Көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ

                                       Көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ килтергән афәттәр
   Үҙенең ҡәрҙәше һәм пәйғәмбәр Һарунға Муса, ғәләйһис-сәләм, ҡорбан салыу эштәре менән идара итеү вазифаһын тапшырҙы. Мусаның икенсе ҡәрҙәше Ҡарундың быға бик тә асыуы килде. Түбән теләктәр менән ул Аллаһ илсеһе эргәһенә ашыҡты: «Һарунға һин миңә тейеш булған вазифаны тапшырғанһың. Мин бит Тәүратты унан яҡшыраҡ беләм, был вазифаға ла иң лайыҡлырағы мин түгелме, бындай ғәҙелһеҙлеккә мин түҙеп торорға тейешме?» — тине.
   — Был вазифаны Һарунға мин түгел, Аллаһы Тәғәлә үҙе тапшырҙы, — тине Муса. Ҡарун ышанманы, дәлил килтереүен талап итте.
   Муса, ғәләйһис-сәләм, үҙ ҡәүемендә булған ололарҙы саҡырып алды: «Таяҡтарығыҙҙы ла тотоп килегеҙ һәм һәр берегеҙ уларҙы ишек төбөндә ҡалдырып инерһегеҙ. Һеҙ сыҡҡансы кемдең таяғында йәшел үҫентеләр барлыҡҡа килһә, ҡорбан салыу эштәре менән идара итеүгә лә шул кеше лайыҡлы буласаҡ», — тине.


   Килделәр, таяҡтарын ғибәҙәтхана ишеге төбөндә ҡалдырып инделәр: Һарун таяғында ғына йәшел үҫентеләр ҡалҡып сыҡты.
   Ҡарун аптырап ҡалды, әммә нәфсе ҡотҡоһона ҡаршы тора алманы: «Был — сихыр!» — тине һәм асыу менән Муса эргәһенән сығып китте.
   Мусаның ул атаһы яғынан ике туған ҡәрҙәше, Тәүратты белгәндәрҙән пәйғәмбәрҙән ҡала иң оҫтаһы һәм шул уҡ ваҡытта арала иң фәҡире лә ине.
   Үҙенең һорауы һәм Мусаның, ғәләйһис-сәләм, доғаһы һәм ярҙамы менән Аллаһ уға алтын табыу серҙәрен өйрәтте. Эштә уңған, ғибәҙәттә бик тырыш кеше була ул. Кинәт кенә байып китә. Кинәт байып киткән фәҡирҙән Хоҙай үҙе һаҡлаһын!
   Бер ваҡыт кеше сүрәтенә инеп, Ҡарун эргәһенә шайтан килде. Яҡын дуҫ булып киттеләр. Ваҡытын тура килтереп, шайтан уның күңеленә бер ҡотҡо һалып ҡуйҙы: «Эй, Ҡарун! Ниңә әле беҙ былай хәйер-саҙаҡа иҫәбенә йәшәп ятабыҙ? — тине. Ҡарундың фәҡирлектә тереклек иткән көндәре ине был. — Бер көнөбөҙҙө эшләп үткәрәйек тә ҡалған көндәрҙе ғибәҙәттә булайыҡ. Бер көн эшләп тапҡаныбыҙ бер аҙнаға етеп торор». Был кәңәш Ҡарунға бик тә оҡшаны. Баҙарға киттеләр. Бер көн эшләгәндәре бер аҙнаға етә башланы. Ғибәҙәт өсөн бер көн кәмеп ҡалды.
   Шайтан теләгенә бер тапҡыр юл ҡуйҙыңмы, унан инде ҡотолормон тимә. «Күрәһеңме, Ҡарун? Эшләгәнебеҙ аҙна буйына етеп тора, әйҙә аҙнаның яртыһында эшләп, яртыһын ғына ғибәҙәттә үткәрәйек. Ул ваҡытта Аллаһ ризалығы өсөн тип, фәҡирҙәргә саҙаҡа өләшергә лә малыбыҙ артып ҡалыр», — тине.
Был кәңәш тә оҡшаны Ҡарунға. Эш өсөн ваҡыттары күберәк, ғибәҙәттәре әҙерәк була башланы. Эшләп алғанына ғилем юлы менән тапҡан алтындар ҙа өҫтәлә торғас, «серегән» бай булып китте Ҡарун.
