Башкиров, Башкирцев

                                              Башкиров, Башкирцев

   Башкиров, Башкирцев фамилияларының тамыры... һәм тарихыбыҙҙағы ҡайһы бер «аҡ таптар» тураһында

   Түбәндә һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителәсәк яҙмалар ҡулыма осраҡлы рәүештә генә тиерлек килеп эләкте. Уларҙың ҡайһыныһы дөрөҫ, ҡайныһы ялған — белмәйем. Әйтә алмайым. Тәү ҡарашҡа, барыһы ла хаҡ һымаҡ. Шиклерәк күҙ менән ҡарағанда иһә, йөрәкте шом баҫа. Хәйер, һүҙҙе баштан, был яҙмаларға ниндәй юлдар менән барып сыҡҡанымдан башларға кәрәктер.
   Бер мәл «Башкиров», «Башкирцев», «Башкирский» фамилияларын йөрөткән кешеләр менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Буштан-бушҡа түгел, әлбиттә. Бер аҙ Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында йәшәп алырға тура килде. Унда Европа ҡалаларының һәм ҡасабаларының атамаларын йөрөткән (Париж, Балкан, Кассель, Фершампенуаз һ.б.) ауылдарҙа нуғайбәктәр, йәғни керәшен татарҙары ғүмер итә. Исемдәре урыҫса, ә фамилиялары башҡортсамы, әллә татарсамы шунда. Байметов, Байгильдин, Ишимов, Ишменев, Ишкильдин, хатта Ишкинин тигәндәре лә бар. Шулар араһында Башкирский тигән фамилия ла йыш ҡына осрай. Ундай фамилияға нисек эйә булдығыҙ, тип һорайым.

   Беҙҙен ата-бабалар бит Башкортостанда йәшәгән, хәҙерге Башҡортостан менән Татарстан сигендә, тиҙәр тегеләр. Бында күсеп ултырғас, фамилия бирә башланылар. Беҙҙең ғаиләгә Башкирский фамилияһы эләккән. Йәғни, Башҡортостандан килгәндәр. Бына шулай, тип ябай ғына аңлатма бирҙеләр ҙә ҡуйҙылар керәшен дуҫтарым. Был, ысынлап та, шулайҙыр, тип тынысландым. Тик оҙаҡҡа түгел. Ә бына Мәскәүҙә, башҡа ҡалаларҙа йәшәгән Башкирский, Башкирцев, Башкиров фамилиялы күренекле кешеләр ҙә керәшен татарҙары микән, тигән уй башҡа килде бер саҡ. Ҙур булмаған этник төркөм араһынан данлыҡлы, билдәле шәхестәр бигерәк күп сыҡҡан була түгелме? Ғалимдар ҙа, яугирҙәр ҙә, музыканттар ҙа, башҡалар ҙа. Ай-һай, тип шикләндем. Һәм шикләнеүҙәрем дөрөҫкә сыҡты.
   Рәсәйҙә һәм элеккк Советтар Союзы биләмәләрендә Башкирскийҙар, Башкировтар һәм Башкирцевтар күп. Әммә улар — урыҫтар. Һәр хәлдә, улар хаҡында тап шулай яҙылған. Исемдәре лә урыҫса. Тыуған ерҙәре — -Мәскәү, Новгород, Владимир өлкәһе, хатта Грузия. Бер ҙә Башҡортостан түгел. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, күренекле пианист һәм педагог Дмитрий Александрович Башкиров Тбилиси ҡалаһында тыуған. Шуныһы ғәжәп, 1980—1988 йылдарҙа СССР властары уны сит илдәргә сығарырға теләмәүҙәре сәбәпле, был күренекле музыканттың халыҡ-ара гастролдәре өҙөлөп тора. Хәйер, был фактҡа беҙ ҡабаттан әйләнеп ҡайтырбыҙ әле. Эҙләнеүҙәрем һөҙөмтәһендә Башкировтар фамилияһын йөрөткән ғәжәйеп яҙмышлы кешеләргә юлыҡтым. Бына, мәҫәлән, бер юлы өс Башкиров: Федор Андреевич — летчик-штурмовик, Советтар Союзы Геройы, Вячеслав Филиппович — летчик-истребитель, Советтар Союзы Геройы, Виктор Андреевич -летчик-истребитель, Советтар Союзы Геройы. Бына тағы ла берәү. Башкиров Андрей Николаевич, күренекле ғалим, СССР Фәндәр академияһының мөхбир- ағзаһы. Түбәнге Новгородта тыуған. Башкирцев фамилияһын йөрөткән кешегә лә тап булдым. Ул да ғалим, Ҡазағстанда йәшәй. Нанотехнологиялар менән шөғөлләнә.
   Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлы һәм көтмәгән табышым — ул күренекле альпинист Владимир Башкиров. Был донъяла 45 йыл ғына йәшәп ҡала ул. Шуларҙың егерме етеһен тауҙарҙа үткәрә. Мәскәү физик-технология институтының (МФТИ) физика-технология факультетын тамамлай. Ун ике йылдан ашыу Осоуҙар менән идара итеү үҙәгендә эшләй. Йыһан станцияһының борт компьютеры өсөн махсус программалар яҙа. Альпинизм буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, альпинизм буйынса биш тапҡыр Рәсәй чемпионы. Альпинистар араһындағы иң юғары «Ҡар барыҫы» тигән маҡтаулы атамаға лайыҡ була. Тауҙарға 1970 йылдарҙан йөрөй башлай. Иң юғары түбәләргә иң ауыр маршруттар буйынса үрмәләй ул. 1997 йылдың 26 майында Гималай тауҙарының Лхоцзе (8511 метр) үренән төшөп барғанда билдәһеҙ шарттарҙа һәләк була...
   Тап ошо кешенең көндәлеге минә килеп эләкте. Ҡайҙан, нисек, кем аша — һорамағыҙ, әйтмәйем. Сөнки, был кеше тирәләй йөрөгән төрлө һүҙҙәр, имеш-мимештәр, легендалар әле һаман булһа ла күптәрҙе борсой. Шулай. Ҡулыма килеп эләккән яҙмаларҙы көндәлек тип әйтеп тә булмай. Ҡалын тышлы дәфтәргә Владимир Башкиров Владимир Высоцкийҙың, Юрий Визборҙың, Галичтың, Булат Окуджаваның шиғырҙарын һәм йырҙарын күсереп яҙған. Араһында авторһыҙ шиғырҙар ҙа осрай. Үҙе ижад иткән микән? Яҙмалары көндәлек алын барырға күнекмәгән, йәки ваҡыты булмаған кешенекенә оҡшаған. Яҙмаларҙың араһындағы ваҡыт өсәр ай, яртышар йыл, хатта бер нисә йыл булып китә. Көндәлектең ҡасан башланғаны ла билдәһеҙ. Үткән быуаттың 80-се йылдарындағы яҙмалары айырыуса ҡыҙыҡлы тойолдо. Шуларҙы тәржемә итеп, тәртипкә һалып, һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.
                                                        ***
   1980 йыл, 13 март. Марина менән Дмитрий Башкировтың фортепиано концертына барҙыҡ. Шуман, Шопен, Дебюссиҙың әҫәрҙәрен башҡарҙы. Иҫ киткес музыкант. Аллаһы Тәғәлә (төп нөсхәлә — «Господь бог») биргән талант һәм эшлеклелек. Сәхнәнән күҙемде ала алмай ултырҙым. Кемгә нисектер, тыңлаһам, күҙ алдыма тауҙар баҫа. Марина «Бинең туғаның түгелме?» тип ҡыҙыҡһына. Концерттан һуң барып ҡулын ҡыҫтым, үҙемде таныштырҙым. Күҙҙәре янып китте. Хатта ҡосаҡлап алды. Ижади кешеләр бигерәк ярһыу була инде. Фамилияғыҙҙың тарихын беләһегеҙме, тип һорай һалды. Ул хаҡта бер ҙә уйлағаным юҡ ине. Тағы ла нимәлер әйтергә теләй ине, тик башҡа тамашасылар уны уратып алды. Телефонын биреп өлгөрҙө. Ваҡыт табып, шылтыратырмын әле, тип уйлап ҡуйҙым.
