Ҡартайғас баҫырмын намаҙға

                                                            Шайтан да... йәйәүләп ҡасҡан
     Намаҙ уҡымаған, ураҙа тотмаған бер ауыл ағайы юлға сыҡҡан. Шунда уға таныш булмаған бер әҙәм эйәргән. Ауыл кешеһенән ҡайҙа барғанлығын һорашҡас, тегеһе:
     - Ҡаланан ҡайһы бер кәрәк-яраҡ алаһы бар, шунда барам әле, — тип яуап ҡайтарған.
     - Мин дә һинең менән барһам яраймы? Юлда яңғыҙ йөрөү эсте бошора бит, — тигән.
     Ауыл ағайы ризалашҡан. Икәүләп юлды дауам иткәндәр. Бара торғас, бер йөҙөм баҡсаһына килеп етә былар. Теге ауыл ағайы әхлаҡһыҙ булыу өҫтөнә ҡараҡ та икән. Тиҙ генә баҡсаға инә лә йөҙөм ашарға тотона. Етмәһә, баҡсаға зарар килһен тип, тәлгәш-тәлгәш йөҙөмдәрҙе өҙөп, ергә ташлай. Юлдашы бының сәбәбен һорашҡас:

     - Баҡса минеке түгел, зарары хужаһына булһын, — тип яуап ҡайтара.
     Юлды артабан дауам итә былар. Бара торғас, бер ауылға килеп етәләр. Нәҡ шул ваҡыт мәсет манараһынан өйлә намаҙына саҡырып аҙан яңғырай. Аҙан тауышын ишеткәс, юлда эйәргән кешенең сырайы боҙолоп китә. Күҙ осо менән генә юлдашына ҡарап ала. Уның мәсеткә инергә һис тә ниәте юҡлығын һиҙенгәс, һорай:
     - Намаҙ уҡырға инмәйһеңме ни?
     - Мин намаҙ уҡымайым, ураҙа ла тотмайым.
     - Улайһа, туғаным, мин һиңә юлдаш була алмам.
     Ауыл ағайы аптырап ҡала.
     - Ниңә улай? Мин бит һиңә бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем.
     - Дөрөҫ, минең алда бер ғәйебең дә юҡ. Ләкин бына һине лә, мине лә яратҡан Аллаһ ҡаршыһында ҙур ғәйебең бар.
     - Нисек? Һүҙеңде әйтеп бөтөр, зинһар.
     - Күпме юл үттек, ә һин Аллаһ хупларлыҡ бер нәмә лә эшләмәнең. Киреһенсә, ул хупламаясаҡ ғәмәлдәр ҡылдың. Кеше баҡсаһына индең, уға зарар килтерҙең. Аҙан тауышын ишетә тороп, намаҙ уҡырға ла ниәтең юҡ.
     Ауыл ағайы уйға ҡала.
     - Дөрөҫ һөйләйһең, әммә һин дә намаҙ уҡымайһың бит?
     - Уҡымайым, сөнки мин кеше сүрәтенә ингән шайтанмын. Аллаһы Тәғәләнең бер генә әмеренә ҡаршы килгәнем өсөн дә уның хозурынан ләғнәтләнеп ҡыуылдым. Ә һин бер көн эсендә генә лә уның нисә әмерен үтәмәнең? Һине тоғро юлдан яҙҙырырға теләгәйнем. Ләкин хәҙер күрәм, һин минән дә аҙғыныраҡ икәнһең! Шайтан булыуыма ҡарамаҫтан, һинең кеүек гонаһлы бәндәнән ҡурҡам, шуға күрә лә яныңдан тиҙерәк китә һалам.
     Шулай ти ҙә шайтан китеп бара. Ауыл ағайы башын ике ҡулы менән тотоп уйға сума: «Ҡара инде, ә! Хатта шайтан да минән ҡаса... Мин унан да гонаһлыраҡ микән ни?» Шунан күңеленән урғылып ташҡан үкенеү хисенә түҙә алмайынса, илап ебәрә.
     - Йә, Рабби! Мине ғәфү ит! Бөтөн гонаһтарым өсөн тәүбә итәм. Бүтән һинең әмереңдән сыҡмаясаҡмын!
Шул һүҙҙәрҙән һуң был әҙәм, тиҙ генә тәһәрәт алып, намаҙға баҫа. Ҡалған ғүмерендә бүтән бер әшәкелек тә эшләмәй.

          Ҡартайғас баҫырмын намаҙға, тиһеңдер... ҡартлығыңа тиклем барып етерһеңме һуң?

