"Бисмилләһи" хикмәте
“Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: Рәхимле, Мәрхәмәтле Аллаһ Тәғәлә исеме менән тигәнде аңлата. Мосолман кешегә һәр эштең, һәм башҡа ниәттең башында «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим» де әйтер кәрәк. Щәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым, Аллаһ Тәғәлә бер һәм бар тип белеп, Уның көс-ҡөҙрәтенә инанып, Унан ярҙам һорап. Аллаһ Тәғәләғә һыйынып башҡарыу күркәм сифаттарҙан һанала, маҡтауғала лайыҡ булыр.
Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән хәбәр ителгән хәҙистә Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ошолай тип әйткән: “Әгәр Аллаһ исеме менән башланмаһа, теләһә ниндәй мөһим эш хәйерле булмаҫ”. Сөнки бар нәмә беҙгә Аллаһ Тәғәләнәң бирелгән, һәр һулаған тыныбыҙға хәтле, һәр күргән бар нәмә, ашаған ризығы, эскән һыуы, йәшәгән еренә тиклем Уныҡы.
Харам, тыйылған эштәрҙә “Бисмилләһи” әйтеү Аллаһ Тәғәләне мәсхәрәләү һанала. Хатта Аллаһ Тәғәләне иҫкә алыу, ул шайтанға эйәргән әҙәмдәрҙең ғәләмәте. Миҫалға: Туй көндәрендә араҡы тотоп, иблис теле менән ҡотлауҙары, Аллаһыны иҫкә алыу бик ҙур гонаһ. Элегерәк уҫал, яман кешегә “бисмиллә” һеҙ яралғаныңдыр тигәндәр. Бар нәмә әлеге шул әҙәп-холоҡҡа бәйләнгән һәм Аллаһ Тәғәләне совет осоронда ололауыбыҙҙы онотороп, әхләҡ тормошобыҙҙың түбәнәйеүенә килтерҙе.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән:
— Аллаһы Тәғәлә «Ләүхел-мәхфүз»( Яҙмыш таҡтаһы) менән ҡәләмде яратты. «Ләүхел-мәхфүз» тигәнебеҙҙә яҙылғандыр, шунда яҙылғандан тыш бер ниндәй эш-тормош булмаҫ. Аллаһы Тәғәлә ҡәләмгә әйтте:
— «Ләүхел-мәхфүз»гә яҙ! — тине. Шул ваҡыт, ҡәләм әйтте:
— Ниндәй һүҙ менән башлайым? — тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте:
-«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип башла, -тине. Һәм,ҡәләм «Бисмилләһи» һүҙен ете йөҙ йыл яҙҙы. Аллаһы Тәғәлә әйтте:
-«Үҙемдең ғиззәтем (мөһабәт, бөйөклөк) менән ант итәмен: берәй кем Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенән ысын күңелдән «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип әйтһә, уның ғәмәл дәфтәренә ете йөҙ йыллыҡ ғибәҙҙәт сауабын яҙырмын».
"Кем дә кем «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим»-тип, тырышып яҙһа, Аллаһы Тәғәлә уны мәғфирәтенә ирештерер", — тигән Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһиссәләм.
Геракл, Рум падишаһы, Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһиссәлләмдең Ислам диненә саҡырып ебәргән хатын уҡығанда, тирләп сыға. Янындағы халыҡ унан ни булды тип һорағас, Геракл: "Ғәләйһиссәләмдең яҙған хаттан башҡа мин бер кемдең дә хаты «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим» дән башланғанды күргәнем юҡ ине әле! — тип яуап бирә.
