могилыҠәберҙәге тормош

   Әҙәм балаһы ошо донъянан үтеп, мәрхүм булғас, ҡәбер һорауы алынғас ҡайҙа эләгә һуң? Үлгәндән һуң кеше тура Ожмағҡа, йә Тамуҡҡа инмәй әле. Ҡиәмәт көнөнә саҡлы әрүахтәрҙең урыны Бәрзәхтә. Шул хаҡта Сәләх Суҡбаев һәм Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт хәҙрәттең «Дин ул – нәсихәт» китабынан алынған өлөштө уҡып үтегеҙ...

   Бәндәләргә Ҡөрьән үҙен уҡып ҡына тороу, аңлау, Аллаһтың бойорғандары һәм тыйғандары тураһында уйлана белеү өсөн индерелгән.

   Ҡөръән өйрәтә: «Уларҙан — динһеҙҙәрҙән — кем дә булһа берәүгә әжәле етеп, гүр эйәһе булһа, Аллаһы Тәғәләгә ул: ”Эй, Раббым! Мине тормошома кире ҡайтар. Шул саҡта мин дә, бәлки, йәшәгән йылдарымда эшләп өлгөрмәгән игелектәрҙе эшләп ҡалыр инем, — тип ялыныр.

   Юҡ иңде. Былар бөтәһе лә буш һүҙ. Улар төйәк иткән серле донъяла — Бәрзәхтә — артына тотҡарлыҡтар ҡороп ҡуйылған. Тәндәре яңынан ҡубарылыр көнгә тиклем улар шуңда ҡаласаҡ”. „Мөьминдәр” сүрәһе, 99-106 — нсе аяттар.

   Беренсенән, гонаһлы йәндәр әйткән был һүҙҙәр бойомға аша алмай: үкенеүҙәрҙе һәм бөтә өмөттәрҙең юҡҡа сығыу, көйөнөсөн генә арттыра. Икенсенән, был һүҙҙәргә ышаныу мөмкин түгел, улар — ялған. Фани донъяға яңынан ҡайтыр булһа ла улар тыйғандарҙан тыйыла белмәҫ ине.

   Шуға, ла ҡайтарылыуҙар юҡ. Йәндәр төйәге — Бәрзәх — ике, донъя араһына кәртә менән ҡороп ҡуйылған ваҡытлы һәм серле бер донъя, — тип өйрәтә ғалимдар. Ул ниндәй? Фани донъя менән Ахирәт араһында тағы ла бер донъя булыуына-дәлилдәр бармы? Бөтә йәндәр ҙә шул донъя- аша үтәме, әллә ул айырым йәндәр өсөн генә тәғәйенләнгәнме? Әле бит Ҡиәмәт көнө килеп етмәгән, хөкөм сәғәте һуҡмаған, иманлы бәндәләр Йәннәткә, иманһыҙҙар Йәһәннәмгә урынлаштырылып бөтмәгән.
Иманлы бәндәләрҙең, изгеләр йәки иманһыҙҙар: менән гонаһҡа батҡандарҙың бында хәле нисеҡ?

   Халыҡ араһында — әле лә бит кем дә булһа берәү үлеп ҡалһа: ”Уның йәне үҙенең яҡындарын барып тапты, улар осрашты инде , — тигән һүҙҙәр, ишетелеп –ишетелеп ҡала. ”Бөтә йәндәр Бәрзәх аша үтә. Һәр — бер йәнгә үҙенең яңынан , ҡубарылып сыҡҡан тәнен табып, яуап тотоу өсөн Аллаһ ҡаршыһына , баҫыр көнгә тикле йәшәй торған урын ул — Бәрзәх”, — тип өйрәтә дин ғалимдары. ”Имам Садыҡтан бер ваҡыт әруахтар рухы тураһында һорайҙар, — тиелә риүәйәттәрҙең береһендә.

