Фарыз ғәмәлдәр

                                            Фарыз ғәмәлдәр

   Фарыз — шәриғәт буйынса мотлаҡ ҡылынырға тейешле ғәмәл. Уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмай ҡалдырған кеше гонаһлы булыр. Уның фарызлығына инанмаған кеше иһә иманһыҙ һаналыр.
   Фарыз ғәмәлдәре ике төрлө:
              1. фарыз ғәйн
              2. фарыз кифәйә.
   Фарыз ғәйн — һәр бер мөьмин бәндә үтәргә тейеш ғәмәл. Бер йәмәғәт әсәндә бер нисә кешенең ҡылыуы менән башҡа кешеләрҙең өҫтөнән яуаплылыҡ төшмәй. Мәҫәлән: намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу кеүек ғәмәлдәр.
   Фарыз кифәйә — бер йәмәғәттең мәжмүғына (бер өлөшө) йыйылып ҡылыу тейешле булған фарыздыр. Араларынан береһе генә үтәһә лә, башҡаларҙың өҫтөнән төшә, йәғни башҡа кешеләр ҡылмай ҡалһалар ҙа, гонаһтан ҡотолалар. Ләкин ни ҡәҙәр кеше ҡылһа ла, ҡылған береһе сауаплы була. Әгәр ҙә бер йәмәғәт эсендә һис бер кеше ҡылмай икән, шул йәмәғәт эсендә булған барлыҡ кешеһе гонаһлы була. Мәҫәлән: йәтимдәрҙе һәм зәғиф ҡарттарҙы, яңғыҙ ауырыуҙарҙы тәрбиәләү, мәйеттәрҙе дәфен итеү, уларға йыназа намаҙы уҡыу кеүек ғәмәлдәр фарыз кифәйә була.
   