                                                      * * *
   1980 йыл, 26 ноябрь. Тауҙарҙан ҡайттым. Тянь-Шандағы Енеү пигына мендек. Еңдем мин уны. Үрҙең иң юғары нөктәһендә баҫып торғанда осоп китке килә. Бәхеттән үлге килә. Тауҙарҙан һуң ҡалала тын тарыға. Берҙән-бер йыуанысым — Маринам, һағынған. Ҡосаҡтарынан сығармай. Пианист Башкиров һине эҙләп шылтыратты, хатта бер нисә тапҡыр, тип әйтеп һалды. Саҡ ҡына ял итеп, рәткә килгәс, үҙем шылтыратырмын, тигән ҡарарға килдем.
                                                     * * *
   1980 йыл, 29 ноябрь. Төнгө өҫтәме, дүрттәме, телефон шылтыраны. Дмитрий Александрович Башкиров икән. Тиҙ генә килеп етә алаһыңмы, ти. Ни булды икән, тинем дә, оҙаҡ уйлап тормай, такси тотоп, Королевтан Мәскәүгә остом. Бер тапҡыр ғына осраҡлы рәүештә тиерлек күрешеп танышҡан кеше нишләп улайтып төн уртаһында борсой икән, тип уйлаһам, унын хәлдәре мөшкөлләнеп киткән икән. Килһәм, Дмитрий Александрович ишеген асмай. Ишек аша ғына исемемде һораша, ҡайҙа һәм нисек танышыуыбыҙҙы һөйләргә ҡуша. Асыуланһам да һөйләнем. Шунан ғына әллә күпме йоҙаҡ- биктәрҙе шалтыратып, сейфтыҡы кеүек ауыр ишекте асып ебәрҙе. Ҡобараһы осҡан, ҡулдары ҡалтырана. Әҙерәк төшөрөптә алған. Аш бүлмәһенә индерҙе. Тәҙрәләренең пәрҙәләрен ҡабат-ҡабат тикшерҙе. Берәй нәмә эсәһеңме, тине. Үҙе, минең ризалығымды ла көтөп тормай, ике фужерҙы тултырып, коньяк һалды ла төп күтәрә эсеп тә ебәрҙе... Тәүҙә уның нимә һөйләгәнен аңламаным. Ниндәйҙер кеше, ниндәйҙер документтар... Кемдер уны эҙәрлекләй. Уның фатирына баҫып ингәндәр. Аҫтын-өҫкә әйләндергәндәр. Сит илдәргә булған бер нисә айлыҡ гастролдәре туҡтатылған. Күрәм, тиҙ генә тынысланырлыҡ түгел. Сикәләренә еңелсә генә бәргеләп алдым. Үҙенә килде. Оҙаҡ ҡына башын эйеп ултырҙы. Ғәфү үтенде. Шунан икенсе бүлмәгә сығып китте. Көтөп ултырам быны. Арыуыҡ ваҡыт үтеп китте. Бер мәл ҡулына ҡатырға папка тотоп килеп сыҡты.
   - Бала сағымдан уҡ фамилиямдың сығышы менән ҡыҙыҡһына торғайным, тип һөйләй башланы ул папканы өҫтәлгә һалып. — Урамда мине берәү ҙә исемем менән атап йөрөтмәне. «Башкир» — һәм вәссәләм! Ошо һүҙҙең әйтелешенән үк ниндәйҙер ҡырағайлыҡ һиҙелә, дала еҫе аңҡый торғайны. Ә мин бәләкәйҙән фортепиано артында үҫкән ата-әсәйемдең берҙән-бер балаһы. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, ҡалаҡтан ғына тиерлек ашаталар. Ундай балаларға тормоштарында ниндәйҙер мажара етешмәй бит иңде. Брокгауз һәм Эфрон энциклопедияһынан башҡорттар тураһында уҡығас, ҡыҙыҡһыныуым артты ғына. Атайым да, әсәйем дә фамилиябыҙҙың ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында бер нәмә лә белмәй ине. Бәлки, ата-бабаларыбыҙҙың береһе Урал тауҙарында булғандыр ҙа, шунан ошо атаманы алып ҡайтҡандыр, тиеү менән сикләнделәр. Мәскәү консерваторияһына уҡырға килгәс, буш ваҡытым булған һайын архивтарҙа ултырҙым. О-о-о! Бер архивариус ярҙамында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡтым. Иҫ киткес! Башҡорттар тураһында, ғөмүмән, илебеҙ, Рәсәй империяһы тарихы хаҡында бер нәмә лә белмәгәнемде аңланым. Башҡорттар — ғәжәйеп халыҡ. Уларҙың азатлыҡҡа ынтылышы, ғәҙеллек талап итеүҙәре, ирек көҫәүҙәре һоҡландырғыс. Илебеҙ сиктәрендә ундай башҡа халыҡ юҡтыр. Ә уларҙың ҡурайы!.. Ә уларҙын йырҙары! — Дмитрий Александрович хатта аяғүрә тороп баҫты. – Мин бит музыкаға мөкиббән киткән кеше. Тәүге тапҡыр башҡорттарҙың көйҙәрен ишеткәс, һушһыҙ ҡалдым. Быға тиклем йәшәгән тормошом төҫһөҙ, көйһөҙ тойолдо. Тирә-яғымдағы кешеләр ҙә бер кемгә лә кәрәкмәгән ниндәйҙер ваҡ-төйәк менән шөғөлләнгән һымаҡ.
   Дмитрий Александрович ҡапыл ғына туҡтап, миңә ҡараны. «Һин фамилияңдың нисек барлыҡҡа килеүен беләһеңме?» тип һораны. Башкиров, тимәк, нәҫелеңдә башҡорт булған һинең. Урыҫ фамилиялары тап шулай барлыҡҡа килгән. Иванов, тимәк, Ива'нов сын. — Дмитрий Александрович фамилиялағы «А» хәрефенә баҫым яһаны. — Ә һин һәм мин дә, тимәк, Башкиров сын. Башҡорт улдары беҙ. Тик ата-бабаларыбыҙҙы белмәйбеҙ. Аңланыңмы?
Мин өндәшмәнем. Нимә тип әйтәйем инде? Мин дә бәләкәй саҡта «Башкир» ҡушаматын йөрөттөм. Бер ваҡытта ла ул хаҡта уйланманым. Үҙемде урыҫ тип тойҙом. Хәйер, ул турала ла уйланмағанмын икән; Урыҫса уҡыныҡ, урыҫса аралаштыҡ. Исемем, атайымдың исем е урыҫса. Мин ниндәй башҡорт булайым. Ана, күршем Волков. Тимәк, бүренән тыуғанмы ул? Алдымда ултырған фужерҙы алып коньякты уртланым.
    — Дмитрий Александрович, Башкиров фамилияһын йөрөтөү мотлаҡ рәүештә башҡорт булыуҙы аңлатмай бит әле. Уларҙың, үҙҙәренең һәр бер фамилияһы Башкиров йәки Башкирский түгелдер ҙә баһа?
   - Эйе шул! — тип ҡысҡырып ебәрҙе әңгәмәсем. — Дөрөҫ фекер йөрөтәһең. Уларҙың фамилиялары бөтөнләй башҡаса. Мосолман исемдәренән яһалған. Әбеҙҙә, йәғни урыҫтарҙа, йәғни урыҫлашҡан башҡорттарҙа... Буталдым инде. Урыҫтарҙа фамилиялар ҡушаматтарҙан яһалған. Шуға ла уларҙың, йәғни, беҙҙең арала Волков, Скворцов, Грачев, Лисицын, Грязев һәм башҡа төрлө ошондай фамилиялар күп. Башҡорттарҙың ундай фамилиялары юҡ! -Дмитрий Александрович хатта ҡысҡырып ебәрҙе.
