Архив рубрики: аш-һыу

Помидор һәм эремсек

помидор

             

              Помидор һәм эремсек

   Помидорҙы түңәрәкләп ҡырҡырға, тәрилкәгә теҙеп сығырға. Өҫтәренә эремсек һалып сығырға, шунан тағы бер ҡат өҫтәп түңәрәкләп ҡырҡылған помидорҙар һалырға. Быларҙың өҫтөнә йәнә эремсек йәйеп сығырға ла һәм телгеләнгән болгар боросо теҙергә. Аҙағынан ваҡ итеп туралған йәшелсә-үләндәр һибергә. Тоҙ һәм тәмләткестәрҙе самалап һалырға.

Ҡарағаттан ҡайнатма

варенье из смородины              Ҡарағаттан ҡайнатма

   Ҡайнатма тәмле килеп сыҡһын өсөн өлгөргән, эре, татлы емештәрҙе генә һайлағыҙ. Ҡарағатты йыуып, иләккә йәки һөҙгөскә һалып, 2-3 минутҡа ҡайнар һыуға төшөрөп алығыҙ. 1 кг емешкә 1,5 кг шәкәр алына. 2 стакан ҡайнаған һыуға шәкәр ҡушып, ҡайнатып алығыҙ ҙа ҡарағат емештәренең өҫтөнә ҡойоғоҙ. Талғын утҡа ҡуйып, болғата-болғата, һирәк-һаяҡ 3-5 минутҡа утын һүндереп тороп, әҙер булғансы ҡайнатығыҙ. Ҡайнатма өҫтөндә барлыҡҡа килгән күбектәрҙе һөҙөп алырға онотмағыҙ.

“Сер” ҡайнатмаһы

клубника“Сер” ҡайнатмаһы

Эмалле һауытҡа еләк менән шәкәр һалына, ике-өс ҡалаҡ һыу йәки яңы ғына һығып алынған емеш һуты өҫтәлә. Утҡа ҡуйғас, ҡапҡасы ябыҡ килеш, 85 градус эҫелектә (талғын утта) болғата-болғата, 5-10 минут самаһы ҡайнатырға. Артабан ҡайнатманы эсе көйөнсә стерилләнгән банкаларға ҡойорға.
   1 кг еләк
   500-600 гр. шәкәр

Сейәнән мармелад

мармелад из вишни            Сейәнән мармелад

   Сейәләрҙе йыуып, һәр береһен энә менән тишеп, эстәренән төштәрен алырға ла эмаллә һауытҡа һалырға. 300 гр. шәкәр һәм яңы ғына һығып алынған алма һуты өҫтәп талғын утта болғата-болғата 20 минут ҡайнатырға. Аҙаҡтан тағы ла 300 гр. шәкәр өҫтәп, әҙер булғансы ҡайнатырға. Ҡайнар мармеладты ҡоро һәм йылытылған ҙур булмаған (05 л) банкаларға ҡойорға, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибергә лә полиэтилен япҡыстар менән ябырға. Һалҡын урында һаҡларға
   1 кг сейә иҙмәһе
   150 мл. алма һуты
   600 гр. шәкәр.

“Зөбәржәт" ҡайнатмаһы

вишневое варенье            “Зөбәржәт" ҡайнатмаһы

  Бөтөн, һау сейә япраҡтарын (100 гр. тирәһендәй) өҙөп, 3 стакан һыуға һалып, ҡайнатығыҙ, һөҙөгөҙ. Эре һәм уртаса ҙурлыҡтағы крыжовник емештәренә сейә япрағы ҡайнаған һыуҙы ҡушып, һалҡын урынға ун ике сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Артабан һутын һөҙөп, унда шәкәр өстөп, ҡайнатып алығыҙ. Эҫе шәкәрле һутты еләктәргә ҡойоп, 15 минут ҡайнатығыҙ. Уттан алырға 2-3 минут ҡалғас, яңы ғына өҙөлгән 10 сейә япрағы өҫтәгеҙ. Әҙер ҡайнатманы шунда уҡ банкаларға һалып, ҡапҡасын ябып, мөгәрәпкә төшөрөп ҡуйығыҙ. Ҡайнатма ҡабатланмаҫ тәме һәм зөбәржәт-йәшкелт төҫтә булыуы менән бик үҙенсәлекле күренер.
   1 кг крыжовник
   1.4 кг шәкәр
   сейә япраҡтары кәрәк буласаҡ

Ҡыҙыл ҡарағат һутында әҙерләнгән сейә

вишня краснаяҠыҙыл ҡарағат һутында әҙерләнгән сейә ҡайнатмаһы

Сейәләрҙә йыуып, энә йәки булавка менән эсендәге тостарын алып, эмалле һауытҡа һалығыҙ. Артабан шәкәр, яңы ғына һығып алынған ҡыҙыл ҡарағат йәки ҡурай еләге һутын өҫтәп утҡа ҡуйырға ла, ҡайнап сыҡҡас, ярты сәғәт самаһы һүлпән утта ҡайнатырға.
   1 кг сейә
   800 г шәкәр
   1 стакан ҡыҙыл ҡарағат
   ярты стакан ҡурай еләге һуты талап ителә

Ҡурай еләгенән

малина ягода                  Ҡурай еләгенән

   Яңы ғына тирелгән ҡурай еләге емештәрен эмалле һауытҡа һалып, шәкәр, һыу (1 кг емешкә — 300 мл һыу) өҫтәп, яй утта ҡайнатып алырға. 15 минуттан утты бер аҙ көсәйтеп, әҙер булғансы ҡайнатырға. Утты һүндерер алдынан һыуҙа иретелгән лимон кислотаһы һәм желатин өҫтәлә
   1 кг ҡурай еләге,
   1.4 кг шәкәр,
   10 кг лимон кислотаһы,
   3-4 гр. желатин алына.

Ҡарағаттан джем

карагат

                 Ҡарағаттан джем

   Ҡайнап сыҡҡан шәкәрле һыуға өлөшләп ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат һалырға, ҡайнап сыҡҡас, утты һүндереп, һыуытырға ҡуйырға. Икенсе көнөнә ҡабаттан утҡа ҡуйып, әҙер булғансы болғата болғата ҡайнатырға. Эҫе көйөнсә банкыларға тултырып, ҡапҡастарын япҡас, өҫтөн ҡалын одеал менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға.

   1 кг ҡара ҡарағат
   250 гр. ҡыҙыл ҡарағат
   800 гр. шәкәр
   Бер стакан һыу