Хәләл үә харам
Бер ҡатын:“Ейәнем дин юлына баҫып, намаҙ уҡый башланы. Тик мин бешергән ризыҡты ашамай, хәләлме ул әҙерләгән ризығың, тип һорай”, — ти. Ниндәй ризыҡ хәләл була, ниндәйе харам була һуң?
Хәләл менән харамды айырыу мосолман өсөн бик мөһим. Сөнки белә тороп харам менән туҡланыу мосолман кешене гонаһҡа алып бара, диндән сығара. Быға бик иғтибар бирергә кәрәк.
Хәләл менән харам тигәндә, беҙҙең күбебеҙ беренсе сиратта ризыҡты, мосолманса йәки бисмиллаһыҙ һуйылған итте күҙ алдына килтерә. Әммә хәләл төшөнсәһе мосолман тормошоноң бөтә яҡтарын да үҙ эсенә ала. Ул – ашаған ризыҡ, алып барған тормош, эш-бизнес, иҡтисад, дауаланыу, ғөмүмән, донъялағы көнкүрешебеҙ. Әйтәйек, малды ни юл менән таптың? Урланған мал түгелме? Башҡа кешене талап, урлап алынған аҡсаға ризыҡ алыу, сусҡа аҫырап, шуны һатып алынған ризыҡ, араҡы йәки көмөшкә, тәмәке һатып алынған табыш — харам. Ришәүәтселек арҡаһында алынған аҡса-ризыҡ, етемдәрҙең малын ашау һәм башҡа шундайыраҡ насар ысулдар менән табылған ризыҡ — харам. Күптәр бөгөн магазин тотабыҙ тип, унда харам нәмәләр һатып гонаһҡа төшәләр. Йәки билмән цехтары асып, кем һуйғанын белмәй, итте әллә ҡайҙарҙан алып, уның составына иғтибар бирмәй, тик һатыу өсөн генә тырышҡандар — ҙур гонаһлы. Шулай уҡ динебеҙ тыйған һәм ҡушмаған төрлө уйын-саралар ойоштороп, харам продукциялар сығарып табылған аҡса ла һәм ризыҡ та харам.
Хәҙистәрҙә, тыйылғандарға ҡағылмаған кешеләрҙең генә доғалары ҡабул була, тип аңлатыла. Хәләл ризыҡ ашап, беҙ Аллаһ Тәғәләнән әжер-сауап менән бергә һаулыҡ та алабыҙ. Ҡайҙан беҙгә табибтар ярҙам итеп тә һауыҡтыра алмаған билдәһеҙ ҡурҡыныс ауырыуҙар килә һуң? Был Аллаһ Тәғәләнең ҡарғышынан түгелме? Харамдан тыйылдығыҙмы? Ауырымаҫ борон шуға иғтибар итегеҙ. Ауырыуҙар Аллаһынан бушҡа ебәрелмәй.
Элек, бер заман хәлиф Әбү Бәкер ашаған тәм-томо харам аҡсаға алынғанын белгәс, йүгереп сығып китә лә, ике бармағын ауыҙына тығып, ҡоҫорға тырыша. Эргәһендәге иптәштәре уға: «Һин бит белмәй яңылыш ашап ебәргәнһең, ни эшләп улай ҡоҫоп ыҙаларға”, тип йыуатып ҡарағандар. Хәлиф: “Мин пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән: “Кемдең тәненә харам ризыҡ инә, уға тамуҡ уты әҙерләнгән тип ишеттем” – тигән”.
Боронғо ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә ауырыу һәм шулай уҡ махау менән ауырыған (прокаженные) кешеләр үҙ ауырыуҙарынан йүнәлер өсөн ул ваҡыттағы хәнбәли мәҙһәбенең остазына Әхмәд ибн Хәнбәлигә килеп, унан үҙ ҡулы менән бешергән икмәк киҫәген һорағандар. Имам Хәнбәли ул кешеләрҙән ҡыҙыҡһынып: “Ни эшләп минән икмәк һорайһығыҙ?” тигәс, улар: “Әй, Имам Әхмәд, беҙ беләбеҙ, һин Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡаһын, бөтә ризығың да хәләл юл менән табылған, шуға ла ул бар ауырыуҙарҙан дауа”, — тип яуап биргәндәр.
Хәләл ризыҡ ниндәй була һуң? Алайыҡ итте. Уның хәләллеге һуйыуҙан башлана. Мал-тыуар нисек һуйыла, кем ҡулы менән? Мал салғанда кем зекер ителә? Ит комбинаттарында малды ток менән үлтереп һуйғандары харамға инә. Сөнки был осраҡта мал үлтерелә һәм ҡаны сығарылмай – үләкһә һәм ҡан ашамағыҙ, тип әйтелә бит динебеҙҙә. Икенсе яғы, унда кем бисмилланы әйтә? Баҙарҙа ла ит алғанда кемдән алаһығыҙ?
