Архив рубрики: Дин

Никахта мулла кәрәкме?

                                                     Никахта мулла кәрәкме?
     Был һорауға яуапты яҙырға Стәрлетамаҡ яғынан яңы һайланған йәш һаҡалтай мулланың йәштәргә никах уҡыуҙан баш тартыуы тураһындағы хәбәрҙән сығып аңлатам. Әлеге мулла кейәүгә сыға торған йәш ҡыҙҙың ауырлы булыуы сәбәпле йәштәргә никах уҡыуҙан баш тартҡан. Ахыры был мулла Аллаһ урынына Хаким булып ҡыланып, кемгә гонаһ яҙып, зина ла ғәйепләргә һәм кемгә йәннәткә инергә хәл итәлер.
     Ысынында мулланың йәштәрҙең никахлашыуында бер ҡыҫылышы юҡ. Мулла урыҫ поптары һымаҡ Аллаһ һәм кешеләрҙең араһындағы посредник түгел. Шуға никах мәжлесенә мулланы саҡырағыҙмы-юҡмы – был һеҙҙең эш. Беҙҙең боронғо башҡорт йолаһы буйынса мулла никахлаша торған йәштәргә килеп нәсихәт –доға-теләк ҡылған. Никах доғаһын мулла ғына уҡырға тейеш, йә мулла ғына никах үткәрергә тейеш тигән бер ниндәйҙә дәлил – хәҙис юҡ. Һәм никах доғаһы уҡылырға тейеш тигән хәбәр ҙә юҡ. Никах доғаһы ул Ҡөръән аяттарынан алынған бер-нисә аят, уны теләгән кеше уҡый ала. Ә иң хәйерлеһе атай-әсәйҙең балаларына ҡылған доғаһы. Был доғаның ҡабул булыуына шик юҡ. Теләһә, никах хөтбәһен кейәү кеше лә уҡый ала. Читать далее

Зәүәл ваҡыты

                                                              Зәүәл ваҡыты
     Зәүәл ваҡыты нимә ул? Ҡояштың көн үҙәгендә күк йөҙөндә иң юғары нөктәгә (зениткә) еткән мәлен зәүәл ваҡыты тиҙәр.
     Зәүәл ваҡытында йоҡола булыу — кешенең сәләмәтлеге өсөн зарарлы. Шуға күрә лә мосолмандарға был ваҡытта йоҡламаҫҡа кәңәш ителә.
     Намаҙ уҡыуҙан тыя торған өс ваҡыт бар:
          1. Ҡояш ҡалҡып килгән саҡта.
          2. Зәүәл ваҡытында.
          3. Ҡояш байып барған мәлдә.
Читать далее

Ен-шайтандар

                                                 Ен-шайтандар
     Ендәр тураһында ғалимдарҙың фекерҙәре.
     Ғалимдарҙың күбеһе ендәр кешеләргә керә ала тигән фекер менән килештеләр. Ғабдуллаһ бин Әхмәд бин Хәнбәл атаһына: «Хәҡиҡәттә, ендәр кешегә керә алмай тип әйтеүсе кешеләр бар», тип әйткәс, имам Әхмәд уға: „Эй улым, телдәре менән ендәр һөйләшкән кешеләр алдайҙар."

     Бер шәйех әйтте: «Ендәрҙең барлығы Ҡөрьән һәм сөннәт менән, ғалидарҙы фекерҙәре менән дә раҫланған, һәм бында бигерәк тә был һорау менән яҡын таныш булған уның менән шөғөлләнгән кешеләрҙә лә һис шик-шөбһә юҡ. Енләнгән кешене тикшергән ваҡытта ул кешенән, ул элек белмәгән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин, һәм улар шул хәтлем ныҡ көслө, хатта ул һуҡһа дөйәне лә үлтерә алырлыҡ көстө тойорға мөмкиндер». Читать далее

