Кем йүләр?

     Пәйғәмбәребеҙ заманында мөшриктәрҙән Ғукба менән Үбәй атлы ике дуҫ ғүмер кисерә, Ҡайҙан да булһа бер ерҙән йөрөп ҡайтҡан саҡтарында Ғуҡбә атлыһы ағай-энеләренән байыраҡтарҙы аш табынына саҡырып һый-хөрмәт күрһәтә торған була.
     Ислам динен ҡабул итеп өлгөрмәгән булһа ла, ул пәйғәмбәребеҙ менән дә аралашырға ярата.
     Бер ваҡыт ул һый-хөрмәт әҙерләп, табынға пәйғәмбәребеҙҙе лә, ғәләйһис-сәләм, саҡыра.
     Табынға аш-һыу ҡуйылғас, пәйғәмбәр: «Әгәр ҙә һин Аллаһтың Берлеген, минең пәйғәмбәрлек рисаләтемдең хаҡлығын танымаһаң, был ризыҡтарға мин ҡағылып та ҡарамам», — тип белдерә.
     Шул ваҡыт: «Лә Иләһә Илләл-лаһ! Мүхәммәдәр-рәсүлуллаһ! — тип Ғуҡбә иман кәлимәһен әйтә. Дуҫы Үбәй бының менән риза булмай: «Һин үҙ динеңә хыянат иттең», — ти.


     «Юҡ, Аллаһ менән ант итеп әйтәм, был улай түгел. Миңә килгән ҡунаҡ: «Мин уның табынды ташлап китеүенән оялдым һәм геүаһлыҡ бирҙем», — тип аҡлана. «Уның эргәһенә барып, һүҙеңде кире алып һәм Мөхәммәдтең үҙен дә рәнйетеп килмәй тороп, һиңә үпкәм бөтмәҫ», — ти Үбәй.
     Дуҫының был үтенесен ҡабул итеп Ғуҡбә мөртәткә әйләнә.
     Аҙаҡ икеһенең дә ғүмере бик аяныслы тамамлана: башҡа мөшриктәр менән бергә Ғуҡбә Бәҙер һуғышында, Үбәй Өхөд һуғышында мосолмандар ҡулынан һәләк була.
     Ҡөрьән хөкөмдәре бит улар бер нисә кеше араһында булған мөнәсәбәттәр менән генә сикләнеп ҡалмай. «Ниндәй ҙә аяныс!» — тигән үкенеүҙәр Ғукбәгә оҡшашлы бик күптәр яҙмышына ҡағыла.
     Дуҫлыҡ тураһында хәҙистәр.
     — Кешенең аҡылы дуҫтар һайлай белеүенән, олпатлығы һүҙ һөйләүенән үк беленә, — тигән Ғәли хәҙрәт.
     «Хөрмәткә лайыҡ булған арҙаҡлы кешеләр менән аралаша белгәндәр — иң бәхетле кешеләр».
     «Насар кешеләр менән аралашма, Һинең артыңда улар һинең үҙең хаҡында ла хөкөм йөрөтөп кенә торасаҡ».
     Ғәли хәҙрәт тураһында әйтеп ҡалдырған бер хикмәтендә имам Садыҡ мөнбәргә күтәрелгән саҡтарында уның: «Мосолман өс төрлө кеше менән дуҫлашыуҙан алыҫ торһон. Улар — аҙғынлыҡҡа бирелгән ер бит, йәки оятһыҙ кеше, бер нәмә белмәгән ахмаҡ, аҙым һайын ялғанға бирелеп кенә тороусы», — тигән һүҙҙәрен килтерә.
     Ғәли хәҙрәттең тағы ла: «Үҙеңде тыңлап ҡына тормаған хәлдә лә, дуҫыңа ҡарата яҡшы бул, үҙеңә ҡарата дорфа булған хәлдә лә, уның менән бәйләнештәрҙе өҙмә», — тигән һүҙҙәре бар.
     — Дуҫ кеше ниндәй булырға тейеш? — тип һорағандарға, пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: «Дуҫтың иң яҡшыһы шундай була — осрашҡан сағыңда ул Аллаһты йышыраҡ хәтергә төшөрә, һүҙ һөйләр булһа, тирә-йүнде танып-белеү даирәңде киңәйтә, ғәмәлдәре менән Ахирәтте күҙ алдыңа килтерә», — тигән.
     Мосолман баҫалҡы булыуы менән көслө.
     «Аллаһы Тәғәләнең ҡолдары — ер өҫтөндә баҫалҡы ғына йөрөгән кешеләр. Наҙандар килеп, үҙҙәренсә һүҙ ҡатҡанда ла, улар: «Әс-сәләмү ғәләйкүм!» — тип кенә өндәшә, төндәрҙе сәждәлә үткәрә һәм:
     — Ярабби! Беҙҙе Йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар. Уның ғазабы — ҡот осҡос һәләкәт, — тип доға ҡылып ҡына торалар». «Әл-Фурҡан» («Айырыусы») сүрәһе, 63—65-се аяттар
     Күндәмлек менән баҫалҡылыҡ диндең асылы булған өсөн дә, Аллаһтың үҙ илсеһенә биргән иң тәүге кәңәше: «Ер өҫтөндә ололанып, күкрәк киреп йөрөмә. Ерҙе лә тишеп сыға алмаҫһың, түбәң тауҙар бейеклеге була алмаҫ», — тигән һүҙҙәр. «Әл-Исра» («Төндәге күсереү») сүрәһе, 37-се аят
     Тәкәбберлек менән маһайыу — наҙанлыҡтың бер сифаты.
     Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ урамда геү килеп торған кешеләр төркөмөн күрә. Эргәләренә барып, нимә булыуы менән ҡыҙыҡһына.
     Кешеләр алдында ҡыланмаған нәмәһе ҡалмаған бер йүләрҙе күрһәтәләр.
     — Ысын мәғәнәһендә йүләргә әйләнгән кешенең кем булыуы тураһында аңлатып биреүемде теләйһегеҙме? — ти ул.
     Бер нәмә өндәшмәй бөтәһе лә уға ҡарап тора.
     — Ундай кеше эреләнеп тирә-йүненә өҫтән генә ҡарап йөрөй, үҙенән башҡа бер кемде лә бар тип белмәй, кешеләр унан бер ниндәй яҡшылыҡ көтмәй, яҡшылыҡты ул күрһәтә лә белмәй. Ысын мәғәнәһендәге йүләр бына шундай була. Ә бына һеҙ көлөп торған был кеше йүләр түгел, ул ауырыу, — тигән.
     Күндәмлек тураһында хәҙистәр.
     «Нишләп әле мин һеҙҙә ғибәҙәттең ләззәтен күрмәйем?» — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, үҙенең сәхәбәләренә мөрәжәғәт итеп. «Ғибәҙәттең ләззәте ниндәй була һуң?» — тиҙәр сәхәбәләр.
     «Тыйнаҡлыҡ. Баҫалҡы була белеү», — тигән ул.
     «Күндәм һәм тыйнаҡ булығыҙ! — тип өйрәткән Ғәли хәҙрәт. — Сөнки был — ғибәҙәттең бөйөк бер төрө».