Архив рубрики: Дин

Бәраәт кисе намаҙына ниәт

                                                              Бәраәт кисе намаҙына ниәт
     Шәғбән айының 15-һенә ҡараған төнө Бәраәт кисе тип атала. Был кистең намаҙына түбәндәгесә ниәт ителә: «Эй, Раббым! Ниәт иттем был намаҙға күңел тупаҫлығынан һәм донъя баҫыуынан ҡотолоу өсөн, шулай уҡ иләһе ғәфүеңә өлгәшеү һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙылыуым өсөн!»
     Был намаҙҙа ике рәҡәғәт һайын сәләм бирелә, һәр рәҡәғәттә бер тапҡыр «Әл-Фатиха», ун тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла. Йөҙ рәҡәғәт намаҙ шулай уҡ тәҡдим ителә.
     Намаҙҙан һуң уҡыла торған доғалар:
     14 тапҡыр: Читать далее

Иман. Әәмәнтү билләһи

                                                                                Иман
     Иман — ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемендә үҙенә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлылығын раҫлап торорға тейеш. Читать далее

Хәмерле мәжлескә барырғамы?

                                                            Хәмерле мәжлескә барырғамы?
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәрим китабы аша, Рәсүле Мөхәммәд ғәләйһиссәләм аша беҙгә аяттар ебәреп хәрәм булған нәмәләрҙән тыйҙы: Һеҙгә күп нәмәләрҙе хәрәм ҡылдым, тыйҙым. Ул эштәргә яҡын бармағыҙ, һаҡланығыҙ – тыйылығыҙ, донъяла ла һәм Ахирәттә лә һәләк булмаҫ өсөн, — тигән.
     Гонаһларның иң ҙурыһы булып хәмер — араҡы эсеү, спиртлы ағыуҙар эсеп, үҙебеҙҙең бар хайуандар өҫтөнән өҫтөн булыуыбыҙ дәрәжәһен төшөрөп, донья һәм Ахирәт бәхетенән мәхрүм булыуҙыр. Аллаһы тарафынан ихсан ителгән иң ҡәҙерле ниғмәт – аҡылдарҙы юғалтҡан, имандарҙы бөтөргән, әҙәмде дуңғыҙ хәленә еткергән, нәжес, бысраҡ урындарҙа аунатҡан, үҙҙәренең ҡоҫҡолоғо, аҫтындағы бәүеленә буялып, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырған, бөтөн айыҡ кешеләр уның ҡиәффәтенән ерәнгән хәлгә төшөргән нәмә — хәмерҙер. Бар аҡыл эйәләре, медицина ғалимдары тарафынан хәмерҙең зарарҙары хаҡында өҙлөкһөҙ радиоларҙан ҡысҡырып һөйләп торалар. Газета-журналдарҙа, телевизор-кинотеатрҙарҙа иҫеректәрҙән килгән аяныс, ҡыҙғаныс хәлдәрҙе уҡып һәм күҙҙәребеҙ менән күреп торабыҙ. Читать далее

Туй һәм шәриғәт

                                                                Туй һәм шәриғәт
 

     Кешеләр шәриғәт тигән һүҙҙе ишетһә, күңелдәрен шом баҫа. Нимә ул шәриғәт? Шәриғәт – дин мәғәнәһендә йөрөүе менән бергә диндең ғибәҙәт һәм мөғәмәләр хаҡындағы хөкөмдәренә лә шәриғәт, тиҙәр. Шуға кемдеңдер беҙ шәриғәт буйынса йәшәргә тейеш түгел, тип әйтеүе – беҙ динһеҙ, Аллаһыҙ йәшәргә тейеш кеүек була. Был һүҙҙән һаҡланығыҙ, әгәр кафыр булмайым тиһәгеҙ.
     Шәриғәт – бойороҡ, күрһәтмә, ҡанундар (закондар), мосолмандарҙың дини ҡанундары ү әхләҡ нормалары йыйынтығы. Шәриғәт дүрт төп сығанаҡҡа (Ҡөръәнгә, сөннәткә, ижмағҡа һәм ҡыясҡа) нигеҙләнеп эшләнгән. (Ижмағ – бергәләп хәл итеү, килешеү, рухани-ғалимдарҙың бер ҡарарға килеүе. Ҡыяс – сағыштырыу, оҡшатыу, Ҡөръәндә һәм сөннәттә ҡаралмаған мәсьәләләр буйынса, уларҙа булған өйрәтеүҙәргә оҡшатып фекер йөрөтөү (феҡыйһылыр). Феҡыйһ – хоҡуҡ, закондар белгесе, юрист, йәғни мосолман хоҡутары белгесе. Читать далее

 Ҡөръәндән хөкөм сығарыу

Коран -речь Аллаха                                       Ҡөръәндән хөкөм сығарыу
   

     Ҡөръән менән хөкөм сығарыу (Кто может выносить решения из Корана и хадисов?).

     Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер кешеләрҙән, хатта муллаларҙың ауыҙынанда: «Мин Ҡөръән уҡып сыҡтым, мин бөтәһендә беләм, тигән һүҙҙәрен ишетергә тура килә!? ». Әстәғфируллааһи, Аллаһ һаҡлаһын был яңылыш һүҙҙәрҙән. Аңһыҙ, тәҡҡәбер, маҡтансыҡ кешеләрҙең һүҙҙәрелер был. Әле был донъяла Ҡөръән китабын тулыһынса аңлаған кеше юҡ, хатта бөтә ғүмерҙәрен быға арнаған элекке ғалимдарҙыңда. Аллаһ Үҙе генә был хаҡта белә.
     Ҡөръән уҡығыҙ, ятлағыҙ, фекерләгеҙ, тик был фекерегеҙҙе донъяға таратҡанда бик һаҡ булығыҙ. Көфөрлөккә төшөп ҡуймағыҙ. Диндән – шәриғәттән тайпылыу көфөрлөккә илтә. Көфөрлөк ҡафырлыҡҡа юл. Дөрөҫ диндең юлы — шәриғәт ҡушыуҙарын үтәү. Шәриғәт ҡанундары: Ҡөръән һәм Пәйғәмбәр өйрәткән хәҙистәр һәм шуларға таянып йәшәү рәүеше, бөйөк дин әһелдәренең өйрәтеүе. Ҡөръәндә шулай яҙылған тип, үҙ белдегең менән шәриғәткә ҡаршы сыҡһаң – был бөйөк ғалимдарға ҡаршы сығыу булыр. Диндән яҙаһың инде. Читать далее

Доға

                                                                             Доға

     Доғаны ҡат-ҡат ҡабатлай торғас, ул мөьминдең йөрәгенә уйыла, холҡон үҙгәртә, уның сифаттарының береһенә әйләнә.

     Кешелеккә Аллаһтың рәхмәте булып килгән пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ҡазаға тарыһалар ҙа, уңышҡа ирешһәләр ҙә, ыҙала ла, шатлыҡта ла доғала булып, һәр саҡ Аллаһҡа өмөт бағлай. Улар, теләһә ниндәй шарттарҙа ла Раббыбыҙға яҡынайырға тырышыу өлгөһөн күрһәтә, барса барлыҡҡа ҡотолоу юлын асыусы юлбашсыларға әйләнә.
     Аллаһҡа һыйыныу – тормош ҡануны, Раббыбыҙға буйһоноуыбыҙҙың асылы. Ерҙә һәм күктә булғандарҙың һәммәһе Аллаһ ихтыярына буйһона, үҙенә бирелгән тел менән доғала була. Яҡшы дини тәрбиәһе булған мөьминдең эске халәте уны доғаға этәрә, сөнки доға – Аллаһҡа илтеүсе ҡапҡаларҙы асыусы мөьмин йөрәгендәге асҡыс. Читать далее

Аллаһты таныу

                                            Аллаһты таныу – Исламдың төп терәге

     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Кем дә кем ысын ихласлыҡ менән: Аллаһ — бар, Ул — бер, Аллаһтан башҡа Иләһә юҡ. Мөхәммәд — Уның ҡоло һәм илсеһе, тип геүаһлыҡ бирә икән, уның урыны — йәннәт», — тигән.
     «Ләә Иләәһә илләллааһ! тигән кәлимәгә Аллаһтың ниндәй ғәжәп миҫал килтергәнен беләһеңме? — ти Ҡөрьән. — Ул һүҙ яҡшы ерҙә үҫкән бик яҡшы бер ағас кеүек: уның тамырҙары ерҙә ныҡ тора, ботаҡтары күккә үрелгән. Раббыһының әмере менән ул емеште лә һәр ваҡыт биреп торор. Диндә бер дәлиле булмаған насар һүҙҙәрҙең миҫалы — тамырынан йолҡоп ташланған һәм һис бер нәмәгә ярамаған насар ағас кеүек: емеш тә бирмәй, башҡа нәмәгә лә файҙаһы юҡ».
                                                                                                                                                    «Ибраһим» сурәһе, 24, 26-сы аяттар Читать далее