Ғибәҙәт онотолдо, саҙаҡа, зәкәт тураһындағы хөкөмдәр хәтерҙән сыҡты, был байлыҡтарҙың Муса доғаһы ярҙамында Аллаһ тарафынан бирелеүенә иғтибар ҙа итмәй тәкәбберлеккә бирелде Ҡарун.
            Байлыҡтың һәләкәткә килтереүе хаҡында аяттар һәм аяттарға шәрехтәр.
   Ҡарун Муса ҡәүеменән ине, уға иман килтергән кешеләрҙән булды, Үҙ халҡына ҡарата яуызға әйләнеп, уларҙы ҡыйырһыта башланы...
   ...Байлыҡ менән ололанды Ҡарун. Беҙ бит уға шундай күп хазиналар бирҙек, ул байлыҡтар һаҡланған келәттәр асҡысын бәһлеүәндәрҙән булған бер төркөм ир көс-хәл менән генә күтәреп йөрөй алыр ине.
Ҡәүеменән булғандар әйтеп торҙо: «Малың күплеге менән маһайып һәм һөйөнөп йөрөмә. Маҡтансыҡтарҙы Аллаһ һөймәй», — тинеләр.
   — Аллаһ биргән малды Аллаһ юлына тотоноп, әхирәтте кәсеп ит, әхирәт өсөн тырышлығыңды ташлама, донъялағы өлөшөңдө лә онотма, — тип киҫәттеләр. — Аллаһ һиңә малдан өлөш биргән һымаҡ һин дә мохтаждарға унан өлөш сығар. Боҙоҡлоҡ эшләп йөрөмә, боҙоҡлоҡ эшләгәндәрҙе лә Аллаһ һөймәй, — тинеләр.
   — Был мал миңә белемем күп булыуы сәбәпле бирелде, — тине Ҡарун. — Көсө менән дә, малы менән дә унан әллә күпме ҡеүәтлерәк булған күпме халыҡтарҙы Аллаһтың һәләк итеп килгәнен ул белмәйме әллә?
Бөтә күркәмлеген һәм зиннәттәрен күрһәтеп, Ҡарун халыҡ алдына сыҡты. Донъя рәхәтлектәренә генә ҡыҙығып йөрөгәндәр әйтте шул ваҡыт: «Ҡарунға бирелгән кеүек байлыҡ беҙгә лә бирелгән булһасы. Уның шул, ысынлап та, яҙмыштан өлөшө ҙур», — тинеләр.
   «Үкенескә ҡала күрмәгеҙ! — тинеләр шул ваҡыт ғилем хикмәте бирелгәндәр, донъя малы артынан ғына ҡыуып йөрөргә теләгәндәрҙе киҫәтеп, — Аллаһтың игелекле ғәмәлдәр менән йәшәгән иманлы бәндәләргә бирер ниғмәте бынан яҡшыраҡ. Сабыр булғандарҙан башҡаларға эләкмәҫ ундай бүләк».
                                                                      «Әл-Ҡасас» (Хикәйә) сүрәһе, 76—80-се аяттар
   Тәрбиәлелек һәм күндәмлек — мосолмандың төп сифаты. Был турала Ҡөрьән аҙым һайын беҙҙең хәтеребеҙгә төшөрөп кенә тора. Әҙәпле булырға бойора. Сөнки ғәмәлдәребеҙ үҙебеҙ өсөн булһа, игелектәребеҙ Аллаһ ризалығы, бәндәләр ҡыуанысы өсөн булһын тип эшләнә.
   Хәҙистәрҙә әйтелә: «Аллаһ үҙе лә бер ваҡытта ла тик тормай, көнөнә 360 тапҡыр Ул ғәмәлдәге ғәмәл дәфтәренә ҡарап, ҡараған һайын яҙмыштарҙы яралтып һәм таратып тора, — тиелә. Ғүмере бөткәндәр әхирәткә күсеп китә, йәшәргә тейештәр тормоштарын дауам итә, тыуырға тейештәр тыуа, дәрәжәләре күтәрелергә тейештәрҙең дәрәжәләре күтәрелә, түбән төшөргә тейештәр түбән төшә».