Нух пәйғәмбәр

                                                                 Нух пәйғәмбәр

   Аллаһы Тәғәлә юлдан яҙған бәндәләрен тоғро юлға һалыу өсөн Әҙәм пәйғәмбәрҙән һуң да пәйғәмбәрҙәр ебәреп торған. Былар араһында иң мәшһүрҙәренең береһе Нух пәйғәмбәр. Уның заманында халыҡ Аллаһты бөтөнләй онотоп, поттарға ғибәҙәт ҡыла башлаған. Нух пәйғәмбәр быларҙы төрлөсә өгөтләгән, поттарға табыныу сикһеҙ ҙур гонаһ икәнлеген һөйләгән. Уларға ер һәм күкте, бөтөн ғаләмде яралтҡан бер Аллаһҡа ҡайтырға, уға ғына ғибәҙәт ҡылырға ҡушҡан. Тегеләр бының һүҙҙәрен тыңламағандар, унан көлгәндәр, мәсхәре ҡылғандар: «Имеш, һин генә аҡыллы кеше, һин генә инде беләһең, башҡалар бер ҙә белмәйҙәр», — тигәндәр. Нух пәйғәмбәр күп йылдар тоғро юлға өндәп тә, былар бер ҙә тыңламағас, Аллаһы Тәғәлә уларҙы һыу менән һәләк итергә булған. Нух пәйғәмбәргә ҙур бер кәмә яһарға ҡушҡан. Һыу таша башлау менән, үҙенә эйәргән ғаиләһе менән шунда керергә һәм үҙ янына кәмәгә төрлө януарҙар, ҡоштарҙан берәр пара алырға ҡушҡан.
   Шулай итеп, Нух пәйғәмбәр бер кәмә яһай башлаған. Үтеп барған кешеләр бынан көлөп, мәсхәрә ҡылып китә торған булғандар.

   Кәмә яһалып бөткән. Төрлө януарҙарҙан һәм ҡоштарҙан да берәр пар әҙерләнгән. Бына бер ваҡыт күк йөҙө ҡара болоттар менән ҡапланған, бик ҡаты ямғыр яуа башлаған. Ерҙән дә шишмәләр атылып сыҡҡан. Шулай итеп, ер йөҙө һыу менән тула башлаған. Нух пәйғәмбәр ҡатынын һәм бала-сағаларын, әлеге януар һәм ҡоштарҙы алып, кәмәгә ултырып киткән.(Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә Нух пәйғәмбәрҙең Аллаһҡа инанмаған бер улы менән ҡатыны кәмәгә менмәй тороп ҡалалар тип яҙыла. Бөтәһе кәмәлә һикһән кеше булған тип яҙыла. Нух пәйғәмбәр 950 йыл йәшәгән тигәндәр).
   Нух пәйғәмбәргә ышанмаған кешеләр, йәғни кафырҙар, быларға аптырап ҡарап ҡалғандар.
   Улар әле һаман да өмөттәрен өҙмәгәндәр, бейек ерҙәргә, тауҙарға менеп ҡотолорбоҙ, тип уйлағандар. Әммә һыу улай ғына булмаған. Ул иң бейек тауҙарҙы ла ҡаплап алған. Бына шул ваҡыт ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡ һәләк булған. Нух пәйғәмбәрҙең кәмәһе, тау кеүек тулҡын өҫтәрендә сайҡала-сайҡала йөрөгән. Бер ваҡыт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән ямғыр туҡталып, шишмәләр бөтөп, һыу тарала башлаған. Кәмә «Джуди» тигән бер тау башына килеп ултырған. Шунан һуң башҡа ерҙәрҙән дә һыу ҡайтҡан. Нух пәйғәмбәр ергә төшөп, януарҙарҙы ебәргән, ҡоштарҙы осорған. Үҙе балалары менән әүәлгесә тормош көтә башлаған.        Бына ошо ер йөҙөн һыу ҡаплауҙы «туфан» тиҙәр.
   Туфандан һуң кешеләр тағы ла үрсей башлағандар. Нух пәйғәмбәрҙең өс улы булған: Хам, Сам, Йәфәҫ. Бына шунан һуң ер йөҙөндәге бөтөн халыҡ шул өс уландан таралған. Беҙ — төрки халыҡтар — Йәфәҫтән таралғанбыҙ. Туфандан бөтөн кешеләр һәләк булған. Бары Нух пәйғәмбәр һәм ғаиләһе генә ҡалғанлыҡтан һәм унан һуң кешеләр шуларҙан таралғанлыҡтан, Нух пәйғәмбәр кешеләргә икенсе ата булалыр. Бына Нух пәйғәмбәрҙең ҡәүеме Аллаһы Тәғәләнең бойороғон тыңламайынса, пәйғәмбәренә ҡарышҡан өсөн Аллаһы Тәғәлә уларға ҙур ғазап ебәргән, уларҙы туфан менән һәләк иткән. Шулай булғас, бәндәләр һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йөрөргә, уның бойороғонан сыҡмаҫҡа, уның пәйғәмбәре ҡушҡан эштәрҙе эшләргә тейеш була.
                                                                                           «Дин дәрестәре» тигән хеҙмәттән