Доға ҡылыу

   Доға ҡылыусыға тейешле эш
   Доға ҡылыусы доға ҡылғанда донъя-ахирәт маҡсаттарын үҙенең эсенә йыйған доға менән доға ҡылыр.
   Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһис үә сәләмдең күп ваҡытта яратып ҡылған доғаһы: “Раббәнәәә әтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтән үә фил-әәхирати хәсәнәтән үә ҡынәә ғәҙәәбән-нәәр” булған, мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй торған хәйерле ғүмер бир. Ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә әхирәттә йәннәтенде насип ит, ут ғазабындан һаҡла”.
   Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм ҡылған доға: “Аллааһүммә әғғынии күллә хайри үә әғиднии мин күлли шәрри” — лер. Мәғәнәһе: “Эй, Аллаһым! Һәр бер изгелекте бир һин миңә, һәр бер яуызлыҡтан һаҡла һин мине”, — тимәктер.
   Әбү Һурайранан риүәйәт: Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: „Доға ҡылған мосолмандың доғаһы ҡабул ителмәйенсә ҡалмаҫ, йә ул кешегә донъяла бирелер, йә иһә уға ахирәттә әҙерләнер”.
   Риүәйәттер: “Ҡиәмәт көнө булғанда Аллаһ Тәғәлә һәр доғаны күрһәтер: донъяла ваҡытта кешенең ҡабул ителмәгән доғаһын, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә әйтер: “Эй, минең бәндәм! Һин миңә шундай көндә доға ҡылған инең, мин һинең доғанды тоттом, ошо доғаң урынына — ошо сауаптыр”. Кешегә сауап һәр ваҡыт бирелер, хатта кеше бер доғаны ла һис ҡабул ителмәгәненә риза булһа ла.

   Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: “Доға ул ғибәҙәт”. Бының һуңында Аллаһ Тәғәләнең һүҙен уҡыны: “Үә ҡаалә Раббәкүм” — Раббығыҙ әйтте: “Миңә доға ҡылығыҙ, доғағыҙҙы ҡабул итермен. Минең ғибәҙәтемдән ҙурайған, тәкәбберләнгән кешеләр тиҙҙән йәһәннәмгә керерҙәр“.
   Әбү Ҙәрр әйтте: “Яҡшылыҡ йөҙөнән доға етер, аштың тәме өсөн тоҙ еткән кеүек».
Риүәйәттер: “Муса ғәләйһис- сәләм Аллаһ Тәғәләнән һораны: “Эй, Раббым! Ҡайһы ваҡытта мин һинән һорайым икән, һин шул ваҡытта ҡабул итер инең”, — тип.
   Аллаһ Тәғәлә әйтте: “Һин минең бәндәм һәм мин һинең Раббың. Ҡайһы ваҡытта доға ҡылһаң, мин һине шул ваҡытта ҡабул итермен”.
   Муса ғәләйһис-сәләм ҡат- ҡат ҡайтарып Аллаһ Тәғәләнән һораны. Уға Аллаһ Тәғәлә әйтте: “Миңә һин кистең уртаһында доға ҡыл һәм дөрөҫлөктә мин ҡабул итермен, төндә миңә доға ҡылһаң да ҡабул итермен”.
   Жәғфәр бин Бәркәндән риүәйәт әйтелде, ул Салихтан риүәйәт әйтте: “Аллаһ Тәғәлә әйтә: үҙегеҙ минән һорайһығыҙ, әммә күңелдәрегеҙ минән алынған, күңелдәрегеҙ миндә түгел”, — тип.
   Ҡайһылар әйтә: “Беҙ доға ҡылһаҡ та ҡабул булмай”, — тип.
   Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: “Эй, мөьминдәр! Доға ҡылығыҙ, әгәр доға ҡылһағыҙ мин һеҙҙең доғаларығыҙҙы ҡабул итермен”, — тип. Хәким әйтте: “Уның өсөн доғаларҙы күктән тыя торған һүҙҙә 7 төрлө сәбәптәр бар”, — тине. “Улар нимәләр?” — тип һоранылар. Хәким әйтте: “Ул етенең береһе — һеҙ Раббығыҙҙы асыуландырҙығыҙ ҙа, уның ризалығын алманығыҙ, йәғни һеҙ Аллаһ Тәғәләне асыуландырырлыҡ эштәр эшләнегеҙ. Был эштәрҙән ҡайтмайһығыҙ, эшләгән эшегеҙгә үкенмәйһегеҙ.
   Икенсеһе: “беҙ Аллаһ Тәғәләнең ҡолдары” тип әйтәһегеҙ, ләкин ҡолдар эшләй торғанды эшләмәйһегеҙ, йәғни бәндә хужа ҡушҡанды эшләйҙер, ҡушҡанынан сыҡмайҙыр.
   Өсөнсөһө: һеҙ Ҡөрьәнде уҡыйһығыҙ, әммә хәрефтәренә хөрмәт ҡылмайһығыҙ, йәғни һеҙ Ҡөрьәнде ололап уҡымайһығыҙ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә бойорғанды ҡылмайһығыҙ.
   Дүртенсе: һеҙ әйтәһегеҙ: “Беҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең өммәте”, — тип, ләкин һеҙ пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең сөннәтен үтәмәйһегеҙ, йәғни һеҙ харамдар эшләйһегеҙ, шул харам эштәрҙән ҡайтмайһығыҙ.
   Бишенсе: «Аллаһ Тәғәлә ҡаршында донъя себен ҡанатына ла тормай”, — тип әйтәһегеҙ, ә үҙегеҙ донъяға күңел һалдығыҙ.
   Алтынсыһы: һеҙ әйтәһегеҙ: “донъя бөтәсәк” тип, ә һеҙҙең эштәрегеҙ ул донъяла һәр ваҡыт тороусылар эше кеүеҡтер.
   Етенсеһе: һеҙ әйтәһегеҙ: “ахирәт донъянан яҡшыраҡ» тип, ә үҙегеҙ ахирәтте ижтиһад ҡылмайһығыҙ, донъяны ахирәттән артыҡ күрәһәгеҙ.
   Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылған кешенең эсе харамдан пах булырға тейештер, сөнки харам нәмә доғаны ҡабул итеүҙән тыялыр. Сәғид әйтте: “Эй, Расүлүллаһ ғәләйһис-сәләм! Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылам да, ҡабул ителмәй”, — тип. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: “Эй, Сәғид” харамдан һаҡлан. Эсенә бер лоҡма (ҡабым) харам нәмә керһә, уның доғаһы 40 көнгә ҡәҙәр ҡабул ителмәҫ.
   Доға ҡылған кеше ашыҡмаҫҡа тейештер, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә уны шикһеҙ ҡабул итте: беҙгә ҡабуллыҡ шул ваҡытта уҡ беленер, ҡайһыһы шул ваҡытта уҡ беленмәҫ, икенсе ваҡытта беленер; ҡайһы береһе ахирәттә беленер, донъяла беленмәҫ.
Муса ғәләйһис-сәләм Фирғәүен һәм уның ҡәүеменә бәддоға ҡылды. Һәрун ғәләйһис-сәләм "әмин” (ҡабул ит) тип әйтте. Уларға: “Һеҙҙең доғағыҙ ҡабул ителде, эшегеҙҙә булығыҙ”, тип Аллаһ Тәғәлә вәхи итте.
   Ибн Ғәббәс әйтте: “Доға менән ҡабул итеү араһында 40 сәнә (ваҡыт иҫәбе) үтте”, — тине.
   Ибн Йәзидтән риүәйәт ителде: “Рәсүлүллаһ әйтте ти: “Бер кешене Аллаһ Тәғәлә һөйһә, уның йөҙөнә бәлә менән һуғыр. Доға ҡылғас , Аллаһ Тәғәлә беҙ һөйләгән өс хасыяттың береһен бирмәй ҡалмаҫ: йә иһә ҡылған ваҡытында уҡ, йә һуңыраҡ, йә иһә ахирәттә доғаның әжерен бирәсәктер.
