Башкирское масло                                             Аҡ май
   Борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ  һыйыр һөтөнән һәр төрлө ризыҡ эшләргә бик оҫта булған. Ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ҡорот, эремсек, майҙың әллә нисәмә төрөн яһап ашағандар. Күп ысулдар, ваҡыт үтә килә, онотолоп та бөткәндер инде. “Башҡортостан ҡыҙы яңы конкурс иғлан итеп, яҡшы эшләй. Йәштәргә беҙҙең өгөт-нәсихәт, беҙҙең оҫталыҡ серҙәре бик кәрәк.
   Әле мин һеҙгә беҙҙең яҡтарҙа бешкән аҡ май тураһында һөйләргә теләйем. Майҙың төҫө ҡаймаҡтың ниндәй һөттән айыртылыуына бәйле. Мәҫәлән, яҙ айҙарында, тәүге йәшел үләндән ауыҙ иткәндән һуң тартылған ҡаймаҡтың майы ыуыҙ һары төҫтә була. Ә инде көҙ көнө ҡаймаҡ майы ҡуйы һары төҫтә. Ә ҡышын бесән генә ашап торған һыйыр һөтөнән сыҡҡан майҙың төҫө аҡһыл була. Әммә саф ҡаймаҡтан ғына бешкән бөтә был майҙарҙан айырмалы рәүештә борондан күп ерҙә аҡ май ҙа бешәләр. Ул башҡа майҙарҙан еңелерәк үҙләштерелеүе һәм үтә ете булмауы менән отошлораҡ. Өҫтәүенә аҡ май ҡәҙимге ысул менән бешкән майға ҡарағанда күберәк күләмдә сыға.
   Мин үҙем аҡ майҙы ошолай итеп әҙерләйем. Айыртылған һөттө бешерергә ҡуям. Ҡайнап сыҡҡас, бармаҡ бешер-бешмәҫ эҫелеккә ҡәҙәре һыуытам. Бер биҙрәләй һөткә бер стакан ойотҡан һалып, яҡшылап болғатып, 3-4 сәғәткә өҫтөн ябып ултыртып торам. Ошо йылымыс ойотҡанға йәнә лә 2-3 литр ҡатыҡ һалаһың да тағы ла яҡшылап болғатаһың. Аҡ май бешеү өсөн махсус күнәсек була. Шул күнәсеккә 1-2 литр самаһы ҡаймаҡ һалып, өҫтөнә баяғы йылы ҡатыҡты ҡойоп, икеһен бергә бер сәғәт тирәһе яҡшылап туҡыйһың. Һыуы һәм майы айырылып сыға башлай. Айран өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан май төйөндәрен, бер-береһенә йәбешә башлағас та, һөҙгөс менән һөҙөп ала бараһың. Ошо майҙы бергә ҡушып йомарлайһың да табынға бирәһең. Был аҡ майға ҡатыҡтың әскелтем тәме һеңә, айраны ла әскелтем генә, туҡлыҡлы була. Майы ла телеңде йоторлоҡ. Күнәсектең ауыҙын аҡ сепрәк менән ябып бешергә кәрәк. Күнәсек ағастан эшләнгәс, майға ят тәм һеңмәй. Әгәр ҙә бындай күнәсекте таба алмаһағыҙ, эмалле ҙур биҙрәлә ярай.
   Ҡатыҡтағы туҡлыҡлы матдәләр ҙә майға күсә, шуға был май балалар өсөн бигерәк тә файҙалы.
                         “Хазиналы табын конкурсы”: Таңһылыу Сабирйән ҡыҙы Намаҙбаева. Әбйәлил районы, Таҡһыр ауылы.