Хәләл һәм харам хаҡында

   Хәләл үә харам хайуан һәм ҡош-ҡорт хаҡында, шулай уҡ хәләл үә харам кейек-йәнлек һәм һыу тереклектәре тураһындағы мәғлүмәтте ошо аҫтағы таблицанан ҡарап таба алаһығыҙ.халяль и харам

 

   Иғтибар менән ҡараһаҡ — ҡыҫала (рак) менән краб (дингеҙ ҡыҫалаһы), кальмар ҙа харамға инә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ салатҡа тип ҡуланған крабовые палочканы икенсе төрлөгә алмаштырырға кәрәк.
   Хәләл менән харам мәсьәләһенә килгәндә Аллаһының тәҡдиренә, ни өсөн фарыз, ни өсөн харам ҡылған икән, тип дәғүә ҡылырға бер кемден дә хаҡы юҡ. Шуға күрә кеше Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә иман килтерҙе икән, Уның әмерҙәре нисек ҡушылған булһа, шулай үтәлергә тейешле. Ни эшләп тигән һорауҙы ҡуйырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Хәләлде – харам, тип, харамды – хәләл, тип әйтергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Аллаһ Тәғәлә ашарға, эсергә, кейергә рөхсәт иткән нәмәләрҙе бер кемдә харам ҡыла алмай.
   "Әнғәм" сүрәһенең аяттында асыҡ итеп яҙылған:
   -   Аллаһының аяттарына инанһағыҙ, Аллаһ исеме менән боғаҙланған хайуандарҙы ашағыҙ.
   Ҡөръән китабында хәләл һәм харам тураһында нимәләр әйтелә? Бына ул шул аяттар. Ә инде кемдә кем сусҡа ите ашарға ярай тип әйтһә – ул шунда кафырға әйләнә. Кафырҙарҙың урыны мәңге тамуҡ. Һәр әйтер һүҙҙе самалап, үлсәп кенә ауыҙ асыр кәрәк
   "Һыйыр" сүрәһе 168 аят:
   -   Әй, инсандар, Ер йөҙөндә булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хәләл һәм саф-таҙаларын ғына ашағыҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ.


  Ошо уҡ аятта: 172. -   Эй иман килтергән әҙәмдәр, үҙегеҙгә бирелгән ризыҡтарҙың саф-таҙа, хәләл булғандарын ғына ашағыҙ. Бары тик Аллаһҡа ғына инанаһығыҙ икән, Аллаһҡа ғына шөкөр итегеҙ.
   "Табын" сүрәһендә 4-5 аяттарында:
   -   Нәмәләр хәләл икәнлеген улар һинән һорай: Һин әйт: Бөтөн сифатлы һәм саф нәмәләр һеҙгә хәләл ителде. Аллаһ өйрәткәндәрҙе ҡулаланып, һеҙ аусылыҡҡа өйрәткән өйрәткән януарҙар һеҙгә тотоп биргән кейектәрҙе ашағыҙ һәм Аллаһты онотмағыҙ. (Йәғни, салғанда ла, ашағанда ла *бисмилләһ* әйтегеҙ.) Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ һеҙҙе бик тиҙ яуапҡа тартасаҡ. 5. Бөгөн һеҙгә саф һәм сифатлы нәмәләр ашарға ҡылынды. Үҙҙәренә Китап индерелгән халыҡтарға бирелгән (йәһүди, христиан һ.б.) ризыҡтарҙы ашау һеҙгә лә хәләл ителде. Һеҙ ашай торғандар ҙа уларға хәләлдер. Ғиффәтле мосолман ҡатындары менән байтаҡ йылдар әүәл Китап индерелгән халыҡтың ғиффәтле ҡатындары ла, мәһәрегеҙҙе биреү шарты менән, намыҫлы булып, зина ҡылмайынса һәм йәшерен һөйәркә тотмау шарты менән булған никах һеҙгә хәләлдер. Иман килтермәгәндәрҙең был ғәмәле бушҡа сығасаҡ. Улар Әхирәттә лә зыян күрәсәк.
   “Мал-тыуар” сүрәһендә, 145 аятта
   -   Әйт һин: Миңә индерелгән уахи ҙа: үләкһә йәки (һуйған ваҡытта) аҡҡан ҡан йәки сусҡа ите бысраҡлыҡтың үҙелер, тип әйтелгән. Аллаһтан башҡаға (бер ялған илаһҡа) атап салынған нәжес хайуандан башҡа, ашай торған кешегә харам ҡылынған бүтән бер нәмә лә тапманым. Кем ошо харам ризыҡтарҙы ашарға мәжбүр хәлдә ҡалһа, иманынан тайпылмайынса, зарурлыҡ миҡтарында ғына ашаһа, белһен, Раббың кисерер һәм ғәфү итер, тип.
 
   "Бал ҡортто" сүрәһенең аяттарында: 114. -   Аллаһ биргән хәләл һәм саф ризыҡтарҙы ашағыҙ. Аллаһтың йомартлығына шөкөр итегеҙ. Әгәр һеҙ, ысындан да, Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылаһығыҙ икән. 115. Ул һеҙгә бары тик үлгән хайуанды, ҡан, сусҡа итен һәм Аллаһтан башҡа исем менән һуйылған хайуанды (ашарға) харам ҡылды. Мәжбүр булған кеше (башҡа ризыҡ булмағанда), артығын ҡыланмайынса (астан үлмәҫ миҡдарҙа) ашай ала. Ысынлап та, Аллаһ ярлыҡаусы һәм миһырбанлы.

   "Һыйыр" сүрәһендә
   173. -   Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап һуйылған итте харам ҡылды. Ләкин мәжбүр хәлдә ҡалһа, саманан тыш булмағанда, әҙ миҡдарҙа ашаһа, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлелер.

   Һуңынан төшкән «Табын» сүрәһенең 3 аяттында был хаҡта: -   Үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап салынған, быуылып үлгән, (таш, күҫәк менән бәреп) үлтерелгән, бейеклектән йығылып үлгән, һөҙөп үлтерелгән, йәнлектәр ботарлаған хайуан итен – үлеп етмәгәндә салып ҡалынғандан тыш – табына торған таш һындарға бағышлап салынған иттәрҙе ашау һәм фал уҡтары (ырымланған уҡтар) менән үлсәү һеҙгә харам ителде. (Ундай иттәрҙе ашау) юлдан сығыу, тип атала. Бөгөн кәферҙәр һеҙҙе динегеҙҙән яҙҙырыу эшенән ваз кистеләр. Хәҙер уларҙан ҡурҡмағыҙ инде. Минең язамдан ҡурҡығыҙ. Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәммәл иттем, һеҙгә тигән ниғмәтемде тамам иттем һәм һеҙҙең өсөн әҙерләгән Ислам динен хуп күрҙем. Кем дә кем ашарына ризыҡ таба алмайынса, аслыҡтан ашарға мәжбүр булһа, (харамды ла) ашай ала, гөнаһлы булмаҫ дәрәжәлә. Һис шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм кисереүселер.

Хәләл үә харам тураһында ошо биттәрҙә уҡығыҙ: //nazir1965.com/din/x%D3%99l%D3%99l-tauy%D2%A1-jomort%D2%A1alary.html#more-4914 һәм ошонда: //nazir1965.com/din/x%D3%99l%D3%99l-%D2%AF%D3%99-xaram.html#more-4251