Ислам динебеҙҙә мал салыу биш талапҡа бойһона:
1. Мал-тыуар салыусының мосолман булыуы.
2. Ир-ат булыуы.
3. Бәлиғ булыуы.
4. Үҙ аҡылында булыуы.
5. Аллаһты зекер итеүе — бисмиллаһи Аллаһу әкбәр, тип әйтеүе.
Һин тауыҡмы, эре малмы салғанда ла, шул шарттар үтәлгәндә генә һуйылған малдың ите, тиреһе, эске органдары хәләл була. Башҡа талаптарға килгәндә, мал таҙа, һау-сәләмәт булырға тейеш. Мал салғанда ҡайһы бер ерҙә ике рәҡәғәт намаҙ уҡыу, доға ҡылыу кәрәклеге хаҡында ла йыш ҡына һөйләйҙәр. Тик беҙҙең шәриғәттә ундай талаптар юҡ. Былар — халҡыбыҙҙың ғөрөф- ғәҙәттәре. Шулай уҡ малды салыу урынына ҡурҡытмай алып килеү, күкрәген ҡиблаға йүнәлтеү, (ҡайһы бер ерҙә башын) 3 йәиһә 4 аяғын бәйләү. Әммә был эштәр булмағанда ла, киләһе 5 шарттар үтәлгәндә, ит хәләл була. Кем бисмиллаһты әйтергә онотҡан икән, һуйған ите барыбер хәләл тип һанала. Сөнки онотоп ҡалдырыу Ислам динендә ғәйеп түгел, ә белә тороп әйтмәһә, итен ашау тыйылған. (Сөннәтле булыу хуплана, тик был талап түгел).
Хәләл ит: Мосолман йәғни әһле китап (христиан һәм йәһүдиләр), Аллаһының исеме менән итен ашарға яраған хайуандың боғаҙ тамырҙарын һуйһа, был ит хәләл һанала.
Мосолмандар араһында кемдәр мал сала ала? Кемдең оҫталығы һәм көсө етә. Йәғни,ир кеше лә, ҡатын кеше лә, үҫмер бала ла, мосолман булһалар, һуйырға көстәре етһә, сала алалар (Бухари, 5504-се хәҙис).
Ә инде иттән яһалған тултырмаларға (колбасаларға) килһәк, бында инде ҡайһы комбинатта һәм нисек һуйылғанына (хәләлегенә) ҡарайбыҙ. Быларҙың хәләл тигән сертификаты булһа, ашарға ярай. Сөнки ул сертификаттар мөфтиәттәр тарафынан бирелә һәм тикшерелеп торола. Башҡа продукцияға килһәктә, хәләлек ҡағыҙы һәм уларҙың составын ҡарап алырға кәрәк. Химик составы булһа, был зыянлы, теләһә ниндәй буяуҙар йәки өҫтәмәләр ҡушыла.
Бер мәл маргаринды ашарға ярамай тиҙәр ине, тик бына Татарстан мосолман дини назаратындағы хәләл комитеты ни яҙа: “Халыҡта маргаринға, кулинар майына сусҡа майы ҡушыла тигән фекер йәшәй. Ләкин бына Түбәнге Новгородтың ҙур май комбинатында, уның филиалы Һамар ҡалаһында барлыҡ продукцияны, һабынға тиклем, үҫемлек майҙарынан ғына эшләйҙәр. Унда рапс майы ла, көнбағыш майы ла, пальма майы ла бар. Бөгөнге көн технологияһы шундай — көнбағыш майынан ҡаймаҡ эшләп сығаралар. Шуға күрә этикеткалар менән яҡшылап танышырға кәрәк. Әгәр ҙә продукция үҫемлек майынан эшләнгән икән — бында шик булмай.
Бөгөнгө көндә хәләл торттар, башҡа кондитер әйберҙәре ҡулланышҡа керҙе. Уларға төп талап — составтарында иҫерткестәр булмаһын. Икенсенән, ҡулланылған май хәләл, нигеҙендә үҫемлек майы булырға тейеш. Торттарҙы яһағанда желатин ҡулланыла. Ул мал-тыуар һөйәгенән һәм тиреһенән ҡайнатып яһалған матдә. Бында хәләл юл менән һуйылмаған мал һәм хатта сусҡа һөйәктәре булыуы мөмкин. Желатин хәләл торттар составында булырға тейеш түгел. Күп кенә ерҙәрҙә уны хәҙер диңгеҙ үҫемлектәре менән алыштыралар.
