Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Мәжлес алдынан доға

                                               Мәжлес алдынан доға

    Бер мәжлескә ултырғас уҡыла торған доға:
اَللَّهُمَّ أَنْزِلْنِي مُنْزَلًا مُبَارَكًا وَأَنْتَ خَيْرُ الْمُنْزِلِينَ

   «Аллааһүммә әнзилнии мүнзәлән мүбәәракән үә әнтә хайрүл-мүнзилиин».
   Мәғәнәһе: “Йә, Рабби, мине мөбәрәк ергә индер. Һин хәйерле индереүсе.

                                                 Табын ҡәғиҙәләре

   Ҡунаҡ саҡырырға булһағыҙ, ғөрөф-ғәҙәт буйынса иртәрәк хәбәр итегеҙ.
   Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ һәм хөрмәт менән ҡаршы алығыҙ, һәр кемде урынына ултыртығыҙ.
   Ниндәй генә ләззәтле булһа ла аштарығыҙҙы маҡтамағыҙ, ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтамағыҙ. (Бер-ике мәртәбә әҙәпле генә әйтһәгеҙ, зарар булмаҫ.) Ҡунаҡ итеүсенең вазифаһы ҡунаҡтар алдына аш килтереү була. Ашау һәм ашамау ҡунаҡтар ихтыярында.

   Ҡунаҡтарҙың һәр береһе янында әҙерәк тороғоҙ, һөйләшегеҙ. Ҡайтып киткән саҡтарында асыҡ йөҙ менән хушлашып, рәхмәт әйтеп ҡалығыҙ.
   Ҡунаҡҡа саҡырһалар, билдәләнгән ваҡыттан бер нисә минутҡа һуңлап барығыҙ. Йорт хужаһы менән шатланып күрешегеҙ.
   Мөмкин булһа, үҙегеҙгә яҡын кешеләрҙең яндарына ултырығыҙ. Мәжлес һәм ашау ҡағиҙәләрен камил үтәгеҙ. Ни ҡәҙәре оҡшамаған аш килтерһәләр ҙә яратмағанлығығыҙҙы белдермәгеҙ. Ризыҡтары матур булманы, тип бәхәсләшмәгеҙ, ашарға теләгәндәрен ашағыҙ, теләмәгәндәрен әҙәпле генә ҡайтарығыҙ. Бүлеп алмағыҙ.
   Аш тамамланғас, ҡулдарығыҙҙы йыуып, рәхмәт әйтеп, әҙәп менән хушлашып, ҡайтып китегеҙ.
Мәжлескә барырға берәй ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, килә алмауығыҙҙы белдереп, хәбәр итегеҙ.
   Бер кешегә барғанда икенсе берәүҙең мәжлесе, аштарының ләззәте булмауы йәки башҡа ғәйептәре булыуы тураһында һөйләмәгеҙ.
   Саҡырмаған кешеләрҙең мәжлестәренә бармағыҙ.
   Аш һәм туй мәжлестәре ойошторғанда, башҡаларҙан көнләшеп, хәлегеҙҙән артыҡ мал исраф итмәгеҙ.
                                                             Ҡайһы бер яҙмалар “Башҡортса дини календарь”-ҙан алынды

Күрешеү доғаһы

                                                             Күрешеү доғаһы

     Берәү менән күрешкәндә уҡылыр:
اَللَّهُمَّ اجْمَعْ بَيْنَنَا بِالْخَيْرِ وَالسَّلَامِ وَأَلِّفْ بَيْنَنَا بِأَحْسَنِ الْكَلَامِ

   «Аллааһүммә-жмәғ бәйнәнәә бил-хайри үәс-сәләәми үә әллиф бәйнәнәә би-әхсәнил-кәләәм».

   Мәғәнәһе: Йә, Раббым, беҙҙе изгелек үә сәләмәтлектә күрештер үә күркәм һүҙҙәр менән өлфәт ҡылдыр.

Салауат (маҡтау)

                                                    Салауат (маҡтау)

   Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ҡөръән Кәрим китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауаттар әйтеү әмер ителгән: “Һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә һәм уның фәрештәләре пәйғәмбәргә салауат әйтәләр. Әй мөьминдәр! Һеҙҙә уға салауат әйтегеҙ һәм тулы тәслимәт менән сәләм бирегеҙ”. (Әхзәб сүрәһе, 56 аят).
   Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙең бик сауаблы булыуы хәҙистәрҙәндә билгеле.
   Бер көндө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре янына көләс йөҙ менән килеп үҙенең шатлығын аңлатҡан: Джәбрәил фәрештә килеп: “Йә, Мөхәммәд! Өммәтеңдән бер кеше һиңә бер салауат килтергәнгә ун салауат, бер сәләм килтергәнгә ун сәләм килтереүемә риза булырһыңмы? – тине. Бына шул сәбәптән мин дә һөйөндөм” – тигән пәйғәмбәр. Читать далее

