Әкиәттәр һәм йәнһүрәттәр

Ирекбай

0

        Ирекбай

Борон-борон заманда
Бик алыҫта, бер илдә,
Байбурия ерендә
Йәшәгән, ти, бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ.
Үҙҙәре ҡартайып килгәндә,
Быларҙың булды, ти, бер ир балаһы.
Исемен ҡуштылар, ти, «Ирекбай»,
Бирҙеләр, ти, уға бер тай.
Был малай бик шәп үҫә,
Ай үҫәһен, көн үҫә,
Иыл үҫәһен, ай үҫә;
Һәр кем уға һоҡлана,
Һәр кем күреп шатлана.
Уйын уйнаған сағында
Бик яратҡан сабырға.
Урмандарға барған ул,
Айыу, бүре атланып,

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Башҡортса әкиәт «Ҡараса батыр»

0

                                                            Ҡараса батыр

   Борон заманда булған, ти, бер бай ҡарт менән ҡортҡа. Быларҙың ун бер улы булған, ти. Бер ваҡыт ҡарт менән ҡортҡа үлеп китеп, ун бер улы ла ярлыланған. Аталарынан ҡалған мал да бөткән. Ун ағай-эне бергәләшеп, эш эҙләп сығып киткән, кеселәре өйҙә тороп ҡалған.
Китеп бара торғас, былар Кирпәсте ҡылысында ял итергә туҡтағандар. Шул урында һыуға манып, икмәк ашап алдылар ҙа китергә тип торғайнылар, бер кеше ҡаршы осрап:
   — Кирпәсте ҡылысынан йыраҡ түгел бер өй булыр, шунда барығыҙ,— тип әйтте, ти. Шунда китеп баралар ине, бер ҡарсыҡ быларға ҡаршы йүгереп сыҡты ла:
   — Эй, балаларым, тоҙһоҙ өйрә эсеп китегеҙ! — тип өндәште, ти. Ун ағай-эне:
   — Һинең тоҙһоҙ өйрәңде эсеп ултырғансы, ни ҡәҙәре ер атларбыҙ, эсмәйбеҙ,— тип киттеләр ҙә барҙылар, ти.
   Быларҙың өйҙә ҡалған кесе энеләре: «Мин дә эшләргә китәйем әле»,— ти ҙә, атаһынан ҡалған ҡылысты алып, йыраҡ юлға сығып китә. Ағалары юлынан килеп, теге урында туҡтап һыу менән икмәк ашап ала ла тағы китә. Әлеге әбей быға ла ҡаршы сыға:
   — Тоҙһоҙ өйрә ашап кит, улым!— ти.
Был егеттең исеме Ҡараса батыр икән. Ҡараса батыр әбейгә әйтә:
   — Ярай, керәм, өйрәңде ашайым,— ти. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Осҡос ишәк

0

                                                                   Осҡос ишәк

   Борон бер бабай менән әбей йәшәгән. Уларҙың ике улы булған. Бабай менән әбей үлгәс, улдары эш эҙләп ҡалаға киткәндәр. Килеп еткәс, бер ҡарсыҡҡа ингәндәр. Ҡарсыҡ:
   — Йә, балаҡайҙар, ҡайҙа китеп бараһығыҙ? — тип һораша быларҙан.
   — Эш эҙләп килгәйнек,— тиҙәр.
   — Миндә генә тороғоҙ,— ти ҡарсыҡ.
Шулайтып былар ошо ҡарсыҡта тороп ҡалалар.
   Ә әбейҙең бер ишәктән башҡа һис ниндәй дәүләте юҡ икән. Шул ишәкте ҡарарға тейештәр ағай-энеле икәүләп. Ҡарсыҡ әйтә:
   — Балаҡайҙар, ишәкте эсерергә алып барғанда ишәккә һуға күрмәгеҙ,— ти.
Бер көн шулай ишәкте менеп, йылғаға китеп ултыралар ине, «әбей ниңә һуҡмаҫҡа ҡушты икән был ишәккә?» — тип уйлайҙар. Шунан тота ла береһе ишәккә һуға бит. һуҡҡайны, ишәк шундуҡ егеттәрҙе һауаға күтәреп осто ла китте. Эй осто ишәк, эй осто — былар ишәк өҫтөндә бит инде — байтаҡ ҡына шулай осоп йөрөгәс, икенсе бер ҡалаға килеп төштөләр. Килеп төшһәләр — ни ғәләмәт был: ҡаланың бер яғында сыр-сыу илашалар, икенсе яғында зыу әкәмәт килеп уйнайҙар, көлөшөп күңел асалар. Егеттәрҙең береһе ҡабат ишәккә һуҡҡайны, мәхлүк быларҙы йәнә осороп алды ла китте. Хәҙер ҡайтыу яғына осто ла әбейҙең ихатаһына килеп төштө. Егеттәр ҡарсыҡтан һорайҙар: тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Етегән батыр

