Һуңғы һүҙ урынына

                                                              Һуңғы һүҙ урынына

     ”Һәр халыҡтың үҙ ваҡыты бар. Әжәле яҡынлашһа, ул уны бер сәғәткә кисектереп тә, ашыҡтырып та тора алмаҫ, уның килеүен тиҙләтергә лә хәленән килмәҫ ”. ”Әл-Әғраф”,"Кәртәләр” сүрәһе, 34 — се аят.
     Кешелек тарихында әллә күпме йәмғиәттәр, халыҡтар, хөкүмәттәр булып тора һәм булып торған да, әммә әжәле, ваҡыты етеү менән уларҙың һәр береһе үҙҙәре үк тыуҙырған үҫеш дәрәжәһенең, мәҙәниәттең, иҡтисадтың һәм ижтимағи ғөрөф-ғәҙәттәрҙең хәрәбәләренә күмелеп, юғалып ҡалған.
     Дин өйрәтә: Аллаһ ихтыярынан башҡа бер нәмә барлыҡҡа килмәй, бер нәмә юҡҡа ла сыҡмай.
     - Һеҙҙең ихтыярығыҙҙа булған көс һәм ҡеүәт ваҡытлы ғына. Була ла, бөтә лә. Мөмкинлегегеҙ бар ваҡытта уларҙы игелек өсөн файҙаланып ҡалығыҙ.
     - Донъялыҡтағы данға алданып, тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ.
     - Иманһыҙлыҡ өсөн биреләсәк язаларҙың кисектерелеп тороуы Аллаһтын мәрхәмәт-шәфҡәте тип уйлама. Ул — билдәләп ҡуйылған, ул — киләсәк.
     - Юғары күтәрелеүҙәр ҙә, тәкәбберлеккә бирелеп түбән төшөүҙәр ҙә — бөтәһе лә һынау.
    — Шуға ла золом өҫкә сыҡҡанда ла иманлы бәндә өмөтһөҙлөккә бирелмәһен. Золомдоң да ваҡыты самалы, — ти.

     ”Бер төбәкте — ауыл йәки ҡаланы — һәләк итергә теләгән саҡтарыбыҙҙа ла тәүҙә Беҙ уларҙың үҙ рәхмәтебеҙгә лайыҡ булған ололарына Аллаһҡа буйһоноғоҙ, тип бойорҙоҡ, ә улар киреһенсә боҙоҡлоҡҡа ғына бирелде. Шул саҡта тәҡдирҙәре алдарына килеп, Беҙ уларҙың береһен дә ҡалдырмай юҡ иттек”.”Әл-Исра”,"Төндәге күсереү” сүрәһе, 16-нсы аят.
     Бәндәгә Аллаһ бер ваҡытта ла гонаһ эшләргә, боҙоҡлоҡҡа бирелергә бойормай. Уның бөтә хөкөмдәре ғәҙеллеккә, игелеккә өндәү. Асыуы килгән саҡтарында ла Ул буйһонорға бойора. Илдең байҙары һәм намыҫ тигәнде белмәгәндәре был бойороуҙарҙы һанға һуҡмай, ябай кешеләр улар өлгөһөнә эйәрә. Бына шул ваҡытта инде Аллаһтың ҡәһәре улар өҫтөнә ябырыла.
     Үҙенең һәләкәтенә кеше үҙе ғәйепле.
     "Замандарҙың һуңы яҡынлашҡан йылдарҙа шундай кешеләр барлыҡҡа килер, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм, — динде улар был донъяла файҙа табып ҡалыу өсөн кеше күрһен тип кенә тотор. Ҡуштанланып, кеше алдында ул һарыҡ тиреһенә төрөнөр, күңеле йомшаҡ, теле шәкәрҙән дә татлыраҡ булып күренер, ә эсендә бүре ятыр. Шул ваҡыт Аллаһы Тәғәлә әйтер: "Мин бер нимә лә белмәйем икән тип улар әллә алданып йөрөйме? Миңә ҡаршы килергә ҡыйыулыҡтары етәме? Ант итеп әйтәм: уларға Мин үҙ араларынан сығарып шундай фетнәләр ебәрермен — иң сабыр кешеләр ҙә аптырашта ҡалыр”, — тиер”.
