Яман күҙҙән таш...
«Яман күҙҙән таш сатнай» һәм «яман һүҙҙән таш сатнай» тигән мәҡәлләләрҙән сығып күҙ тейеүҙән, ауыр һүҙҙәрҙән оригиналь, тәбиғи таштар һаҡлаймы? Ауыр, насар, боҙоҡ һүҙҙәребеҙҙә ҡайҙалыр насар энергия булып йыйыла бит. Һәм быны иҫбатлап, ике яҡ яурыныбыҙҙа ултырған фәрештәләр, һәр ҡылығыбыҙҙы яҙып, туплап бармаймы?
Тәбиғи таштар тураһында мәҡәләне Мәккә ҡалаһындағы Ҡара Таштан башлайыҡ. Ҡара Таш — диаметры 18-19 см булған ҡара, ялтыр һәм мөбәрәк яхонт, ул Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм тарафынан Ҡәғбә төҙөгән ваҡытта уның мөйөшөнә тауафты ҡайҙан башларға кәрәклеген билдәләү өсөн ҡуйылған. Хаж ғибәҙәтенең төп шарттарынан береһе булып Ҡәғбә тирәләй әйләнеп сығыу, йәғни тауаф ҡылыу тора.
Аллаһ Рәсүле әйтте: «Ҡара Таш ожмахтағы аҡ яхонт ине. Ул иманһыҙҙарҙың гонаһтарынан ҡарайҙы. Ҡиәмәт көнөндә Ул Ухуд тауы кеүек буласаҡ, һәм уны сәләмләгән һәм үбкән кешеләр өсөн шаһитлыҡ бирәсәк. Ташты «Аладжар Алсад» тип атайҙар, был «иң бәхетле» тигәнде аңлата, сөнки Ул Ҡәғбәгә ҡуйыу өсөн ожмахтың башҡа таштарынан һайланған.
Ожмахтың ярайһы уҡ ҙур яхонты булған Ҡара Таш Әҙәм менән бергә Ожмахтан ҡыуыла һәм Ҡәғбәгә урынлаштырыла. Туфан ваҡытында Ул Әбү Ҡобайс тауында һаҡлана, ә Ибраһим ғәләйһиссәләм Ҡәғбә төҙөгәндә, ул хәҙерге урынына ҡуйыла. Был Ҡара Таштан күккә беҙҙең күҙгә күренмәгән нур ҡалҡа тейҙәр бит һәм ул изге таштарҙан һанала. Мосолмандарға намаҙ уҡыр алдынан ҡибланы белер йүнәлеш булып хеҙмәт итә һәм хаж ҡылғанда тауаф ҡылыу үҙәге. Яхонт тип, сапфир, рубин, гиацинт, падпараджа таштарын атайҙар. Былар кешеләргә ыңғай тәьҫир иткән төрлө энергитика сығанағы, кире (насар) тулҡындарҙы йыйыусы булараҡ хеҙмәт итә.
Мөхәммәд ғәләйһисссәләм заманында Ҡәғбә бер нисә тапҡыр зыян күрә, әммә бер ҡасан да тулыһынса емерелмәй. Мосолмандар изге ғибәҙәтхананы емереү мөмкин түгел тип ышана, сөнки Ул, Ҡөрьән кеүек үк, Аллаһтың яҡлауы аҫтында, һәм ул уға мәңгелек тормош тәьмин итә. Мөхәммәд пәйғәмбәр тыуған йылда уҡ, Эфиоп батшаһы үҙенең ғәскәре менән изге урынға һөжүм итергә ҡарар итә, әммә уның армияһы тулыһынса күгәрсенгә оҡшаған һары ҡоштар армияһы тарафынан юҡ ителә, улар Аллаһ бойороғо буйынса бәхетһеҙ һалдаттарҙың баштарына таш ташлай.
Был Ҡара ташҡа һәм башҡа тәбиғи, кристалл таштарҙың ниндәйҙер көсө барлығына дини инаныуҙар менән дә бәйле булыуы мөмкин. Һәм был серле нәмәгә ышаныу менән бәйле бөтә нәмәгә лә ҡағыла, мәҫәлән, ҡара Ташҡа ҡағылыу яҡшылыҡ өсөн сәбәп булып тора тигән ышаныу…
Бар көс һәм ҡеүәт тик Аллаһынан, һәм бөтә ауырыу һәм көйөнөстәрҙә Уның ризалығынан. Ауырыуҙарҙы һәм башҡа күңел төшөнкөләрен Аллаһ ебәргәс, уларҙы еңеләйтеү өсөн Аллаһ Ергә сәбәбен ебәрмәгәнме?