1

                                                                    Етегән батыр

   Борон-борон заманда бәләкәй генә бер ауыл янында бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ йәшәгән, ти. Уларҙың алты улдары булған. Һис көтмәгәндә етенсе улдары донъяға килгән. Уға Етегән тип исем ҡушҡандар, ти.
   Етегән айлап, йыллап түгел, ә сәғәтләп үҫә, ти. Ул үҙенең был тиҙ үҫеүе, матурлығы, көслөлөгө менән кешеләрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Көс яғынан Етегән менән бер кем тиңләшә алмай. Берҙән-бер көн ул ағаларын йыйып алған да:
   — Ни эшләп беҙ өйҙә ятабыҙ, әйҙәгеҙ, атайымдан рөхсәт алайыҡ та, үҙ бәхетебеҙҙе үҙебеҙ эҙләргә сығып китәйек,— тигән. Ағалары:
   — Етегән, бар һин атайымдан рөхсәт һора, ул һине ярата, һинең һүҙеңде кире ҡаҡмаҫ,— тиҙәр. Етегән, атаһына барып:
   — Атай, беҙҙең йыйылышып өйҙә ятаһыбыҙ килмәй, сит илдәргә барып үҙ бәхетебеҙҙе эҙләп ҡарарға теләйбеҙ,— ти.
Ҡарт улының киң күкрәкле, көслө, матур булыуына һоҡланып ҡарап тора ла:
   — Ярай, барығыҙ ҙа үҫеп еттегеҙ, мин ҡаршы килмәйем,— ти.— Бына һеҙгә ете йүгән, һәр берегеҙгә бер ат һайлағыҙ ҙа бәхетегеҙҙе үҙегеҙ тырышып табыу өсөн үҙегеҙ теләгән яҡтарға китегеҙ. Ләкин минән васыят шул: бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ,— ти. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Әкиәт «Боғар хан улдары»

0

                                                                      Әкиәт «Боғар хан улдары»

   Борон заманда Боғар тигән хан булған. Уның бер улы тыуған. Улына Йыһангиз тип исем ҡушҡандар. Шунан был, ир еткәс, атаһы менән әсәһенә: «Мин һәнәр эҙләйем»,— тине лә атҡа менеп сыҡты ла китте, ти.
   Китте был, ай китте, йыл китте, бер йыл буйына китте, барып етте бер диңгеҙ буйына. Диңгеҙ буйын ҡыҙырып китеп ултырһа, күрә: ята ҡотһоҙ бер әбей, маңлайының уртаһында бер күҙе генә бар. Эргәһендә бер сатыр ҡороулы — алтын сатыр. Алтын сатырҙа бер ҡыҙ ултыра: бер бите ай, бер бите көн кеүек. Керҙе лә әйтте:
   — Һин ни эшләп ултыраһың бында хур булып? Мин һине алайым,— тине.
Ҡыҙ әйтә:
   — Бынау ятҡан әбей — минең инәйем, тау ендәрҙең батшаһы ул,— ти.— Инәйем бирһә, мин һиңә барырмын,— ти.
   — Инәйең тиҙ уянырмы?
   — Алты көн, алты төн йоҡлай торған,— ти ҡыҙ.
   — Мин дә алты көн, алты төн йоҡлай торғанмын. Әбей торһа, көтһөн,— тине лә йоҡларға ятты, ти, егет.
   Әбей унан элек ырғып килеп торҙо, ти, йоҡоһо бөтөп. Торҙо ла:
   — Был ниндәй кеше? Быны ашайым бит мин хәҙер,— тип әйтә, ти.
   — Юҡ, инәй, ул хан балаһы. Мине һорай ул,— ти ҡыҙы. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Әкиәт «Ғәйнизар менән Етемйәр»