   ”Уларҙың ятҡан ере — Йәннәт, ашағаны Йәннәт ризыҡтары, эскәндәре — Йәннәт, эсемлеге. ”Эй, Аллаһ! Беҙгә биргән вәғәҙәләреңде үтә, Хөкөм көнөн яҡынайт! ”- тип теләк теләп кенә, тора улар”, — тигән имам.

   “Бәрзәх, — тигән имам Садыҡ, — Фани донъя менән Ахирәт араһындағы бер урын. Бәндәләргә әжер-сауаптар ҙа, язалар ҙа шунда уҡ тәғәйенләнә. Аллаһ менән ант итеп әйтәм, беҙ һеҙҙең бына ошо ике аралағы донъя тормошоғоҙ тураһында борсолабыҙ.

   ''Бәндә үлеп, уның йәне Бәрзәхтә урын алғас, элек килгән йәндәр уның тирәһенә йыйылып, донъя тормошонда йәшәп ҡалғандарҙан кемдәрҙең үлеүе, кемдәрҙең донъя көтөп ятыуы тураһында һорашырҙар.

   Әгәр ҙә инде йән кемдеңдер үлеүе тураһында хәбәр итеп тә, үҙ араларында мәрхүмдең йәнен бер кем дә күрмәгән булһа, йәндәр уның Йәһәннәмдә урын алыуын аңлар”, — тиелә икенсе бер хәҙистә.

   Йәннәт һәм Йәһәннәм, тигәндә бында, әлбиттә, Ҡиәмәт көнөнән һуң бәндәләр урын аласаҡ Йәннәт менән Йәһәннәм хаҡында һүҙ бармай, ә Бәрзахтың үҙенең Йәннәте менән Йәһәннәме була, — тигәндәр ғалимдар. Бына ошондай урындарҙа әруахтар рухы ҡәрҙәштәре менән аралашып бер-береһенең хәл-әхүәлен белеп тора ала, тиҙәр.
Бына ошондай урындарҙа әруахтар рухы. ҡәрҙәштәре менән аралашып, бер-береһенең хәл-әхүәлен белеп тора ала, тиҙәр.

   Имам Садыҡҡа килеп берәү унан: ” Тәндәрен ташлап киткәс, мөьминдәрҙең йәндәре Аллаһтың Көрсийе тирәләй осоп йөрөгөн йәшел төҫтәге ҡоштарға күсә икән, тигән хәбәрҙәр бар”, — тип белдерә. ”Юҡ, был улай түгел. Аллаһ ҡаршыһында ҡош тәне мөьминдәр йәне инеп урынлашыуға лайыҡлы була- алмай. Йәндәр унда үҙ тәненә оҡшаған бер элпәгә, ярыға урынлашып ала. Был уның донъя тормошо һәм Ахирәт менән ике аралағы урыны.

   Был фекер менән күп ғалимдар килешә, килешеп бөтмәгәндәре лә йәндәрҙең Бәрзәхтәге тормошон инҡар итмәй. Инҡар ҙа итмәй, беҙҙең заманда киң таралған реинкарнация — йәғни физик тәңдәрҙең береһе юҡҡа сыҡҡандан һуң йәндең икенсе бер тәндә йәшәү мөмкинлеген ҡабул итә лә алмай.

   Сөнки реинкарнация — йәндең бер тәндән икенсеһенә күсеп йөрөй алыуы Ҡиәмәт көнөндә тәндең яңынан- терелеүен инҡар итә.

   Үлгәндән һуң терелеү — иман шартының төп хөкөмдәренән береһе. Тәнен ташлай киткән йән, — тип ислам, — тормоштоң бер төрөнән икенсе төрөнә генә күсә.

   ''Бәрзәх, — тип, өйрәтә ғалимдар, — Бөтә кеше өсөн дә бер төрлө түгел, Ахирәткә тиклем үк уңың үҙенең Йәннәттәргә тиң рәхәтлектәре, Йәһәннәмгә тиң ғазаптары була.

