Архив рубрики: Һорауҙар һәм яуаптар

Фытыр саҙаҡаһы

                                                         Фытыр саҙаҡаһы
     Ни өсөн дин әһелдәре уның күләмен билдәләй?
     Һорау: Фытыр саҙаҡаһының мәғәнәһен аңлатып бирмәҫһегеҙме икән? Ни өсөн дин әһелдәре уның күләмен билдәләй? Башҡа ваҡытта ни тиклем бирәһең килһә, шул тиклем бирәбеҙ бит?
     Яуап: Фытыр саҙаҡаһы ғәрәпсә зәкәтүл-фитри тип атала. «Фытыр» (фитыр, фтыр) һүҙе ғәрәп телендәге «фәтара» тамырынан төҙөлгән, ул «ашау» мәғәнәһендә тәржемә ителә (сағыштырыу өсөн: «футур» – иртәнге аш (завтрак), «ифтар» – ауыҙ асыу (ҡояш байығас ашау, ураҙанан сығыу), «фитыр» – мохтажды, фәҡирҙе ашатыу ниәте менән бирелә торған саҙаҡа. Шулай итеп, әлеге саҙаҡаның төп маҡсат-мәғәнәһе – ярлы кешеләргә Ураҙа ғәйетен байрам итергә, матур итеп үткәрергә ярҙам итеү. Шуға күрә ғәйет байрамы алдынан фытыр саҙаҡаһын күп ерҙәрҙә ризыҡлата, йәғни төрлө тәм-томдар менән биреү ғәҙәте бар. Читать далее

Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы?

                                               Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы?
     Тәһәрәт алып тороусы кешегә иғтибар итһәң тәһәрәтенең аҙағына аяғының кейеменә мәсех ҡылып ҡуя. (Мәсех – бармаҡтарҙы еүешләп, аяҡ кейемең сылатыу). Тик бында ниндәй аяҡ әйберенә мәсех ҡылырға һуң? Өфө мәсеттәрендә йәш егеттәрҙең ябай йоҡа ғына синтетик носкиләренә лә мәсех ҡылғанын күрәһең, ә эргәләрендә шаптырҙап һыу ағып тора. Оло йәштәге кешеләрҙең дә йөн ойоҡтарына ла мәсех ҡылғанын күрәһең. Былар дөрөҫмө? Быға яуапты Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан Республикаһы мөфтөйө бирә.
     Һорау: Тәһәрәт алғанда ябай ойоҡбашҡа (ойоҡҡа, носкигә) мәсех ҡылырға буламы? Бындай тәһәрәт алыу дөрөҫ һаналамы? Абруйлы мосолман ғалимдары һәм дүрт мәҙһәб имамдары быға нисек ҡарай?
     Яуап:
     Абруйлы фикһ ғалимдәре һәм мөждәһидтәр йоҡа, һыу үткәрә торған, аяҡта өҫтәмә нығытмалары булмаған һәм аяҡ кейемһеҙ етәрлек ара үтергә мөмкин булмаған ойоҡбаштарҙы (носки) мәсех ҡылырға рөхсәт итмәй. Хәҙерге мамыҡтан, йөндән, нейлондан эшләнгән ойоҡбаштар күндән яһалған ойоҡҡа (ситек) хас булған сифаттарға эйә түгел, шуға күрә уларға мәсех ҡылырға ярамай. Бындай ысул менән тәһәрәт алыу алыусының тәһәрәте лә дөрөҫ булмай. Был ҡарар Изге Ҡөръән аяттары, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте һәм 4 мәҙһәб имамдары тарафынан раҫлана. Шулай уҡ был кешенең намаҙы ҙа дөрөҫ булмай. Читать далее

Аяҡ табаны ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?

                                      Аяҡ табаны ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?

     Сәждә ваҡытында ике аяҡ табаны ла ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?
     Яуап: был һорауға Мөхәммәд Әмин ибн Ғәбидин үҙ китабында айырым бер бүлек бағышлай. Ул был мәсьәләгә ҡарата өс фекер барлығын әйтеп китә.
     Шуларҙың береһе буйынса, сәждә ваҡытында аяҡ бармаҡтарының ергә тейеп тороуы фарыз, икенсеһе буйынса – вәжиб, ә өсөнсөһө буйынса – сөннәт. Читать далее

Хәмерле туйға барырғамы?

                                                     Хәмерле туйға барырғамы?

