Күңел осҡоно
Стресс һәм төшөнкөлөк бөгөн донъяла ‘‘заман сире’, тип таныла. Сир булараҡ, ул психологияны емерә, ләкин иң элек физиологияға йоғонто яһай. Мәҫәлән, тире ауырыуҙары, ашҡаҙан сирҙәре, юғары ҡан баҫымы, мигрень, ҡайһы бер һөйәк сирҙәре, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы, инфаркт, йөрәк һәм тамаҡ сирҙәре, аллергия, аплергик тымау һәм, әлбиттә, психик сирҙәр, наркотиктарға эйәләшеү, йоҡоһоҙлоҡ шуның эҙемтәһе. Әлеге сирҙәрҙең тәүге сығанаҡтары тап психологик проблемаларға барып тоташа.
Аллаһ Тәғәлә кемде тура юлдан алып барырға теләй — шуның күңелен Ислам өсөн аса, ә кемде юлдан яҙлыҡтырырға теләй- — шуның күкрәген ҡыҫа һәм баҫа, гүйә (был кеше) күкте ҡалҡытырҙай көс түгә. Бына шулай Аллаһ иман килтермәгәндәрҙе хурлыҡлы язалай” («Әнғәм», 6 сүрә 125 аят).
Ҡаты көсөргәнеш мәлендә адреналин биҙе глюкокортикоид гармонын күпләп эшләй башлай. Был гармон өҫтәмә көс бирә, шул уҡ ваҡытта организмдағы ҡалған бөтә нәмәнең дә эшмәкәрлеген туҡтатып тора. Ниндәйҙер көс етмәҫтәй ауыр хәлгә дусар ителгәндә, әлбиттә, глюкокортикоидтың әһәмиәте ҙур, ләкин тетрәнеүҙәр йыш ҡабатлана башлаһа, уға бәйле сирҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Әйтәйек, ҡан баҫымы күтәрелә, матдәләр алмашыныуы боҙола, һимереүҙе, остропороз, гастрит һәм ашҡаҙан серҙәре йышая.
Аллаға ышанмаған кешеләр дин талабына буйһонмай, шуға ла хәл-ваҡиғаларҙың Хаҡ Тәғәлә тарафынан бирелгәнен аңламайҙар. Улар үҙҙәрен тулыһынса Уға тапшыра алмайҙар, иманға килмәйҙәр. Һөҙөмтәлә туҡтауһыҙ бошоналар, ҡайғыралар; шикләнеү, ҡурҡыу, хафаланыу улар өсөн хас күренеш. Артабан кеше психосоматик сирҙәргә бирешә башлай. Әлбиттә, артыҡ тетрәнеүҙәр дөйөм ағзанаттың ҡартайтыуын ғына тиҙләтә. Күңел тыныслығын юғалтҡан, туҡтауһыҙ көйөнгән һәм шөбһәләнгән кешелә ниндәй сәләмәтлек булһын ти инде? Һәм был кешенең тышҡы ҡиәфәтендә лә сағылыш ала.
“Миңә зикер итергә онотоусыларҙың (иҫкә алырға теләмәүселәрҙең) тормоштар ысын-ысындаң ауыр буласаҡ (Ҡөрьән “Та-һа” 20:124).
Ә хәҙер иманлы әҙәмдәргә күҙ һалайыҡ. Улар, бөтәһенән элек, психологик һәм рухи яҡтан сәләмәт, шулай булғас тетрәнеүҙәргә, өмөтһөҙлөккә һәм ҡурҡыуға бик бирешеп бармайҙар, ундайҙарҙың ағзанаты ныҡ. Хаҡ Тәғәләгә ихлас ышаныу, тулыһынса Уға тәүәккәлләү, һәр тормош һынауын “һабаҡ" тип ҡабул итеү, үҙҙәренең иманы һәм ихласлығы өсөн Раббыларының был донъяла ла, әхирәттә лә әжер менән бүләкләйәсәге һәм Хаҡ Тәғәләгә буйһоноу шатлығы менән рухланыу — диндар, кешенең күңелендә һәйбәт осҡон тоҡандыра, ул ыңғай ҡараш менән йәшәй. Тап ошолар мөьминдәрҙең эске һәм тышҡы булмышында асыҡ сағыла. Ләкин был халәт Ислам диненең асылын тәрән аңлаған һәм Ҡөрьән ҡушҡандарҙы бөтә йөрәктәре менән үтәгәндәрҙгә генә хас. Әлбиттә, мосолмандар ҙа ауырый, улар ҙа ҡартая, был донъяла Аллаһтың ҡушыуы шулай, ләкин былар күңел сире, күңел бушлығы һөҙөмтәләре түгел.
Хаҡ Тәғәлә Ҡөрьәндә әхләҡтан һәм имандан алыҫ торған, тимәк, үҙҙәрен ҡыйын хәлгә дусар итеп йәшәгән кешеләр тураһында шулай ти: “Миңә зикер әйтеүҙән баш тартыусыларҙың тормоштары ысын-ысындан ауыр буласаҡ... (Ҡөрьән “Та-һа”, 20:124)
Икенсе аятында Аллаһ шуны хәбәр итә: “Үҙенең киңлегенә ҡарамаҫтан, улар өсөн ер, тар ителде, һәм уларҙың йәндәре ҡыҫылды, һәм шул саҡта улар Аллаһ эргәһенән тыш бүтән һыйыныр урын юҡлығын аңланылар... (Сура “Тәүбә”, 9:118).
Стресс, тетрәнеү, ҡурҡыу һәм хафаланыу — былар бөтәһелә Ислам- ҡушҡандан, йәғни гүзәл әхлаҡтан алыҫ торған кешеләрҙең асылы: Бөгөн бөтөн донъя табиптары бер фекерҙә: кеше үҙен төшөнкөлөктән, тормоштоң көтмәгән тетрәнеүҙәренән һаҡлар өсөн тыныс, ипле булырға, эске тәртибен, ныҡлығын һаҡларға тейеш. Үҙенә ышаныс менән ҡараған, ниндәй хәлгә тарыһа ла, уны яҡшылыҡ, хәйерле ғәмәл, тип ҡабул иткән мосолман бирешмәй. Ә быға фәҡәт Ҡөрьән әмерҙәренә буйһоноп ҡына өлгәшергә мөмкин. Аллаһы Тәғәлә бөтә күңелдән иман килтергәндәрҙең йөрәгенә “ышаныс һәм тыныслыҡ хисе” һалғанын хәбәр итә”. (“Баҡара”, 2:248; “‘Тәүбә”, 9:26,40; “Әл-Фәтх”, 48:4,18). Аллаһтың Үҙенең ихлас, тәҡүәле ҡолдарына биргән вәғәҙәһе шулай яңғырай: “Иман килтергән һәм яҡшылыҡ ҡылғандарға, ирҙәр булһынмы йәки ҡатындармы, шул хаҡ, Беҙ гүзәл тормош бүләк итәбеҙ һәм иң яҡшы эштәренә ярашлы әжерҙәрен бирәбеҙ” (Ҡөрьән, “Ән-Нәхл”, 16:97).
Ата-бабаларыбыҙ яҡшы белгән, ләкин инде онотола төшкән ошо хаҡ юлды беҙгә ҡабаттан иҫкә төшөрөргә, өйрәнергә генә кәрәк. Иман һәм сәләмәтлек айырым кешенең генә түгел, ә халыҡтың дөйөм мәсьәләһе лә булып тора бит әле. Киләсәкте лә ул хәл итә. Бына шуны иҫтән сығармаһаҡ ине, йәмәғәт.
Рисәләт гәзите