булмайым тиһәгеҙ.
     Шәриғәт – бойороҡ, күрһәтмә, ҡанундар (закондар), мосолмандарҙың дини ҡанундары ү әхләҡ нормалары йыйынтығы. Шәриғәт дүрт төп сығанаҡҡа (Ҡөръәнгә, сөннәткә, ижмағҡа һәм ҡыясҡа) нигеҙләнеп эшләнгән. (Ижмағ – бергәләп хәл итеү, килешеү, рухани-ғалимдарҙың бер ҡарарға килеүе. Ҡыяс – сағыштырыу, оҡшатыу, Ҡөръәндә һәм сөннәттә ҡаралмаған мәсьәләләр буйынса, уларҙа булған өйрәтеүҙәргә оҡшатып фекер йөрөтөү (феҡыйһылыр). Феҡыйһ – хоҡуҡ, закондар белгесе, юрист, йәғни мосолман хоҡутары белгесе.

     Шәриғәт хөкөмдәре: фарыз, важиб, сөннәт, мөбәх, харам, мәкрүһ. Былар тураһында һәр береһе сайтта айырым яҙылған.
Шейх Сәид әфәнде әл- Чиркаүи тарафынан яҙылған «Бәрәкәтле белемдәр хазинаһы» китабынан ошо мәҡәләне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм. Кемдер Кавказдын ҡаты дини хөкөмдәре беҙҙең өсөн түгел, беҙҙә йомшаҡлыҡ булырға тейеш тип шыңшыр. Тик Аллаһ хөкөмө — шәриғәт бар халыҡҡа бер тигеҙ һалынған. Һин ғорур мосолман башҡортмы, әллә хәмергә һалынған меҫкенме?
                  أَمْ لَهُمْ شُرَكَاءُ شَرَعُوا لَهُم مِّنَ الدِّينِ مَا لَمْ يَأْذَن بِهِ اللَّهُ وَلَوْلَا كَلِمَةُ الْفَصْلِ لَقُضِيَ بَيْنَهُمْ وَإِنَّ الظَّالِمِينَ لَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ
     21. Әм ләһүм шүракәә'ү шәрағүү ләһүм минә-ддиини мәә ләм йәьҙәм-биһи-лләәһү үә ләү ләә кәлимәтүл-фасли ләҡудыийә бәйнәһүм үә иннә-ҙҙаалимиинә ләһүм ғәҙәәбүн әлиим. Әш-Шура сүрәһе, 21 аят
     21. Әллә уларҙың үҙ динендә Алла ҡушмағанды ҡанунлаштырып торған тиңдәштәре бармы? Әгәр ҙә кисектереү һүҙе булмаһа ине, уларҙың яҙмышы хәл ителгән булыр ине. Ысынлап та, залимдарға — ғазаплы яза!
     Икенсе мәғәнәлә: Әллә уларҙың Аллаһ рөхсәтенән башҡа шәриғәт төҙөүсе башҡа илаһи бармы?
     Шәриғәттән ситләшеп, йәки шәриғәттә үҙгәрештәр индереп, йәшәргә булмаймы? — тигәндәргә ҡағыла был аяттар. Шәриғәттә әйтелгән икән ҡатын-ҡыҙҙарға сит ирҙәр алдында башығыҙҙы ҡаплағыҙ, тип, был һис шикһеҙ үтәлергә тейеш! Башҡа әхләҡи ҡанундарҙа ла шулай. Шәриғәт ҡанундарын беҙҙең халыҡ үтәмәҫкә тырышып инде берәй тишек эҙләй. Тик үҙ ыңғайҙары һәм үҙ нәфселәре өсөн. Ҙур гонаһ шәриғәтте боҙоу һәм Аллаһ алдында ҡаты яуапты шуның өсөн тотасаҡтар. Белмәнем тип, аҡланыу юҡ һеҙгә!

                                       Туйҙың шәриғәт буйынса сөннәт булыуы дөрөҫмө?
     Шәриғәт буйынса туй сөннәт һанала һәм уны үткәреү рөхсәт ителә. Әммә рөхсәт ителгән һәм тыйылғандың сиктәре булмаған нәмә юҡ, шуға күрә шәриғәткә ярашлы туй тип нәмә аталыуын белеү зарур. Туйҙың мәғәнәһе шатланыу-һөйөнөүҙән ғибәрәт, һәм был рөхсәт ителә. Әгәр, мәҫәлән, кем дә булһа алыҫтан өйөнә ҡайтһа, балаһы тыуһа, малайы өйләнһә йәки ҡыҙы кейәүгә сыҡһа һ.б. осраҡтарҙа кешегә шатланыу хас. Шәриғәт буйынса шулай итеп был туйға рөхсәт бирелә. Һәр кем үҙ мөмкинлектәренән сығып: кемдер мал, кемдер һарыҡ, кемдер әтәс йәки тауыҡ сала һәм тейешле ризыҡтарҙы бешерә лә, ҡунаҡтар саҡыра. Ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар айырым йыйылырға һәм күңел асырға тейештәр.
     Шатланыу шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән, яманлау (ғәйбәт) һәм яла яғыуға (бохтан) урын булмаған шиғри әҫәрҙәр (нәзем) уҡыу, шиғри мәүлидтәр һ.б.ш. башҡарыу юлы менән белдерелә. Шөлдөрлө барабан ҡағыу, бейеү һәм бер-береңә шулай уҡ ғәйбәтһеҙ, ялғанһыҙ булған хәлдәр тураһында һөйләп рөхсәт ителә. Бындай күңел асыу һәм ҡунаҡ итеү тамамланғас, хужа өсөн доға уҡып, таралышырға кәрәк. Шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән туй тап бына шулай үтергә тейеш.

