Ғәрәптәрҙә йыр-моң һәм бейеүҙәр

     Сәғуд (Сауд ) Ғәрәпстанын да йырлау — бейеүҙәр тыйылғанмы? Әйҙәгеҙ мосолман ҡәрҙәштәр сәғүд ғәрәптәренең борондан килгән туй йолаларын, йырлау-бейеүҙәрен ҡарап алайыҡ. Беҙҙең аҡылға Сәғүд Ғәрәпстаның ҡаты шәриғәтле ил тип, теле-радио һәм башҡа матбуғат пропагандаһы ярҙамында аңға һеңдергәндәр. Шуға ла әле һаман беҙҙең Башҡортостандың сәләфит-ваһһабтары ошо илде үҙҙәренә Ислам дине өлгөһө итеп күрмәктәр. Ысынын да шулаймы? Тарих төпкөлөнә, үткән быуатҡа ҡарап алайыҡ.
     1925 йылдың аҙағында Неджд әмире Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короллеген етәкләгән Хөсәйен бин Али әл-Хәшимигә ҡаршы һуғыш барышында Джидда ҡалаһын баҫып ала һәм 1926 йылдың башында ул үҙен Хиджаз, Неджд һәм шул тирәләге ҡушылған өлкәләрҙең короле тип иғлан итә һәм шулай итеп яңы дәүләткә нигеҙ һала. Ул ил 1932 йылдан алып — Сәғүд Ғәрәбстаныны тип атала.