Ашаған икмәгебеҙ ҙә хәләл, тик ниндәй тәмләткестәр, ниндәй мал (хәләл) майы ҡушыла, шулай уҡ химик составын тикшерергә кәрәк. Шундайҙары ла килеп эләгергә мөмкин, мәҫәлән, интернетта, киҫелгән икмәк телеме менән һауыт-һаба ла, тәҙрә лә, хатта иҙән дә йыуалар – ысын резина, тарҡалмай ҙа, таралып та төшмәй.
Һөт аҙыҡтары хаҡында. Халыҡтан һатып алынған, фермаларҙан килтерелгән һөт һәм унан яһалған ҡаймаҡтың, эремсектең хәләллегенә бер нисек тә шикләнә алмайбыҙ. Тик бына 6 ай буйы әсемәй ултырған һөткә килһәк, бында шикле һорауҙар тыуа.
Шулай уҡ харам булмаһалар ҙа, айҙар буйы серемәй һәм ҡорт ашамай торған йәшелсә-емештәр ҙә химик юлдар менән эшкәртелгән булып, һаулыҡҡа зыян килтереүе лә бар.
Шулай уҡ хәләл йомортҡалар бар. Ни эшләп уларҙы хәләлгә әйләндергәндәр һуң? Былары шул тауыҡ үрсеткән комбинаттарҙа тауыҡтарҙың тик хәләл ем ашауынан. Икенсе төрлө әйткәндә, улар ашаған емдең составында химик өҫтәмәләр, шулай уҡ сусҡа ите, һөйәктәре, үлгән мал ҡалдыҡтары, ҡан, нәжестәр юҡ.
Тыйылған әйберҙәргә шулай уҡ спирт ҡушылған хушбуйҙар һәм дарыуҙар ҙа инә. Беҙ ҡуланған һеркә (уксус) хәләл һанала.
Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әй кешеләр! Ерҙә булған паҡ хәләл ризыҡтарҙы ашағыҙ, изге нәмәләрҙе ҡулланығыҙ. Шайтан юлына кермәгеҙ, ул һеҙгә асыҡтан-асыҡ дошман.»
Өҫтә яҙылғансы хәләлгә үә харамға бәйле күп кенә нескәлектәр, талаптар бар. Йорт хайуандарына бәйле хөкөмдәрҙе лә белеү, уларҙың нимәләре нәжес, нисек паҡ була алыуҙарын да аңларға кәрәк. Мәҫәлән, бесәй хаҡында. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм, уның тураһында былай тип әйткән: «Дөрөҫлөктә, һеҙҙең янда йәшәүселәр хисабына кергәнгә күрә, ул бысраҡ һаналмай. Әлеге бесәйҙәребеҙ, хатта сысҡандар ҡағылған һыу, ризыҡ һәм кейем бысраҡ түгел. Шулай уҡ малды салғандан һуң ҡан тамырҙарында ҡалған әҙ генә ҡан да хәләл һанала. Ау эте ауыҙы ҡағылған йәнлек тә хәләл була.
Ошо нәмәләрҙә шәриғәт ғалимдары хайуандарҙы биш төркөмгә бүлделәр:
1. Кәүҙәләре тулыһынса, тиҙәктәре лә нәжес, бысраҡ булған йәки тере һәм үле хайуандар. Быға сусҡа, эт һәм йыртҡыс хайуандар керә.
2. Иҫән ваҡытта саф булып, үлгәс нәжес һаналған хайуандар: бесәй, сысҡан, сысҡандан бәләкәй йән эйәләре. Уларҙы ризыҡ өсөн файҙаланыу тыйылған.
3. Тере ваҡытта ла, үлгәс тә таҙа һаналған, әммә ашау рөхсәт ителмәгән йән эйәләре. Мәҫәлән, ҡанһыҙ бөжәктәр.
4. Тере саҡта ла, һуйғас дә хәләл булған, әммә бәүелдәре, тиҙәктәре нәжес йорт хайуандары һәм шуларға оҡшаған төрлө боландар, ҡыр кәзәләре.
5. Тере ваҡытта ла, үлгәс тә таҙа һаналған, салынғанмы, юҡмы икәненә ҡарамаҫтан, ашау рөхсәт ителгән диңгеҙ балыҡтары һәм хайуандары, шулай уҡ саранча. Балыҡтың ҡаны ла нәжес һаналмай.