     Һәр бер китап магазинында йәиһә һәр мәсеттә һатыла ул «Ғибәҙәти исламия». Был китапты уҡып сыҡҡан кеше «Кем була ул мосолман?» тигән һорауға яуапты белергә тейеш. Хәйер, хәҙерге ваҡытта башҡорт, татар, хатта урыҫ телендә лә Ислам дине тураһында әҙәбиәт бик күп. Арабыҙҙа бик күптәр шундай китаптарҙы һатып ала, ләкин, үкенескә күрә, улар өйҙәге кәштәләрҙә уҡылмай ятыусан. Ҡайһы берәүҙәр хатта уларҙы ниндәйҙер бер тылсымлы бетеү һымаҡ ҡәҙерләп, балаларының буйы етмәгәнерәк ергә йәшереп ҡуя әле ул. Һөҙөмтәлә, улар уҡылмай һәм өйрәнелмәй ята бирә. «Ҡартая башлағас өйрәнермен әле», ти улар үҙҙәрен үҙҙәре тынысландырып. Бында тағы бер һорау килеп тыуа: ә ҡартлыҡ йәшенә барып етеүеңә ниндәй гарантия бар? Уны бер Аллаһ сөбхәнә үә Тәғәлә үҙе генә белә!
     Ни өсөн беҙ Ислам дине ҡағиҙәләрен белергә ашыҡмайбыҙ һуң? Нимә яҙылған икән ул китаптарҙа, тип ниңә ҡыҙыҡһынмайбыҙ? Ә бына нимә яҙылған: «...Һәр бер мосолман намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, зәҡәт бирергә, хәленән килһә, хаж ҡылырға бурыслы!» Ә унан алда — һәр мосолман «Ләә иләәһә иллаллааһ, Мөхәммәдүр-рәсуллааһ», тип күңеле һәм теле менән иман килтерергә бурыслы.
     Барыбыҙ ҙа күңелдән Аллаһтың барлығына, берлегенә, унан башҡа һис тәңре юҡлығына, Мөхәммәт — Аллаһтың рәсүле икәненә ышанабыҙ, мөмкин тиклем зәҡәт тә бирергә тырышабыҙ. Ә бына мосолманға үтәлеүе фарыз булған иң мөһимен — намаҙ һәм ураҙа ғәмәлен үтәмәйбеҙ! Ни өсөн? Сөнки иренәбеҙ, ялҡауланабыҙ. Намаҙ һәм ураҙа — муллалар һәм руханиҙар эше тип кенә уйлайбыҙ һәм бик хаталанабыҙ! Намаҙға өйрәнергә ваҡыт юҡлығына һылтанабыҙ. «Пенсияға сыҡҡас өйрәнермен әле...» тигән кешеләр күп. Ә инде пенсияға сыҡһалар: «...Хәҙер ҡартайылды, хәтер насар, сүрә-аяттарҙы ятлап булмай», — тиҙәр. Һүҙ ыңғайында әйтеп китәйем: әсәйем, мәрхүмә, һикһән йәштән уҙғас та яңынан-яңы доғалар, сүрәләр, аяттар ятлап ултыра торғайны.
     Йыбаныу, һәр төрлө сәбәптәр табып намаҙ уҡырға өйрәнмәү, ураҙа тотмау — ул ҙур гонаһ, тиелә китапта. Намаҙ өйрәнеүгә һәм уҡырға ваҡыт юҡ тиеүселәр өсөн тағы бер миҫал килтерәм: Сибай мәсетенә намаҙға һәр йомала 140-лап ир-ат килә (мин әле ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпкә алманым). Уларҙың һәр береһенең эше, кәсептәре бар: ябай комбинат эшсеһе, институтта уҡытҡан фән кешеләре, шәхси эшҡыуарҙар... Мосолманлыҡ бурысын улар еренә еткереп үтәй.
     Әгәр ошо «йыбаныу» ғына төп сәбәптәрҙең береһе булып торһа, һис ҡурҡыныс түгел. Үҙеңде үҙең ҡулға алырға ла була. Намаҙ ятлау, уҡыу өсөн күп көс һәм ваҡыт талап ителмәй. Кистәрен телевизорҙан шоу- тапшырыуҙар ҡарау урынына аяттар, намаҙ сүрәләре ятлаһаң, күпкә файҙалыраҡ...
     Ҡәҙерле милләттәштәр, бәлки төп сәбәп икенселәлер? Йәғни, ышанма- уҙалыр, йә ышанып етмәүҙәлер? Иман килтереүҙең тулыһынса мәғәнәһе ошолай:
     - Аллаһтың барлығына һәм берлегенә ышаныу;
     - Уның фәрештәләренә ышаныу;
     - Китаптарына ышаныу (Ҡөрьән- Кәримгә);
     - Бәйғәмбәрҙәренә ышаныу;
     - Ахирәттең, йәғни ҡиәмәт көнөнә (ахырызаман) һәм үлгәс яңынан тереләсәгеңә ышаныу.