                                    Фарыз ғәйн ғәмәлдәр
   Мөьмин мосолман кешегә фарыз булған ғәмәлдәр йөҙҙән артыҡ. Ошо фарыздарҙан фарыз ғәйн булғандары илле дүрт.
1. Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, күркәм сифаттарына иғтиҡад ҡылыу (ныҡлы ышаныу).
2. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәләнең беҙгә Ислам динен өйрәтеү өсөн ебәрелгән хаҡ пәйғәмбәр, тип иғтиҡад ҡылыу.
3. Ислам диненең хаҡлығына һәм Ислам динендә булған хөкөмдәрҙең һәр береһенең хаҡлығына иғтиҡад ҡылыу.
4. Үҙеңдең мосолманлығыңды һәм ислам диненең хаҡлығын тел менән икрар итеү (раҫлау).
5. Һәр көн биш тапҡыр намаҙ уҡыу.
6. Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу.
7. Бай кеше фәҡирҙәргә малының зәҡәтен биреү.
8. Дәүләте (байлығы) етерлек кеше Мәккә-и Мөкәррәмәгә барып, ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла хаж ҡылыу.
9. Үҫкән ашлыҡтарҙың һәм бесәндәрҙең, балдарҙың ғөшөрөн фәҡирҙәргә биреү.
10. Ҡылыныуы фарыз булған ғәмәл һәм ғибәҙәттәрҙе өйрәнеү.
11. Йома көнө йома намаҙын уҡыу.
12. Аллаһы Тәғәләнең хөкөмдәренә риза булыу.
13. Һәр ғибәҙәтте ихлас Аллаһы Тәғәлә өсөн ҡылыу.
14. Аллаһы Тәғәләне мөмкин тиклем һәр ваҡыт иҫтә тотоу.
15. Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, гонаһ эштән һаҡланыу.
16. Ҡылған гонаһтар өсөн үкенеп тәүбә ҡылыу.
17. Мәхлүҡәтте күреп Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтен һәм камиллығын тәфәккер ҡылыу (фекерләү, уйлау).
18. Биргән нигмәттәре өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр ҡылыу.
19. Сәбәбен ҡулдан килгән тиклем эшләгәндән һуң һәр эште Аллаһы Тәғәлә тәҡдиренә, ҡөҙрәтенә тапшырыу.
20. Үҙеңә килгән бәлә-ҡазаларға Аллаһы Тәғәләнең ҡаза үә тәҡдире, тип күңелдән риза булыу.
21. Нәфсе теләге күңелгә бер гонаһ эш ҡылырға уй кертһә, ул гонаһты эшләүҙән һаҡланыу.
22. Һүҙҙә һәм һәр бер эштә тоғролоҡта (дөрөҫлөк) һәм хаҡлыҡта булыу.
23. Мәхкәмәлә (судта) шаһит кеше күргәнен дөрөҫ һөйләү.
24. Үҙен һәм бала-сағаһын тәрбиә ҡылырлыҡ ҡәҙәр мал кәсеп итеү.
25. Зарур кәрәк ҡәҙәр тағам ашау.
26. Зарур кәрәк ҡәҙәр һыу заты эсеү.
27. Зарури тейешле кейемдәр кейеү.
28. Хаҡһыҙлыҡ менән кергән кеше малын эйәһенә тапшырыу.
29. Ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу.
30. Тотолмай ҡалған Рамаҙан ураҙаларын ҡаза ҡылыу.
31. Ниәтләп башлаған Рамаҙан ураҙаһын үҙ ихтыяры менән боҙған кеше өсөн ураҙа кифәрәтен үтәү.
32. Ваҡытында бирелмәй ҡалған зәҡәт һәм ғөшөрҙәрҙе биреү.
33. Бурыстарын үтәй алмаған кеше, үҙе вафат булғансы, вариҫтарына ҡалған малдан шул бурыстарҙы түләргә васыят итеү.
34. Вариҫтар өсөн мәйеттең тапшырырға әйтеп ҡалдырған бурыстарын, үҙҙәренә мираҫ һис ҡалмаҫлыҡ булһа ла, тапшырып бөтөргә.
35. Ир ҡатынын ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән, йәберләмәйенсә тәрбиә ҡылыу.
36. Ир ҡатыны өсөн үҙенә айырым бер йорт йәки бүлмә әҙерләү.
37. Ир ҡатынын ғәҙәттәге кәрәкле кейемдәр менән кейендереү.
38. Ир ҡатынын хәләл тәғәмдәр менән туйындырыу.
39. Бала ата-әсәһен мөмкин тиклем хөрмәт, хеҙмәт, итәғәт, түбәнселек менән риза ҡылыу.
40. Ата сабый балаларын кәрәгенсә тәрбиә ҡылыу.
41. Бала фәҡир ата-әсәһен тәрбиә ҡылыу.
42. Сабый йә зәғиф булған, мәхрүм, өлөшһөҙ ҡалған меҫкен ир ҡәрҙәштәрен һәм фәҡир ҡыҙ ҡәрҙәштәрен тәрбиә ҡылыу.
Был- тәрбиәләр көсө үә дәүләте етерлек кешеләргә генә фарыздыр, зәғиф үә фәҡир кешеләргә ғәжиз (көсһөҙ) булғандары өсөн мәғҙурҙыр (тейеш түгел).
43. Нәҙер итеп әйтелгән ғибәҙәттәрҙе үтәү.
44. Именлек менән (ышаныслы итеп) ҡылырмын йә ҡылмамын тигән эште үтәү.
45. Имен итеп (ышандырып, өмөтләндереп) әйтелгән эште ҡыла алмаған кеше “имен кифәрат”ын үтәү.
46. Ҡөрьән уҡығанды ишеткән кеше тыңлап тик тороу.
47. Ир ҡатынының мәһәрен күңел хушлығы менән биреү.
48. Жөнүб (рухи таҙалығы булмаған) кеше ғөсөл ҡылыу.
49. Хәйездэн арынған ҡатын ғөсөл ҡылыу.
50. Нифастан арынған ҡатын ғөсөл ҡылыу.
51. Һүҙ үтерлек кешеләрҙе фарыз ғәмәлдәрҙе үтәргә димләү.
52. Һүҙ үтерлек кешеләрҙе харам эштәрҙе ҡылмаҫҡа димләү
53. Шәриғәттә харам һаналған эштәрҙе ҡылыуҙан һаҡланыу.
54. Фарыз булған ғибәҙәттәрҙе бөтә фарыздары менән үтәү. Мәҫәлән: тәһәрәттә — 4 фарыз, тәййәмүмдә – 4 фарыз, ғөсөлдә — 3 фарыз, намаҙҙың тышында — 8 фарыз, эсендә — 8 фарыз, ураҙала — 3 фарыз, хажда – З фарыз.
                         Фарыз кифәйә булған ғәмәлдәр
   Әһле ислам йәмәғәтенә ҡылыуы фарыз — кифәйә булғән ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре — 15 төр:
1. Шәриғәт ғилемдәрен бик камил белеү.
2. Наҙан кешеләргә шәриғәт хөкөмдәрен өйрәтеү.
3. Ҡөрьәнде ятлап, бөтөн Ҡөрьәнде ҡарамайынса уҡырлыҡ хафиз булыу.
4. Донъя тереклеге өсөн әҙәмдәргә зарури булған кәсептәрҙе ҡылыу.
5. Һис ярҙамсыһы булмаған фәҡир, зәғиф үә ҡарт кешеләрҙе тәрбиә ҡылыу
6. Һис ярҙам ҡылыр кешеһе булмаған зәғиф ауырыуҙарға хөрмәт һәм ярҙам ҡылыу.
7. Етем ҡалған балаларҙы тәрбиә ҡылыу.
8. Ауырыуҙарҙың хәлдәрен белеп тороу.
9. Мәйетте йыуып, кәфенләү
10. Мәйеткә доға ҡылыу һәм йыназа намаҙы уҡыу.
11. Ҡәбер ҡаҙып, мәйетте дәфен ҡылыу.
12. Сәләм биргән кешегә ҡаршы сәләм ҡайтарыу.
13. Сөскөргәс, « Әлхәмдүлиләәһи» тигән кешегә «Йәрхәмүкәлааһу» тип әйтеү.
14. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең исем-шәрифе зекер ҡылынғанда, салауат әйтеү.
15. Ватанды дошмандарҙан һаҡлау өсөн ғәскәрлек ҡылыу.
                                                 “Имамға ярҙамға” китабынан (дауамы).