Аҙан һәм Ҡамәт

                                                      Аҙан һәм Ҡамәт

     Намаҙ өсөн аҙан әйтеү вәжиб дәрәжәһендә сөннәти мүәҡҡада булып һанала. Намаҙ ваҡытының башланыуы аҙан әйтеү менән белдерелә. Тәүлегенә биш ваҡыт намаҙ уҡыла һәм биш тапҡыр, йәғни һәр намаҙ алдынан, аҙан әйтелә.
     Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
     Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
     Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһ.
     Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһ.
     Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ.
     Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр-расүүлүллааһ. 
     Хәййә ғәләс-саләәһ. Хәййә ғәләс-саләәһ.
     Хәййә ғәләл-фәләәх. Хәййә ғәләл-фәләәх.
     Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр.
     Ләә иләәһә илләллааһ. Читать далее

Фани донъя — төш кенә

                                            Фани донъя — төш кенә

      Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Бәләкәй балалар «магазин» яһап уйнай, әммә, ошо «магазин»да юрый ғына сауҙа итеп, улар килем алмай, ваҡыт ҡына уҙғара. Көнө буйы «магазин»ында уйнаған бала кис, асығып, өйөнә ҡайта. Был донъя ла шул балалар уйынына оҡшаш».
     Бер заман Әбү Бәкер Шибли (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) юлда тапҡан сәтләүекте бүлә алмай бәхәсләшкән ике баланы күреп ҡала. Шибли сәтләүекте ала ла әйтә: «Саҡ ҡына көтөгөҙ, хәҙер мин һеҙгә уны бүлеп бирәм!»
     Ул сәтләүекте вата һәм уның буш икәнлеген күрә. Шунда ул үҙенә төбәлгән тауышты ишетә:
     «Һин ысын ризыҡ биреүсе булһаң, бүлеп бир уны хәҙер!»
     Шибли уңайһыҙлана ла былай ти: «Был бәхәстәр — буш сәтләүек һәм юҡ нәмә өсөн!» (Аттар, стр. 661)
     Күп бәрелештәргә алып килгән донъя байлыҡтары — асылда буш сәтләүек кенә. Үлем фани донъя тормошонан уятҡас, әҙәм күрер: ҡыҫҡа һәм буш булған ул ғүмер. Юҡ нимәләргә киткән тырышлығы өсөн, ул бик үкенер. Шуныһы йәл: кешеләр, алдаҡҡа бирелеп, бер-береһен ашап алып бара — ҡәберҙәрҙә быларҙың һәммәһе өсөн дә үкенәсәктәр! Читать далее

Шәхси шайтан

                                                              Шәхси шайтан

                                               Шәхси шайтан һәм күрәҙәселәр
     "Һеҙҙең һәр берегеҙҙә ендәрҙән юлдашығыҙ бар", — тине рәсүлебеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәләм. «Һинеңдәме, йә Рәсүлуллаһ?» — тип һоранылар. «Эйе, минең дә ен юлдашым бар, ләкин миңә Аллаһы ярҙам итте һәм ул ен Ислам динен ҡабул итте. Нимә ҡушһа ла, фәҡәт хәйерлеһен генә ҡуша», — тип яуап ҡайтарҙы» (Мөслим, 5034-нсе хәҙис).
     Кеше балаһы тыуғас та уға шайтан беркетелә. Һәм ул шайтан ошо әҙәм балаһы үлгәнсә уның юлдашы булып йөрөй, төрлө насар ғәмәлдәргә һәм боҙоҡлоҡтар эшләргә һәр саҡ ҡоторта. Әгәр кеше иман юлын һайлаһа, был шайтан көсһөҙләнә, хатта мөьмин мосолман булып китеүе лә ихтимал. Кеше үлгәндән һуң, хужаһыҙ ҡалған шайтан икенсе кешегә йәки яңы тыуған балаға күсә. Читать далее