Ата-әсәгә мөнәсәбәт
Балаларҙың үҙ ата-әсәләренә мөнәсәбәте
Түбәндәге ҡағиҙәләр балаларҙың ҙур үҫкән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ата-әсәләренә ҡарата үҙ-үҙҙәрен тотоштарына идара итергә тейештәр.
Балалар менән уларҙың ата-әсәләре араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр балаларға ата-әсәләренә ҡарата ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Үҙҙәренә ҡарата ҙур ҡайғыртыусанлыҡҡа, түҙемлелеккә, яҡшы мөғәмәләгә һәм тәрбиәгә ата-әсәнән дә лайығыраҡ бер кем дә юҡ.
Ата-әсәләр үҙҙәренә ҡарата башҡаларҙыҡына ҡарағанда балаларының дорфалығын ауырыраҡ кисерәләр. Шуға күрә балалар уларға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға тейештәр.
Ҡайһы саҡта яңылышһалар ҙа ата-әсәләр, ғәҙәттә, үҙҙәрен тәжрибәлерәк, аҡыллыраҡ, хаҡлыраҡ тип иҫәпләйҙәр. Бындай ышаныс үҙ балаларының үҫеп етеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙы тәрбиәләп үҫтереүҙәре менән нығытыла.
Ата-әсәнең икеһе лә ҙур хөрмәткә лайыҡ булһалар ҙа, иң ҙур ҡайғыртыусанлыҡҡа әсә, унан һуң ғына ата эйә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, быны ошолай тип белдергән: «Йәннәт һеҙҙең әсәйҙәрегеҙҙең аяҡ аҫтында ята».
Баланың үҙ ата-әсәһен исемдәре менән атауы әҙәпһеҙлек булып һанала.
Атаның (хатта ул үлгән булһа ла) дуҫтарына хөрмәт күрһәтеү иң яҡшы сифаттарҙың береһе булып һанала.
Балалар ата-әсәләрен ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн яуаплы. Ата-әсә мохтажлыҡ кисергән ваҡытта уларға ярҙам итеү, мөмкин ҡәҙәр уларҙың тормошон еңеләйтергә тырышыу ысын дини бурыс булып тора.
Бала ата-әсәнең кәйефен ебәрә торған эштәрҙән тыйылырға тейеш. Балаларҙың ата-әсәгә ҡарата булған бурыстарының береһе түҙемлелек һәм ҡайғыртыусанлыҡ һанала. Ата-әсә үтенеп, балаһы быны эшләй алмаған осраҡта ла ул көсөнән килмәгәне өсөн уларҙан ғәфү үтенергә тейеш.
Кешенең ата-әсәһе һәм ҡатыны менән мөнәсәбәттәре ҡайһылыр бер яҡҡа зыян иҫәбенә булмаҫҡа тейеш. Һәр ике яҡтағы үҙ-ара мөнәсәбәттәргә гармония һәм татыулыҡ хас булырға тейеш.
Бала ата-әсә менән итәғәтле һәм йомшаҡ һөйләшергә тейеш.
Әгәр ата-әсәйгә буйһоноу Исламдан баш тартыу менән бәйле булһа, бала Аллаһҡа тоғролоҡло булып ҡалырға тейеш. Ата-әсәнең балаларын үҙҙәренә буйһоноуҙарын талап итеүе бәхәсһеҙ, әммә был бала Аллаһы Тәғәлә хөкөмдәренә ҡаршы килһә, был осраҡта ата-әсә бойороҡтарын үтәүҙән баш тартыу мәжбүри, әммә был әҙәпле итеп эшләнергә тейеш.
Ата-әсәләре хатта мәжүсиҙәр йәки Исламдың дошмандары булған осраҡта ла балалар уларға ҡарата түҙемле, рәхмәтле ҡайғыртыусан булырға, хөрмәт менән ҡарарға тейештәр.