    "Халыҡ өсөн шундай бер заман килер, - тигән, — Ибн Әбүд-Дүнйә, — Исламдың исеменән, Ҡөрьәндең есеменән башҡа бер нәмә лә ҡалмаҫ. Шул ваҡытта мәсеттәр халыҡ менән тулы булыр, хаҡ етәкселек табылмаҫ. Белгәндәр күк аҫтында йөрөгәндәрҙең иң насарына әйләнер. Бөтә ҡотҡолар ана шуларҙан таралыр ҙа үҙҙәренә үк әйләнеп тә ҡайтыр”.
    "Атайым әйтә ине, — тип һөйләр булған сәхәбәләрҙең иң ололарынан береһе Ғабдуллаһ ибн Мәсғүт, — ауылдарҙа, ғөмүмән кеше йәшәгән ерҙәрҙә — уйнаш менән ришүәт өҫкә сыҡһа, Аллаһы Тәғәлә уларҙың юҡҡа сығыуына юл ҡуйыр”.
    Пәйғәмбәребеҙҙән тағы ла: "Әғәр ҙә кешеләр ғәмәлдәрҙе һанға һуҡмай ғалим булған булып йөрөй башлаһа, һүҙҙә генә дуҫ булған булып күңелендә дуҫына нәфрәт һаҡлаһа, ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен өҙөп ташлаһа, Аллаһы Тәғәлә уны Үҙенең ҡәһәренә юлыҡтырып, ҡолаҡтарын ишетеүҙән, күҙҙәрен күреүҙән мәхрүм итер”, — тигән нәсихәттәр тороп ҡалған.
     ”Эй, мөһәжирҙәр! Аллаһтан мин һеҙҙең биш нәмә таралып киткән көндәргә барып етмәүегеҙҙе теләп доға ҡылып ҡына торам, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Улар — бәндәләрҙең зина ҡылыуға бирелеүҙәре тураһында бөтә кеше алдында һөйләп йөрөүҙәре, шул сәбәпле тағун һәм ата-бабаларҙың күҙе күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән әллә ниндәй сирҙәр таралыуы; үлсәүҙә ғәҙел була белмәү сәбәпле ҡоролоҡ һәм ҡытлыҡ килеп, аслыҡҡа йөҙәп, ҡыйырһытыуҙарға юлығыуҙар; кешеләрҙең зәкәт биреүҙән баш тартыуы сәбәпле ямғырҙар туҡталып ҡалыуы, яуһа ла малдар хаҡына тип кенә яуыуы; бәндәләрҙең аманатҡа хыянат итә башлауы сәбәпле Аллаһтың уларҙы малдарын тартып алырға ғына торған дошмандары ҡарамағына тапшырыуы; имамдарҙың — эш башына ултырғандарҙың — Аллаһ хөкөмдәрен һанға һуҡмай башлауы сәбәпле араларҙа яуызлыҡ таралыуға юл ҡуйылыуы”.
     Шундай көндәргә ҡалмаһағыҙ ине, тигән.
    ” Сабыр ит, нәфсеңде ауыҙлыҡлап, теҙгенен таҙа тот... күңелдәрен Ҡөрьән тәрбиәһенән Үҙебеҙ мәхрүм иткән моңһоҙ кешеләргә эйәрмә”. ”Әл-Кәһф”, "Мәмерйә” сүрәһе, 28 — нсе аят.
    Нәфсе ҡотҡоһона бирелеүҙәр "Фәрештәләрҙең дә, Аллаһ илсеһенең дә улар өсөн доға ҡылмай башлауына сәбәп була”.