   ''Ҡәберҙәр, — тигән пәйғәмбәребеҙҙең ейәне имам Хөсәйен, йә Йәннәттәрҙән бер баҡса, йә Йәһәннәмдән бер упҡын”.

   Йәндәрҙең бәндә үлеп ҡалғандан һуңғы тормошо тураһындағы имеш-мимештәр халыҡ араһында әле лә бөткөһөҙ күп.

   ''Иманлы бәндәләрҙең йәне, — ти имам, — Йәннәт ниғмәттәре менән ризыҡланып, йәннәт шәрбәттәре эсеп, йәннәт яҫтыҡтарында ята һәм: ”Эй, Раббым! Хөкөм көнөн яҡынайт. Үҙең вәғәҙә биргәндәрҙе бойомға ашыр!” — тип Аллаһҡа Доға ҡылып ҡына тора”, — ти.

   Өхөд һуғышынан һуң индерелгән аяттарҙа әйтелә:

   ”Аллаһ юлында йәне -фиҙа булғандарҙы үлектәр тип һанама. Юҡ, юҡ, улар иҫән һәм Раббыларының Үҙ рәхмәте менән биргәненә һөйөнөп, алыр өлөштәрең алып та торалар.

   Тағы ла улар Аллаһ юлында бергә яу сабый та тере ҡалғандарҙың рухы өсөн дә алда ҡурҡыу һәм хәсрәт булмаясағын белеп йәнә бер һөйөнөрҙәр ”, — тиелә. ”Әлү Ғимран”, Ғимран ғаиләһе”, сүрәһе, 169-170 — ңсе аятгар.

   Мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт тураһындағы бер риүәйәттә Сиффин эргәһендәге һуғыштан ҡайтҡанда мөшриктәр ерләнгәң ҡәберҙәргә ҡарап уның: ”Эй, һеҙ ҡурҡыныс тулы был йорттар, бушап ҡалған ер һәм ҡараңғы гүр эйәләре! Ер ҡуйынына инеп ятҡандар! Беҙгә таныш булмағандар!

   Ҡот осорлоҡ хәлгә төшөп, япа-яңғыҙ тороп ҡалғандар! Ахирәт юлына һеҙ беҙҙән элегерәк баҫтығыҙ, ә беҙ һеҙҙең арттан эйәреп барасаҡбыҙ.

   Әгәр ҙә донъяла ,бөгөн ниндәй хәл-әхүәлдәр бар, тип һорар булһағыҙ, әйтербеҙ: һеҙҙең өйҙәрҙә башҡалар көн итә, һеҙҙең ҡатындар яңынан кейәүгә сыҡты, мал- мөлкәтегеҙ таратып бирелде. Ә һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?”, — тип үтә.

   ”Әгәр ҙә хәл-әхүәлдәрен һөйләп биреү мөмкинлектәре булһа, — тип үҙенең юлдаштарына борола мөьминдәр әмире, — Улар, әлбиттә, Ахирәткә сәфәр сыҡҡанда алыр нәмәләрҙең иң кәрәклеһе тәҡүәлек менән диндарлыҡ, — тип кәңәш бирерҙәр ине” — ти.

   ”Куфанан Нәжәф төбәгенә барғаңда имам Ғәлиҙең ҡолас йәйеп ергә ҡапланып ятыуын күрҙек, — тип хәтерләр булған Әсбағ ибн Нәбәт тигән берәү, — ”Эй, мөьминдәр әмире! Ергә еләнемде булһа ла йәйеп ҡуяйыҡ ”, — тиҙәр уға.