Бер хәбәрҙән килгән:
«Ҡиәмәт көнөндә Мөхәммәд Мостафа Саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм өммәтенең ғәмәлдәре Исраил халҡы пәйғәмбәрҙәре өммәтенең ғәмәлдәре менән сағыштырып ҡаралыр. Шулай булғас, Мөхәммәд өммәтенең бер рәҡәғәт намаҙҙарының сауабы, башҡа өммәттәрҙең мең рәҡәғәт сауабына тиңләшер, бәлки артығыраҡ та булыр. Шулай булғас, башға өммәттәр әйтерҙәр күреп: «Был Мөхәммәд өммәтенең ғәмәлдәрендә ниндәй хасийәт бар икән: уларҙың бер рәкәғәте беҙҙең мең рәҡәғәт намаҙыбыҙ артығыраҡ?» Шул ваҡыт, Аллаһ Тәғәлә әйтер:
-Мөхәммәт өмәтенең намаҙдарында «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тигән һүҙ бар. Һеҙҙең намаҙҙарығыҙҙа ул һүҙ юҡтыр. Шуның өсөн Мөхәммәд бер өммәтенең бер рәҡәғәт намаҙҙары һеҙҙең мең рәкәғәт намаҙҙарығыҙҙы артығыраҡтыр».
14 көн дауамында ураҙа (ошонда баҫ) тотоп, һәр намаҙҙан һуң 1000 мәртәбә “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” -де әйтеүсе ожмах әһелдәре менән күрешер, иншааллаһ.
Күңел (йөрәк) күҙе асылһын өсөн, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” де иртәнге намаҙҙан һуң 2500 мәртәбә уҡырға кәрәк.
Һәр фарыз намаҙҙан һуң “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” де 2500 тапҡыр уҡыусы донъяла буласаҡ нәмәләрҙе төштәре аша алдан күреп белеп торор.
Берәй әҙәм һәр фарыз намаҙҙан һуң 1000 мәртәбә “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип уҡый торған булһа, әреүәхтар һәм фәрештәләр менән аралаша башлар.
Был «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим» иңгәс, Ғәрш-ғаҙыйм дәһшәттән тетрәгән. Ут зобаниҙары: «Был һүҙҙәрҙе ихлас күңеле менән уҡып йөрөүсе уттан (тамуҡ) иҫән-һау, имен булыр», — тип әйткәндәр. Мәғлүм шул, тамуҡ өҫтөндә Аллаһы Тәғәлә тарафынан 19 фәрештә вәкил итеп ҡуйылған.
Ғалимдар әйткәндәр: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тигән һүҙҙә унтуғыҙ хәрефтер (ғәрәп хәрефе менән яҙғанда). Бында шулай уҡ файҙа барҙыр. Береһе шулдыр: ғазап фәрештәләренең ололары ун туғыҙҙыр. Кем дә кем «Бисмилләһ»не тултырып әйтһә, ун туғыҙ ғазап фәрештәләренән ҡотола, ғазап ҡылынмай.
Икенсе файҙа шулдыр: көн менән төн икеһе бергә 24 сәғәттер. 24 сәғәттә биш ваҡыт намаҙ фарыздыр. Был унтуғыҙ хәреф менән «Бисмилләһ» шул намаҙ сәғәттәре араларындағы гонаһтарҙы йолып алыу, ярлыҡау өсөндер. Кем дә кем ысын күңел менән «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең ошо егерме дүрт сәғәттә булған гонаһларын ғәфү итәр.
Кем дә кем «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» де һәр саҡ әйтеп йөрөһә, ул кеше утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, уны йылан — саян саҡмаҫ һәм ағыуҙары зыян килтермәҫ.
Бер хәҙистә: Башында «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим» һүҙҙәре булған доға (ошонда баҫ) кире ҡағылмаҫ.
Ғабдулла ибне Ғүмәр әйткән: «Кемдең берәй теләге булһа, шаршамбы, кесе йома, йома көндәрендә Хоҙай ризалығы өсөн ураҙа тотһон. Йома көн еткәс, ғөсөл ҡойонһон, мәсеткә барһын, мәсеткә юл тотҡанда. юлында осраған саҙаҡа эйәһенә саҙаҡа бирһен. Иншааллаһ, теләгенә ирешер.
Риүәйәт ҡылынды: Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән һоранылар:
— Әгәр бер кеше ашарға ултырһа, ул кеше менән бергә шайтан да ашармы? Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм яуап бирҙе:
— Шайтан шул кеше менән ашар, әгәр ҙә ул ашағанда „Бисмилләһ“не әйтмәһә. Әммә „Бисмилләһ“ әйткән кешенән ҡасыр.