    Ғилем — нур. Ул нурҙы Аллаһ күңелдәргә һалып ҡуя. Аллаһ хөкөмдәренә баш бирмәүҙәр киреһенсә уларҙың һүнеп ҡалыуына сәбәп була. Имам Малик алдына ултырып, Ҡөрьән уҡый башлағас, имам Шәфиғиҙың зирәк аҡылына, Ҡөрьәнде күңел биреп, аңлап һәм матур итеп уҡыуына таң ҡалып, Малик уға: ” һинең күңелде Аллаһтың нур менән яҡтыртҡанын күрәм, баш бирмәүҙәргә бирелеп ул нурҙы һүндерә күрмә”, — ти кенә ҡуя.
    Болаға бирелеүҙәр тормошта бәрәкәтте юҡҡа сығара.
    Аллаһтың язаһына лайыҡлы нәмәләрҙең береһе — бәрәкәте булмаған байлыҡ — Үҙе биргән мал-мөлкәттең ҡәҙерен белмәй башлау.
    — Байлыҡ менән шашып китеү сәбәпле әҙәп тигәндең юҡҡа сығыуы, рухи тарҡаулыҡ.
    — Иманһыҙлыҡ, тимәк, байып-сереүҙән башлана. Дан-шөһрәт, хакимиәт, байлыҡ кеүек нәмәләрҙең бөтәһенең дә ваҡыты бар. Ул ваҡытты кисектереп тә, туҡтататып та булмай.
Шайтанды үҙенә яҡлаусы итеп алғандар ҙа бит "Ниндәй ҙә булһа бер насарлыҡ эшләп ҡуйғанда: «Ата-бабаларыбыҙҙың да беҙ шундай итеп йәшәгәндәрен күрҙек, быны беҙгә Аллаһ үҙе бойорған”, — тиҙәр, һин әйт, Мөхәммәд: „Боҙоҡлоҡ эшләргә Аллаһ бойормай! Белмәгәнегеҙ хаҡында Аллаһҡа яла ялығырһығыҙмы?” тиң”. ”Әл-Әғраф”,“Кәртәләр” сүрәһе, 28 — нсе аят.
     »Золомдан да, боланан да Аллаһ тыя". Ғәҙел һәм игелекле булырға, өндәй.
    ”Һәр кемгә Аллаһ бойороуы менән уның алдынан да, артынан да күҙ-ҡолаҡ булып һаҡлап йөрөү өсөн фәрештәләр беркетеп ҡуйылған. Әммә әгәр ҙә кешеләр үҙ хәлдәрен үҙҙәре үҙгәртмәһә, Аллаһ уны үҙе үҙгәртмәҫ. Яза бирер булһа, бәндә уны бер нимә менән дә булдырмай ҡала алмай, Аллаһтан башҡа ул үҙенә яҡлаусы ла таба алмаҫ”. ”Әр-Рәғд”,”Күк күкрәү” сүрәһе, 11 — нсе аят.
    Кешеләрҙе фәрештәләр Аллаһтың язаһынан ҡотҡарып ҡала тип уйларға ярамай, бәндәне улар әйләнә тирәләге тыуып ҡына торған төрлө бәлә һәм бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлап ҡына йөрөтә. Ваҡыты һәм Аллаһы Тәғәләнең бойороғо менән, кешеһенә ҡарап, бәндәне улар үҙҙәренең яҡлауынан мәхрүм итеп яҙмыш хөкөмө алдында бер үҙен япа-яңғыҙ ҡалдырып, һәләкәткә дусар итә лә ала.
    Был заманда ундайҙар ҙа бөтөрлөк түгел.
    Фәрештәләр кешене Аллаһ тәҡдире менән маңлайына яҙылған бөтә нәмәнән ҡотҡарып ҡалмай, ҡотолоп ҡалыу өсөн үҙенең мөмкинлеге булған хәл- әхүәлдәрҙә генә ярҙамсы. Айырым шәхестәр ҙә, төрлө халыҡтар ҙа үҙ яҙмышын ғәҙәттә үҙе хәл итә. Уға быны һайлау хоҡуғы бирелгән.
