Бәҙер һуғышы
Тарихҡа инеп ҡалған Ислам дине өсөн беренсе Бәҙер (Бәдер) һуғышы 623 йылда, Һижрә йылының Рамаҙан айында була. Һеҙҙең иғтибарға ике төрлө китаптан алынған ошо Бәҙер һуғышы тураһында мәғлүмәт.
Бәҙер һуғышы
Йомадил әүүәл айында сығып та, тура килтерә алмаған әлеге ҙур каруандың Мәккәгә ҡайтыуын рәсүлуллаһ көтөп, күҙәтеп тора ине. Рамазан айының баштарында ҙур каруандың Мәккәгә ҡайтып барыуын ишетеү менән, рәсүлуллаһ сәхәбәләргә әҙерләнергә ҡушты. Каруанда мөшриҡтәрҙең һаны бик аҙ булғанға, рәсүлулллаһ был сәфәргә ул ҡәҙәр әһәмиәт бирмәне. Сәхәбәләрҙе лә сығыуға ҡаты рәүештә дәғүәт итмәне. Шунлыҡтан байтаҡ кешеләр был сәфәргә сыҡманылар. Уның өҫтәүенә, каруандың китеп барыуы мөмкин булғанлыҡтан, сәфәргә бик ашығыс хәлдә киткәнгә, ҡайһы бер сәфәргә сығаһы кешеләр ҙә, өйҙәрендә булмағанға, йәки ат үә дөйәләре әҙер булмағандан, сыға алмай ҡалдылар. Бик ашығыс хәлдә 313 кеше сәфәргә сыҡты. Улар араһында 86 мөһәжир булып, ҡалғаны ансарҙар ине. Етмеш дөйәләре булып, уларға икешәр, өсәр, дүртәр кеше сиратлап алмаш- тилмәш ултырып барҙылар. Рәсүлуллаһ, Ғәли бин Әбү Талиб, Мүрсәд бин әби Мурсәд Ғәнәүи- өсөһө бер дөйәлә, Әбү Бәкр, Ғүмәр, Ғабдуррахман бин Ғәүеф — өсөһө бер дөйәлә сиратлап ултырып барҙылар. Ғәскәр эсендә барлығы ике атлы кеше бар ине: Муктад бин Әсүәд, үә Зәбир бин Ғәввәм. Мәҙинә тышында, Бөйүтүл Сәҡыяға туҡтап, рәсүлуллаһ ғәскәрҙе ҡарап сыҡты. Һуғышҡа барырға йәш булған бәғзе йәштәрҙе Мәҙинәгә кире ҡайтарып ебәрҙе. Улар эсендә Ғабделлаһ бин Ғүмәр, Рәбиғ бин Хадиж, Бараз бин Ғәбз, Зәид бин Сәбит бар ине. Раухаәгә еткәс, Мәҙинәгә вәли итеп Әбү Лүбәбәне ебәрҙе. Сафраәгә яҡынлашҡас, Бисбис бин Ғәмрү менән Ғәли бин әби Зүғбәне каруан хаҡында мәғлүмәт алып килеү өсөн Бәҙергә ебәрҙе. Читать далее →