Динебеҙ фән өлкәһен йыраҡ булыу сәбәпле, шулай уҡ ошо ҡоролған системаның тик материализмға бәйлеге менән донъябыҙ тик ашау һәм эсеүгә, байлыҡ тупларға ғына ҡоролған, шул арҡала серле күп нәмәләрҙе беҙ ҡабул итергә тырышмайбыҙ. Мәҫәлән, тәбиғи аҫыл таштар тәжрибә нигеҙендә уларҙың төрлө ауырыуҙарҙан дауалау сараһы булыуы асыҡлана, һәм был сараларҙың һауығыу менән бәйләнеше фәнни нигеҙҙә ята. Шуға ҡарамаҫтан, был дарыуҙар сәбәп кенә булып тора, ә һауығыуҙы Аллаһ ғына бирә. Был дарыуҙарға дауалауҙы йөкмәтеү — иманһыҙлыҡ һәм күп илаһлылыҡ сағылышы. Әгәр ҡиммәтле һәм ярым ҡиммәтле таштарҙың кешегә файҙаһы тураһында фәнни һәм логик раҫлауҙар булһа, уларҙы дауалау саралары булараҡ ҡулланыуҙа бер ниндәй ҙә ғәйепле нәмә юҡ. Тик был өлкәлә, бәлки тулы тикшереүҙәр булһа ла, уны ябай халыҡҡа еткереү файҙағамы? Юҡ! Был хаҡты еткереү, ошо бар донъя тотҡан шайтани әҙәмдәргә кәрәкмәй. Әле беҙҙең менән нисек матбуғат, теле-интернет аша манупулировать итәләр, киләсәктә лә бик көслө ҡоралмалар аша аңыбыҙҙы баҫыр өсөн тырышасаҡтар. Был Аллаһ беҙгә бүләк иткән таштарҙы, шул аңыбыҙҙы баҫып алырға ҡулланылған һөжүм сараларына ҡаршы ҡалҡан итеп йөрөтөргә була.
Пәйғәмбәребеҙ (саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: «күҙ тейеү – ул хәҡиҡәт» (Бохари, «Тибб», 36; «Либас», 86; Мөслим, «Сәләм», 41).
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең әйтеүенән сығып: «Күҙ тейеү хаҡиҡҡәт» һәм «Ҡәғбәнең Ҡара ташы гонаһтарҙан ҡарайғас» быны нисек аңларға? Аңларға теләмәгән кеше быға бер ҡасанда төшөнмәйәсәк һәм аңлата башлаһан был ширек, идолдарға табыныу һәм башҡаһы тип, яу һаласаҡ.
Тәбиғи таштарҙың бәрәҡәте һәм файҙаһы тураһында бик күп хәҙистәр бар бит. Ошо хәҙистәрҙе иңҡар итеп Мөхәммәд пәйғәмбәр еткергәненә ҡаршы барайыҡмы? Ҡәғбәнең Ҡара Ташында бер мәле идолопоклонство тигәндәр бит, уны алып ташларға, онтарға маташҡандар.
Ярар, тәбиғи таштарҙың ғәләмәтенә күсәйек. Ерҙәге һәм күктәге, сикһеҙ ғәләмдәге һәр нәмә электромагнит тулҡындарына, электромагнит спектрының төрлө диапазонлы радиотулҡындар һәм инфраҡыҙыл оптик нурланыш араһында урынлашҡан. Был электромагнит спектрының бер өлөшө, шулай уҡ көндөҙгө яҡтылыҡ та, беҙ уны кеше күҙенең үҙенсәлекле ҡоролошо арҡаһында күрә алабыҙ. Электромагнит спектры үҙе тулҡындарҙың киң диапазондарына һуҙыла, уларҙың күбеһе күренмәй, әммә бөтәһенә лә киң билдәле мәҫәлән, ультрафиолет һәм инфраҡыҙыл тулҡындар. Әммә нурланыш закондары күренмәгән һәм күренгән диапазонда ла бер төрлө.
Бөтә матдә вибрациялар менән тулы. Тауыш, төҫ, яҡтылыҡ, минералдар, кешеләр бөтәһе лә төрлө йышлыҡтағы вибрациялар сығара һәм, шулай ҙа уҡ бер — береһе менән бәйләнешкә инә ала.
Беҙҙең күреү һәләте – ул ниндәйҙер әйберҙән сағылған Ҡояш энергияһы һымаҡ нур. Оптик нурланыш, һүҙҙең киң мәғәнәһендәге яҡтылыҡ, оҙонлоғо 1 нм-дан 1 мм-ға тиклем шартлы сиктәр менән диапазонда булған электромагнит тулҡындар ул.
Ошо күҙ нурын кемдәрҙер көсәйтә ала һәм шул арҡала икенсе берәүҙә зыян һала. Уйҙарҙа шул уҡ, әлеге Ҡара ташҡа электромагнит тулҡыны аша һалынған йәки икенсе төрлө әйтһәк, был таш насар уйҙы үҙенә һурып алған.
Япон ғалидары тарафынан эшләнгән яһалма терагерц ташының төп өҫтөнлөктәре булып уның алыҫ инфраҡыҙыл нурланыш сығарыу һәләте тора. Был нурланыш төрө ҡан әйләнешен яҡшырта, иммун системаһын нығыта һәм дөйөм ял итеүгә булышлыҡ итә. Терагерц ташы негатив энергияны үҙенә йыйыу эффектына эйә тип һанала, был организмдың энергияһын баланслауға һәм стрессты һәм борсолоуҙы кәметеүгә ярҙам итә.
Бынан тыш, терагерц ташы ярҙамында ла һаҡланыуҙы тәьмин итергә мөмкин. Шулай уҡ шунгит ташын һайларға кәрәк. Шунгит метафизик һөжүмдәргә лә, электромагнит һөжүмдәргә лә ҡаршы бик һөҙөмтәле таш.
"Күҙ кешене ҡәбергә, ә дөйәне ҡаҙанға һала" — тигән ата-бабаларыбыҙ хәҙистәргә ярашлы. Бында «күҙ тейеү» — кешенең метафизик энергияһы, ул ебәргән тулҡын, сигнал…
Икенсе төрлө әйткәндә, хатта метафизика тураһында бер ҡасан да ишетмәгән кешеләр ҙә кешелек тарихы дауамында был техниканы аңламайынса ҡуллана алған, хатта уның ярҙамында кешеләрҙе һәм хайуандарҙы үлтергән. Шуға күрә ата-бабаларыбыҙ боронғо замандарҙан уҡ күҙ ҡарашынан һаҡланыу өсөн муйынсаҡ тип аталған әйберҙәр ҡулланған. Шулай итеп, улар төрлө энергиялы тәбиғи таштарҙы ҡулланған. Ваҡыт үтеү менән Ислам фәндәренән ситләшкән белемһеҙ мосолмандар был таштар тураһында үҙ ҡараштарын боҙоп күрһәтә башлай. Кешеләр араһына күп илаһтарға алып барырлыҡ ялған инаныуҙар тарала.
Тәбиғи таштар метафизик хәүефтән һаҡланыу сараһы ғына. Ысынлап та, бындай осраҡтарҙа беҙҙе Аллаһ ғына яҡлай. Шулай уҡ, сәбәбен белеп, күҙ тейеүҙән тәбиғи таштар беркетелгән алҡа-һырғалар тағырға, муйынсаҡтар аҫырға, ҡулдарға беләҙектәр, бармаҡтарға балдаҡ, йөҙөктәр кейергә мөмкин һәм хатта кәрәк. Улар тыйылған әйбер, ширек-мирек, күп илаһтар түгел.
Ҡайһы бер кешеләр һәр ваҡыт күҙ тейеү баҫымы аҫтында көн күрә. Бындай кешеләргә кемдәрҙер һоҡланып, аңһыҙлыҡтан көндә күҙҙең тейгеҙеүе мөмкин. Шул арҡала күҙ тейгән кешелә кәйефһеҙлек, баш ауыртыуҙары, аппетиты юғалыуы, сәләмәтлеге яйлап ҡаҡшауы һәм төрлө яман шеш ауырыуы ла тыуҙырырға мөмкин.
Ендәр, сихырҙар, тылсымдар, медиумдар, электрон ҡоролмалар һәм күҙ күҙе тәьҫиренән һаҡланыу өсөн төрлө һаҡлыҡ саралары ҡулланыла, әммә донъялағы күпселек кешеләр был өлкәлә ҡайһы бер тәбиғи/ысын таштарҙың ни тиклем файҙалы булыуын белмәй, йәки улар тураһында ишетеп тә уларҙың мөһимлеген аңламайҙар.
Ошо ҡайһы бер тәбиғи, ысын таштарҙың ошо зарарҙарҙаң һаҡланыуҙа күп өҫтөнлөктәре барлығын белергә кәрәк. Был таштарҙың энергияһы һәм характеристикалары төрлө.
Беренсе планға бер нисә таш сыға: бирюза, малахит, кристалл кварц, селенит, юлбарыҫ күҙе, аметист, агат, обсидиан һәм оникс...
Был таштарҙан балдаҡтар, беләҙектәр, муйынсаҡтар, ҡаҙаҡтар (заколка), куртка йәки пальто төймәләре, сәғәт йәки башҡа шундай әйберҙәр кейгәндәр ендәрҙең эҙәрлекләүенән, ҡара энергиялы сихыр-тылсымдарға, медиумдарҙың метафизик сигналдарына, техник ҡоролмаларҙың электромагнит тулҡындарына һәм аҡылды контролдә тотоуҙың төрлө ысулдарына ҡаршы тора ала. Улар шулай уҡ күҙ тейеүҙән һаҡланыу саралары.
Бынан тыш, машинаһында, кабинетында, өҫтәлендә һәм йыш йөрөгән урындарында сферик һәм ҙур таштарҙы һаҡлаусылар үҙҙәрен ҡалҡан артынан тағы ла бер ҡат ҡалҡан кейгәндәй хис итә.
Шуға ҡарамаҫтан, бик ғәҙәти булмаған һәм ҡеүәтле ендәр, медиумдар һәм ҡеүәтле электромагнит ҡоролмалар, мәҫәлән хәрби корабльдәрҙең радиолокацион станциялары, һуғыштар барған ерҙәрҙәге хәрби электрон сығанаҡтар (хәрби режимдә кешегә бик ныҡ зыян килтерә), аҙ һанлы булһалар ҙа, был һаҡланыу сараларын урап үтеп, эҙәрлекләүҙе һәм үлемесле зарар тәьҫире дауам итә ала. Бындай етди һөжүмгә дусар булғандар ҙа өҫтәмә һаҡлыҡ сараларын күрергә тейеш.
Хәҙерге заманда ла һәм элегерәк хаҡиҡәтте белмәйенсә пәйғәмбәр Зөлҡәрнәйҙе ике мөгөҙлө» тип атағандар. Ысынлап та, ул ике мөгөҙлө шлем кеймәгән, уны Ислам диненә ҡағылышы булмаған грек полководеце Искәндәр (Александар) Македонский менән бутайҙар. Зөлҡәрнәйҙең ярым ай формаһындағы тажы (корона) була. Ярым ай уның башында вертикаль тора, ә уның осо күккә йүнәлтелгән. Был тажында ул бик ғәҙәти булмаған таштар ҡуллана һәм хатта гигант метафизик һөжүмдәрҙе лә еңел генә кисерә ала. Бынан тыш, был таштар ярҙамында ул үҙенең метафизик сигналының көсөн арттыра һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡлау аҫтында булған дошмандарын үлтерә. Кешенең ҡеүәт метафизикаһы – айырым тема, аң көсө (Аллаһ йәки шайтандар ярҙамында) менән ебәрелгән электромагнит тулҡындар, импульстар...
Һүҙ барған таштар метафизик һаҡланыуҙы тәьмин иткән таштар ғына түгел. Был таштарҙың һәр береһе физик һаулыҡ өсөн төрлө өҫтөнлөктәргә эйә. Әгәр был таштарҙы көслө психик зарарҙарға йәки метафизик һөжүмдәргә дусар булмаған кешеләр ҡулланһа, уларҙың аңлау-фекерҙәре бер аҙҙан асыла. Уларҙың хәтирәләре көсәйә бара. Улар көслөрәк булып китә. Уларҙың асыуы баҫыла, һәм улар тыныс кешеләр булып китә. Уларҙың интуицияһы көсәйә. Уларҙың ҡараңғы төштәре кәмей, йоҡолары тыныс һәм талғын була һәм улар бындай башҡа өҫтөнлөктәргә эйә була. Бынан тыш, уларҙың ҡан күрһәткестәре лә үҙгәрә, һәм уларҙың күҙәнәктәре ыңғай, көйлә энергия менән тула башлай. Һөҙөмтәлә уларҙың физик һаулығында гүйә үҙгәрештәр була.
