Ибраһим пәйғәмбәр
Туфандан һуң әҙәм балалары тағы ла бик ныҡ үрсегәндәр. Нух пәйғәмбәр үҙе сәләмәт саҡта быларға юлбашсы булған, уларға дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен өйрәткән, уларҙы тоғро юлға күндергән. Нух пәйғәмбәрҙән һуң кешеләр тағы яман юлға кереп киткәндәр. Тағы ла Аллаһы Тәғәләне онотҡандар. Шунлыҡтан рәхмәте киң булған Хоҙай Тәғәлә быларға тағы ла бер-бер артлы юлбашсылар ебәрә торған.
Шул юлбашсыларҙың береһе Ибраһим пәйғәмбәр. Был ваҡыт инсандар бигерәк тә аҙашҡан булғандар: улар ҡояш, ай һәм йондоҙҙарға, әллә ниндәй һүрәттәргә ғибәҙәт ҡыла башлағандар. Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы ла башҡалар кеүек потҡа табына торған булған. Ибраһим пәйғәмбәр быларға үҙҙәренең бөтөнләй яңылыш юлға кергәнлектәреп, ай, ҡояш, йондоҙҙарға ғибәҙәт ҡылыу ярамағанлығын, ул сикһеҙ ҙур гонаһ икәнлеген аңлатҡан. Уларға бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға, ул ебәргән дин һәм шәриғәт буйынса ғына ғәмәл ҡылырға ҡушҡан. Тегеләр тыңламағандар, унан көлгәндәр, уны мыҫҡыл иткәндәр. Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы ла уға бик ныҡ ҡаршы торған. Ләкин Ибраһим пәйғәмбәр һаман да үҙ эшендә булған. Былар Ибраһим пәйғәмбәрҙән бик интеккәс, уны үлтерергә булғандар. Бер ваҡыт ергә ут яғып, уны шунда ташлағандар.
Ләкин Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәренә рәхмәте киң, уның ҡөҙрәтенең дә иге-сиге юҡ. Ул ни теләһә шул була. Ул үҙенең пәйғәмбәрен кафырҙар ҡулынан ҡотҡарған. Утҡа һалҡынайырға, Ибраһим пәйғәмбәргә зарар тейҙермәҫкә ҡушҡан, һәм шулай булған да. Уға уттан һис бер зарар теймәгән.
Ибраһим пәйғәмбәр Нух пәйғәмбәрҙең Сам исемле уғлының нәҫеленән булған. Ул, ата-бабалары кеүек, башта «Бабил» тигән ерҙә торған, Уның ҡатыны Сара исемле булған. Аллаһы Тәғәлә уға ҡатынын алып «Кәнған» тигән ергә күсергә ҡушҡан. Был Аллаһы Тәғәлә тарафынан Ибраһим пәйғәмбәрҙән таралған нәҫелгә вәғәҙә итеп ҡалынған ер булған. Ибраһим пәйғәмбәр ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем шул ерҙә донъя көткән.
Ибраһим пәйғәмбәрҙең ике ҡатыны булған: Сара, Һәжәр. Сара — өлкән, Һәжәр йәш ҡатыны булған. Бер ваҡыт хәҙрәт Һәжәрҙән бер ир бала донъяға килгән. Был ваҡыт Ибраһим пәйғәмбәр бик ҡарт кеше булған. Ҡарт була тороп, үҙенән бала булыуға ул Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ шөкөраналар ҡылған. Балаға Исмәғил тип исем ҡушҡандар. Был бала бик изгеләрҙән булып, ахырҙа пәйғәмбәрлек дәрәжәһенә ирешкән. Ошо Исмәғил пәйғәмбәр беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, алыҫ ата-олатаһы.
Хәҙрәт Һәжәрҙән бала булғас, хәҙрәт Сара ла үҙенән, бала булыуын бик теләгән. Ләкин ул бик олоғайған булғанлыҡтан, балаға өмөтө бик аҙ булған. Бер ваҡыт Ибраһим пәйғәмбәргә бер нисә мосафир килеп төшә. Ул бик ҡунаҡ һыйлаусан кеше икән. Шунда уҡ мосафирҙарға аш әҙерләткән. Мосафирҙар ашамағандар. Хужа ҡунаҡтарҙы ныҡ ҡыҫтаһа ла, тегеләр һаман да ашамағандар. Ибраһим пәйғәмбәр быға борсола башлаған: «Әллә ашыбыҙҙа ғәйеп таптылармы икән? Юл кешеләре була тороп та ни эшләп ашамайҙар икән? » — тигән. Быларҙан шикләнә, ҡурҡа башлаған. Мосафирҙар былай ғәҙәти кешеләр түгел икән. Улар кеше сүрәтенә кергән фәрештәләр булған. Былар Ибраһим пәйғәмбәрҙең бик шикләнгәнен күргәс, серҙе асҡандар: «Беҙ фәрештәләрбеҙ, беҙ ашамайбыҙ», — тигәндәр.
Бына шул ваҡыт фәрештәләр Ибраһим пәйғәмбәрҙән бер ир бала тыуасаҡ, тип һөйөнөс биргәндәр. Хәҙрәт Сара ла шул ваҡыт аяҡ үрә баҫып торған. Ул быларҙың һүҙҙәренә бик ғәжәпләнгән, көлгән. «Мин бит инде ҡарт әбеймен, ирем дә бик ҡарт, Шулай булғас, беҙҙән нисек бала булыр икән?» — тигән, Быға ҡаршы фәрештәләр: «Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, һеҙгә уның рәхмәтенең дә сиге юҡ, һеҙ ҡарт кешеләр булһағыҙ ҙа Ул һеҙгә бала бирә ала, һәм шулай буласаҡ та», — тигәндәр. Өҫтәүенә, шул баланан бер пәйғәмбәр тыуасаҡлығын да әйтеп ҡуйғандар. Шунан һуң күҙҙән юғалғандар. Көндәр, айҙар үткән. Бер ваҡыт хәҙрәт Саранан да әлеге һөйөнөс бирелгән бала донъяға килгән. Былар уға сикһеҙ шатланғандар. Бының өсөн Аллаһы Тәғәләгә нисек итеп шөкөрана ҡылырға ла белмәгәндәр. Балаға Исхаҡ тип исем ҡушҡандар. Исхаҡ та хәҙрәт Исмәғил шикелле бик изге бер кеше булған. Ул да атаһы һәм ағаһы кеүек пәйғәмбәр булған. Уның нәҫеле лә бик мөбәрәк нәҫел булған. Уның нәҫеленән бик күп пәйғәмбәрҙәр донъяға килгән.