    Фәрештәләр кешене һаҡлап ҡына ла йөрөтмәй, улар уға әҙәп ҡағиҙәләренең үҙҙәренә көрәклеһен һайлап алырға юл күрһәтә, йүнәлеш бирә.
    ”Бәндәне Аллаһ рәхмәтенән мәхрүм иткән боҙоҡлоҡтарҙың иң ныҡ таралғаны, — тигән имам Садыҡ был аятҡа биргән шәрехтәрендә, — ғәҙеллектәрҙең юҡҡа сығыуы, Аллаһ биргәндәргә шөкөр итә белмәү, элек эшләп килгән игелектәреңдән бөтөнләй туҡталып ҡалыу”.
    Айырым шәхестәрҙән бигерәк был хөкөмдәр йәмғиәткә нығыраҡ ҡағыла.
    Әле беҙҙең заманда ла бит рухи яҡтан сәләмәт булған, Аллаһ күрһәткән юлдан тайпылмаған йәмғиәт Аллаһ рәхмәтенән дә мәхрүм түгел. Болаға батып, юлдан яҙып йөрөгән халыҡтарға Аллаһтың да ләғнәте төшөп тора.
    Күҙгә күренеп торған һәр төрлө үҙгәрештәр — отолоуҙар һәм отолоуҙан ҡотолоп именлек табыуҙар төрлө төркөмдәрҙең, төрлө халыҡтарҙың йәшәү рәүешенән бөрөләнеп сыға. Үҙҙәренең хаталаныуҙарына аҡланыу юлдарын үҙ күңеленән башҡа урында табырға тырышып йөрөгәндәр яңылыша. Ысынлап та бит йәмғиәттә золомға ерлек табылмаһа, тормошта уға урын да ҡалмаҫ, ҡороп бөтөр, кибеп юҡҡа сығыр ине.
    Кеше яҙмышы — кешенең үҙ ихтыярында — уның уй-фекер йөрөтөү рәүешендә, холҡонда, әҙәбендә һәм иманында.
    Ауырлыҡтар, уңышһыҙлыҡтар күмеп киткәндә кеше уларҙың сәбәбен үҙендә эҙләргә, табырға, тәүбә итә һәм холҡон төҙәтеү ниәте менән йәнен паклай белергә тейеш.
    Хикмәттәр.
    Боронғолар әйткән: «Хикмәт емеше — тынғылыҡ менән юғары урын, дәрәжә, байлыҡ биргән емеш — арыу- талыуҙар менән бәлә һәм бәхетһеҙлектәр”, — тигән.
    Һиндостан әмирҙәрендә китаптар күп була, уларҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә хатта филдәргә тейәп тә йөрөтәләр. Бындай мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу өсөн әмирҙәр хикмәт эйәләренә китаптарҙы кәметергә бойора. Үҙ-ара кәңәшләшеп ғалимдар уны дүрт төркөмгә, дүрт һүҙгә ҡалғансы кәметергә тип һүҙ ҡуйыша: береһе әмирҙәр өсөн ҡалдырылғаны -»ғәҙеллек”, икенсеһе халыҡ өсөн. Уныһы — "күндәмлек”. Өсөнсөһө йән өсөн ҡалдырыла. Был һүҙ — «тыйылыу», дүртенсеһе — "теҙгенде тота белеү”, нәфсең теләп кенә торғандарға ирек бирмәү.