Салауат, сөннәт әһеле доғаһы

                                               Салауат, сөннәт әһеле доғаһы

   “Салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә шәррафә үә кәррамә үә мәджжәдә үә ғәззамә саләәтән дәәәъимәтәй иләәә әбәдил әбәде.
   Аллааһүммә йә Рабби биджәәһи нәбиййикәл мустафәә үә расуликәл муртада таһһир ҡулуубәнә мин кулли уәсфий йубәәғидунәә ғәм мушәәһәдәтикә үә мәхәббәтикә үә әмитнәә ғәләс суннәти үәл джәмәәғәти үәш-шәуҡый иләә лиҡаааъикә йәә ҙәл джәләәли үәл икраами үә салләллааһү ғәләә сәййидинәә үә мәүләәнәә Мухәммәдин үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии үә сәлләмә тәслиимән үәл хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмииин”.

   Мәғәнәһе: Аллаһ уға мәңгелектәрҙең мәңгелеге дауамында салауат һәм сәләм еткерһен, данлыҡ, мәңгелек бирһен, уға йомартлыҡ менән ҡараһын, бейеклек һәм бөйөклөк бирһен!
   Аллам! Ии Раббым, һайланған бәйғәмбәреңдең, ризалыҡ биргән илсеңдең Һинең алдыңдағы юғары урыны менән беҙҙең йөрәктәребеҙҙе Һине күреүҙән, Һиңә ҡарата мөхәббәттән алыҫайтҡан барса сифаттан таҙарт һәм беҙҙе сөннәт һәм йәмәғәт әһеле итеп Һине күрергә теләүсе итеп үлтер, ии бөйөклөк һәм йомартлыҡ Эйәһе.
   Әфәндебеҙ, батшабыҙ Мөхәммәдкә, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә салауаттар һәм сәләмдәр еткер.
   Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаға маҡтау булһын!

Фәҡир булған кешенең салауаты

                                              Фәҡир булған кешенең салауаты

   “Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин ғәбдикә үә расүүликә үә ғәләл мүьминиинә үәл мүьминәәти үәл мүслимиинә үәл мүслимәәти.

   Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Хәбибең үә рәсүлең Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә салауат әйт. Мөимин булған ир үә ҡатындарға, мосолман булған ир үә ҡатындарға ла мәрхәмәт ҡыл.

   Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ әйтте: “Берәй кешенең үҙендә зәкәт бирерлек малы булмаһа, ошо салауатты уҡыһын. Был салауатты уҡыған өсөн зәкәт биргән кеүек сауаб булыр. Йәғни, фәҡир кешенең зәкәт бирерлек дәрәжәлә малы булмаһа, был салауатты уҡыһа, зәкәт биргән кеүек сауаб алыр, малы бәрәкәтләнер.

Салауат-шәрифә

                                                 Салауат-шәрифә

   Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхаммәд. Кәмәә салләйтә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһииим. Иннәкә хәмиидүмм-мәджииид. Аллааһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхаммәд. Кәмәә бәәрактә ғәләәә Ибрааһиимә үә ғәләәә әәли Ибрааһииим. Иннәкә хәмиидүмм-мәджииид.

   Мәғәнәһе: «Аллаһым! Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә рәхмәт иткән кеүек рәхмәт ебәр. Тәхҡиҡ, Һин маҡтаулы һәм оло. Аллаһым, Мөхәммәт, ғәләйһис- сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә Ибраһим, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның ғаиләһенә бәрәкәт иткән кеүек бәрәкәт ебәр. Һис шикһеҙ, Һин маҡтаулы һәм оло».

Саләти-өммиә (салауат)

                                              Саләти-өммиә (салауат)

   Аллааһүммә салли ғәлә сәййидинә Мүхәммәдиин-нәбийил-үммийи үә ғәлә әәлиһии үә сахбиһии үә сәллим.

   Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Әфәндебеҙ, өммәттең нәбиһе Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә үә әһленә, сәхәбәләренә рәхмәтеңде ҡыл.
   Ошо салауатты уҡыған мосолмандар донъяла үә әхирәттә бәхетле булырҙар

Саләти-нәриә (салауат)

                                                          Саләти-нәриә

   Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән, ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинил-ләҙии тәнхаллү биһил-ғукадү үә тәнфәриджү биһил күрабү үә түҡҙаа биһил-хаүәәиджү үә түнәәлү биһир-рағааибү үә хүснүл-хаүәәтими үә хүснүл-хаүәәтим, үә йүстәсҡал-ғәмәәмү биүәджһиһил-кәриим үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии фии күлли ләмхатин үә нәфәсин биғәдәди күлли мәғлүүмилләк.

   Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһым! Уның үҙе хөрмәтенә сихырланған төйөндәр сиселгән, ҡайғы-хәсрәттәр киткән, ихтыяжһыҙ үә теләктәргә матурлыҡ үә гүзәлектәргә киң юлдар асылған, икһеҙ-сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, абруйы хөрмәтенә болоттар илаған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә, уның затына һәм сәхәбәләренә донъялағы һәр ҡарашта һәм һәр һулышта камил мәрхәмәт һәм тулы сәләмәтлек бүләк итсе!».

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә бағышлап һәр көн салауат әйтергә кәрәк. Бигерәк тә «Саләти-мүнджиә», «Саләти-фәтхиә» һәм «Саләти-нәриә»не күп тапҡыр уҡыу бик сауаплы.
   Һәр ҡайһы ҡыйынлыҡ һәм ауырлыҡ ваҡытында, шуларҙы хәтем итеп, доға ҡылынһа, теләктәр Аллаһы Тәғәләгә ирешер һәм ҡабул булыр, инш Аллаһ!

   Был салауат шәрифтең ике мәшһүр исеме бар – салауат-нәрийә һәм салауат – тәфрижийә. Мәғриб ғалимдәре был салауатҡа “нәрийә” исемен биргәндәр, улар һәр булған бер ҡыйынлыҡ, бәлә-ҡаза менән осрашҡанда “салауат-нәрийә”- не күп уҡырға ҡушалар. Ҡайһы бер ғалимдәр ошо салауатҡа “тәфрижийә” исемен биргәндәр. Тәфрижийә – ҡайғы үә күңелһеҙлектән ҡотҡарыусылыр. Һәр хәлдә был салауат кешенең йөрәген тынысһыҙлыҡтан, күңелһеҙлектән паҡлай. Ошо салауат пәйғәмбәребеҙгә яҡынлашыу өсөн иң тәҫирле, иң көслөһө булып һанала.

Саләти-фәтхиә (салауат)

                                                   Саләти-фәтхиә

   Аллааһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәләә сәйидинәә Мүхәмәдинил-фәәтихи лимәә үғлиҡа үәл-хаатими лимәә сәбәҡ. Нәәсирил-хаҡҡи бил-хаҡҡы үәл-һәәдии иләә сыраатикәл-мүстәкым үә ғәләә әәлиһии хаҡҡа ҡадриһии үә миҡдәәриһил-ғаҙыым.

   Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Изгелек ишектәрен асыу өсөн килеп-киткән пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы, тоғролоҡта һәм ғәҙелектә Аллаһ Тәғәләнең ярҙамсыһы булған һәм тоғролоҡ юлына өндәгән Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмдең, үҙенә һәм ғәиләһенә, уның юғары дәрәжәһе һәм мәртәбәһе хөрмәтенә беҙгә мәрхәмәт ит, сәләмәтлек һәм бәрәкәт бүләк итсе!”.

Саләти-мүнджиә (салауат)

                                                     Саләти-мүнджиә

    «Аллааһүмә салли ғәләә сәйидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәйидинәә Мүхәммәд саләәтән түнджиинәә биһәә мин джәмиғил-әһүәәли үәл-әәфәәт. Үә тәҡды ләнәә биһәә джәмииғәл-хааджәәт. Үә түтаһһирүнәә биһәә мин джәмиғыс-сәйиәәт үә тәрфәғүнәә биһәә ғындәкә әғләд-дәраджәәт. Үә түбәллиғүнәә биһәә әксал-ғаайәәт. Мин джәмиғыл-хайрати фил-хайәти үә бәғдәл-мәмәәт. Иннәкә ғаләә күлли шәй иң ҡадиир».

     Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, һәм уның нәҫеленә шундай мәрхәмәттәр буләк ит, шуның менән беҙҙе барса ҡурҡыу, дәһшәт һәм афәттәрҙән ҡотҡарсы! Барса ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерсе! Барса гонаһтарҙан арындырсы! Үҙ яныңдағы иң юғары дәрәжәгә күтәрсе! Йәшеүебеҙҙә лә, үлемебеҙҙә лә бөтөн изгелектәрҙең иң ҙур дәүмәлдәренә ирештерсе! Һинең ысынында һәр нәмәгә көсөң, ҡөҙрәтең етә!».

     Бөтөн ҡурҡыуҙарға, бәлә-ҡазаларға ҡаршы уҡылған иң тәҫирле салауат ошолор. Исеме “Мүнджийә” – ҡотҡарыусы, ҡотҡара торған тимәктер. Был салауат намаҙҙан һуң уҡыла, көндә өс мәртәбә уҡыр кәрәк.

        Саләти-мүнджиә: https://nazir1965.com/din/b%D3%99ra%D3%99t-kise-3.html#more-7581