Ғәли хәҙрәт тураһында

                                                             Ғәли хәҙрәт тураһында

                                               Ғәли хәҙрәт тураһында бер нисә кәлимә
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаның, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, вафатынан һуң Ислам донъяһы менән идара иткән дүрт ғәҙел хәлифәнең һуңғыһы —- мөьминдәр әмире Ғәли (Аллаһы Тәғәлә уның менән риза була күрһен!) пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, 30 йәшкә еткәндә, рәжәб айының ун өсөндә йома көндө Мәккәлә донъяға килә. Бала ваҡытынан башлап пәйғәмбәребеҙ эргәһендә, уның менән бергә йәшәй, унан тәрбиә ала һәм аҙаҡ — пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһ тарафынан ебәрелгән илсе булыуына ирҙәрҙән иң тәүге булараҡ иман килтерә. Һуңынан 30 йыл дауамында, иң тоғро сәхәбәләренән береһе, улы урынына ҡалған ҡәрҙәше, кейәүе, иң яуаплы эштәрҙә ярҙамсы булараҡ Ислам диненә хеҙмәт итә.
     Пәйғәмбәребеҙ Ахирәткә күсеп киткәс тә мосолмандар араһында йомартлығы, ҡыйыулығы, әҙәбе, бер нәмәлә артығын өмөт итмәгән, тыйнаҡлығы менән айырылып торған юлбашсы, дин ғалимы булараҡ хөрмәт ҡаҙанған кеше була.