0

                                                     Әкиәт «Ғәйнизар менән Етемйәр»

   Борон-борон заманда Зөлҡәрнәй тигән хан йәшәгән. Уның ике улы булған. Өлкәне Ғәйнизар, кесеһе Етемйәр исемле. Күп тә үтмәй, уларҙың әсәләре үлеп киткән. Хан икенсе ҡатын алған. Үгәй әсә балаларҙы бер ҙә һыйҙырмаған. Ғәйнизарға күршеләре:
   — Үгәй әсә һыйҙырмағас, һин кит бынан,— тиҙәр. Ғәйнизар китергә була. Китерҙән элек уға ҡала осондағы сихырсы әбейгә барырға ҡушалар. Сихырсы әбей уға дейеү ҡыҙына барып ғилем алырға кәңәш итә.
   — Атайыңдың йылҡы өйөрөнә барып, ҡороғоңдо ҡылтырат, йүгәнеңде шылтырат. Ҡайһы ат ҡараһа, шуны мен,— ти.
   Ғәйнизар, йылҡы араһына барып, ҡороғон ҡылты- рата, йүгәнен шылтырата. Уға баҡтаһын ҡоймаған бер тай боролоп ҡарай. Ғәйнизар шуны тотоп атлана. Тай баҡтаһын ҡоя, яҡшы бер ҡонанға әйләнә. Ғәйнизар алыҫ юлға сығып китә. Бик оҙаҡ барғас, бер тау итәгендә туҡтарға була. Уғын сыра итеп ярып, ут яға, уҡтың башаҡтарын уттың көлө тирәләй сәнсеп сыға.
Иртәнсәк Ғәйнизар тауҙы аша төшһә, уға ҡаршы дейеү килә, ти. Ғәйнизар дейеүгә:
   — Мин һинең ҡыҙыңда уҡып ғилем алырға тип китеп барам,— ти. Дейеү: тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Әкиәт «Ҡамыр батыр»

0

                                                        Әкиәт «Ҡамыр батыр»

   Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Бабай балыҡ аулаған, шуның менән көн күргәндәр, ти. Барын барға иҫәпләп, юғын юҡҡа иҫәпләп йәшәй биргәндәр, һис нәмәгә зарланмағандар, ти,былар. Тик балалары булмау ғына уларҙың эҫтәрен бошороп торған да торған, ти. Йонсоу бер көндө бабай үҙенең ғәҙәтенсә диңгеҙгә балыҡҡа барған. Диңгеҙгә ауын һалып, тартып алған икән — сәйер бер балыҡ эләгеп килеп сыҡҡан. Был балыҡтың тәңкәләре алтындан да көмөштән, гәүһәрҙән дә яҡуттан ғына икән. Күҙҙең яуын алып торалар, ти.
   Бабай, балыҡты усына һалып, оҙаҡ ҡарап торған да: «Быны ашап тамаҡ туймаҫ, йәшәй бирһен әйҙә»,— тип диңгеҙгә ташлайым ғына тигәндә, балыҡ телгә килгән:
   — Бабай! Мине алып ҡайт. Итемде улдарыңа ашат, ҡанымды аттарыңа эсер, һөйәктәремде эттәреңә бир,— тигән.
Бабайҙың улдары булмағас, аптырап ҡалған. Ни эшләргә белмәй торған-торған да, ни булһа ла булыр тип, балыҡты алып ҡайтып киткән.
   — Ҡайтҡас, тупһаһын ашатлап, һүҙ ҡатырға ла өлгөрмәгән, ҡарсығы, ике малай күтәреп, ҡаршыһына килеп баҫҡан.
   — Күрәһеңме, был малайҙар — беҙҙең улдарыбыҙ! — тигәс, бабай тағы ла нығыраҡ ғәжәпкә ҡалған. Шунан бының ҡарсығы бабай балыҡҡа киткәс ни булғанын һөйләп биргән.
   — Һин балыҡҡа сығып китеүең менән ҡамыр баҫтым да, ике малай яһап, һандыҡҡа һалдым,— тигән әбей.— Шул арала үҙем ишек алдына сығып әйләндем. Килеп инһәм, ҡолағыма бала илаған тауыш салынғандай булды. Ипләберәк тыңлаһам, тауыш һандыҡ эсенән килә. Һандыҡты асып ебәргәйнем, шаҡ ҡаттым: минең бая һалып ҡуйған малайҙарыма йән ингән!
Ни әйтергә белмәйенсә ҡатып ҡалған бабай һушына килгәс, баяғы балыҡтың әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән. Шунан балыҡтың итен малайҙарға ашатҡан, ҡанын ике атына эсергән, һөйәктәрен ике этенә ташлаған.
    тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Әкиәт «Алтын сабаҡ»