Тура юл

                                                       Тура юл
     Мосолмандың йөрөр юлы — һиҙайәт.
     ” Һиҙайәт” — туп-тура юл, тигәнде аңлата.
     Дин өйрәтә: мосолмандың төп вазифаһы — игелекле була белеү, ти. Тормошта юлдың ниндәйен һайларға кәрәклеге хаҡында Ҡөрьән үҙе аңлатып бирә.
     ”Әйт, — ти ул, — Хәнифтәрҙән Ибраһим дине булған хаҡ юлға Раббым мине үҙе төшөрҙө, — тиң”. ”Әл-Әнғам”,”Мал-тыуар” сүрәһе, 161 — нсе аят.
     Хаҡ юлға төшөү — Аллаһтың үҙенә тәүәккәлләп йәшәй белеү. ” Аллаһ ярҙамына ғына өмөт бағлап йәшәй белгән кеше, тимәк, тура юлды тапҡан кеше була”. ”Әлү Ғимран”, "Ғимран ғаиләһе "сүрәһе, 101 — нсе аят. Читать далее

Хәтем менән бағышлау

                                                Хәтем менән бағышлау
     Хәтем тигән һүҙ, ғибәҙәтең, уҡыуҙың аҙағы, Ҡөръән уҡыу, Ҡөръән уҡып сығыу, йәғни Ҡөръәнде тулыһынса уҡып сығыу, Ҡөръәнде хәтем итеү ул — уны башыннан аҙағына ҡәҙәр уҡып сығыу — тип аңлатмаларҙа әйтелә.
     Хәтем менән бағышлау бер нәмә кеүек, тик бағышлау бер-нисә аят менән, йәки Ҡөръәнде тулыһынса уҡымай – бер-нисә сүрә уҡып аҙағына тамамлауҙа уҡылған доға-аяттар. Был доғалар ғәрәпсә йә башҡортса булырға мөмкин. Ә хәтем — Ҡөръән Кәримде тулыһынса — бер айҙамы, йәки ике айҙамы уҡып сығып, аҙағына шул Ҡөръәндең һуңғы битендәге, йәки икенсе ғәрәпсә доғаны бағышлап уҡып ҡуйыуҙалыр. Читать далее

Кем ул шәһит

                                                       Кем ул шәһит?
     Шәһит — Аллаһы Тәғәлә юлында үлгән мосолман. Хәҙистәрҙә шәһиттәрҙен төрлө типтары килтерелә. Ғөмүмән алғанда, ике төрлө шәһиттәр тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
     Йыназа намаҙына ҡағылышлы махсус ҡағиҙәләр ҡулланып, айырым йолалар менән күмелеүсе шәһиттәр.
     Күмелеүгә ҡарата махсус ҡағиҙәләр булмаған шәһиттәр. Бындай типтағы шәһиттәр ахирәттә (теге донъяла) үрге дәрәжәгә лайыҡ. Ләкин, шәриғәт буйынса, беренсе типтағы шәһиттәргә ҡулланылған ҡанундар икенсе типтағыларға ҡарата ҡулланылмай.
     Кемдәр һуң беренсе типтағы «шәһит»кешеләр. Читать далее

Мөьминдәр һәм монафиҡтар

                                         Мөьминдәр һәм монафиҡтар
     Золом һәм һөйөү, ҡойо төбө һәм күк йөҙө... Былар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр. Әйтәйек, беҙ ҡойо төбөн золом менән сағыштыра, һөйөү хисен күк йөҙөнә тиңләй алабыҙ. Ҡоҙоҡ төбө — ҡараңғылыҡ, әсирлек, шәхесте ирекһеҙләү символы, күк йөҙө иһә — хөррийәт һәм яҡтылыҡ билдәһе...
     Исламда золом-зөлмәткә урын юҡ. Һеҙ иҙеүҙе, ҡыҫым, баҫымды теләһә ҡайҙа таба алырһығыҙ, ләкин Исламда быларҙың бер бөртөгө лә юҡ. Читать далее