                                                                          * * *
    "Ни өсөн йән дуҫың дошманыңа әйләнә ала, ә дошманың дуҫ булып китә алмай?” — тип һорай берәү хикмәт эйәләренән булған остаҙынан. "Бының сәбәбе бер, — ти остаҙы, — емереп ташланғанды яңынын төҙәтеүгә ҡарағанда, төҙөп ҡуйылғанды емереү, бөтөн быяланы селпәрәмә килтереп ватып ташлау, ватып ташланғанды йыйып йәбештереүҙән еңелерәк”. Шуның кеүек дарыуҙар эсеп кенә тороуға ҡарағанда сәләмәт булыуың, насарлыҡ эшләп ғафү үтенеүгә ҡарағанда насарлыҡтан тыйылып тороуың яҡшыраҡ”.
                                                                         * * *
    Элеккеләрҙән аҡыл эйәләренән берәү күп йылдар буйы төрлө тарафтарҙа сәйәхәттә йөрөп: «Ғилеме булмаған кешенең был фани донъяла ла, Ахирәттә лә дәрәжәһе булмаҫ»,                "Сабырлығы булмаған кеше иманда ла, тормошта ла тынғылыҡ таба алмаҫ”. "Ахмаҡ кешегә алған ғилеме файҙа бирмәҫлеген аңлай”.
    «Тәҡүәлеге булмаған кеше Аллаһ ризалығына ла лайыҡ була алмаҫ». "Йомартлығы булмаған кеше байлыҡ тапмаҫ”. "Кешегә нәсихәт бирә белмәгән кеше Аллаһ алдында ла аҡланыу тигәнде белмәҫ”, — тип бәндәләрҙе алты төрлө хикмәткә өйрәтер булған.
                                                                        * * *
    "Ахмаҡҡа ниндәй юлдар менән тәрбиә биреп була?” — тип һорайҙар бер ғалимдан. ”Уға, — ти ғалим, — Башҡалар тормошона ҡыҫылып ҡына йөрөргә ваҡыты ҡалмаһын тип бик күп һәм бик ауыр эштәрҙе генә тапшыралар”. ”Әшәке кешеләргә тәрбиәне нисек итеп бирергә?” "Үҙҙәренең түбән булыуын белһендәр тип уларға илтифат итеп бармау, иҫәпкә алмау юлы менән”, — ти ғалим.
    "Кемде һуң киң күңелле тип атарға мөмкин?” ” Ярҙам итә белгәнде, ярҙам итеүе хаҡында битәрләп йөрөмәгәнде”. ”Ни өсөн кешеләр байлыҡ тип үҙҙәрен һәләк итә?” ”Донъяла байлыҡтан да яҡшыраҡ нәмә юҡ, тип йөрөгәндәре һәм байлыҡтың нимә өсөн тәғәйенләнгәнен белмәүҙәре сәбәпле”, — ти хикмәт эйәһе.
    Сөнки байлыҡ ул бәндәләрҙе һынау өсөн бирелә. Тимәк, һынау ул — байлыҡтың үҙенән яҡшыраҡ.
    Аҡыллы кешеләр өс нәмәне хәтерҙә генә тота: донъя тормошо — фани, бөтәсәк, ваҡыт та, яҙмыш һынауҙары ла үҙгәреп кенә тороусан.
    ”Биш нәмә файҙаға сәбәп була алмай: ҡояш нурҙары балҡып торғанда ҡабыҙған шәм, тоҙло ергә яуған ямғыр, һуҡырға бирелгән сибәр ҡатын, туҡ кеше алдына ҡуйылған тәмле аш, ҡаты бәғерле күңелгә Аллаһ һүҙҙәрен һалырға тырышыу”.
    Ибн Ғаббастан һорайҙар: ”Аҡыл яҡшыраҡмы, әллә тәрбиәлелекме?”- тиҙәр: «Аҡыл, — ти мөхәддис, — Сөнки аҡыл ул — Аллаһ биргән бүләк, ә тәрбиәлелек — Аллаһ ҡолоноң үҙ тырышлығы менән тапҡаны”.