Әминә тигән ҡатын һөйләне:
Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм менән бер мәжлестә бер кеше ашап ултыра ине. Тәғәмдән бер ҡабырлыҡ ҡалғас, был ир ризыҡты алып:
— Бисмилләәһи үә әүәләһи үә ахирәһи, — тип ҡапты. Шул ваҡыт, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм быны күреп, йылмайып, көлөп ҡуйҙы. Унан һоранылар:
— Йа Рәсүлүллаһ! Был көлөүегеҙ ни сәбәптән булды?- тип.
Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе:
— Был кеше ашар алдынан „Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим“ тип, әйтмәгән ине, шайтан бының менән бергә ашаны.
Бер ҡабым ризыҡ ҡалғандан һуң, хәтеренә төшөрөп, „Бисмилләәһи үә әүәләһи үә ахирәһ“ тине. Шайтан ашаған нәмәһен ҡоҫто, шуның өсөн көлдөм, — тине.
Муса ғәләйһис-сәләм заманаһында бер кеше була. Ул бик күп ашай, тик туя алмайынса аптырай. Муса ғәләйһиссәләм уға: Ашар алдынан „Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим“ де әйтеп ебәр, — тип кәңәш бирә. Теге кеше шунан бер нисә ҡабым ашауҙан туя башлаған. Бына шулай, „Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим“ де әйткән кешенең күҙе лә, тамағы ла туя.
Тағы Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдән риүәйәт ҡылынды:
Бер кеше өйөнә инергә теләһә, шайтан уға эйәрер, һәм әгәр, ингән ваҡытта „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим“ де әйтһә, шайтан әйтер: Был өйгә керергә мөмкин түгел икән, — тип, тышта ҡалыр.
Бер кисте хәҙрәти Рабиға әл-Ғәдәүиә ғәмәлдәрен башҡарып „Әғүҙү-бисмиллаһ“ һен әйтә лә йоҡларға ята. Шул ваҡыт бур өйгә төшә, булған нәмә-йыһаздарҙы йыйып, ул өйҙән сығарға торғанда ишек юҡҡа сыға. Ҡараҡ әйберҙәрҙе ташлай. Шул ваҡыт ишек яңынан үҙ урынына ҡайта. Шулай бер нисә мәртәбә ҡабатланғас, ҡараҡ үҙ ҡолаҡтары менән бер тауыш ишетә: „Йорт хужаһының күҙҙәре йоҡлаһа ла, Хоҙай ҡарашын йоҡо баҫмаҫ“. Ҡараҡ, ҡурҡып, тәүбә ҡылып, өйҙән сығып ҡаса...
Әгәр бер кешенең алдында аш-һыу килтерһәләр, ашағанда „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип әйтһә, шайтан әйтер:
— Был ашты ашарға миңә мөмкин булмаҫ, миңә ризыҡ юҡ икән- тип, мәжлестән ҡасыр.
Берәй кеше һыу эскәндә лә “Бисмилләһи” не әйтһә, шайтан: Миңә бында бер тамсы һыуҙа юҡ икән тип әйтер. Шулай уҡ йыуынғанда ла, һыу төшкәндә лә, мунса инер алдынан да әйтергә онотмағыҙ. Тик мунса эсендә һәм бәҙрәфтә был һүҙҙе әйтмәү һәм Аллаһ Тәғәләне иҫкә алмау хәйерле.