     Хәлифә вазифаһына күтәрелгәс тә уның тормошо шул заманда йәшәгән ғәрәптәр тормошонан бер нәмә менән дә айырылмай: холҡо — баҫалҡы, ашағаны — бер һыныҡ арыш икмәге, һеркә һәм тоҙ, кейгән кейеме — ябай, ултырырға яратҡан урыны — ер, йоҡлар түшәге — септә була. Шуға ла ғәҙәттә уны Әбү әл-Тораб — ерҙең атаһы тип тә йөрөтәләр. Уның ҡарауы аҡылы камил, ғилеме оло, телгә оҫталығы иҫ китмәле була.
     «Кешенең аҡылы камилыраҡ булған һайын, уның теле ҡыҫҡара», — тигән ул. Күп һөйләргә яратыуҙы ахмаҡлыҡ билдәһе тип һанаған.
     Тормошта Аллаһ ризалығына лайыҡ булырлыҡ ғәмәлдәрҙе икенең береһен һайлау ихтималы тыуған мәлдәрҙә ул ауырырағына үрелә. Ундағы киң күңеллелек аҙым һайын һәр кемдең күҙенә ташланып тора, көндөҙ ураҙа тотоп, төндәрен туйғансы ашамай асҡа йөҙәп үткәргән саҡтарында ла, тапҡан икмәген башҡалар менән бүлешергә генә тора торған була ул.
     «Әгәр ҙә был фани донъянан үтеп киткән көндө, — ти торған мула ул Куфа халҡы алдында һөйләгән вәғәздәрендә, — өй йыһаздарымдан, атланып йәки йөк тейәп йөрөр малдарым һәм хеҙмәтселәремдән башҡа берәр нәмә табылыр булһа, тимәк, мин һеҙгә хыянат иткән булам».
     Замандаштары араһында иң диндары ла була ул — намаҙҙы күберәк уҡый, ураҙаны күберәк тота, төнгө намаҙҙы уҡырға, Аллаһты зекер итеп кенә торорға һәм даими рәүештә Ҡөрьән аяттарын ҡабатлап ҡына торорға ла мөьминдәр унан өйрәнә.
     Пәйғәмбәребеҙ Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп киткәндә ул, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Аллаһ илсеһен үлемдән ҡурсалап, уйың йоҡлаған ерендә ятып ҡала. Дин хаҡына, Аллаһ хаҡына тип ғәзиз йәнен фиҙа ҡылыуҙы ул иң сауаплы ғәмәл тип һанай торған була.
     Ғәли хәҙрәт шәхесенең һоҡланғыс тәьҫире мосолмандар менән генә сикләнеп ҡалмай, төрлө халыҡтар араһындағы иң аҫыл заттарҙың да күңелендә урын ала.
     «Беҙ уны яратырға тейешбеҙ, — тип яҙа инглиз философы Томас Карлейль, — сөнки ул күркәм тәбиғәтле, киң күңелле бөйөк кеше була».
     Йәне игелек менән тулы булыу өҫтөнә арыҫлан кеүек ҡыйыулығы менән дә айырылып тороуына ҡарамаҫтан, өммәтте көнсөллөк, уҫал ниәт, намыҫһыҙлыҡ сәбәпле тыуып торған бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарыу юлдарын эҙләп һәм табып та торорға тырыша. Ғәли хәҙрәт йәшәгән йылдарҙа бола сығанағы булған, үҙе үлеп ҡалғандан һуң ике тиҫтә йыл самаһы хәлифәлекте үҙ ихтыярында тотҡан Моғауиә тураһында ла ул: «Моғауиә минән аҡыллыраҡ та, хәйләкәрерәк тә түгел, ул — ара бутаусы аҫтыртын кеше шул сәбәпле гонаһ та эшләп йөрөүсе», — ти.
     «Әгәр ҙә тәҡүәлек тигән нәмәне белмәһәм һәм үҙем тәҡүәләрҙән булмаһам, ғәрәптәр араһында мин иң хәйләкәре була алыр инем», — тигән ул икенсе бер вәғәзендә.
     Бөтә ғүмерен ул Аллаһ юлында тырышлыҡ менән үткәрә. Яуҙар яланында әллә күпме йәрәхәттәр ала, мосолмандар араһында төрлө ҡаршылыҡтарҙы тыныс юл, ғәҙеллек менән хәл итергә тырыша. Тырышлыҡтар менән тулып ташҡан ғүмере лә фетнәселәр ҡулынан өҙөлөп юҡҡа сыға. Мосолман донъяһында ураҙа айы барған көндәрҙә, Һижри иҫәп менән 40-сы йылдың 19-сы рамаҙанында Куфа мәсетендә намаҙ уҡып торған ерендә харижиҙарҙан ибн Мүлжәм тарафынан ҡаты яраланып, 21-ндә Ахирәткә күсеп китә. Үлер көнөндә ул был ваҡытта һаҡ аҫтында торған дошманына һөт илтергә бойора.
Ғабдрахман ибн Мүлжәм (Аллаһтың ләғнәте төшкөрө) үҙенә үлемесле яра һалғас та, имам Хәсән менән Хөсәйенгә мөрәжәғәт итеп: Һеҙгә васыятым шул:
     Аллаһтан ҡурҡығыҙ, байлыҡ- муллыҡтар, хатта ҡулдарығыҙға үҙҙәре килеп торор булһа ла, донъя малына ҡыҙығып, был фани донъяла юғалтҡан нәмә өсөн дә уфтанып бармағыҙ, һүҙ һөйләгәндә дөрөҫөн генә һөйләгеҙ, эш башҡарғанда улар өсөн буласаҡ әжер-сауаптар хаҡына тип тырышлыҡ һалығыҙ, залимдарға ҡаршы торғанда золом күргәндәр яғында булығыҙ».
     Уның телдәге оҫталығы үҙе бер мөғжизә була һәм донъяның бик күп хикмәт эйәләре тарафынан ул мөғжизә булараҡ ҡабул ителә лә.
    Ул әйтеп ҡалдырған хикмәтле фекерҙәр «Нәһеж әл-Бәлағә» исеме менән күптән инде төрлө илдәрҙә, төрлө халыҡтар араһында киң таралған. Был хеҙмәтте «Нәһеж әл-Бәлағә» — «Һөйләм оҫталығы». «Нәфис һүҙ оҫталығына юл» кеүек һүҙҙәр менән дә, «Тел хикмәттәре» тип тә бирергә мөмкин, нисек кенә атаһаң да мәғәнәһе юғалмай: оҫталыҡ оҫталыҡ булып ҡала.
    Бик күп йылдар көтөп йөрөгәндән һуң хөрмәтле хәҙрәтебеҙ — Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә имам-хатиб Мөхәммәт хәҙрәт Ғәлләм тырышлығы һәм шәхсән төрөк теленән үҙе тәржемә иткән бер нөсхәһе менән, Тарас Черниенконың рус теленә тәржемә иткән «Имам Али. «Надж уль-балага. Путь красноречия» исеме менән нәшер ителгән был хеҙмәт беҙҙең дә ҡулға килеп эләкте.
                                                                                           Башҡортса дини календарь, 2018 йыл.

     «Нәһеж әл-Бәлағә» — «Һөйләм оҫталығы». «Нәфис һүҙ оҫталығына юл, йәки тел хикмәттәре»: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/n%D3%99%D2%BBezh-%D3%99l-b%D3%99la%D2%93%D3%99-%D2%BB%D3%A9jl%D3%99m-o%D2%ABtaly%D2%93y-n%D3%99fis-%D2%BB%D2%AF%D2%99-o%D2%ABtaly%D2%93yna-yul-j%D3%99ki-tel-xikm%D3%99tt%D3%99re.html

     Ғәли хәҙрәттән ҡалған хикмәттәр: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99li-x%D3%99%D2%99r%D3%99tt%D3%99n-%D2%A1al%D2%93an-xikm%D3%99tt%D3%99r.html

     Ғәли хәҙрәт әйтеп ҡалдырғандарҙан:https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99li-x%D3%99%D2%99r%D3%99t-%D3%99jtep-%D2%A1aldyr%D2%93andar%D2%99an.html

     Кем йүләр?: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/kem-j%D2%AFl%D3%99r.html

     Доғалар хаҡында тағы ла бер нәсихәт: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/do%D2%93alar-xa%D2%A1ynda-ta%D2%93y-la-ber-n%D3%99six%D3%99t.html