Ҡәберҙәге тормош
Әҙәм балаһы ошо донъянан үтеп, мәрхүм булғас, ҡәбер һорауы алынғас ҡайҙа эләгә һуң? Үлгәндән һуң кеше тура Ожмағҡа, йә Тамуҡҡа инмәй әле. Ҡиәмәт көнөнә саҡлы әрүахтәрҙең урыны Бәрзәхтә. Шул хаҡта Сәләх Суҡбаев һәм Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт хәҙрәттең «Дин ул – нәсихәт» китабынан алынған өлөштө уҡып үтегеҙ...
Бәндәләргә Ҡөрьән үҙен уҡып ҡына тороу, аңлау, Аллаһтың бойорғандары һәм тыйғандары тураһында уйлана белеү өсөн индерелгән.
Ҡөръән өйрәтә: "Уларҙан — динһеҙҙәрҙән — кем дә булһа берәүгә әжәле етеп, гүр эйәһе булһа, Аллаһы Тәғәләгә ул: ”Эй, Раббым! Мине тормошома кире ҡайтар. Шул саҡта мин дә, бәлки, йәшәгән йылдарымда эшләп өлгөрмәгән игелектәрҙе эшләп ҡалыр инем, — тип ялыныр.
Юҡ иңде. Былар бөтәһе лә буш һүҙ. Улар төйәк иткән серле донъяла — Бәрзәхтә — артына тотҡарлыҡтар ҡороп ҡуйылған. Тәндәре яңынан ҡубарылыр көнгә тиклем улар шуңда ҡаласаҡ”. "Мөьминдәр” сүрәһе, 99-106 — нсе аяттар. Читать далее