Ашаған-эскән ваҡытта, һәм шуның кеүек, ятҡан-торған һәм шулай уҡ ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылғанда ла „Бисмилләһ“ тип әйтһә, шайтан китәр. Әгәр был эштәрҙең береһендә лә „Бисмилләһ“ әйтмәһәң, шайтан ул кеше менән бергә ашар, бергә ятыр, бергә торор, ҡатынына яҡынлыҡ ҡылыр. Әгәр бәндә йоҡларға ятҡанда “Бисмилләһ” уҡыһа, шайтан бында миңә йоҡларға урын юҡ тип әйтер. Бына шулай, бәндә өйгә ингәндә „Бисмилләһ“не әйтмәһә, шайтан уның менән бергәләшеп өйөнә инер, өҫтәл табынында ултырғанда әйтмәһә, уның менән шайтан табынға ултырып ризығын ашар, һыу эскәндә әйтергә онотһа, шайтан унан алда ирендәрен һыу һауытына тейҙерер. Йоҡларға ятҡанда әйтмәһә, түшәгенә шайтан да ятыр. — Ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылғанда „Бисмилләһ“не әйтмәй ҡалһа, уның менән был эштә шайтан да ҡатнашыр. Шуға күрә ҡайһы бер балалар күҙле ҡыҫыҡ күҙле, зәғиф, боҙоҡ күңелле, кәфер һәм башҡа шундай төрлө булып тыуалар ҙа.
Хикәйәт ҡылынды:
Ябыҡ, хәлһеҙ шайтан менән һимеҙ шайтан бергә осраштылар. Һимеҙ, тулы шайтан ябыҡ шайтанға әйтте:
— И ҡәрҙәшем! Ни өсөн был тиклем йонсоп, ябығып йөрөйһөң? — тине.
Хәлһеҙ шайтан әйтте:
— И ҡәрҙәшем! Мин бер мосолманға беркетелдем, ул һәр эштә „Бисмилләһ“не ҡуймайҙыр, ашағанда-эскәндә лә һәм башҡа эштәрҙә лә „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип әйтә. Шуның өсөн ашамай, эсмәй ҡаламын, шул сәбәпле ябыҡмын, — тине. Тулы, һимеҙ шайтан әйтте:
— Ә Мин шундай бер ғәфил бәндәгә беркетелдем: „Бисмилләһ“не һис бер ваҡытта әйтмәйҙер, өйҙә кергән ваҡытта атҡа ултырған кеүек муйынына атланып, менеп керәм, бергә ашайым, бергә эсәм, бергә яҡынлыҡ ҡылам. Шуның өсөн һимеҙмен, — тине.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән тағы риүәйәт ҡылынды:
Берәй кеше „Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим“ тип ,яҙылған яҙманы, бысрамаһын тип, Аллаһ Тәғәлә һәм Уның исемен хөрмәт итеү, бөйөкләү йөҙөнән ер өҫтөнән күтәрһә, Аллаһы Тәғәлә алдында хаҡ һүҙлеләр араһында булыр, ата-әсәһе мөшриктәр булһа ла хәлдәрен еңеләйтер (хәҙис-шәриф).
Тағы бер хикәйәт ҡылынды Ибраһим исемле кешенән. Ибраһим һөйләгән:
— Көндәрҙең бер көнө өйөмдә ултыра инем. Үҙемдең бер туған ҡәрҙәшем Әхмәд иҫереп килеп керҙе. Тороп, уның йөҙөнә һуғып, ҡыуалап сығарҙым. Шулай сәбәпле ул илай-илай сығып китте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡатындар ҡысҡырышҡан тауыштарын ишеттем:
— Бер әҙәм күлгә төшөп, батып үлде! — тип. Шуны ишетеп, өйҙән сығып күлгә барып ҡараһам, күрәм: баяғы эскән ҡәрҙәшем һыуға батып вафат булған. Ғөсөл алыр өсөн һыуға сумып, бик иҫерек булыуы сәбәпле, кире ярға сыға алмаған. Шулай ул әҙәмде, кәфенгә төрөп, йыназа намаҙын уҡып күмдем, һәм ҡәбере янында ятып йоҡланым. Төшөмдә күрҙем: ҡәрҙәшемдең йөҙө айҙың ун дүртенсе кисәһе кеүек яҡтылыр, үҙе бик шатланған. Шулай булғас, ҡәрҙәшемдән һораным:
— Сөбханаллаһ! Һин иҫерек булып, һыуҙа вафат булдың, был хөрмәттәр, үә был ғиззәттәр һиңә нимә сәбәпле булды?
