этикет в Исламе

    Мосолмандарҙын осрашыуы һәм сәләмләшеүе

   Мосолман кешеләрҙең осрашыуы һәм бер-береһенә сәләм биреү халҡыбыҙ араһында ҙур әҙәпкә эйә. Хәҙерге мәлдә дин тәрбиәһенән тайпылып киткән кешеләребеҙҙең әҙәпһеҙлеге бигерәктә асыҡ күренә. Балаларыбыҙ сәләм биреү тигән нәмәне бөтөнләй белмәй. Оло кешене ололау тигән әҙәп юғалды. Был ғына түгел: урамда оло йәштәге таныш ҡатын-ҡыҙҙар мыҡырайып сәләмләмәй, күрмәмеш булып үтәләр.

   Ә бит мәхрүм өләсәйҙәребеҙ: “Ир кешегә, сабый ир бала булһа ла, ҡатын-ҡыҙ беренсе сәләм биреп, һаулыҡ һорашырға тейеш” — тип әйтә торғандар ине. Динебеҙ буйынса беренсе сәләм биреүсегә Аллаһ Тәғәлә күп әжерен бирә. Хәҙерге мәлдә урыҫтарҙан күреп, ирҙәрҙең ҡатын—ҡыҙҙар менән ҡосаҡлашып, үбешеп күрешеү нимәгә алып килде? Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың оялыу, тыйнаҡлыҡ, намыҫ тигән холоҡтары юғалды. Таныш булмаған ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында әҙәп тигән кәртә юғалды. Былар барыһы ла шул теләк нәфсеһенә – зинаға алып бара. Урыҫа әйтмешләй: свободная любовь – аҙағы: емерелгән йәшлек, айырылышҡан ғаиләләр, етем балалар, эскегә һалынған кешеләр, боҙолғон холоҡтар...

   Бушҡа ғына динебеҙ Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә саҡырамы? Әлеге ябай ғына кешеләрҙең осрашып-сәләмләшеүе ҡалай ҙур әһәмиәткә эйә икәнең күрәһегеҙме? Шуға ла беҙҙең мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ир кешеләргә ҡул биреп сәләмләү генә түгел, эргәләренә барыу тыйыла. Тыйнаҡлыҡ һәм оялсанлыҡ кәрәк. Ир кешегә тәбиғи хәле буйынса унан өҫтөн торған ҡатын кәрәкмәй. Барыбер тормош үҙенекен итә, шуға ла үҙебеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла динебеҙҙең тәрбиәһендә тотайыҡ. Үҙебеҙ үрнәк күрһәтәйек, тамсынан күл була тигәндәй, йә яҡшы әҙәп менән күтәреләйек, йә яман ҡылыҡ менән түбәнгә ҡолайыҡ.