0

                                                                Әкиәт «Алтын сабаҡ»

   Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ. Былар бик олоғайғандар, бала-сағалары булмаған. Ҡарт менән ҡарсыҡ балыҡ аулап тамаҡ аҫрағандар. Бер көндө ҡартҡа бер алтын балыҡ эләгә. Балыҡ телгә килә лә ҡартҡа былай тип әйтә:
   — Һин мине үҙең ашама, башымды бейәңә ашат, кәүҙәмде ҡарсығыңа ашат, ҡойроғомдо этеңә бир.
   Ҡарт балыҡтың әйткәнен эшләй. Алтын балыҡты алып ҡайта ла башын алты йәшәр бейәһенә, кәүҙәһен етмеш йәштәрҙәге ҡарсығына ашата, ҡойроғон этенә ташлай. Әбей шунда уҡ гоманлы була, бейә ҡолонға, эт көсөккә ҡала. Күп тә үтмәй, әбей ике ир бала, бейә ике ҡолон, эт ике көсөк килтерә. Малайҙарҙың баштары алтын, арт һандары көмөш, ти. Ҡолондарҙың ялдары алтын, ҡойроҡтары көмөш, ти. Көсөктәрҙең дә баштары алтындан, ҡойроҡтары көмөштән, ти.
   Бабай ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ти. Малайҙарҙы тәрбиәләп үҫтерә. Малайҙар бик бәһлеүән булып үҫәләр. Дүрт-биш йәштәрендә урамдағы оло кешеләрҙе тәгәрәтә һуғалар ҙа ҡуялар. Бала-сағаларҙы үлтерә һуҡҡан саҡтары ла булғылай. Малайҙар ололарға йәбешә башлағас, ауыл халҡы быларҙы нисек тә булһа ситкә олаҡтырырға, ауылдан тайҙырырға уйлаша. Бер көндө батшаға хәбәр итәләр:
   — Бер ҡартта ике бала бар, үҙ яныңа алһаң ине. Балаларҙың баштары алтын, арт һандары көмөш,— тиҙәр.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Әкиәт «Батыр һалдат»

0

                                                               Әкиәт «Батыр һалдат»

   Борон-борон заманда бер батша йәшәгән. Уның бала-сағаһы булмаған. Һарай эсендә ҙур алма баҡсалары бар икән. Бер ваҡыт батша ҡатыны менән һыу инергә барғанда, алмағас төбөндә бер ҡарт күргән.
   — Был ҡарт ҡайҙан килеп сыҡты икән? Нишләп ултыра икән бында? — тип ғәжәпһенгәндәр ҙә, барып, ҡартҡа өндәшкәндәр.
   — Мин шулай, шулай, ялан күрергә сыҡтым. Баҡсаң бик оҡшағас, алмағас төбөнә ял итергә ултырҙым. Мин үҙем бер табибмын. Балаға мохтаж кешеләргә ярҙам итәм,— тигән ҡарт. Батша әйтә:
   — Беҙҙең бала-сағабыҙ юҡ. Беҙгә ярҙам итә алырһыңмы? — ти.
   — Итермен,— ти ҡарт.— Анау алманы өҙөп алып бирегеҙ әле,— ти. Шунан алманы уртаға яра ла бер яртыһын батшаға, икенсе яртыһын ҡатынына бирә.
   — Ашағыҙ ошоно,— ти.— һеҙҙең бер ҡыҙ балағыҙ донъяға килер. Балағыҙ тыумаҫ борон уҡ ер аҫтында йорт эшләтегеҙ. Ун ике йәш тулмайынса, ер аҫтынан сығармағыҙ. Алдан сығарһағыҙ, балағыҙ һеҙҙеке түгел,— ти.
   Ҡайталар ҙа, ерҙе ҡаҙып, йорт эшләтә башлайҙар былар хәҙер. Йорт һалынып бөткәс, батшаның ҡатыны шунда төшөп бәбәйләй. Бер бала ҡараусы килтереп ҡушалар. Баланы тәрбиәләйҙәр. Бала көндән-көн матурлана. Бик сибәр ҡыҙ булып үҫеп килә. Бер йыл үтә, ике йыл үтә, ете йыл үтә ер аҫтында. Хәҙер ҡыҙға бер уҡытыусы килтереп, уҡытырға ҡушалар. Яҙырға, уҡырға өйрәтә башлайҙар. Берҙән-бер бала, етмәһә, батша балаһы булғас, төрлөсә ҡыландырып ҡарайҙар быны. Ун йәшкә, ун бер йәшкә етә ҡыҙ, хәҙер аң керә быға. Китабында ағас, тауҙар, һыуҙар, урмандар, йондоҙҙар күрә; айҙы, ҡояшты, күп нәмәләрҙе һүрәттән ҡарап белә. Бер көндө ҡыҙ һорай бит:

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Әкиәт «Арпа батыр»

0

                                                             Әкиәт «Арпа батыр»

   Борон-борон заманда бер әбей йәшәгән. Уның бер генә балаһы ла булмаған. Бер көндө әбей бер бөртөк арпа табып алып ашай. Күп тә тормай, уның бер улы тыуа. Әбей балаһына Арпа тип исем ҡуша. Кешеләр әбейҙән:
   — Был баланы ҡайһылай таптың? — тип һорайҙар.
   — Бер бөртөк арпа ашағайным, шунан яралды,— ти әбей.
   Арпа бик батыр булып үҫеп етә. Үҙенә суйындан мең ботлоҡ суҡмар ҡойорға ҡуша. Кәртә-ҡаралтыһына берәй кешенең малы килеп инһә, бер һуғыуҙан үлтерә лә ашай ҙа ҡуя икән был. Кешеләр быны күрә алмай башлайҙар. Бер көндө Арпа батыр әсәһенә әйтә:
   — Хуш, һау бул, мин сығып китәм. Кешеләр мине күрә алмайҙар,— ти.
Егет сығып киткән. Бара торғас, туғыҙ ҡолас йыуанлығындасы бер ағас күргән. Ағастың башы кәкре икән, шул кәкрелә өй дәүмәлендәге бер ҡош ултыра икән. Был ҡоштар батшаһы Сәмреғош икән. Арпа батыр суҡмарын ҡошҡа бәрә — суҡмар теймәй, ҡош осоп китә. Арпа батыр ары китә. Бара торғас, бер кеше күрә. Ул тауҙы тауға һуғып йөрөй, ти. Арпа батыр килә лә һаулыҡ һораша:
  — Һауғынаһыңмы, Тау батыр! — ти.
   — Үҙең иҫән генә йөрөйһөңмө, Арпа батыр? — ти тегенеһе.
   Былар хәҙер икәүләшеп китәләр. Бара торғас, бер кешегә тап булалар. Был кеше бер күлдең һыуын уртлап ала ла икенсеһенә алып барып ҡоя, ти.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх