Ирекбай
Борон-борон заманда
Бик алыҫта, бер илдә,
Байбурия ерендә
Йәшәгән, ти, бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ.
Үҙҙәре ҡартайып килгәндә,
Быларҙың булды, ти, бер ир балаһы.
Исемен ҡуштылар, ти, «Ирекбай»,
Бирҙеләр, ти, уға бер тай.
Был малай бик шәп үҫә,
Ай үҫәһен, көн үҫә,
Иыл үҫәһен, ай үҫә;
Һәр кем уға һоҡлана,
Һәр кем күреп шатлана.
Уйын уйнаған сағында
Бик яратҡан сабырға.
Урмандарға барған ул,
Айыу, бүре атланып,
Йортҡа ҡайтып ингән ул.
Йылдар илап уҙғанда,
Айҙар аяҙ булғанда,
Көндәр көнләп йөрөгәндә,
Ирекбайға ун биш тулғанда,
Хандан әмер килгән, ти:
«Һәр бер иргә, йәшкә-ҡартҡа,
Атланырға ҡара атҡа,
Йүнәлергә тура утҡа!»
Был әмергә ил халҡы
Ҡурҡыу менән ҡараған,
Ирекбайҙы үҙҙәренә
Башлыҡ итеп һайлаған.
Ирекбай башлыҡ булғас:
— Был хандың әмеренә
Баш эймәгеҙ берегеҙ,
Ут ебәрһә илебеҙгә,
Йөҙ һытмағыҙ берегеҙ!
Илен утҡа тоторбоҙ,
Үҙен туҙан итербеҙ.
Китәм мин Ҡыҫҡыс ханға,
Ул тыныслыҡ боҙмаһын,
Һис хәйләһен ҡормаһын! —
Тип ырғып менде тайға,
Сапты, ти, ҡарап айға.
Эй саба, ти, эй саба,
Саба ла саба торғас,
Осраған, ти, бер кеше.
Ҡырын ятҡан үләнгә,
Башын һалған бүкәнгә,
Төҫкә, башҡа йәш кеше,
Сабыу икән бар эше,
Исеме шуға — Саптаретдин.
— Мин Ирекбай буламын,
Ҡыҫҡыс ханға барамын:
Илгә әмер ташланы,
Күп ирҙәрҙе аҙаны,
Етер инде ул ханға,
Туйындырҙы ерҙе ҡанға.
Хәҙер барамын уға,
Көс һынашып ҡарарға!
— Мине лә ал иптәшкә,
Бергә-бергә булырбыҙ,
Йомошоңдо тыңлармын,
Ҡоштар менән ярышһаң да
Мин уларҙы уҙырмын,—
Тине, ти, Саптаретдин.
Шулай итеп икәүләшеп
Саптылар улар алға,
Туп-тура ҡарап айға.
Эй сабалар, сабалар —
Энә буйы ер сабалар.
Саба ла саба торғас,
Осраттылар тағы кеше,
Атыу икән, ти, бар эше.
Елкәһендә йәйәһе,
Арҡаһында уҡтары,
Алтын икән остары.
Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашҡас,
Ирекбай:
— Һеҙ кем булаһығыҙ?
Теге кеше:
— Мин Уғатар булам, ағай,
Үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
Ирекбай:
— Был Саптаретдин, минең юлдашым,
Ҡыҫҡыс ханға юл башым:
Илгә әмер ташланы,
Күп ирҙәрҙе аҙаны.
Етер инде ул ханға,
Туйындырҙы ерҙе ҡанға.
Хәҙер мин барам уға,
Көс һынашып ҡарарға!
Уғатар:
— Мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ,
Һеҙгә кәрәк булырмын,
Күбәләктәй ҡошто ла
Күктән атып алырмын.
Саптаретдин шул арала
Ат килтерҙе Уғатарға.
Шунан былар өсәүләшеп
Эй сабалар, сабалар,
Эй сабалар, сабалар.
Саба торғас, быларға
Тап булған йәнә кеше,
Күл йотоу икән эше:
Күлдең һыуын йотҡан да
Төбөнә төшөп ятҡан.
Иҫәнлек-Һаулыҡ һорағас:
— Һеҙ кем булаһығыҙ? — тине Ирекбай.
Теге кеше:
— Мин Күлйотар булырмын,
Һеҙҙе кем тип танырмын?
Ирекбай:
— Былар минең юлдаштыр,
Һәнәрҙәре бик фаштыр.
Ҡыҫҡыс хандыр юлыбыҙ,
Байбурия еребеҙ.
Илгә әмер ташланы,
Күп ирҙәрҙе аҙаны.
Етер инде ул ханға,
Туйындырҙы ерҙе ҡанға.
Хәҙер барам мин уға,
Көс һынашып ҡарарға.
Шунан Күлйотар:
— Мине лә алһағыҙсы,
Һеҙгә кәрәк булырмын,
Ҙур-ҙур күлдәр йотормон,
Күп балыҡтар тотормон,
Һеҙҙе ашҡа туйҙырырмын.
Саптаретдин күҙ асып йомғансы юҡ булды ла алмасыбар төҫтә тағы бер тарпанды ҡыуып килтерҙе, ти.
Инде былар дүртәүләшеп
Киттеләр, ти, сабышып,
Берен-бере уҙышып.
Саптылар, ти, гел алға,
Туп-тура ҡарап айға.
Эй саптылар, саптылар,
Эй саптылар, саптылар.
Саба торғас, былар барып,
Еттеләр бер сахрә ергә.
Бында ҡоштар һайрайҙар,
Төрлө кейектәр олойҙар.
Бер ҡараһаң — матурлыҡ,
Бер ҡараһаң — ҡурҡырлыҡ:
Арыҫландар аҡыра,
Зубрҙары баҡыра.
Көн кис булып киткәнгә,
Шунда ҡунмаҡ булдылар,
Бергәләшеп өсөһө Утын ташып яҡтылар.
Уғатар китте һунарға,
Саптаретдин сапты үгеҙ һуйырға,
Күлйотар ҡалды ҡаҙан аҫырға,
Ирекбай ҡалды ҡыуыш яһарға.
Саптаретдин алып килде бер үгеҙ,
Иҫ киткес инде һимеҙ.
Уғатар ҙа саҡ күтәреп,
Алып килде өйрәктәр,
Матур-матур дүдәктәр.
Ирекбай ҡыуыш яһаны,
Күлйотар аш өлгөрттө.
Ашты тәмләп ашағас,
Батырҙар ҡаты йоҡлап
Киттеләр, бик ныҡ арығас.
Иртән тороп таң менән,
Саптылар фарман менән.
Эй саптылар, саптылар,
Эй саптылар, саптылар.
Саба ла саба торғас,
Еттеләр таш ҡалаға —
Буялған гел ҡараға.
Ҡыҫҡыс хан шунда йәшәй икән,
Таш кәртәһе ныҡ икән.
Инә алмайҙар батырҙар,
Кәңәш ҡороп ҡарайҙар.
Шул арала Ҡыҫҡыс хан
Йыйҙырҙы, ти, ҙур майҙан.
Йыйҙырғастын ҙур майҙан,
Уҡтарын да туптарын
Осорорға ҡушты, ти,
Һәр батырҙың башына
Бер ҡыҙ бирмәк булды, ти.
Шунда һуғыш башланған,
Йәҙрәләр ташланған.
Ә батырҙар тегеләрҙең
Өҫтәренә ташланған.
Хан йыйған барлыҡ көсөн:
Бер ҡапҡаһынан көтөү-көтөү филдәр сығара,
Бер ҡапҡанан көтөү-көтөү арыҫландар сығара,
Береһенән — караптар менән туптар,
Береһенән — меңләп-меңләп һалдаттар,
Бары ла ҡылыс таҡҡан, тимер кейемле!
Ҡулдарында — һөңгө,
Әйтерһең дә, урман ҡороған был ерҙә!
Шунан ҡаланың дүрт яғынан дүрт батыр
Тотондолар ҡырырға шатыр-шотор:
Ирекбай ҡылыс менән турай һалдаттарын,
Саптаретдин түшәп һалды һөңгө менән филдәрен.
Күлйотар, өс уртлауҙа күлде йотоп,
Ултыртты ҡомға кәмәләрен.
Хан ғәскәрен еңгәс батырҙар
Дүрт ҡапҡанан инделәр баҫып,
Ҡыҫҡыс хандың һарайын ватып,
Үҙен дә ебәрҙеләр атып.
Батырҙарҙың был эшенә
Халыҡтар бик шатланды.
Күрер өсөн бөтәһе лә,
Таш ҡалаға ташланды.
Ирекбайҙар ҙур майҙанда,
Башлыҡ булып танылды,
Бына шунан һуң ғына
Иркен тормош ҡоролдо.
Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте