аш-һыу

Сыр, алма, помидор

0

помидор и сыр       Сыр һәм алма тултырылған помидор
   3 өлөш ризыҡ әҙерләү өсөн кәрәк: 300 г помидор, 75 г алма, 60 г сыр, 3 г һарымһаҡ, 45 г майонез, 10 г тәмләткес үләндәр.
                         Әҙерләү:
   Уртаса ҙурлыҡтағы тығыҙ помидорҙарҙы йыуып, өҫкө өлөшөн ҡапҡас рәүешендә киҫергә, эсен ҡырып алып эслек өсөн урын әҙерләргә. Помидорҙарга тоҙ һибеп, эслекте тултырырға, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә һәм йәшел салат япраҡтары һалынған десерт тәрилкәһендә өҫтәлгә бирергә.
                      Эслек шулай яһала:
   Әҙер алманы ваҡ ҡына итеп һаламлап турарға, өҫтөнә эре ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, помидор эсенең бер өлөшөн иҙеп һалырға, ваҡлап туралған һарымһаҡ өҫтәргә һәм майонез бутарға.

                                                                                                                                Башҡортостан ҡыҙы журналынан

Һуған ҡушылған бәшмәк

0

ГРИБЫ С ЛУКОМ                 Һуған ҡушылған бәшмәк
   1 өлөш өсөн кәрәк: 80 -100 г бәшмәк, 20 — 30 г үҫемлек майы, 10-15 г башлы һуған, 3 г тоҙ, 5 г тәмләткес үләндәр.
   Бәшмәкте таҙартып, йыуып, ҙурлығы буйынса айырырға. Ваҡ бәшмәкте бөтәүләй көйө 25-30 минут ҡайнатҡандан һуң тоҙ һәм тәмләткестәр: хуш еҫле борос, ҡәнәфер, лавр япрағы, кәрәгенсә дәрсен (һәр ҡайһыһы 2-З бөртөк) һалырға. Бешеп сыҡҡандан һуң бәшмәкте һыуынан һөҙөп алырға ла уға аш һеркәһе эссенцияһы (1 кг бәшмәккә -1 балғалаҡ) ҡушып болғатырға. Әҙер банкаларға ҡайнар килеш һалырға һәм һыулы һауытҡа урынлаштырып 30-40 минут ҡайнатырға. Табынға ҡуйғанда бәшмәккә үҫемлек майы һәм ярымҡулсалап туралған һуған һалырға, өҫтөн ваҡланған тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.

                                      Башҡортостан ҡыҙы журналынан

Ит менән өрөктән урама

0

мясо говядинамясо и урюкмясо заворачиваемготовая колбасаготовая мясная             

       Ит менән өрөктән урама

                    Әҙерләү:
   Ризыҡ әҙәрләү өсөн кәрәк: һыйырҙың (йәки башҡа эре малдың, йәки ҡош-ҡорттоң) һум ите, төшө алынған өрөк, борос, тоҙ.
   - Һум иттән 1 см ҡалынлығындағы киҫәктәр телеп алығыҙ, уларҙың ситтәрен бер-береһенең өҫтөнә һала-һала. иткә 20×30 см ҙурлығыңдағы йәймә формаһын бирегеҙ. Уның өҫтөнә самалап тоҙ, төйөлгән ҡара борос һибегеҙ.
   - Ит турағысы аша үткәрелгән өрөктө тигеҙләп ит өҫтенә һалығыҙ.
   - Йәймәне тығыҙлап урағыҙ, таралмаһын өсөн, марляға төрөп, аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланылған махсус еңсәгә (йәки фольгаға) урынлаштырығыҙ. Тоҡтоң ике яҡ осон да бәйләгеҙ. Ризыҡты газ мейесендә әҙер булғансы бешерегеҙ. Ураманы киҫәктәргә бүлеп, табанға дөгө ярмаһынан әҙерләнгән гарнир, соус менән бирегеҙ.

                                                                                                                                    Башҡортостан ҡыҙы журналынан

Ҡабаҡ ҡушылған манты

0

рубим мясокабакфаршготовый фаршманты

                               Ҡабаҡ ҡушылған манты

Манты әҙерләү өсөн кәрәк: күркә ( йәки тауыҡ) бото, ҡабаҡ, тоҙ, йәшел шәфәри (петрушка), тоҙ.

                                       Әҙерләү:

— Бот итен ваҡ ҡына итеп турағыҙ.
— Ҡабаҡты йыуып, төштәренән, ҡабығынан таҙартығыҙ ҙа уны ла ваҡ шаҡмаҡтарға бүлегеҙ.
— Ит менән ҡабаҡты туралған йәшел шәфәриҙө бергә ҡушып, һәйбәтләп бутағыҙ.
— Билмәнгә әҙерләгәндәй, ҡамыр баҫығыҙ. Уны йоҡа ғына итеп йәйәгеҙ ҙә иңе-буйы 8-9 см булған шаҡмаҡтарға киҫегеҙ.
— Уларҙың өҫтөнә фарш һалып, мантының ҡырыйҙарын семтеп йәбештерегеҙ.
— Манты бешергескә (мантышница) теҙеп һалып, быу өҫтөндә 30- 40 минут бешерегеҙ.