Ҡайһы бер хайуандарҙың йөндәре, һеләгәйҙәре үә төкөрөктәре таҙа тип иҫәпләнһә лә, иттәре нәжес була. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: “Аллаһ Тәғәлә һәм уның илсеһе һеҙгә ишәк итен ашауҙы тыя. Сөнки ул — нәжес.»
Эт хөкөмөнә килгәндә былай тиелгән. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм, шулай тине: "Джәбрәил фәрештә миңә килеп әйтте: «Мин яныңа кисә килгән инем. Әммә һинең яныңа кереүҙән мине ишек төбөндәге һын, тәҙрә пәрҙәһендә һүрәт һәм йорттағы эт туҡтатты. Һындың башын киҫергә бойор — ул ағас төбөнә оҡшап ҡалһын. Пәрҙәнде киҫкелә һәм унан мендәр яһа. Этте йортоңдан ишек алдына сығар”. Бынан шул аңлашыла: һүрәт эленгән һәм эсендә эт тотҡан өйгә фәрештәләр инмәй. Был йорттан именлек һәм бәрәкәт китә.
Икенсе хәҙистә шулай тип әйтелә: „Әгәр ҙә берегеҙҙең аш һауытын эт ялаһа, уны 7 тапҡыр йыуһын, шуның береһе — ҡом менән.“ Этте йорт-ерҙе һаҡлау һәм ау өсөн тоторға мөмкин. Әммә уның урыны тышта булырға тейеш. Күңел асыу өсөн эт тотоу исраф, икенсенән, эттә бик күп ауырыуҙар бар. Өсөнсөнән, эт кешеләрҙе, шул иҫәптән ҡунаҡтарҙы, ярҙам һорап килеүселәрҙе ҡурҡытырға, уларҙы тешләргә мөмкин. Һәр саҡ өрөп тороуы ла, ас ятыуы ла һеҙгә гонаһ алып килә. Ни эшләптер халыҡтың ҡайһы берҙәре: эт ҡаралты-малды һаҡлай тигән ялған фекерҙә. Аллаһ Тәғәлә һаҡламағанды бер түгел йөҙ эт һаҡлармы? Енле кешеләрҙән эттәр ҡурҡа һәм ҡасыу яғын ҡарай. Бындай миҫалдар әҙме? Этең һеләгәйе эләккән кейемдә намаҙ уҡырға рөхсәт ителмәй.
Әммә шул уҡ ваҡытта агрессив булмаған, хужаһыҙ, меҫкен эттәр менән беҙ йомшаҡ була ла белергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм беҙгә ҡойо алдында һыуға тилмереп ятҡан эткә һыу эсергән боҙоҡ ҡатындың бөтә гөнаһтары ярлыҡаныуы тураһында хәбәр итә.
Рәсүлебеҙ бөтөн ҡаҙыҡ теше булған йыртҡыс хайуандарҙың һәм үткер тырнаҡлы йыртҡыс ҡоштарҙың итен ашарға ҡушманы. Айыу, бүре, төлкө, эт кеүек йыртҡыс хайуандарҙың ҡаҙыҡ тештәре ҙур булып айырылып тора. Бындай хайуандарҙың итен ашарға ярамай. Шулай уҡ тырнағы ҙур, көслө булған ябалаҡтар, бөркөт, ыласын кеүек ҡоштарҙың да ите тыйылған. Шулай уҡ йылан, саянды ашарға тыйылған, шул иҫәптән бөжәктәрҙе, баҡаны, ҡырмыҫҡаны үлтереүҙән тыйҙы һәм ашарға ла ярамай.
Ҡөръән Кәримдә Аллаһы Тәғәлә:»Әй, иман килтергәндәр, яҡшы нәмәләрҙе генә ашағыҙ!" — тигән. («Баҡара» сүрәһе, 172-се аят). «Әнғәм» сүрәсенең 142 се аятында тағы ла: «Аллаһ биргән яҡшы ризыҡтарҙы ашағыҙ! Шайтан артынан эйәрмәгеҙ! Ул бит һеҙгә дошман», — тине Раббыбыҙ. Тыйылған аҙыҡ ашау — ул шайтан юлы.
Хәләл үә харам тураһында ошонда уҡығыҙ: //nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/x%D3%99l%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-xaram-xa%D2%A1ynda.html#more-4925
Ханафитский фикх
Запрещается есть семь частей дозволенного животного: выпущенную кровь, половой орган, ячки, женские половые органы, железы, мочевой и желчный пузыри.
Если зарезать животное, недозволенное к употреблению, то его мясо и шкура могут служить исходным материалом для получения медицинских препаратов (лекарств, мазей и т.д.).
Но свинья не подлежит закланию из-за ее нечистоты.