   »Кәрәкмәй, — ти Ғәли, — Бында мөьминдәр кәүҙәһе күмелгән, уларҙы борсоп ҡуйыуың бар’’,

   "Әруахтар күмелгән булыуы тураһындағы һүҙҙәрең миңә аңлашыла, әммә уларҙы мин нисек итеп борсой алам?”- ти Әсбағ. ”Эй, Нәбәт улы! — ти имам, — Әгәр ҙә күҙҙәреңде ҡаплап торған пәрҙәләр алып ҡуйылыр булһа, мөьминдәрҙән булған рухтарҙың һиң түңәрәк яһап бер-береһе менән серләшеп ултырғанын күрер инең. Иманлы бәндәләр рухының урыны шундай. Ә иманһыҙҙар рухы Бәрәхутта йәғни бер үҫемлеккә үҫеү мөмкинлеге булмаған эҫе һәм ҡоро сүлдә».

   Ғабдуллаһ бин Ғүмәр һүҙҙәрен килтереп мөхәддистәр, пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм: ''Үлгәндән һуң Йәннәт әһелдәре булғандарҙан һәр береһенә үҙенең Йәннәттәгеләр, ут әһелдәренән була ҡалһа, ут әһелдәре араһындағы урыны күрһәтелер һәм: «Ҡиәмәт көнө етеп, Аллаһ һине яңынан терелткәнгә тиклем был һинең йәшәр урының”, — тиелер”, — тигән хәҙисен килтерә.

  ''Әруахтар, тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Төрлө-төрлө халыҡтың бергә тупланған ғәскәре кеүек. Береһенә береһе оҡшағандар дуҫлашыр, оҡшамаһалар – аралашып бармаҫтар”.

   Хәҙистәрҙә тағы ла әйтелә: ”Кеше вафат* булғандан һуң уның ғәмәл дәфтәре ябьп ҡуйылһа ла, үҙенән һуң әжер-сауаптарьг барып ҡына торған изгелектәре лә ҡала.

   Улар — үҙендә булған ғилемде башҡаларға ла таратыу, тәрбиәле балаһы менән Ҡөрьән Китабын мираҫҡа ҡалдырыу, мәсет йәки мосафирҙар өсөн йорттар төҙөп ҡалдырыу, һыуһыҙ ерҙәрҙә арыҡтар эшләү, үҙе иҫән ваҡытта бар-малынан саҙаҡа биреү”.

   Был изгелектәре өсөн әруахтар рухына саҙаҡатүл- жариә булып әжер-сауаптары ағып ҡына торор, — тиелә Китапта.

   Пәйғәмбәребеҙгә килеп берәү:»Минең әсәйем ҡапыл ғына үлеп китте. Әммә әгәр ҙә ул әйтер һүҙен әйтеп өлгөрөр булһа, һүҙе саҙаҡа таратып ҡалыу тураһында булыр ине. Быға минең иманым камил. Был саҙаҡаны үҙем генә таратһам, әжер-сауаптарҙы әсәйем дә аласаҡмы?”- ти. «Аласаҡ!” — ти пәйғәмбәр, ғәләйһисгсәләм.

   ''Мәрхүмдәргә тел тейҙермәгеҙ. Хәҙер улар (һеҙҙән башҡа, ла) үҙҙәренә тейешлеһен алды”, — тигән ул.

   Ҡөрьәндәге ҡайһы бер аяттар менән танышҡандан һуң йәндәрҙән дә берәүҙәр өсөн Бәрзәхтәге тормош бер сәғәт тә булмаған кеүек тойолоуын аңлайһың.

   »Ҡиәмәт килеп еткән был көндө үҙҙәренең дыуамал аңһыҙлығы менән гонаһлылар был ҡәберҙә беҙ бер сәғәт тә ятмайыҡ, тип ант итеп торған булырҙар. Ғилем һәм иман бирелгәндәр генә уларға:

   "Аллаһ, Китабында аңлатып бирелгән тәртиптә һеҙ бында Ҡиәмәт көнөнә тиклем торҙоғоҙ. Ҡиәмәт көнө — бына үҙе. Һеҙ үҙегеҙ генә уны һиҙмәй ҙә ҡалдығыҙ”, — тиерҙәр. ”Рум” сүрәһе, 55-56 — нсы аяттар