Вәжиб ғәмәлдәр

   Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһөҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр. Мөьмин һәм мосолман кешегә ҡылыуы вәжиб һаналған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 40 төрлө:
1. Йорт кәрәктәренән артыҡ малы булған кеше рамазан айынан һуң фәҡирҙәргә үҙе өсөн һәм сабый балалары өсөн фитыр саҙаҡаһы биреү.
2. Йорт кәрәгенән артыҡ малы булған кешегә ҡорбан ғәйете көндәрендә үҙе өсөн ҡорбан салыу
3. Ихрам ҡылып, Ҡәғбәне тауаф ҡылып һәм Сафа үә Мэрүа тауҙары араһында йөрөп, ғүмерендә бер мәртәбә ғүмрә хажын (гүмрә хажы фарыз булған хаждан башҡа, ҡайһы айҙа ҡылынһа ла дөрөҫ була) үтәү.
4. Фытыр ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете намаҙҙарын уҡыу.
5. Һәр көн йәстү намаҙынан һуң витр намаҙын уҡыу.

6. Ҙулхижә айында ғәрәфә, ғәйет үә тәшриҡ көндәрендә йәмәғәт менән уҡылған фарыз намаҙҙарын уҡып, сәләм биргәс тә, тәкбир-тәшриҡ әйтеү.
7. Ҡөрьәнде тәжвид ҡәғиҙәләренә муафиҡ, дөрөҫ итеп уҡыу.
8. Ҡөрьәндәге 14 сәждә аяттарынан береһен уҡыған үә ишеткән кеше сәждәи-тиләүәт ҡылыу.
9. Вәғәҙә һәм ғәһед (килешеү) ҡылып әйтелгән эште башҡарыу.
10. Аллаһы Тәғәләнең исемен тәғҙыйм менән ололап Тәғәлә, Тәҡәддәсә, үә Джәлә шәьнүһү, тип зикер ҡылыу.
11. Киләсәк заманда бер эш ҡылыуҙы һөйләгән ваҡытта “Ин шәә Аллаһу” ҡылырмын тип әйтеү.
12. Ҡатын-иренә, ир-ҡатынына яғымлы булыу.
13. Шәкерт остаҙын күреп, тәғҙыйм ҡылыу.
14. Күңел менән һәр кешегә хәйерле эштәрҙе үә яҡшылыҡтарҙы теләү.
15. Көсө еткән ҡәҙәр әҙәмде үә хайуандарҙы һәләкәттән ҡотҡарырға тырышыу.
16. Бирелгән бүләк үә һәҙийәне ҡабул итеү.
17. Бүләккә ҡаршы бүләк биреү.
18. Үҙеңә яҡшылыҡ иткән кешегә яҡшылыҡ итеү.
19. Үҙеңдең йәберең тейгән кешенән ғәфү ҡылып, бәхилләүен үтенеү.
20. Хәләл тәғәмле мәжлескә саҡырған кешенең мәжлесенә барыу.
21. Алыусыға һатыла торған малдың ғәйептәрен һөйләү.
22. Иман әһленең донъяла рәхәтлеге үә әхирәттә изгелеге өсөн ҡулынан килгән ҡәҙәр хеҙмәт үә ярҙам ҡылыу.
23. Иманлы кешенең эшен мөмкин тиклем яҡшылыҡҡа юрау.
24. Мосафир кеше өйлә, икенде үә йәстү кеүек намаҙҙарында дүрт рәҡәғәт фарыздарын ике рәҡәғәт итеп ҡыҫҡартып уҡыу.
25. Бер мәжлестә бер кешегә ҡылмаған ғәйепте ҡылды тип бөһтан (нахаҡ) үә ифтира ( яла яғыу) ҡылынһа, белгән кеше хаҡлыҡ менән ул кешенең ғәйебе юҡлығын һөйләп, уны яҡлау.
26. Асыу килгән кешегә дин үә ғибәҙәтенә зарар килмәҫлек булғанда, өс көн үткәс, тышҡы ҡиәфәттән булһа ла, үпкәне бөтөрөү.
27. Муафиҡҡ (лайыҡлы) кеше һорағанда үҙенең ризалығы менән ҡыҙ баланы кейәүгә биреү.
28. Ихрамлы кешегә ҡылыу харам булған эште ҡылған хажи тейешле ҡорбан үә тейешле язаһын үтәү.
29. Күркәм холоҡ менән холоҡланыу.
30. Һәр бер нәмәгә ғибрәт күҙ менән ҡарап, ғибрәтләнеп, холоҡто төҙәтеү.
31. Ҡазый үә түрә булған кешегә мазлумдарҙың шикәйәтен (ғөҙөрөн) тыңлап, дөрөҫ хөкөм ҡылыу.
32. Ғалим кешегә икенсе кешенең белер өсөн һоралған мәсьәләһенә яуап биреү.
33. Ҡазаға ҡалған намаҙ үә ураҙалары өсөн үҙе вафат булғансы вариҫтарына фидия саҙаҡаһы биреүҙе васыят әйтеү.
34. Үҙе вафат булғансы ҡаласаҡ малдан ваҡытында бирелмәй ҡалған зәҡәт, ғөшөрҙәрен үтәүҙе вариҫтарына васыят итеү.
35. Өҫтөнә хаж фарыз булып та, ваҡытында ҡыла алмаған малдан бәдел хажы (икенсе кеше өсөн ҡылынған хаж) ҡылдырыуҙы үҙе вафат булғансы васыят әйтеү.
36. Вариҫтар ҡалған малдың өстән бер өлөшө ҡәҙәре менән мәйеттең әйтеп ҡалдырған васыяттарын үтәү.
37. Ата-әсә балаларына дин, ғибәҙәт үә әҙәпте өйрәтеү.
38. Мөхтәрәм ҡәрҙәш үә туғандар бер-береһенә дуҫлыҡ ҡылышыу.
39. Ике ҡатынлы кеше ҡатындарына тәрбиәлә, нәүбәттәрендә тигеҙлек үә ғәҙеллек ҡылыу.
40. һәр ғибәҙәттә вәжиб булған ғәмәлдәрҙе үтәү. Мәҫәлән: намаҙҙа 22 вәжиб, хажда 5 вәжиб, ғүмрәлә 2 вәжиб бар.

“Имамға ярҙамға” китабынан (дауамы).