     Быға тиклем Башҡортостандың, дөрөҫөрәге, элекке Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дүсән ауылында Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовты Хиджаз короллегенә Советтарҙың генераль консулы итеп тәғәйләнә һәм 1924 йылдың 6 авгусында Генераль консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә Джидда ҡалаһына килә. Унда Хиджаз короле Хөсәйен инб Али әл-Хәшими менән Мәккәлә осраша һәм СССР исеменән рәсми килешеү төҙөлә. Әммә һуңынан был илде баҫып алған, үҙен яңы король итеп иғлан иткән Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд менән дуҫлыҡ мөнсәбәттәрен урынлаштыра. 1926 йылдың 16 февралендә Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып был королекты рәсми үҙ алы бойондороҡһоҙ ил тип таный.
     Кәрим Хәкимов ғәрәптәрҙә «Ҡыҙыл паша» исеме менән, ғәрәптәр биргән атама менән билдәле була. Уның данлы исеме шундай. Паша – ул илсе тигән һүҙ. Икенсенән, Хәкимов Совет иленән килгән – ул ҡыҙыл (Красные советы), өсөнсөнән, ул ғәрәп илдәре менән бик яҡшы хеҙмәттәшлек алып бара.
     1937 йылдың көҙөндә Кәрим Хәкимовты Мәскәүгә ҡайтырға саҡыралар. Советтәр илендә репрессиялар барғанын белгән Король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хәкимовҡа дәүләтендә ҡалырға һәм сәйәси йәшеренер урын тәҡдим итә. Әммә Хәкимов тыуған иленә ҡайтырға ҡарар итә.
     1937 йылдың 27 октябрендә ҡулға алына һәм1938 йылдың 10 ғинуарында Советтарға ҡаршы шпионажда, контрреволюцион ойошмаларында ҡатнашҡан тигән ғәйеп тағыла һәм атып үлтерелә.
Ҡыҙыл пашаға — Хәкимовҡа ҡағылышлы репрессия Сәғүд Ғәрәбстанында хакимлыҡ итеүсе династия вәкилдәренең күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Улар Кәрим Хәкимовтың һәләкәтен ауыр кисерә. Шуға 1938 йылда ғәрәптәрҙең короле Ибн Сәғүд СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә, һәм был бәйләнеш тик 1990-сы йылдар башында ғына ҡайтанан яңыртыла.
     Әлбиттә шул мәлдә илдәр араһында сәйәси мөнәсәбәттәр өҙөлгәс, улар араһында дошманлыҡ урынлашыуына шик юҡ. Атеизм алып барған совет пропогандаһы Сәғүд Ғәрәпстаның ҡатын-ҡыҙҙарҙың башынан пәрәнджә төшмәгән ҡаты шәриғәтле мосолман иле тип яр һала. Ғәрәп мосолмандары кешеләрҙең баштарын сабып өҙәләр, таш менән бәргеләп үлтерәләр, фанатиктар һәм башҡаһы.
     Ә ғәрәптәр быға яуап итеп Көнбайыш илдәре менән советтарҙы Аллаһыҙҙар, кафырҙар, тип СССР-ға ҡаршы ҡаршылыҡ ойошторалар. Был саралар – СССР-ҙағы ваһһабизмды көсәйтеү, ул секта-ойошмаларҙы финанслау, Россиялағы мосолмандарҙы башҡа дин кешеләренә ҡаршы ҡуйыу була. Быларҙың һөҙөмтәһен Кавказ һуғыштарҙа һәм Урта Азия илдәре болғанышында күрҙек инде.
     СССР ҡолағас, боҙоҡ перестройка рухында тәрбиәләнгән ҡайһы бер егеттәр Сәғүд Ғәрәпстанына уҡырға барып, ҡояштан ҡасып, уҡыу йортто эсенән һәм подвалдарынан сыҡмай, был илдең халҡын, донъяһын күрмәй «бик динле» булып ҡайталар. Бындай ҡаты бер динлеләрҙе беҙҙең Ислам диненең уҡыу йорттары ла тәрбиәләй ала ул. Үҙем уҡығас беләм, донъяны онотоп, бер дингә генә бирелһәң, тирә яғын иманһыҙҙарға әйләнә. Ваҡыт үтеү менән, белемде дауамлы итеү менән, халыҡ менән аралышыу арҡаһында ғына рухи үҫешкәш, динде Ҡөръән уҡыу һәм хәҙистәр ятлау ғына түгел икәнен беләң. Ә хәҙерге көндәрҙә инде күп кешенең тиерлек уй-нәфсеһе байығыуға, үҙен ҡайғыртыуға ҡоролған. Бының өсөн урлауға ла, алдауға ла һәм башҡа төр боҙоҡлоҡҡа баралар. Хатта өҫтә ултырған түрә-чиновниктәр менән дин әһелдәренең маҡсаты ла шул. Быларҙың аҙағы нимә менән бөтәсәге ап-асыҡ. Әлеге шәриғәтле бай ғәрәп илдәре лә халҡын байыҡтырып шул арҡала ҡоланы, бөгөнгө сәғүдтәрҙә шуға бара. Ә борондан килгән халыҡ йолалары һәм дин ҡала. Һеҙгә аҫта Сәғүд ғәрәптәренең быуындан-быуынға күсеп килгән йола-бейеүҙәрен тәҡдим итәм. Улар беҙҙең бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән, берҙә тыйылмаған. Сәләфит-ваһһабиттар үҙ күҙҙәре менән күреп ышанһындар — йыр-моң, бейеү, урындағы йолалар һәр халыҡта бар. Беҙгә лә самаһын белеп үҙебеҙҙең башҡорт йыр-көйҙәрен, бейеүҙәрен онотмайыҡ. Ҡаты күңелле, тәҡҡәбер кешеләр генә быны кире ҡағыр, пәйғәмбәребеҙ хәҙистәре быны тыя тип, аҡланыр. 

     Сәғүд ғәрәптәрендә, электән килгән йолаларына ҡағышлы бейеүҙәрендә, ҡылыс тотоп, мылтыҡ менән шарт-шорт атыу һәм барабан ҡағыуҙар киң ҡулланыла

     Сәғүдтәрҙең борондан килгән туй йолаларынан бер күренеш, ҡатын-ҡыҙҙары әллә ни бейеүҙә ҡатнашмағас, күберәк ирҙәр етәкләшеп бейейҙәр!?