   -Дмитрий. Александрович, тынысланығыҙ; — тим. Ултырҙы теге, битен һыпырып алды. Ҡулдарын әлеге лә баяғы папка өҫтөнә һалды.
   - Володя, бына ошо папка эсендә тарихи мәғлүмәттәр. Үҙәк дәүләт тарихи акттар архивында йыйҙым мин уларҙы. Ун йыл ғүмерем ошонда. Бында һинең ата- бабаларың хаҡында ла мәғлүмәт бар. Тик... Берәүгә' лә ләм-мим... Сөнки, заманалар шулай, башҡорт булыуы ла ҡурҡыныс хәҙер. Һуңғы арала артымдан кемдер күҙәтеп йөрөгән кеүек. Ишегемде килеп тартып китәләр. Телефондан шылтыраталар ҙа өндәшмәйҙәр... Гастролдә булған сағымда өйөмә инеп, аҫтын-өҫкә әйләндерел сыҡҡандар. Ошо папканы эҙләгәндәр улар...
   Ул миңә диванда урын һалып бирҙе. Таң аткас ҡайтырһың, тине. Миңә был документтарҙы үҙемдә тоторға ярамай, тине. Былай ҙа тарих менән үтә ныҡ ҡыҙыҡһыныуым ижадыма аяҡ салды инде, тип өҫтәне...
(Ошо урында Владимир Башҡировтың көндәлөгендәге бер ниса битте төшөрөп ҡалдырҙым. Беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ түгел улар. Ә бына артабан...)
                                                    ***
   1988 йыл, 17 август. Урра! Миңә «Ҡар барыҫы» тигән маҡтаулы исем бирҙеләр. Советтар Союзының ете мең метр бейеклектәге барлыҡ тауҙарҙың башына менеүгә өлгәштем мин. Тянь-Шандағы һәм Памирҙағы барлыҡ үрҙәр минеке. Әммә күңел тыныс түгел. Альпинизм менән бәйле түгел ул. Дмитрий Александрович Башкировтын папкаһы миңә тынғы бирмәй. Дөрөҫөрәге, ундағы документтар. Ҡот осҡос! Башҡорттарҙы ҡырыу, язалау, үлтереү тураһындағы рәсми отчеттар. Ҡабырғаларынан аҫып ҡуйыу, телдәрен, ҡолаҡтарын, танауҙарын ҡырҡыу. Уларҙың балаларын, бисәләрен урыҫ дворяндарына таратып биреү, уларҙы ҡол урынына тотоу — былар барыһы ла Екатерина Икенсенен мәғрифәтле абсолютизм осоронда ҡылынған.
   Иң мөһиме ул түгел. Мин ошо документтар нигеҙендә, ниһайәт, үҙемдең ата-бабаларымды таптым. Башҡорттар ете быуынға тиклем туғандарҙы белеүҙе мотлаҡ һанаған. Мин дә ете быуынға тиклем килеп еттем. Ғәжәп тойола-етенсе быуын ҡартатайым башҡорт башкиҫәрҙәренең береһе. Уның исеме Салауат. Ныҡ яуыз кеше булғандыр инде, уның хатта ауылын яндырып, ер менән тигеҙләп һөрөп ҡуйғандар икән. Был кеше ҡулға алынғас, уның ғаиләһен таратып алалар. Кинйә улы Мәскәү эргәһендә биләмәһе булған бер дворянға эләгә. Уны суҡындыралар. Яңы исем бирәләр. Ун алты йәше тулғас, урыҫ крәҫтиәненең ҡыҙына өйләндерәләр. Бына ҡайҙан киткән икән беҙҙең фамилия!
   Был асыштар мине ҡыуандыра ла, ҡурҡыта ла. Башҡортостанға барып, ул ерҙәрҙе, күрге килә, үҙемде нисек кенә булһа ла танытҡы килә. Ундағы халыҡ миңе нисек ҡабул итер икән? Шул хаҡта уйланам. Бөгөн ул Салауат (әгәр һүҙ, әлбиттә, тап ошо Салауат хаҡында барған булһа) башҡорттарҙың милли геройы... Уға һәйкәл ҡуйғандар. Ҡыҙыҡ, мин саҡ ҡына булһа ла уға оҡшағанмын микән? Ә, бәлки, ул Салауат минең туғаным түгелдер? Салауат исеме башҡорттарҙа күп булғандыр бит? Аптырандыра.
                                                    * * *
   1988 йыл, 13 декабрь. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ бер шылтыратыу булды. Кем икәнен дә төшөнмәй ҡалдым. «Тарих менән мауығыу яҡшыға килтермәй ул. Шуны онотмаһағыҙ ине», тине лә берәу трубкаһын һалды. Кем булды икән ул? Башҡорттар менән ҡыҙыҡһыныуыма ишаралай микән? Улай тиһән, ике быуаттан ашыу ваҡыт эсендә булған ваҡиғаларҙың бөгөн кемгә ниндәй зыян килтереүе ихтимал? Аңлашылмай...
   Ошо урында Владимир Башкировтың көндәлегенең өҙөктәрен биреүҙе туҡтатам. Уның яҙмалары менән бергә миңә бер генә битлек бер материалдың күсермәһе килеп эләкте. Шул документтан ҡыҫҡа ғына бер өҙөк бирәм.
   "СССР Дәүләт именлеге комитетының оператив эшмәкәрлек идаралығы начальнигы ВП.Н-овҡа
   ...Оператив мәғлүмәттәр буйынса, Мәскәүҙә йәшәгән бер төркөм зыялылар үҙҙәренең ата-бабалары хаҡында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнә. Үҙәк архивтарҙа улар ҡыҙыҡһынған материалдарҙы анализлау көтөлмәгән һөҙөмтә бирҙе. Урыҫ милләтенән булған бер төркөм күренекле шәхестәр ата- бабалары башҡорт милләтенән булған тип раҫлай. Уларҙың был фекерен тулыһынса дәлилләгән тарихи документтар байтаҡ, һүҙ 1773—1775 йылғы Пугачев болаһы документтары хаҡында бара.(...)
   Мәҫәлән, күренекле пианист Башкиров Д.А., билдәле альпинист Башкиров В.Н., билдәле химик Башкиров А. Н һәм башҡалар шулайтып үҙ ғаиләләренең тарихын асыҡланы. _Ә, Альпинист Владимир Башкиров фекеренсә, ул Пугачевтың яуҙашы, башҡорттарҙың милли геройы Салауат Юлаетың етенсе быуын ейәне. Билдәле булыуынса, башҡорттар ете быуынға тиклем туғандарҙы барлап асыҡларға тырыша. Был мәғлүмәт киң танылыу алһа, башҡорт халҡының зыялыларына барып етһә, уны милләтсел ҡарашта тәрбиәләнгән ҡайһы бер башҡорт вәкилдәре үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуы мөмкин. Башҡорт АССР- ында һәм унда йәшәгән башҡорттарҙың милли күтәрелеш кисереп, яңынан үҙ аллылыҡ тураһында һүҙ күтәреү мөмкинлеге арта. Шуға ла беҙ пианист Д.А.Башкировтың өҫтә әйтеп үтелгән документтар менән сит илдәргә сығыуын сикләнек. Әммә әлеге ваҡытта был мәғлүмәттәр альпинист В.Н Башкиров ҡулында.
   Өҫтә әйтеп үтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, В.Н. Башки ровҡа ҡарата ҡырҡа саралар ҡулланыуға ризалығығыҙҙы һорайым. Ҡултамға. Дата".
                                                        * * *
   Күп тә үтмәй, Владимир Башкиров Гималайҙарҙа һәләк була. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул 8 мең метрлыҡ тауға менгәндә тейешле акклиматизация үтмәгән. Шуға ла йөрәге туҡтаған. Ысынында иһә, ул тауҙарҙа нимә булғанын беҙ ҡасан да булһа асыҡларбыҙ микән?
                                                                    Заһир Шонҡаров.Киске Өфө, 2009 йыл, № 13