     »Бөтәһе лә аҡылға мохтаж, — тип өйрәтә хикмәт эйәләре, — Аҡылдан да ҡиммәтлерәк байлыҡ, наҙанлыҡтан да насарраҡ хәйерселек юҡ. Кешелә ғилем артҡан һайын, уның аҡылға булған ихтыяжы ла арта бара. Зиһене камил булмаған кеше малдары күп булып та, уларҙы көтә белмәгән зәғиф бер көтөүсегә оҡшаш”.
    ”Үҙ ҡолдарына Аллаһ аҡылдан да яҡшыраҡ нәмә бирмәгән. Аҡыллы кешенең йоҡоһо ла ахмаҡтың ғибәҙәтенән, ураҙа тотмаған аҡыл эйәһе ураҙа тотҡан наҙандан яҡшыраҡ”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
    Донъя эштәре егерме биш тармаҡҡа бүленә. Уларҙан бишеһе — Аллаһ хөкөмөнә, тәҡдиргә бәйле: өйләнеүең, балаларға, байлыҡҡа, мал-мөлкәткә, ғүмергә эйә булыу ың; бишеһе — хеҙмәт менән табыла: ғилем, матур итеп яҙа белеү, егетлек, Йәннәткә инеүең, Йәһәннәмдән ҡотолоп ҡалыуың; бишеһе — тәбиғәттән килә: дәрәжәң, кешеләр менән аралаша белеүең, тыйнаҡлыҡ, киң күңеллелек, намыҫлы булыуың; бишеһе ғәҙәттәргә бәйле: йөрөш-торошоң, ашауың, әсеүең, башҡа төрлө хәжәттәреңде үтәп йөрөүең; ҡалғаны тәбиғәттән, нәҫелдән. Улары — төҫөң, килеш-килбәтең, күркәм холҡоң, ниәттәреңдең юғары дәрәжәһе, ғорур була белеүең һәм... әшәкелегең”.
     Алты нәмә кеше өсөн бөтә донъяға тиңләшә, — тигәндәр, — тәмле ризыҡ, сәләмәт бала, үҙеңә оҡшаған яҡын дуҫ, мәрхәмәт-шәфҡәтле була белеү, камил аҡыл, татлы тел.
     Аллаһтың асыуына тарымаҫ өсөн мосолман һәр ваҡыт, мәсеттәрҙә бергә йыйылған һәр йома намаҙы алдынан ҡолағы менән тыңлап, күңеле менән ҡабул итеп, теле менән әйтеп, имамы менән бергә хөтбә һүҙҙәрен ҡабатлап ҡына тора.
    Әл-хәмдү лил-ләһ! — ти ул.
    Әл-хәмдү лил-ләһ!
    Һөйөклө ҡолдарынан ғилеме булғандар күңелен ғилем һәм иман нуры менән тағы ла яҡтыртып, Ҡөрьән серҙәрен асын, Үҙе һөйгән бәндәләрҙең күңелен биҙәп торған Аллаһҡа маҡтау-ололауҙарыбыҙ булһын. Уҡып ҡына торғандар күкрәген Ул Ҡөрьәндәге сәскәләрҙең хуш еҫе менән күмә, ишетә белгәндәр ҡолағына йәшәү өсөн көс бирә. Хаҡ мөьминдәрҙең бәндәселек менән эшләгән хаталарын Ҡөрьән бәрәкәте менән ярлыҡап ҡына тора, гонаһҡа бирелгәндәрҙең боҙоҡлоғона Ҡөрьән хөкөмдәре менән сик ҡуя. Ғибәҙәт ҡылыу өсөн бер Аллаһтан башҡа бер нәмә булмауы, тиңдәшлек һәм оҡ-шашлыҡ сифаттарынан тулыһынса пак Аллаһы Раббыбыҙҙың һөйөклө илсеһенә Ҡөрьән индереүе хаҡында геүаһлыҡ бирәм. Күркәм сифаттары Тәүратта ла, Инжилдә лә, Зәбурҙа ла, Ҡөрьәндә лә сүрәтләп бирелгән Мөхәммәд — Аллаһтың илсеһе һәм ҡоло тип геүаһлыҡ бирәм. Пәйғәмбәребеҙҙең үҙенә, уның ғаиләһенә, Ҡөрьән хөкөмдәрен күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлап тотоусылар булараҡ хөрмәт ҡаҙанған сәхәбәләренә — атап әйткәндә, Әс-Ситдыйҡ, Әл-Фәруҡ, Зин-Нурайни һәм Әл-Мортаҙаларға Аллаһтың ризалығы һәм рәхмәт бәрәкәттәре булһын.