     Ә бөгөнгө көндә беҙ туй тип атаған нәмә шәриғәт ҡанундарына ҡаршы сығыусы (мәғсиә) булып тора. Беренсенән, был йыйындарҙа шәриғәт тарафынан тыйылған спиртлы эсемлектәр ҡулланалар. Ә бит Аллаһының язаһы һәм ҡарғышы һәр кемгә: уны етештереүсегә лә, һатыусыға ла, һатып алыусыға ла һәм эсеүсегә лә төшә. Икенсенән, бындай күңел асыуҙарҙа ир-ат һәм ҡатындар көтөүҙәге һарыҡтар кеүек бергә йыйылышып бейейҙәр. Был шулай уҡ шәриғәттә тыйыла. Әгәр шәриғәт хатта ҡатын-ҡыҙҙың күҙенә ҡарарға ла рөхсәт итмәй икән, бейегәндә ирҙәрҙең уны тикшереүе тураһында ни әйтеп торорға инде? Ысынлап та, кешене ғәҙәттән айырғансы, баланы имеүҙән айырыу еңелерәк, тиҙәр. Ысынлыҡта был шулай! Дағстан халҡының туйҙарындағы бындай бейеүҙән дә ҡырағайыраҡ ғәҙәте юҡ. Өсөнсөнән, туйҙағы кешеләрҙең нисәһе генә намаҙ ваҡыты еткәнен иҫкә төшөрә? Ә бары тик үҙ ирҙәре янында ғына биҙәнеү-яһаныу рөхсәт ителгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың туйға нисек кейенеүҙәре тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй.
     Бында әйтелгән һәм күп әйтелмәгән Аллаһыға буйһонмаусылыҡты сағылдырған миҙгелдәрҙән ҡотолоу өсөн, беҙгә ислам динен аңларға кәрәк. Беҙ аңламау ауырыуынан интегәбеҙ. Беҙҙең дағстанлылар бармаған ғәрәп илдәре ҡалманы тиергә лә була. Уларҙың берәйһе әлеге ғәрәп илдәренең ҡайһында ла булһа беҙҙәге кеүек үткәрелә торған туйҙарҙы күрҙеме икән — шул хаҡта беҙгә һөйләһен әле? Беҙ бында мөйөш һайын күргән спиртлы эсемлектәр унда һатыуҙа бармы? Ни өсөн һуң улар спиртлы эсемлектәрһеҙ эш итә алалар? Әгәр беҙ ҙә улар кеүек мосолман икән, ни өсөн һуң әле беҙ туйҙы спиртлы эсемлектәр менән үткәрергә тейеш? Имам Шамил ваҡытында Дағстанда бындай туйҙар уҙҙырҙылармы һуң? Бына әгәр ҙә хәҙер бында уның ҡылысы булһа, кемдер был шулай итеп туй үткәрергә баҙнат итер инеме икән — ҡарап ҡарар инек? Ғәрәп илдәрендә Дағстан һәр ваҡыт дини белемдәре менән һәм шәриғәт һаҡлана торған урын булараҡ дан тотто һәм тота. Ысын күңелдән әйткәндә, мин һәм минең кеүектәр быға шат һәм Дағстан, дағстан халҡы менән ғорурланалар. Дағстан тураһында нимә генә һөйләһәләр ҙә, ул уның менән ғорурланыуға, маҡталыуға һәм ыңғай баһа биреүгә лайыҡ. Барыбер ҙә наҙанлыҡ — яҡтылыҡтың нур сәсеүен күрергә ирек бирмәүсе ҡараңғылыҡ. Әгәр ҙә был шәриғәт тарафынан тыйылмаһа һәм бының барыһы ла сер булһа, үҙеңдең кәмселектәреңде йәшереү мөмкин булыр ине. Мин кешеләрҙең Аллаһы тарафынан бирелгән байлыҡтарҙы изгелек юлында тотоу мөмкинлеге була тороп, туйҙарҙы был рәүештә үткәреп, уларҙы тыйылған ғәмәлдәргә тотоуҙарынан да ҙурыраҡ тилелек юҡтыр тим.
     Мосолмандарға Ислам ғалимдарына ҡәтғи рәүештә ҡаршы торорға, уларҙың вәғәздәрен тыңламаҫҡа һәм врачтар уларҙы нихәтле күберәк дауалаһа шул тиклем күберәк уларҙы яратмаған психбольница пациенттарына оҡшап, уларҙы кире ҡағырға ярамай.

     Ошо биттәрҙә уҡығыҙ:

     Хәмерле мәжлескә барырғамы?:https://nazir1965.com/din/x%D3%99merle-erg%D3%99-rizaly%D2%A1.html#more-7251

     Хәмерле туйға барырғамы?:https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/x%D3%99merle-tuj%D2%93a-baryr%D2%93amy.html#more-6550

     Аллаһ Тәғәләнен араҡы эсеүселәргә язаһы:https://nazir1965.com/din/alla%D2%BB-t%D3%99%D2%93%D3%99l%D3%99nen-ara%D2%A1y-ese%D2%AFsel%D3%99rg%D3%99-yaza%D2%BBy.html