   Хакимдарҙың береһе әйтте: “Дүрт төрлө кешегә бәхет булмаҫ”. Ул:
   1. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтергә һаранланған кеше;
   2. Мәзин аҙан әйткәндә артынан мәзин кеүек аҙан һүҙҙәрен ҡабатлап уҡый бармаған кеше;
   3. Изгелеккә кеше ярҙам һорап, ярҙам итмәгән кеше;
   4. Үҙенә һәм мөьминдәр өсөн намаҙҙары артынан доға ҡылырға иренгән кеше.
   Ибн Ғәббәс радыяллаһу ғәнһе әйтте: “Ҡасан байрам һәм йома көн булһа, мәйеттәрҙең рухтары ҡәберҙән сығып, өйҙәренең ишегенә килерҙәр һәм әйтерҙәр: “Эй, ҡарындаштарым! Был мөбәрәк кистәрҙә беҙҙең өсөн саҙаҡа биреү менән беҙгә мәрхәмәт ҡылығыҙ. Әгәр ҙә уны бирергә йомартлыҡ ҡыла алмаһағыҙ, “Фәтихә” йә иһә бер сүрә уҡып беҙҙең күңелдәребеҙҙе рәхәтләндерегеҙ. Эй, беҙҙең йортобоҙҙа тороусылар! Эй, беҙҙең малыбыҙҙы бүлеп алған вариҫтарыбыҙ! Эй, беҙҙең ҡатындарыбыҙҙы (ирҙәребеҙҙе) алған кешеләр! Эй, беҙҙең йәтимдәребеҙҙе ҡараған кешеләр! Һеҙҙән, һис булмаһа, берәй кеше беҙҙе иҫенә төшөрәме? Беҙ хәҙер тар ләхеттә ятабыҙ, һеҙҙең доғағыҙға мохтажбыҙ, зинһар беҙҙе доғағыҙҙан ҡалдырмағыҙ”. Әгәр берәйһенән саҙаҡа йә доға тапһалар, һөйөнгән хәлдәрендә ҡәберҙәренә ҡайтырҙар; әгәр доға ҡылыусы тапмаһалар, борсоулы хәлдә ҡайтырҙар.
Ғабдуллаһ әл-Әнтәки әйтте: “Күңелдең дарыуы биш нәмәлер”:
   1. Изгеләр менән бергә ултырыу;
   2. Ҡөрьән
   3. Биш ваҡыт намаҙ уҡыу;
   4. Харамдан эсте бушатыу;
   5. Таң ваҡытында Аллаһ Тәғәләгә ялбарыу.
   Ибн Ғәббәс радыяллаһу ғән һү Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм дән риүәйәт әйтте: “Аллаһ Тәғәләнән ҡулдарығыҙҙың устары менән һорағыҙ, ҡулда рығыҙҙың устары менән йөҙ ҙәрегеҙгә һыйпағыҙ”. Аллаһу әғләм (Аллаһ белеүселер).
   Беҙҙе уң ҡулыбыҙҙа ус төбөнә ғәрәп һаны менән 18 (١٨) тип бураҙна һыҙылған, һүл ҡулы быҙҙың усында 81 (٨١) һаны һыҙылған (ул бураҙна булып тора) икеһен бергә ҡушһаҡ 99 һаны килеп сыға, был Аллаһ Тәғәләнең 99 исемен күрһәтеүсе билгелер. Әгәр 81 һанынан 18 һанын алһаҡ 63 һаны килеп сыға, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһис үә сәләмдең вафат булған йәшенә күрһәткестер, сөнки ул 63 йәшендә вафат булған. Аллаһу әғләм.
                                                             Рисәләт гәзитенән “Дәғүәт” нәшриәте