Фәҡир – кем ул?
Ғәли хәҙрәт әйтеп ҡалдырғандарҙан.
«Дүрт төрлө халыҡ бар ваҡытта донъя туҡталып тормаҫ: улар — һаран булырға хаҡтары була тороп та һаранлана белмәгән байҙар; белгәндәре менән ғәмәл ҡылып ҡына торған ғалимдар; белмәгәндәре менән тәкәбберләнә белмәгән наҙандар; Ахирәтте донъяға алмаштырмаған фәҡирҙәр».
«Бәндә гонаһ эшләһә, Аллаһы Тәғәлә уға дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә, — тигән Сәғид бин Билал. — Бәндәне Ул ризығынан мәхрүм итмәй, сәләмәтлеген тартып алмай, гонаһтарын үҙенә күрһәтеп, ашығып язаһын биреп бармай».
Әбү һөрәйрә әйтеп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, сәхәбәләренә әйткән бик тапҡыр һүҙҙәре килтерелә:
— Фәҡирҙәрҙең кем булыуын беләһегеҙме? — тигән ул.
— Фәҡир ул беҙҙең арабыҙҙа аҡсаһы ла, малы ла булмаған кеше, — тиҙәр сәхәбәләр.
Шул ваҡыт уларға яуап биреп пәйғәмбәребеҙ, уға Аллаһтың рәхмәт-бәрәкәттәре булһын, әйтте:
— Дөрөҫлөктә минең өммәтемдә булғандарҙың фәҡирлеккә төшкәндәре бөтөнләй икенсе төрлө. Ҡиәмәт көнөндә хисап майҙанына бәндә уҡыған намаҙҙарын да, тотҡан ураҙаларын да, түләгән зәкәттәрен дә алып барыр, әммә ғәмәл-ғибәҙәттәрен үлсәүгә һалғас, уның кемделер рәнйеткән, хурлаған, мыҫҡыл иткән булыуы асыҡланыр. Уларҙың бөтәһе өсөн дә түләргә кәрәк буласаҡ. Уны ул үҙенең эшләгән игелектәре менән түләр, үҙенә тейеш булған әжер-сауаптарын бирер. Бурысын түләй торғас, түләргә етмәгән әжер-сауаптар иҫәбенә рәнйетелгәндәрҙең гонаһын үҙенә ала башларҙар һәм аҙаҡ гонаһтан башҡа бер нәмәһе ҡалмаған кешене йәһәннәм утына ташларҙар.
Фәҡир кеше ана шундай була.
Ислам дине өйрәтә: «Аллаһы Тәғәлә үҙ бәндәһен саң бөртөгө тиклем ғәйеп менән дә ғәйепләмәҫ, рәнйетелгән һәр кем рәнйетеүсенән үҙенең өлөшөн дә алмай ҡалмаҫ», — ти.
Бер көндө Рәсүл Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм сәхәбәләренән һораны:
— Бөгөн һеҙ йоҡонан ни рәүешле уяндығыҙ? — тине.
— Аллаһҡа иман килтереп, — тине сәхәбәләр, — иман менән уяндыҡ.
— Иманығыҙҙың ғәләмәте нимәлә һуң? — тине пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
— Бәлә-ҡазаларға сабыр итәбеҙ, барына шөкөрана ҡылабыҙ, яҙмышҡа ризалыҡ белдерәбеҙ, — тине сәхәбәләр.
— Ҡәғбә Раббыһы менән ант итеп әйтәм, — тине Рәсүлулла, — һеҙ — хаҡ мөьминдәр.