Ҡәрҙәшем яуап бирҙе:
— И ҡәрҙәшем! Һин ҡыуалап, һуғып сығарғандан һуң, күңелемдән әйттем: „Һыуҙа ғөсөл ҡойонам, тәүбә-истиғфар ҡылам, харам иҫерткесте ташлайым“, — тип. Шулай итеп китеп барғанда, юлда бер ҡағыҙ киҫәгенә юлыҡтым, унда»Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим" тип яҙылған. Шул ҡағыҙҙы ололап, ҡәҙерләп йотоп ебәрҙем. Ҡәбергә ҡуйылғандан һуң, Мөнкир һәм Нәкир фәрештәләре һорау алыу өсөн килделәр. Был фәрештәләргә мин әйттем:
— Минән һорау ала алмаҫһығыҙ, — тинем, — минең ашҡаҙанымда Аллаһы Тәғәләнең исемдәре барҙыр, — тип, әйттем. Шул ваҡыт, шунда бер ауаз ишетелде:
— Әй фәрештәләр! Ҡайтығыҙ, ул бәндәне һорауҙар менән ғазапламағыҙ, мин ул бәндәне «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип яҙылған ҡағыҙҙы аяҡ аҫтынан ҡәҙерләп алғанлығы өсөн бөтә гонаһларын ярлыҡаным, ожмах әһеленән ҡылдым, — тине. Йөҙөм шуның өсөн айҙың ун дүртенсе кисәһе кеүек нурлылыр, -тине.
Әбү Һөрәйрәнән (Аллаһ Тәғәләнең уға ризалығы булһын) риүәйәт ҡылынды:
Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр ҡатының менән яҡынлыҡ ҡылырға теләһәң „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип, ҡылһаң, ғөсөл ҡойонғансы, йәғни йыуынғансы, ғәмәл яҙа торған фәрештәләр изгелек-сауаптар яҙып бушамаҫтар; яҡынлыҡ ҡылған ваҡытынан башлап, ғөсөл ҡойонғансы, ғәмәл дәфтәреңә изгелектәр яҙылыр. Әгәр шул яҡынлыҡтан бала булһа, шул баланың тыналыуы ( һәр бер һулышы) һанынса изгелек яҙырҙар, һинең ғәмәл дәфтәреңде изгелек менән тултырырҙар, — тине.
Шулай уҡ;- Әй Әбү Һөрәйрә! Ҡасан атҡа атланһаң, „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип атлан. Атланған атыңдың аҙымдары һанынса изге ғәмәл яҙылыр. Хәҙерге заманда транспортҡа ла ултырғанда был күркәм-көслө һүҙҙе әйтеү ьик хәйерле.
Әүлиәләрҙең береһе вафат булыр алдынан кәфене эсенә „Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим“ яҙылған ҡағыҙҙы ҡуйыуҙы васыят итеп ҡалдыра. Унан был васыяттың мәғәнәһен асыҡлауҙы һорағас, ул:— мин Раббыма әйтәсәкмен: „Йә Раббым! Һин беҙгә башында ике сифатыңды (Рахмән һәм Рәхим) иҫкә алған Китабыңды иңдерҙе. Мин шул яҙманы алып, Яныңа килдем. Хәҙер, йә Раббым, шул сифатыңа лайыҡлы мөғәлләмә менән миңә ҡарата хөкөм бир!“ — тип, был эштең хикмәтен асыҡлай.
»Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим" һәр ауырыуҙан шифа булыр, һәр дауаға ярҙам бирер.
Рум ҡалаһынан бер кеше Ғүмәргә (уға Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булһын) хат ебәрҙе. Хатында ошолай яҙылған ине: «Әй Ғүмәр! Минең баш ауырыуым бар, бер ниндәй табиптың дарыуы килешмәйҙер. Һеҙҙең янығыҙҙа баш дауалаусы берәй дарыу булһа, ебәрһәгеҙ ине», — тиелгән ине. Яуап итеп, хәҙрәт Ғүмәр (уға Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булһын) бер баш кейеме ебәрҙе. Ул кеше баш кейемен алып башына кейҙе, шунда уҡ башы ауыртыуы туҡтаны. Шул баш кейемен һалғандан һуң, йәнә башы ауырта башланы. Был кеше ғәжәпкә ҡалып, баш кейемен һүтеп ҡараһа, унда бер ҡағыҙ киҫәге тапты. Ул ҡағыҙҙа «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип яҙылған икән.
Әгәр ҡағыҙға “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 40 мәртәбә яҙып, шул ҡағыҙҙы зәмзәм йәки ябай һыуға һалып сайҡап,ауырыуға эсерһәләр, ауырыу шифа табыр, иншааллаһ
Риүәйәт ҡылынды:
Рухулла ғәләйһиссәләм (Ғайса пәйғәмбәр) бер ҡәберлек янынан үтеп барғанда күрҙе: ғазап фәрештәләре бер мәйетте ғазаплайҙар. Шунан, бер аҙ ваҡыттан һуң кире ҡайтып килгәндә күрҙе: ғазап фәрештәләре китеп, рәхмәт фәрештәләре килеп, нурҙан булған табаҡтар менән мәйетте ҡәҙер-ғиззәт итәләр. Ғайса ғәләйһиссәләм ғәжәпкә ҡалып әйтте:
— Йа Раббы! Был ғәжәп хәлдер ни: был бәндәң әле генә ғазап эсендә ине, ә хәҙер ғазаптан ҡотолоп, рәхмәткә сумған, — тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте:
— Был әҙәм боҙоҡ булып, тәүбәһеҙ вафат булған ине. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә уны үлгәндән һуң ғазап эсенә ҡуйған ине. Был кешенең вафаты ваҡытында ҡатыны йөклө ҡалды, Ул ҡатын баланы донъяға килтерҙе. Ул бала үҫеп, аҡыл кергәндән һуң, мәҙрәсәгә кереп, ғилем өйрәнде. Уға «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим'де өйрәттеләр. Ул бала бер көн „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип әйтте. Ул кеше балаһы „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип әйткәне бәрәкәтендә ғазаптан ҡотолдо.
Шулай итеп, был ҡиссанан беҙгә мәғлүм булды: „Бисмилләһ“не әйтеү менән, шунан кеше үҙе лә һәм ата-әсәһе лә файҙалана икән. „Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тигән һүҙҙә был тиклем рәхмәттәр булғас, һәр ҡайныбыҙға һәр бер изге эштә „Бисмилләһ не әйтеү тейешле һәм шулай уҡ шайтандар, ендәрҙән һау-сәләмәт булыу өсөн әйтеү ҙә урынлы.
“Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим» Исрафил фәрештә ғәләйһиссәләмдең, Әҙәм ғәләйһиссәләмдең маңлайҙарына, Джәбраил ғәләйһиссәләмдең ҡанатында, Ғазраил ғәләйһиссәләмдең елкәһендә, Муса ғәләйһиссәләмдең таяғында, Ғайса ғәләйһиссәләмдең телендә, Сөләймән ғәләйһиссәләмдең балдағында яҙылған булған.
“Бисмилләһи” — шәрифенең серҙәре:
50 мәртәбә «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим» теләктәр үтәлеү ниәте менән уҡылһа, теләктәр, иншә аллаһ, үтәлер.
Теләгән моратҡа ирешер өсөн, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 7 көн буйына 786 шар мәртәбә уҡылыр.
Лоҡман Хәким бер көндө «Бисмилләәһир-рахманир-рахиим» яҙылған бер киҫәк ҡағыҙ табып ала. Ул шул «биссмиллә» яҙылған ҡағыҙҙы ала ла ауыҙына ҡабып йота. Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә уға тәрән аҡыллыҡ бирә.
Һәр төрлө афәттән, талау, янғындан, аң юғалтыуҙан ҡотолор өсөн, йоҡларға ятыр алдынан “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 21 мәртәбә уҡылыр.
Яуыз кешенең йөҙөнә ҡарап «Бисмилләһ» 50 мәртәбә уҡылһа, яуыздың зыяны теймәҫ.