    ”Эй кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яралттыҡ һәм бер-берегеҙҙе танып белеү өсөн халыҡтар һәм ҡаүем-ҡәбиләләр итеп Ер йөҙөнә тараттыҡ. Аллаһ ҡаршыһында һеҙҙең иң хөрмәтле булғанығыҙ — Аллаһтан ҡурҡып гонаһтарҙан һаҡлана белгәнегеҙ. Аллаһ Ул бөтәһен дә белә — йәшеренеп ятҡандарҙы ла, асыҡтан- асыҡ булғандарҙы ла”.
     Бөйөк Ҡөрьән аша Аллаһ беҙгә лә, һеҙгә лә Үҙенең ризалығын, фатихаһын бирһен. Хикмәтле Ҡөрьән аяттары — Зикрүл-хаким — беҙгә лә, һеҙгә лә файҙа биреп кенә торһон. Аллаһтан мин үҙемә, һеҙгә, мосолмандарҙан булған бөгә йәмәғәткә күпләп-күпләп ярлыҡау һорайым. Ул бит һәр ваҡыт ғафү итеп кенә тороусы, Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе, Йомарт һәм игелекле Зат. Доғаларҙың да Ул бөтәһен дә ишетә.
    ...Дөрөҫлөктә, Аллаһ та, фәрештәләр ҙә пәйғәмбәргә салауат әйтеп кенә тора. Эй иманлы бәндәләр! һеҙ ҙә салауаттар әйтеп һәм сәләмләп уға доға ҡылып ҡына тороғоҙ. Эй Аллаһ, дин тураһында ҡайғыртып ҡына йөрөгәндәрҙе ярҙамыңдан ташлама, диненән яҙып, уны түбәнһетергә теләгәндәрҙе Үҙең тоғро юлға һал.
    Эй Аллаһ ҡолдары! Ул һеҙгә ғәҙеллек, игелек, яҡындарығыҙға ярҙам итеү менән бойора, боҙоҡлоҡтан, ҡыйырһытыуҙарҙан тыя. Бәлки, аҡылға килерһегеҙ тип нәсихәт бирә. Бөйөклөк эйәһе, Мәңге тере, бер кемгә мохтажлығы булмаған Аллаһты зекер итеп кенә тороғоҙ,
    Ул да һеҙҙе онотмаҫ, хәтерҙә генә тотор. Уның биргәненә шөкөр итә белегеҙ, Ул да һеҙгә тейешле өлөшөгөҙҙө ишәйтеп кенә торор. Уның ярлыҡауын үтенеп һорағыҙ һәм Ул һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләне зекер итеп кенә тороу — иң дәрәжәле, иң ҡиммәтле, иң хөрмәтле, иң камил һәм иң бөйөк ғәмәл.
     ” Һинең Раббың — Бөйөклөк һәм Ҡөҙрәт эйәһе. Мөшриктәр яла яғып һөйләгән бөтә сифаттарҙан Ул пак һәм уларҙан алыҫ.
    Бөтә пәйғәмбәрҙәргә сәләм. Ғаләмдәр тәрбиәсеһе Аллаһы Раббыбыҙға ысын күңелдән сыҡҡан маҡтау- ололауҙарыбыҙ булһын”, — тип Ҡөрьән аяттарын беҙ күңелдә генә йөрөтәбеҙ.
                                                        ”Дин ул – нәсихәт”, Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин