Ғәрәптәрҙә йыр-моң һәм бейеүҙәр
Сәғуд (Сауд ) Ғәрәпстанын да йырлау — бейеүҙәр тыйылғанмы? Әйҙәгеҙ мосолман ҡәрҙәштәр сәғүд ғәрәптәренең борондан килгән туй йолаларын, йырлау-бейеүҙәрен ҡарап алайыҡ. Беҙҙең аҡылға Сәғүд Ғәрәпстаның ҡаты шәриғәтле ил тип, теле-радио һәм башҡа матбуғат пропагандаһы ярҙамында аңға һеңдергәндәр. Шуға ла әле һаман беҙҙең Башҡортостандың сәләфит-ваһһабтары ошо илде үҙҙәренә Ислам дине өлгөһө итеп күрмәктәр. Ысынын да шулаймы? Тарих төпкөлөнә, үткән быуатҡа ҡарап алайыҡ.
1925 йылдың аҙағында Неджд әмире Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короллеген етәкләгән Хөсәйен бин Али әл-Хәшимигә ҡаршы һуғыш барышында Джидда ҡалаһын баҫып ала һәм 1926 йылдың башында ул үҙен Хиджаз, Неджд һәм шул тирәләге ҡушылған өлкәләрҙең короле тип иғлан итә һәм шулай итеп яңы дәүләткә нигеҙ һала. Ул ил 1932 йылдан алып — Сәғүд Ғәрәбстаныны тип атала. Читать далее