     Бына ошоларҙың береһенә булһа ла ышанмаһаң, иманың камил булмай. Иманһыҙ кеше, әлбиттә, үҙен мосолман тип һанай алмай. Иманһыҙ кеше Аллаһтан ҡурҡмаҫ. Ундай кеше Ислам диненең төп ҡанундарын үтәмәһәм дә була, тип уйлай, һәм бик ныҡ хаталана! Киләсәк мәңгелек донъяға, унда йәннәт һәм йәһәннәм барлығына ышанған кеше йәһәннәм (тамуҡ) утында янмаҫ өсөн тереклектә бөтә сараларҙы күрергә ынтылырға тейеш. Нисек итеп? Яҡшы, тәртипле, миһырбанлы, эшлекле, әҙәпле, гө-мүмән, барса яҡшы сифаттарға эйә булыу менән бер рәттән, Ислам дине закондарын да үтәргә тейеш!
     Ошо мосолман ҡагиҙәләрен үтәмәү яһиллыҡтан, йәғни дини наҙанлыҡтан да булыуы мөмкин. Ләкин хәҙерге ваҡытта башҡортса йәки русса уҡый белмәгән кеше юҡ. Белергә тырышҡан кеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
     Бәлки ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең үткәндәренән ҡурҡалыр? Миңә барыбер һуң, гонаһтарым күп, йәнәһе. Бәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә әйтелә: «Аллаһ сөбхәнә үә Тәғәлә — ғәфүрҙер, йәғни, ғәфү итеүселер. Кем дә кем ысын күңелдән Аллаһ алдында тәүбә итә икән, ул үткән гонаһтарын ҡылмаған кешегә тиңләнә».
Тимәк, милләтебеҙ башҡорт булғас, беҙ автоматик рәүештә мосолманбыҙ, тип, Ислам дине ҡағиҙәләрен үтәмәй тыныс ҡына йөрөй бирһәк — был төптән дөрөҫ түгел, ҡәҙерле милләттәштәрем! Китапта «әл әҡрәһә фид дини», йәғни, динде көсләү юҡ, тип яҙылған. Әлбиттә, көсләп намаҙға баҫтырыу, ураҙаға күндереү — минең маҡсатым түгел. Ошо юғарыла яҙылган ябай ғына хәҡиҡәтте белмәй хаталанып йөрөгән милләттәштәремә әҙ генә булһа ла файҙам тейһен ине, тигән өмөт менән яҙам был юлдарҙы.
     Һуңғы ваҡытта ураҙа һәм намаҙ организмга файҙалы, тип, медицина күҙлегенән сығып яҙган, шулай ысул менән кешене намаҙ һәм ураҙаға күндерергә ынтылған маҡсатлы мәҡәләләр ҙә күренгеләй башланы. Әлбиттә, намаҙ ваҡытындағы сәждә, ҡәғдә, рөҡуғ, ҡыям — һәр төрлө физик күнекмәләр ролен башҡарып, тәнгә, быуындарға, ҡан тамырҙарына файҙалы булыуы бик мөмкин. Ураҙаның да организмды һәр төрлө шлактарҙан таҙартыуына булышлыҡ итеүендә шик юҡ. Әммә намаҙ һәм ураҙаның төп маҡсаты — үҙеңде киләһе баҡый (мәңгелек) донъяға әҙерләү. Аллаһ сөбхәнә үә Тәғәлә алдында үҙеңдең мосолманлыҡ бурысыңды үтәү!
     Ысын мосолман булыр өсөн башҡорт булыу ғына етәме? Был һорауға тағы бер миҫал: Сибай «Тәҡүә» мәсетенә бер урыҫ егете йөрөй. Һәр йомала осрашабыҙ. Исеме — Әхмәт (элекке исеме Анд- рей). Башҡортса һөйләшә лә белмәй, хатта аңламай ҙа. Ләкин биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота. Ата-әсәһе христиан динен тота (үҙенең һөйләүе буйынса). Бына ошо Андрей — ысын мосолман тиһәк, дөп-дөрөҫ булыр...
     Бәлки ошо мәҡәләне оҡшатмаусылар ҙа күп булыр. Сөнки барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе ысын мосолманға һанайбыҙ бит! Әгәр минең менән килешмәүселәр булһа, яҙығыҙ һорауҙарығыҙҙы, тәнҡитләгеҙ. Яуап бирәм. Әммә иң тәүҙә «Ғибәҙәти исламия» тигән йоҡа ғына китапты ентекләп уҡып сығыуығыҙҙы үтенәм.
                                                           Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Сибай ҡалаһы. Киске Өфө, 2011 йыл, №34