                Мосолмандарҙын осрашыуы һәм сәләмләшеүе

   Мосолман түбәндәгеләрҙе күҙҙә тоторға тейеш:
1. Ул йылмайырға тейеш, сөнки йылмайыуы — уңышлы осрашыуға асҡыс. Әммә кешеләргә улар матди яҡтан тәьмин ителгәндәре өсөн генә йылмайырға ярамай.
2. Ул икенсе бер мосолманды беренсе булып сәләмләргә тейеш.
3. Осрашҡан ваҡытта бер кемгә лә һәм бер ниндәй сәбәп менән дә баш эймәҫкә тейеш.
4. Сәләм бирешеп осрашҡас, ҡул ҡыҫышыу өсөн уң ҡулың һуҙырға тейеш, был үҙ-ара хөрмәтте арттыра.
5. Уң ҡулы ауырта торған кешенең ҡулын ныҡ ҡыҫмаҫҡа тейеш.
6. Кемдеңдер ҡулы бысраҡ булып, ул ҡул ҡыҫышырға теләһә, сәбәбен әйтеп, әҙәпле генә ғәфү үтенергә кәрәк.
7. Мосолман күрешкән һайын ҡул бирешеүгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә тейеш түгел.
8. Ирҙәр — ирҙәр ҡулын, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡың ҡыҫыша. Әгәр ҡатың-ҡыҙ ир кеше менән ҡул биреп иҫәнләшергә теләй икән, йәки киреһенсе, ир (ҡатын-ҡыҙ) бынан баш тартырға тейеш.
9. Осрашканда ғаилә хәлдәре тураһында артыҡ күп һорау биреү — ваҡыты әрәм итеүгә иҫәпләнә, эс бошороуға килтерә, шунлыҡтан бынан ҡасырға кәрәк.
Ю. Әгәр кемдер башҡа берәүҙе осратып, сәләм бирмәйенсә генә һөйләшә башлай икән, теге кеше уның менән һөйләшмәҫкә хаҡлы.
11. Кеше ултырып тора икән, ҡул биреү өсөн баҫыу мәжбүри түгел. Әлбиттә, баҫыу өсөн билдәле бер осраҡтар ҙа бар, мәҫәлән сәфәрҙән ҡайткан кеше менән осрашҡанда.
12. Ислам белгестәренең йәки ата-әсәнең ҡулын үбеү тыйылмай. Шулай ҙа был йоғонтоло бай кешегә ҡарата хупланмай. Беренсе осраҡта был ҡул ҡыҫышыуҙы алыштырмаған шарттарҙа рөхсәт ителә.
13. Осрашыу тамамлағас, мосолман ҡабат ҡул ҡыҫышыу өсөн ҡулын һуҙырға һәм «Әссәләму ғәләйкум» (Именлек булһын һиңә) тип әйтергә тейеш.
14. Мосолман йоғошло ауырыулы кешенең ҡулын ҡыҫмаҫҡа тейеш.
15. Намаҙҙан һуң: «Тәҡаббәләллаһ» тип ҡул ҡыҫышыу сөннәт һанала.

                              Сәләм бирешкәндә уҙ-үҙеңде тотоу.
 

1. Үҙ-ара сәләмләшеү ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки шуның арҡаһында дуҫтар һәм таныштар күбәйә. Сәләм бирешеүҙе әҙәплелек һәм хөрмәт билдәһе итеп ҡарарға була.
2. Һыбайлы йәйәүлене, йәйәүле — ултырған кешене, кескәй төркөмдәге кешеләр ҙур төркөмдәгеләрҙе сәләмләргә тейештәр.
Йәш кеше өлкән кешене сәләмләй. Әгәр инде йәштәре бер самалараҡ ике кеше осраша икән, икеһе лә беренсе булып сәләмләй ала. .
3. Юғарыла килтерелгән ҡағиҙәләр ҡатып ҡалған, үҙгәртергә ярамай торған ҡағиҙәләр түгел, сөнки кешеләрҙең иң яҡшыһы — икеләнеп тормайынса, беренсе булып иҫәнләшеүсе.
4. Сәләмләшкәндә «Әссәләмү ғәләйкүм» тип әйтергә кәрәк.
5. «Хәйерле кис», «Хәйерле көн», «һаумы» һәм башҡа ошондай һүҙҙәрҙе «Әссәләму-ғәләйкүм» һүҙенән һуң ҡулланырға ярай.
6. Әҙәплелек сәләмгә сәләм йәки тағы ла якшыраҡ Һүҙҙәр менән яуап ҡайтарыуҙы талап итә. Иң кәмендә «Вәғәләйкүмүссәләм'', — тип әйтергә кәрәк.
7. Һуҙыу өсөн тейешле сәбәптәр булмаған хәлдәрҙә мосолман сәләмгә шундуҡ, һуҙмайынса яуап ҡайтарырға тейеш.
8. Мосолман башҡаларҙы сәләмләгәндә йәки башҡалар уны сәләмләгәндә уның сәләмләүе йәки яуабы асыҡ итеп әйтелергә тейеш.
9. Әгәр мосолман уның сәләмен кемдер ишетмәне тип уйлай икән, ул уны ике, ә бәлки өс тапҡыр ҡабатлай ала, әммә шунан да артыҡ түгел.
10. Кешеләр ике тапҡыр осрашалар икән, иҫәнләшеүҙе ҡабатлау юҡҡа ваҡыт әрәм итеү йәки бер үк төрлө эш тип һанарға ярамай.
11. Бармаҡ, ус һәм баш хәрәкәттәре менән сәләмләшеүҙән ҡасырға тырышырға кәрәк.
12. Мосолман таныш кешеләр менән дә, таныш түгелдәр менән дә иҫәнләшергә тейеш. Был дуҫтарҙы һәм таныштарҙы артыра. Шуның менән бергә ул билдәле бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, урамда һәм баҙарҙа, барлыҡ кеше менән дә иҫәнләшә алмай.
13. Әгәр мосолман бер төркөм кешене күрә икән, уның улар араһындағы бер-нисәһенең исемен һәм дәрәжәләрен әйтеп иҫәнләшеуе кәрәк түгел, уларҙың барыһын бер юлы сәләмләү етә.
14. Төркөм сәләмләгән ваҡытта ла шулай уҡ, ғөмүмән бер кемде лә айырмайынса яуап бирергә кәрәк.
15. Ике мосолман осрашып, береһе икенсеһенең иҫәнләшеуенә шик белдерһә, уның яуап биреүе мәжбүри түгел.,
16. Кемдер бер төркөмдө күреп, ундағы бар кешегә дөйөм сәләм бирә икән, барыһының да яуап биреүе һәйбәт һаналһа ла, быны береһе генә эшләһә лә ярай.
17. Мосолмандың бурысы — мосолмандарҙың да, мосолман булмағандарҙың да сәләменә яуап биреү.
18. Мосолман бер кешене осратып, уның яуап биреуенә шикләнә икән, ул барыбер уның менән иҫәнләшергә тейеш.
19. Бар кеше менән дә иҫәнләшергә кәрәк тиелһә лә, быны эшләмәҫкә кәрәк осраҡтар ҙа була, мәҫәлән, кемдер йоҡлаһа йәки ял итһә.
20. Әгәр мосолман мосолмандар һәм мосолман булмағандар төркөмөн осрата икән, ул „Әссәләмү ғәләйкүм“ (һеҙгә именлек булһын) тип әйтергә тейеш.
21. Әгәр мосолманды бәҙрәфтә үҙ ихтыяжы менән ултырған ваҡытта сәләмләһәләр, ул эше бөткәнгә ҡәҙәр өндәшмәҫкә, һуңынан ғәфү үтенеп, яуап бирергә тейеш.
22. Өйөнә ҡайтҡас, мосолман үҙ ғаиләһен сәләмләргә онотмаҫҡа тейеш.
23. Балаларыңды осратҡас, беренсе булып уларҙың иҫәнләшеүе талап ителһә лә, уларҙы сәләмләргә кәрәк.
24. Кемдер башка бер кеше аша мосолманға сәләмдәр ебәрә икән, әлеге мосолман сәләм ебәреүсене лә, уны килтереүсене лә сәләмләргә тейеш. („Әссәләмү ғәләйнә үә ғәләйһи“, — тип.)
25. Мосолман булмаған кешегә яҙыу ебәргәндә: “Әссәләмү ғәлә мәниттәғәбәл һүдә» тип (Хакимиәт юлынан барыусыға именлек буһһын) яҙып ебәрергә кәрәк.
26. Бер кешене йәки төркөмдө осратҡанда уларҙы сәләмләргә кәрәк. Шулай ук айырырылышҡада кешеләр менән һаубуллашырға кәрәк, был бәхәсләшкән, йә аралашыу ваҡытында килешә алмаған кешеләр булған осраҡтарҙа бигерәк тә кәрәк. Был — улар араһында дошманлыҡ юҡ, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе дауам итереү мөмкинлегенә юғары баһа бирәбеҙ, тигәнде аңлатасаҡ.
27. Тауыш менәнме (телефондан һ. б.), яҙмасамы (хат аша) иҫәнләшкәндә һәр кем «Әссәләмү ғәләйкум» тигән һүҙҙәр менән башларға һәм тамамларға тейеш.
28. Ислам күҙлегенән ҡарағанда, мосолман булмаған кешеләрҙе "Әссәләмү ғәләйкүм” тигән һүҙҙән башҡа ла сәләмләргә була.