Рабиғел әүүәл
Рабиға тигән исем күптәргә билдәле. Күркәм исем ул. Сөнки мәғәнәһе – яҙ. Рабиғел әүүәл – яҙҙың тәүге айы (яҙ башы) мәғәнәһенә эйә. Боронғолоҡта ғәрәптәрҙә йылдың өсөнсө айы, Бернастан һуң килгәне Хуан, тип аталған.
Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, 14-се быуын ҡартатаһы Кинәнә (заманында ғәрәптәрҙең шаһы була ул) яҙ башында ҡырҙа сәскәләрҙең асылғанын, бөжәктәрҙең хәрәкәтләнеүен күреп, хисләнә һәм «Рабиғел әүүәл!» — ти. Вәзирҙәре уның был һүҙен ҡағыҙға теркәп ҡуя һәм шул ваҡытты белдергән айға ошо исемде ҡушалар.
Мәүлет (Мәүлид) айы
Рабиғел әүүәл — Мәүлет айы. Йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-ғәләм, ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Миләди йыл иҫәбенсә 571 йылға тура килә. Ә инде айын, көнөн күрһәтһәк, 27 апрель була.
Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, вафат булғандан һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, әрбил дәүләте батшаһы Мөзәфәр әбү Сәғид Күкбури бин Ғәли Биктәкин тигән кеше пәйғәмбәребеҙҙең бөйөклөгөн аңлап һәм ахирәттә уның шәфәғәтенә өмөт итеп, ғәйәт ҙур йомартлыҡ менән табын әҙерләтеп, бик күп кешене ҡунаҡ итеп, мул итеп хәйер-саҙаҡа таратып, байрам үткәрә. Был байрам пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөнә мәүлиткә бағышлана. Был байрамда Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, тормош юлы бәйән ителә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, күрһәткән юл менән барыуҙы өйрәткәндәр, Мөхәммәдте, ғәләйһис-сәләм, маҡтап, шиғырҙар, мөнәжәттәр уҡығандар, ҡиссалар һөйләгәндәр. Был күркәм тантананы үткәреү бүтән илдәрҙең мосолмандарының да күңеленә бик хуш килә, Мәүлит үткәреү ғәҙәте тиҙ тарала.
Мәүлит байрамы ана шул ваҡыттарҙан бирле үткәрелә.
Мәүлит көнөндә, айында фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, етемдәргә ярҙам итеү, мохтаждарҙың хәлен еңеләйтеүгә тырышыу, пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеү кәрәк.
Ошолай итеп, пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә өлгәшербеҙ, ин шәәъ Аллаһ.
Рабиғел әүүәлдәге ҡайһы бер көндәр хаҡында
8-се Рабиғел әүүәл — һижри йылында — Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, Мәккәнән сығып сәхәбәләре менән бергә Мәҙинә ҡалаһына (йәҫрибҡа) килен еткән көнө.
10-сы Рабиғел әүүәл — Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, хәҙрәти Хәҙисәгә өйләнгән көнө.
12-се Рабиғел әүүәл — Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, тыуған көнө.
2-се Рабиғел әүүәл — Мөхәммадтең, ғәләйһис-сәләм, ҡыҙы Фатиманың донъяға килгән көнө. Һижриҙең өсөнсө йылымда хәҙрәти Ғоҫман (Ғуҫман), разыйаллаһу ғәнһү, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, Өмөгөлсөм исемле ҡыҙына өйләнә.
Һижринең 49-сы йылында Рабиғел әүүәл айының бишенсе көнөндә Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, ҡыҙы Фатиманың улы Хәсәнде разыйа ғәнһү, ҡатыны ағыулап үлтергән. Хасәндең ул саҡта 46 йәше тулған була. Хәсәндең ҡустыһы Хөсәйен Хәсәндең мәйетен йыуа, кәфенләй һәм ерләй.
Был айҙа (Рабиғел әүүәлдә) «Ҡөрьән»дең ғәҙәттә «Әл-ахзәб» (Фирҡәләр) сүрәһенән (изге китабыбыҙҙа 33-сө сүрә булып килә ул) 38-се аятынан башлап «Мә кәнә»не уҡырға (48-се аяты менән бергә уҡырға) тәҡдим ителә.
Башҡорт календары, 2004 йыл.