     Инанған, иманлы кешеләр күршеләренең һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн лә уртаҡлашып йәшәйҙәр. Күрше хаҡын һаҡлауҙа кәмселек килтермәҫкә тырышалар. Әлбиттә, күршеңдә туй булғанда, унда барырға, яңы ғаиләнең шатлығын ҡеүәтләргә, арттырырға кәрәк. Был беҙҙең дини бурысыбыҙ, күршеләр алдындағы вазифабыҙ. Тик бер «ләкин» бар шул мәсьәләлә лә. Әгәр шул туйҙа иманыбыҙға, динебеҙгә ҡаршы эштәр эшләнһә, ғөрөф-ғәҙәтебеҙ менән һыйышмаған хәл-күренештәр булһа, унда бармау хәйерле. Конкретно әйтһәк, туйҙа араҡы эселһә, ҡатындар менән ирҙәр иҫереп, төрлө йәмһеҙ ҡиәфәткә инеп ҡыланһа, юләрләнеп алйотланһалар, бер һүҙ менән әйткәндә, гонаһ ҡылынһа, бындай туйға барыуҙың кәрәге юҡ. Бында инде күршелек хаҡы түгел, иман таҙалығын һаҡлап ҡалыу өҫтөнлөк итә. Был шарттарҙа күршеләр ҙә (туғандар ҙа) үпкә белдерә алмай. Читать далее

Нәҙер һәм ант итеү

                                                                Нәҙер һәм ант итеү

                                                         Нәҙер әйтеү һәм ниәт ҡылыу
     Нәҙер әйтеү һәм ниәт ҡылыуҙың айырмалыҡтарын аңлатһағыҙ ине.
     Нәҙер ул тел менән әйтелә. Әгәр тел менән әйтелмәһә, ул күңелдәге уй-ниәт кенә була. Нәҙер тел менән әйтелергә тейеш, ҡысҡырып әйтелергә лә, бышылдап әйтелергә лә мөмкин. Нәҙер менән ант улар бер-береһенә үҙ-ара оҡшаш. Ант та тел менән әйтелә. Әммә нәҙер әйткәндә «нәҙер иттем» тигән һүҙ әйтелә, нәҙер һүҙе ҡулланыла. Күңелдән генә уйлау ул нәҙер булмай. Күңелдәге уйҙы, ниәтте эшләргә була, эшләмәҫкә була, йәғни үҙ ихтыярыңда. Ә нәҙер әйтһә, уны үтәү вәжип. Эшләмәһә, гонаһлы була. Читать далее

Нәҙер әйтеп

                                                                  Нәҙер әйтеп

               Жәлил хәҙрәт Фазлыев: «Нәҙер әйтеп, күп кеше үҙенә ауырлыҡ ҡына тыуҙыра»
    «Бынан бер нисә йыл элек бик алыҫта йәшәүсе бала саҡ дуҫым янына барырға тура килде. Ҡыш көнө ине, өс тәүлек буйы буран булды. Самолетҡа алған билеттарыбыҙҙы кире тапшырырға тура килде. Поезда ла кире ҡайтыу ҙа бик ауыр булды. Юл ғазаптарынан инде, иҫән-һау ҡайтып етһәм, был ҡалаға аяғымды ла атламаҫ инем тип, нәҙер ҙә әйтеп... Читать далее

Ҡорбан доғаһы бармы?

                                          Ҡорбан боғаҙлағанда уҡый торған доға бармы?