                                                                                                                          Башҡортостан ҡыҙы журналынан

 

Шәмле ҡыярҙар

0

огурцы соленные              Шәмле ҡыярҙар

   Өс литрлы банкаларҙы 20 минут стерилләгеҙ. Уның эсенә балауыҙ шәме ултыртығыҙ һәм ҡыярҙарҙы матурлап тултырығыҙ. Ҡыярҙар түтәлдән яңы ғына өҙөп алынған булырға тейеш. Уларҙы йыуырға ла ярамай, таҙа таҫтамал менән ипләп һөртөгөҙ. Банка тулғас, балауыҙ шәмен яндырығыҙ ҙа 10 минут көтөгөҙ. Аҙаҡ шәмде һүндереп, тимер ҡапҡас менән ябығыҙ. Ҡышын ҡыярҙарҙың тәме лә, формаһы ла шул көйө һаҡланасаҡ.

Итальянса тоҙланған ҡыяр

0

итальянский способ               Итальянса тоҙланған ҡыяр

   10 кг ҡыяр, 100-150 г йәшел укроп, 20 ҙур булмаған кишер, 100-150 г көрән тамыры, 5-7 баш һуған.
   Тоҙло һыу әҙерләү өсөн: 10 л һыуға 2 л аш һеркәһе, 200 г тоҙ, 300-700 г шәкәр, 8-10 лавр япрағы, 20-шәр бөртөк ҡара борос, 10-15 г горчица орлоғо.
   Кишер, керән, һуғанды ваҡлап турағыҙ. Стерилләнгән банкаларға ваҡлап туралған йәшелсәләр менән бергә ҡыярҙы тығыҙлап тултырығыҙ. Тоҙло һыуҙы ҡайнар килеш банкаларға ҡойоғоҙ. Тәм буйынса шәкәр өҫтәгеҙ. 1 литрлы банкаларҙы 30-40, 2-3 литрлыларҙы 50-60 минут стерилләгеҙ.

Лимон кислотаһында маринадланған ҡыяр

0

огурцы в лимонеЛимон кислотаһы менән маринадланған ҡыяр

   10 кг ҡыяр, 150-200 г укроп (орлоҡтары менән), 500-800 г башлы һуған, 15-20 г керән тамыры, 1-2 баш һарымһаҡ кәрәк.
Маринад өсөн: 10 л һыуға — 375 г тоҙ, 125 г шәкәр, 125 г лимон кислотаһы, 10-15-шәр бөртөк ҡара борос һәм горчица, 5-6 лавр япрағы.
   Ҡыярҙарҙы банкаларға тынҡыслап тултырығыҙ, һәр банкаға 1-3 тырнаҡ һарымһаҡ,1-2 баш туралған һуған, самалап керән тамыры, укроп төшөрөгөҙ. Өҫтөнә ҡайнаған маринад ҡойоп, бер һәм ике литрлыларҙы 15-20, өс литрлыларҙы 30-35 минут стерилләргә.

Маринадланған ҡыяр

0

маринад                 Маринадланған ҡыяр

   3 литр банкаға 1800—1900 г ҡыяр, 3 г корица, 15 бөртөк ҡәнәфер, лавр япрағы, бер ҡуҙаҡ ҡыҙыл борос, бер нисә бөртөк ҡара борос, 60-70 г тоҙ, 60-70 г шәкәр, 180- 200 г аш һөркәһе, 1000—1300г һыу.
   Бер ҙурлыҡтағы ҡыярҙарҙы йыуып, 5-6 сәғәткә һыуға һалып торалар. Йыуылған һәм туралған йәшелсәләрҙең, үләндәрҙең ярты өлөшөн банканың төбөнә, ҡыярҙарҙы тултырғас, өҫтөнә ҡалған үлән-йәшелсәләрҙе һалалар. Ҡайнап сыҡҡан һыуҙы ҡыярҙарҙың өҫтөнә ҡоялар, бер аҙ торғас, банканың һыуын һарҡытып, ҡабаттан ҡайнатып һалалар. Өсөнсө тапҡырында инде тәмләткестәр ҡушылған ҡайнар маринад ҡойола. Өҫтөн тимер ҡапҡастар менән ныҡлап япҡас, банкаларҙы күпмелер ваҡытҡа баш түбән ҡуйып торалар.

“Ләлә” турамаһы (салат)

0

 

“Ләлә” турамаһы (салат)

Талап ителә: 100 г помидор, 30 г эремсек, 10 г татлы борос, 10 г һуған, теләк буйынса үлән-йәшелсәләр.
Бер тигеҙ кимәлдәге оҙонсараҡ помидорҙарҙы арҡырыға йәки буйға киҫеп, үҙәген ҡалаҡ менән соҡоп алалар. Помидорҙың йомшағына татлы борос, һуған, эремсек, тоҙ һәм төрлө үлән-йәшелсәләр ҡушып болғаталар. Ошо эслекте помидорҙар эсенә тултырып, уларҙы салат япраҡтары өҫтөнә сәскә рәүешендә матурлап теҙәләр.

“Хыял” турамаһы (салат)

0

 

“Хыял” турамаһы (салат)

100 г помидор, 20 г консерваланған йәшел борсаҡ, 20 г башлы һуған, 5 г керән, 15 г көнбағыш майы, үлән-йәшелсәләр, тәмләп тоҙ алына.

Туралған помидор, башлы һуған, йәшел петрушка, укроп, йәшел борсаҡ һәм ыуылған керәнде бергә бутайҙар ҙа өҫтөнә көнбағыш майы һалалар.

Вверх
.