Балалар ата-әсәләренә ысын күңелдән сыҡҡан кәңәштәр бирергә тейештәр.
Ата-әсәһе һөйләгәндә балалар иғтибар менән тыңларға, уларҙы бер ҡасан да бүлдермәҫкә һәм улар менән бәхәсләшмәҫкә тейештәр.
Ата-әсәнең береһен өйҙән тышта ҡайҙа булһа ла оҙата барғанда бала унан алда бармаҫҡа һәм унан алда ултырмаҫҡа тейеш.
Балалар ата-әсәгә зыян һалмаҫҡа тейештәр.
Аҡсаһы булмаған йәки бирә алмаған ваҡытта атайҙан ҙур сумма аҡса һорарға ярамай.
Балалар үҙҙәренең ата-әсәләренә ҡарата ниндәй йомарт булыуҙарын һөйләп йөрөмәҫкә тейештәр.
Ниндәй генә урында эшләмәһен, баланың үҙ ата-әсәһен тыңлауы, өйҙә һәм ситтә уларға ярҙамлашырға әҙер тороуы маҡтауға лайыҡ.
Ата-әсәһе ҡартайғас, улар тураһында ҡайғыртыу, уларҙы үҙ өйөндә йәшәтеү балаларҙың бурысы булып тора. Ҡарттар йортона оҙатып, уларҙан ҡотолорға тырышыу — әҙәпһеҙлек кенә түгел, ә бәлки оятһыҙлыҡ та.
Башҡалар менән осрашҡанда йылмайыу итәғәтлелек булып иҫәпләнһә, ата-әсәгә ҡарата был зарурлыҡ булып тора.
Бала ата-әсәһен ҡаршылаған ваҡытта ул атаһынан йәки әсәһенән беренсе булып сәләмләү көтөп тормаҫҡа, иң башлап үҙе сәләмләргә тейеш
Ата-әсә менән бала араһындағы ҡаршылыҡтар ниндәй генә ҙур булмаһын, бала уларға зыян килтерерлек итеп һөйләшмәҫкә, асыуланмаҫҡа һәм ҡул хәрәкәттәре яһамаҫҡа тейеш.
Үҙе тапмаған, әммә имеҙеп үҫтергән әсә туғандарының береһе булып һанала, һәм уға ҡарата булған бурыстарынан баш тартырға тейеш түгел.
Ата-әсәләре үлгәндән һуң уларҙы балаларының хөрмәтләүҙәренең ысулдары — улар өсөн доға ҡылыу, уларҙы ярлыҡауҙы үтенеү (мосолмандар өсөн) — уларҙың яҡшы эштәрен рәхмәт хисе менән иҫкә алыу һәм уларҙың дуҫтарын хөрмәт итеү.
Ҡартайған һайын, ата-әсә физик һәм аҡыл яғынан көсһөҙләнә башлай. Шуның аркаһында тиҙ ярһып китеү, энергия юғалтыу, күңелгә артыҡ яҡын ҡабул итеү, ихтимал, ҡылынған эш-ғәмәлдәргә, яңылыш баһа биреү күренештәре барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан балалар үҙҙәрендә үс алыу теләге тыуған ваҡыттарҙа шуларҙы иҫтә тоторға һәм үҙҙәренең өлкән йәштәге ата-әсәләренә ҡарата түҙемлелек күрһәтергә, игелекле булырға тейештәр.
Был хаҡта үҙҙәре һорамаған хәлдә лә, балалар өй эштәрендә ата- әсәләренә ярҙамлашырға тейештәр.
Ата-әсә һүҙен тыңламау, уларға ҡул һелтәү, шәфҡәтһеҙлек күрһәтеү гонаһ һанала. Тормоштағы барлыҡ хаталарҙы, моғайын, аңлап та, кисереп тә булалыр, әммә ата-әсәгә ҡарата бындай мөнәсәбәтте ғәфү итеп булмай.
«Ислам әхлағы һәм ғәҙәттәре» китабынан