     Мал салғанда Аллаһының исеме менән, уны ҙурлап, ҡорбан ниәте менән: «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр!» – тип ҡорбан салырға ҡушылған. Ҡорбан салған ваҡыттағы доғаларға килгәндә улар төрлө ерҙә төрлөсә. Хәҙистәрҙә был доғалар тураһында хәбәр юҡ тиерлек. Шуға ла «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр! » — тип салып ебәргәндән һуң ниәтләгән кешегә: Йә Аллам ошо ҡорбанымды ҡабул ит тип, үҙ телебеҙҙә әйтһәктә дөрөҫ булыр. Салғандан һуң уҡылған ике рәҡәғәт намаҙ тураһында ла фекерҙәр төрлөсә. Был намаҙҙы ҡорбан ниәтләгән кеше уҡырға тейеш булып сыға, ә салған кеше түгел. Сөнки намаҙҙы һәр кем үҙе өсөн уҡый. Шулай уҡ был хаҡта хәҙистәрҙән мәғлүмәт юҡ. Әлбиттә, нәфел намаҙҙарҙың һауабы бар.
     Аллаһ ризалығы өсөн тип ниәтләп ҡорбан салһаҡ беҙҙең өҫтөбөҙҙән бурыс төшә. Бар эш ниәттә. Ә салған һәм салғандан һуң уҡыла торған доғаларға, намаҙға, кем сала, кем салмай, сөннәтле ме?, ҡорбанды һыйпарғамы йәки эргәһендә булыу кәрәкме, итен ни эшләргә, эсәк-ҡарының ҡайҙа итергә, нисек итте өләшергә, мәжлес үткәреү – былар һәр кемдең шәхси эше һәм урындағы йолалар. Аңралыҡтан ҡорбанды мулла салырға тейеш тип, хатта райондың икенсе осона алып барырға маташалар. Мулла мәсеттә алып барған ғәйет байрамын ташлап, был бәндәгә ҡорбан салайым әле тип, китһенме? Бындайҙар берәү генә түгел бит әле — йөҙләгән. Имеш, мулла доға ҡылып, мал салып, намаҙ уҡыһа, ҡорбан ҡабул була. Хатта эргәмә килеп: Малайым намаҙ уҡый, ҡаҙҙарҙы  миңә салырға ярамай, һин сөннәтһеҙ, мулла килеп салһын, тип әйтә, — тип, йөрөгәндәрҙә бар. Ҡош-ҡорт ҡорбан була алмай, ә хәләл булһын өсөн ир кеше юҡ икән салырға, салһын ҡатын кеше. Урыҫтарҙын поптары һымаҡ мулла посредникме әллә? Аңлатып ҡат-ҡат әйтәбеҙ: һәр кем Аллаһ ризалығы өсөн ихлас күңелдән ниәтләнеп берәй кешенән, хатта ул намаҙ уҡымаһа ла, йә үҙе салһала ҡорбанды — беренсе тамсы ҡаны ергә етмәҫ борон ҡорбаның ҡабул! Бының өсөн мосолман булыуың етә. Читать далее

Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан

                                      Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан

     Ҡорбанға һыйыр һуйғанда 7 кеше араһына ике улымды һәм 6 йәшлек баламды ҡушырға яраймы? Сөнки бәлиғ булмаған баланы өлөшкә индерергә ярамай тиҙәр.
     Ҡорбан өсөн бер һыйырҙы 7 кешегә — ғаиләһе өсөн атап сала икән (мәҫәлән, атай-әсәһе, үҙе, ҡатыны, балалары өсөн) бурыс үтәлә. Өлөшкә бәлиғ булмаған балаларҙы индерергә мөмкин, әгәр был эш бер ғәилә эсендә башҡарылһа.

                                                             Игеҙәктәргә ҡорбан салыу

     Беҙҙең игеҙәк балаларыбыҙ бар, уларға ҡорбаны нисек салырға икән?
     Бәлиғ булған йәшкә еткән һәр кешенең, әгәр ҙә ҡорбан салырлыҡ малы булһа, ҡорбан салыуы вәжиб. Ә инде яңы тыуған игеҙ балалар өсөн уларҙың ата-әсәһе бала тыуыу шатлығынан ҡорбан салырға теләһә, игеҙәктәр ир бала булһа — һәр береһенә икешәрҙе, ә ҡыҙ балалар икән — һәр береһенә берәр ҡорбан салырға тейеш. Шәриғәттә ир бала атаһы милкен бүлгәндә мираҫтың өстән ике өлөшөн тулыһынса, ә ҡыҙ бала өстән бер өлөшөнөң яртыһын алырға хоҡуҡлы булған кеүек, ҡорбан салғанда ла бер ир балаға ике ҡорбан, ә ҡыҙ балаға бер ҡорбан салыу ҡаралған. Бындай ҡорбан сөннөт ҡорбаны тип атала һәм уны үтәй алыу бик тә күркәм ғәмәл һанала. Әгәр ҙә дүрт ҡорбанлыҡ салырлыҡ мөмкинлегегеҙ булмаһа, игеҙәктәрҙең бер ҡарында ятыуҙарын, бер әсәнән тыуыуҙарын иҫтә тотоп, икеһенә ике генә ҡорбан салһағыҙ ҙа була. Аллаһы Тәғәлә Үҙе риза булып, ҡорбанығыҙҙың ҡабул ҡылһа ине. Читать далее