Әбү Һөрәйрәнән ҡалған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең: «Ҡотолоу — өсәү, һәләкәт — өсәү, дәрәжә — өсәү, — тигән һүҙҙәре килтерелә. — Ҡотолоу — ул кешеләр алдында асыҡтан-асыҡ та, үҙең генә тороп ҡалғанда ла Аллаһтан ҡурҡа белеү, байлыҡта ла, фәҡирлектә лә бик һаҡ булыу; нимә менәндер риза ваҡыттарыңда ла, риза булмағанда ла — ғәҙеллек; үтә һаран булыу, нәфсе ҡотҡоһона эйәрергә генә тороу, мин-минлек — һәләкәт; иртәләрҙең һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, тәһәрәт алыу, йәмәғәт менән намаҙ уҡырға теләү, намаҙҙарҙың һәр береһен көтөп тороу — дәрәжә», — тигән.
«Үлемдең иң яманы, — тигән ғалимдар, — ғүмер иткәндә ҡылған яуызлыҡтарың, йүгәнһеҙ булыуҙарың күҙ алдына килеп тә, гонаһтарың өсөн тәүбә итә алмай үлеүең».
Сауҙагәрҙәрҙән берәү ғүмер буйы һатыу-алыуҙар менән донъя көтә, ғибәҙәткә ваҡыты ла ҡалмай, теләге лә булмай уның. Аллаһтың барлығы, Уны һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға кәрәклеге уйына ла килмәй.
Үлем сәғәте еткәс, хәлен белергә килгәндәр уның иман килтереп үлеүен теләй. Быға инде ул үҙе лә ҡаршы булмай, әммә иман кәлимәһен әйтергә теле әйләнмәй, күңеленә әллә ниндәй һандар, иҫәп-хисап тынғы бирмәй, бармаҡтары хәрәкәттән туҡтамай. Шул хәлендә сауҙагәр йән бирә.
Сауҙагәрҙәрҙең икенсеһе бер ваҡытта ла бизмәндәрен таҙартмай, уға иғтибар ҙа итмәй онотоп ҡалдыра килә. Бизмәндәргә саң, кер һәм теләһә нәмә ҡатып, һатҡан әйберен кәметеп үлсәүгә, кеше хаҡына инеүгә сәбәп була.
Һуңғы сәғәттәре килеп еткәс, уның да иманға килеүен теләйҙәр. «Мин үҙ аңымдамын, — ти сауҙагәр. — һеҙ әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетеп торам, ҡабатлап әйтә алырмын да кеүек, ләкин иман кәлимәһен әйтергә теләүем менән телемә бизмән телдәре килеп йәбешә лә, ул... ҡатып ҡала», — ти.
Өсөнсө берәү иман кәлимәһен әйтә алмауын теленең күршеләрен әрләргә генә күнегеүе менән аңлата.
Дауыт пәйғәмбәрҙең бер кем дә танымаҫлыҡ итеп кейенеп, төндәрҙә үҙе тураһында һорашып йөрөй торған ғәҙәте була. Бер ваҡыт ул әҙәм сүрәтенә инеп йөрөгән Ябраилды осрата.
— Дауыт тураһында нимә әйтә алаһың? — тип һорай пәйғәмбәр.
— Әгәр ҙә дәүләт ҡаҙнаһынан ашап ятыуын, үҙ ҡулдары, үҙ хеҙмәте менән ризыҡ таба белмәүен иҫәпкә алмаһаң, Дауыт — ул бик яҡшы кеше, — ти Ябраил, ғәләйһис-сәләм.
Илап-һыҡтап өйөнә ҡайта Дауыт пәйғәмбәр: «Эй, Раббым! Үҙ хеҙмәтем, үҙ ҡулдарым менән ризыҡ табырға мөмкинлек бирерлек бер кәсепкә өйрәт!» — тип доға ҡыла.
Аллаһ уны көбө йәки ҡорос кейем эшләргә өйрәтә.
Бер ваҡыт үҙенең ярандары менән бергәләп Искәндәр бер мәйетте һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнаша. Табутты алып барғанда сәрғәскәрҙәренән — ғәскәр башлыҡтарынан — берәү уға: «Аллаһ һиңә ололарҙан- оло дәүләт һәм үҙең үлгәс, һине хәтерҙә генә тотһондар тип бик күп ҡатындар һәм балалар биргән», — тип маҡтау һүҙҙәре әйтә. «Үлгәндән һуң кешеләрҙе балалары күп, тоҡомо ишле булғаны өсөн түгел, әҙәбе яҡшы, эштәре гүзәл булған өсөн хәтерҙә тоталар. Донъяның бөтә ирҙәрен үҙенә буйһондорған ирҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ғына ҡарап йәшәүенә юл ҡуйылмаһын», — тигән Искәндәр.
«Тормошта иң әсеһе менән иң татлыһы нимә була?» — тигән һорауға аҡыл эйәләренән берәүҙең: «Иң әсеһе — түбән йәнле, булыр-булмаҫ кешенән тупаҫ һүҙ ишетеү, бурысҡа батыу һәм фәҡирлек; иң татлыһы — сабый бала, яғымлы һүҙ һәм тормоштоң етеш булыуы», — тигән яуабын Китап яҙыу менән нығытып, беҙгә ҡалдырған.
«Тәүратта мин гонаһтың өс төрө хаҡында уҡыным, — тигән Ваһб ибн Мөнәббиһ, — улар — тәкәбберлек, ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк. Был гонаһтар: ашауҙа сама белмәү, күп йоҡлау, кәйеф-сафаға бирелеү, фани донъя тормошона мөкиббән китеп йәбешеп ятыу, кешеләрҙең үҙен маҡтауынан туймауы кеүек биш төрлө нәмәнән барлыҡҡа килә».
* * *
Ҡайһы бер кеше, йәннәттәргә ҡыҙығып, ғибәҙәт ҡыла. Был — сауҙагәрҙәр ғибәҙәте. Айырым кешеләр, йәһәннәмдән ҡурҡып, ғибәҙәт ҡыла. Был — ҡолдар ғибәҙәте. Ҡайһы бер кеше, Аллаһ биргән ниғмәттәргә шөкөр итеп, ғибәҙәт ҡыла. Был — үҙ ирке менән йәшәгән азат кеше ғибәҙәте.
* * *
- Донъяла һэр кемгә шатлыҡ та, ҡайғы ла килеп тора. Аҡыллы кешеләр шатлыҡ килгәндә, тәкәбберләнеп күкрәк кирмәҫ, ҡайғы килгәндә көйөнөстәрҙән өҙгөләнеп бармаҫ, бындай ваҡытта уҙҙәрен-үҙҙәре тота белер.
* * *
- Ғәмәлдәрҙе күп итеп ҡылыуға ҡарағанда сама белеп, әммә Аллаһ хозурында ҡабул булырлыҡ итеп ҡылырға кәрәк.
* * *
- Башҡаларға ярҙам итергә тырышмаған кешенең тәне (тәбиғәте) лә сәләмәт булмаҫ.
* * *
- Яҡшы күңелле кеше — башҡаларҙың яҡшылығын, яман күңелле кеше башҡаларҙың боҙоҡлоғон күберәк хәтерҙә тотоусан.
* * *
- Үс алырға ихлас булған кеше оло була алмаҫ.
* * *
- Кешенең әҙәпле булыуы, бай булыуға ҡарағанда, яҡшыраҡ.
* * *
Ысын мәғәнәһендә иманлы булыу — ул һайлаған юлыңдың хаҡ булыуына — күңелендә бер ниндәй шик-шөбһәгә урын ҡалмауы. Алла хөкөмдәренең хикмәтенә, хаҡлығына ышанысың ныҡ булғанда ғына иман файҙа бирә.
* * *
Көндәрҙән бер көндө Ғәли хәҙрәттең илап торғанын күреп, кешеләр унан: «Был илауындың сәбәбе нимәлә?» — тип һорағандар. «Бына ете көн инде бер кемдең ҡунаҡ булып миңә килгәне юҡ, мин быны Аллаһтың миңә ҡарата ризаһыҙлығы сәбәпле булыуынан ҡурҡам», — тигән.
«Йомарт» тигән һүҙ Аллаһтың күркәм исемдәренән бер исем.
* * *
Ислам йәмғиәтендә — ғөмүмән йәмғиәттә — кешеләр игелекле эштәр, бер-береһен игелеккә өндәүҙәр, яманлыҡтан тыйыуҙар менән аралашып йәшәргә тейеш. Башҡаларға бөтөнләй иғтибар итмәй үҙ-үҙенә генә бикләнеп йәшәү — мосолманлыҡ түгел.
Әгәр ҙә мөьмин бай икән, фәҡирҙәр менән аралашып, ул уларға ярҙам итеү юлдарын эҙләй; әгәр ҙә ғалим, белемле кеше икән, белмәгәндәр менән танышып, аралашып, ғилем, мәғрифәт тарата, әхлаҡты юғары кимәлдә һаҡлап тоторға ярҙам итә.
Уйламай ғына уҡылған Ҡөрьәндә, белер-белмәҫ ҡылған ғибәҙәттә, аңламай өйрәнгән ғилемдә бәрәкәт булмай.
* * *
Яҡшылар менән дуҫ бул, ямандар менән яҡшы мөғәмәлә ит.
* * *
Кешеләрҙә булған кәмселек һәм етешһеҙлектәр тураһындағы һүҙҙәрҙе аҡыллылар — ғибрәт алыу өсөн, ахмаҡтар — һөйләп йөрөү өсөн тыңлай.
* * *
Кешеләр аталарынан бигерәк, замандарына оҡшай.
* * *
- Аҡыллы кеше иң элек үҙенең етешһеҙлектәрен тикшерә һәм уларҙы бөтөрөргә тырыша.
* * *
- Фәҡир сағында һаран кеше байығас та игелек көтмәгеҙ.
* * *
- Ҡулынан эш килмәгән түбән әҙәмдәр башҡаларҙың ғәйебең һөйләп күңел таба.
* * *
- Балаларға әҙәп, тәрбиә, ғилем биреп ҡалдырыу уларға мал һалдырыуҙан яҡшыраҡ.
* * *
- Балалар киләсәк заман кешеләре булғанлыҡтан, уларҙы киләсәк заманға ҡарап тәрбиәләгеҙ.
Ғәли хәҙрәт тураһында
Ғәли хәҙрәт иң килешле, матур итеп һөйләй белә торған хатибтарҙан була. Хөтбәләре ғәйәт тә әҫәрле, фекерҙәре ғибрәтле, хикмәтле, мәҡәл һәм әйтемдәргә бай, үҙенең һөйләгәндәре лә халыҡта мәҫәлдәр урынында йөрөй.
Бер ваҡыт, бер бәҙәүи килеп, унан үҙенең ҡорсаңғы дөйәләре өсөн доға уҡыуын һорай.
«Ҡорсаңғы дөйәләр өсөн ыҫмаланан да шифалыраҡ доға булмаҫ», —
«Күркәм холоҡ нимә була?» — тип һорайҙар унан. «Гонаһы йәки зарары булмағанда һәр кемгә юл ҡуйыу — күркәм холоҡ була», — тип яуап бирә ул.
«Аҡыллының теле — күңелендә, ахмаҡтың күңеле — телендә», — ти имам. «Аҡыллы кеше, күп һөйләүгә ҡарағанда, күберәк эшләргә тырыша», — тигән һүҙҙәре лә бар уның.
Ҡуштан һәм ике йөҙлө берәү килеп, үҙен маҡтай башлағас, имам: «Мин, тигән, һин һөйләгәндән түбән, һин уйлағандан юғарыраҡмын».
Бер Әҙәм үҙен ҡунаҡҡа саҡырғас ул: «Өс шартымды ҡабул итһәң, барырмын тигән: артыҡ ҡыланып баҙарҙан төрлө нәмәләр алып йөрөмәһәң, өйөңдә булған ниғмәттәрҙе генә килтерһәң, ҡунаҡ килде, тип өй йәмәғәтен борсомаһаң, ризамын», — тигән.
Сәләх Суҡбаев