Электр һәм электрон ҡоролмалар донъяла иҫ киткес күләмгә еткән. Бындай ҡоролмалар бөтә ерҙә лә бар һәм улар зарарлы нурланыш сығара. Ҡайһы бер таштар шулай уҡ был нурланышҡа ҡаршы һаҡланыу сараһына эйә, ул нурҙар бөгөн күп кенә физик һәм психик ауырыуҙарҙың һәм проблемаларҙың төп сәбәбе булып тора. Әммә һүҙ барған таштарҙың тәбиғи/ысын булыуына инанырға кәрәк.
Был тәбиғи таш булмаһа, һатыуҙа әлеге терагерц ташы тип аталған беләҙектәр һәм таштары бар, ул радиациянан һаҡлау буйынса күпселек таштарҙан алда тора. Ысынында, әгәр хөкүмәт һәм шәхси секторҙың етди компаниялары төрлө электрон ҡоролмалар, бигерәк тә компьютерҙар алдында көн һайын күп сәғәттәр эшләгән хеҙмәткәрҙәрен терагерц таштарынан беләҙектәр һәм муйынсаҡтар кейергә мәжбүр итһә, бер аҙҙан улар был кешеләрҙә хроник арығанлыҡ, хроник асыу, хроник хәлһеҙләнеү һәм ауырыуҙың кәмеүен күрә башлар ине. Бындай мәғлүмәтте дәүләт чиновниктары араһында таратырға кәрәк, ә терагерц таштарын ҡулланыу киң таралырға тейеш. Терагерц ташы уҡытыусылар һәм студенттар өсөн мотлаҡ тип һаналырға тейеш. Был күп кенә етди проблемаларҙы хәл итеүгә килтерә. Терагерц ташын шулай уҡ ҡоролмаларға ҡуйырға һәм нурланышты йоторға мөмкин.
Ҙур финанс мөмкинлектәре булмағандарға һәм һәр ташты һатып ала алмағандарға бирюза, малахит, кристалл кварц һәм терагерц таштарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был донъяла йәшәгән һәр кеше, кәм тигәндә, ошо дүрт таштан биҙәүестәр кейергә тейеш.
Малахит йәки тауис (павлин) тип аталған йәшел төҫлө һәм агат ташына Ҡөръән аяттары яҙылған «Йәмән ҡалҡаны» тип аталған кулон-муйынсаҡтар бар, улар һатыла.
Был әйберҙәрҙе түшкә аҫып, кейем өлөштәренә тағып һәм ҡул-бармаҡтарға кейеүҙә күп өҫтөнлөктәр бар. Атап әйткәндә, ҡара көстәргә, сихырҙарға һәм ен-шайтандарға ҡаршы һаҡлыҡ сараларының береһе булып йәмәндең ҡалҡанына оҡшаш нәмәләрҙе йөрөтөү яҡшылыр.
Был таштарҙың һөҙөмтәһен тикшерер өсөн ҡатыныма аметист әллә оксанит булдымы, шул тәбиғи таш муйынсағын бүләк иттем. Йәрем йыш ҡына хәлһеҙлегенә, ҡан баҫымы уйнауына, көн баҫымына, баш ауыртыуына зарлана ине һәм бына ыңғай яҡҡа уның кәйефе күтәрелгәнен күрҙем, хәл-әхүәле яҡшырҙы. Тәбиғи таштар яһалма пластмасс әйберҙәрҙән ауыр. Тотоп ҡарағанда һалҡын, ҡул йылыһын тиҙ генә үҙенә алмай.
Һүҙ барған таштар ваҡыт үтеү менән күп энергияны тарта, уларҙы ваҡыты менән ергә тоташтырып (заземлить), тупланған энергияһын бушатырға кәрәк. Бының өсөн уларҙы йылы һыуҙа тотоп була йәки хатта бер аҙ йылы аҡҡан һыу аҫтында тотоп була. Әммә иң һөҙөмтәле эш булып таштарҙы бер аҙ шыйыҡландырылған ысын алма уксусына ҡыҫҡа ваҡытҡа (15-20 минут) урынлаштырыу тора. Әгәр уны оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырһаң, таштар зыян күрә.
Аллаһы Тәғәләнең генә дауалау биргәнен һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк, таш, ағас, һыу йәки башҡа нәмә түгел. Был бары тик Аллаһы Тәғәләнең билдәле бер үҙенсәлектәргә эйә булған, уларҙы дөрөҫ ҡулланғанда, кешегә ыңғай һөҙөмтә бирә алған ижадтары ғына. Шуға күрә ижадтың ролен арттырып күрһәтергә һәм Ижадсының ролен түбәнәйтергә ярамай. Уның тураһында иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм бары Тик Уға ғына рәхмәт әйтегеҙ.