Кешенең өмөтләнгән урынынан ризыҡҡа ирешер өсөн, ҡояш сыҡҡан ваҡытта, 600 мәртәбә “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” һәм 600 салауат-шәриф уҡылыр.
Берәй әҙәм «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим»де көн һайын 100 мәртәбә уҡып торһа, Аллаһы Тәғәлә уға ҡайһы бер серҙәрҙе, күренмәҫ нәмәләрҙе күрһәтер.
Башҡа берәүҙең мөхәббәтенә ирешер өсөн, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”, бер һауыт һыуға 786 мәртәбә уҡылып, ете көн буйына иртәнән эселер.
Үәсүәсәнән ҡотолор өсөн, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 786 бер мәртәбә һауыт һыуға уҡылыр һәм шул һыу 7 көн иртә менән эселер.
Зиһенен юғалтҡан кеше өсөн «Бисмилләһи-шәриф»те 786 мәртәбә бер һауыт һыуға уҡылыр һәм 7 көн иртә менән шуны эсәр.
Үҙ аңында булмаған кеше өсөн, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” бер һауыт һыу өҫтөндә 786 мәртәбә уҡырҙар һәм 7 көн буйына, ҡояш сыҡҡансы ваҡытҡа тиклем, шул һыуҙы уға эсерерҙәр.
Кем дә кем «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим» тип берәр сихыр, боҙоҡ өҫтөнә 487 мәртәбә уҡып өрһә, ул сихырсылыҡ үҙ көсөн юғалтыр.
Бер ҡағыҙға “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 35 мәртәбә яҙып, өйҙең берәү урынына ҡуйылһа, өй төрлө яуызлыҡтарҙан ҡотолор, иншә аллаһ.
Берәй кем «Бисмилләәһир-рахмәнир-рахиим»де 487 мәртәбә уҡып теләгәнен һораһа, Аллаһы Тәғәлә уға һорағанына бирер.
"Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим" өс ауырыу кеше өҫтөнә 3 көн дауамында 100 әр мәртәбә (өс көн дауамында, көн һайын йөҙ мәртәбә) уҡылһа, ауырыуға шифа килер.
Сауҙа уңышлы булһын өсөн, бер ҡағыҙға “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 35 тапҡыр яҙып, кибеттең стенаһына йәбештереп ҡуярҙар.
Мөхәррәм айының беренсе көнөндә “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” 130 мәртәбә яҙып, ул яныңда йөрөтһәң,ғумереңдә ҡайғыға осрамаҫһың.
“Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” ҡурғашҡа яҙып, ҡармаҡҡа тағып ҡуйһалар, балыҡ күп эләгер.
Ауырыу-хасталыҡтан һаҡланыр өсөн, “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” ҡағыҙға 190 мәртәбә яҙып, шул ҡағыҙҙы яныңда йөрөтөргә кәрәк.
Бер хәбәрҙә: "Аллаһы Тәғәлә был һүҙҙәргә башҡаларына бирмәгән ҡөҙрәте булдырҙы. Был һүҙ әйтеүҙән тәһәрәт камил булыр,шул һүҙ менән салынған ҡорбан, ҡорбан булып китәр, хәләл булыр, эш башланғанда әйтелһә, ул эшкә шайтан яҡын килмәҫ, был һүҙҙе ишетеүҙән сабыйҙарҙың күңеле шатланыр. Ихлас күңел менән был һүҙҙәрҙе әйтеп диңгеҙгә кереүсе һыуҙа батмаҫ, утҡа кереүсе — янмаҫ, йылан-саян араһына кереүсе улар тарафынан сағылмаҫ, берәй дин әһеленең ҡәберенең баш осонда уҡыһаң, Аллаһы Тәғәлә шул һүҙҙәрҙең бәрәкәте менән ҡәбер эйәһенен ғазабын алып ташлар.
Бында яҙылғандар Аллаһ Тәғәләнең был хикмәтле һүҙенең ҡайһы бер бәләкәй генә өлөшө. Ә ҡалған көс бәрәкәте был “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”дә сикһеҙ. Телдән төшөрмәйек ошо рәхмәтле оло һүҙҙе.