Ҡәҙер кисе – оло ниғмәт ул

                                              Ҡәҙер кисе – оло ниғмәт ул
     Ислам донъяһында айҙар араһында – Рамаҙан айы, көндәр араһында – йома көнө, кистәр араһында – Ҡәҙер кисәһе иң мөбәрәк үә иң мөҡҡәдәс булараҡ ҡабул ителгән. Был көндө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә Ҡөръән индерелә башлаған. Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айының һуңғы ун көнө араһындалыр, ул билдәле бер төн итеп теүәл билдәләнмәгән. Шуға ла һуңғы был кис-төндәрҙе доға ҡылып, доғалар уҡып, тәүбә итеп уҙҙырырға кәрәк.
     Бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Ҡәҙер кисе Рамаҙандың һуңғы ун көнө араһынан, бигерәк тә таҡ һанлы кистәренән эҙләгеҙ», — тигән. Дөрөҫөрәге Пәйғәмбәребеҙ Ҡәҙер кисен теүәл белергә мөмкии тип иҫәпләгән, әммә был кис йәшерен булып ҡалған. Рамаҙан айының һуңғы ун көнөнөң таҡ һандарында – 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се йәки 29-сы кисәһендә Ҡәҙер кисәһе булыуы мөмкин. Ошо көндәр тураһында хәҙистәр бар. (Күберәк 27 кисте әйтәләр. Быйыл (2021 йыл) ул 8 майҙан 9 майға ҡараған төнгә тура килә). Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер нәмәләрҙе йәшергән. Читать далее

Яҙмышты үҙгәртеп буламы?

                                                Яҙмышты үҙгәртеп буламы?
     Башҡорт теле һүҙлегенән ҡараһаҡ — яҙмыш шул уҡ тәҡдир. Тәҡдир — халыҡ ышаныуынса, ниндәйҙер илаһи көс тарафынан алдан билдәләнгән яҙмыш, күрәсәк. Ә яҙмыш (йәки хаҡ яҙмыш) дини ҡараш буйынса, Аллаһ тарафынан алдан уҡ билдәләнгән күрәсәк — тәҡдир. Икеһе лә бер үк мәғәнәлә.
     Имандың бер шарты булған тәҡдиргә (яҙмышҡа) ышанмаған кеше мосолман булып һаналмаҫ. Ҡөрьәндә лә, Сөннәттә лә тәҡдиргә ышаныу кәрәклеге тураһында күп әйтелгән. Тәҡдир — Аллаһы Тәғәләнең бөтә барлыҡ нәмә өсөн алдан әҙерләгән яҙмышы, бөтә нәмә фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән генә була. Бер нәмә лә Аллаһы Тәғәләнең ихтыярынан тыш булмай. Бәндәнең һәр бер эштәре, ҡыланасаҡ яҡшылыҡтары һәм яманлыҡтары Аллаһ Тәғәләгә ҡылмаҫ борон билдәлелер. Бер саң бөртөгө лә ергә, бер япраҡ та, Аллаһтың әмере булмайынса, ағастан өҙөлөп төшмәй. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Аллаһтың күктәрҙә һәм ерҙә булған нәмәләрҙе белгәнен һин белмәйһеңме ни? Ысынлап, улар барыһы ла Китапҡа (Ләүхүл-Мәхмүздә) яҙылып ҡуйылған. Ысынлап, был Аллаһҡа бик еңел» («Хаж» сүрәһе, 70 аят). Читать далее

Ситеккә мәсех

                                                           Ситеккә мәсех
     Ситек кейеп йөрөү бигерәктә уңайлы тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы һәр саҡ йыумаҫ өсөн, һалҡын ҡыш айҙарында йә иһә эштә. Ситекте лә һайлағанда дерматиндән түгел, ә тиренән эшләнгәнен һайларға тырышығыҙ. Улар ныҡ һәм оҙаҡҡа төтә.Тәһәрәт ала торған кеше әгәр ҙә элек ситектәрен тәһәрәт алып, аяҡтарын йыуып кейгән булһа, икенсе мәртәбә тәһәрәт алғанда аяҡтарын йыуыу тейеш түгелдер. Ул ваҡыт бары ҡулдарыңа һыу алып түгергә лә еүеш ҡул бармаҡтары менән ситектәрҙең башынан тубыҡҡа ҡарай ситек өҫтөн һыйпарға кәрәк, быға «ситеккә мәсех ҡылыу» тиҙәр. Бер мәртәбә тәһәрәт алып, аяҡтарын йыуып кейгән кешегә бер көн буйына, әгәр ҙә мосафир булһа, өс көн буйына ситеккә мәсех ҡылыу дөрөҫтөр. Ситеккә мәсех ҡылыу өсөн ситектә ҙур йыртыҡ булмаҫҡа тейеш. Йыртыҡ булһа, ситектәргә мәсех ҡылыу бармай, аяҡтарҙы йыуыу тейештер. Читать далее