Мәрхүмдең көткәне
     Һорау: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ -ең хәдисенән белеүебеҙсә, мәрхүм кеше ҡәберенә ерләнгәс (күккә күтәрелеп һорау алынғас) күктән төшөрөлә һәм уны ерләп зыяраттан өйҙәренә ҡайтып китеүсе кешеләрҙең аяҡ тауыштарын ишетеп ҡала. Мәрхүмдәр ни тиклем ваҡыт ҡәберҙәрендә булалар икән?»
     Яуап: Дини китаптарҙа мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәге хәлдәре тураһында хәбәрҙәр бар.

     Мәүләнә Имам Бәркәви «Иказ ән-нәэмин» исемле рисәләһендә Рәсүлуллаһ ﷺ -дең хәҙис-шәрифен килтереп: "Хәҙрәти Әбү Һөрәйрә раҙиаллаһу ғәнһә Рәсүл ғәләйһиссәләмдән риүәйәт ҡылып һөйләгән: "Хәҙрәти Рәсүл әйткән: "Әгәр мөьминдәр вафат булһа, шул мөьминдең рухы (йәне) йорто тирәһендә бер ай тороп, үҙенән һуң ҡалмыш өй йәмәғәттәрен күҙәтер икән, нисек итеп малын кыйсмәт (өләшерҙәр) ҡылырҙар, бүлерҙәр үә ни рәүештә мәрхүмдең ҡалған бурыстарын, фидияларын үтәрҙәр. Бер ай үткәндән һуң ҡәберенә ҡайтып, ҡәбере эргәһендә ултырып көтәр икән, зыяратҡа кем килер һәм ҡәберенә кем килеп доға ҡылыр уның өсөн, кем хәсрәтләнер, көйөнөр. Һәм, бер йыл тамам булһа, шул мәйеттең рухын, сур өрөләсәк ваҡытҡаса, йәғни ҡиәммәткә ҡәҙәр рухтар бергә йыйылып тора торған урынға алырҙар икән.
    Джәмиғ китабында яҙылған: "Дөрөҫлөктә рухтар йома көнөндә бер-береһен зыярат ҡылырҙар.
     «Әғләм әл-һәди» китабында әйтеләлер: «Кеше үлгәндән һуң, янында нимә һөйләшкәндәрен тере ваҡытындағы кеүек ишетер. Мәйетте йыуыусы кешенең йомшаҡлыҡ менән йәки ҡатылыҡ менән йыуыуын, Аллаһы Тәғәлә белгертеүе менән белер».
     Үә дәхи «Жәүһәри бәһийә» исемле әҫәрҙә әйтеләлер: «Бер мөьминдең йәне был донъянан киткәс башҡа әруах мөьминдәр уға килеп, белгән туғандарын үә дуҫтарын һорашырҙар, фәлән-фәлән кеше ни хәлдә үә ауылдаштар араһын һорарҙар».
     Мөхтәрәм йәмәғәт, мәрхүмдәребеҙ бер йыл буйына ҡәберҙәрендә беҙҙән доға көтәләр икән. Шуға күрә ҡайһы бер наҙандарҙың өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреү гонаһ тигән вәсүәсәләренә, ҡырағай бәҙәүи ғәрәп ғәҙәттәренә эйәрмәйенсә, 1000 йыл буйы үткәрелеп килгән ошо Ҡөръән мәжлестәрен үткәреп, туғандарыбыҙҙың әрүахтарын шат ҡылһаҡ ине.
                                                                                      Мөселман календаре. 2011 йыл

    Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ: https://nazir1965.com/din/m%D3%99rx%D2%AFm-%D2%AFlg%D3%99n-kesheg%D3%99-%D2%93%D3%99m%D3%99lebe%D2%99.html

    Тәһлил: https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BBlil.html

    Ҡәберҙәге ҡаты һорау:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99ge-%D2%A1aty-%D2%BBorau.html

    Йәндең һуңғы әсенеүе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/j%D3%99nde%D2%A3-%D2%BBu%D2%A3%D2%93y-%D3%99sene%D2%AFe.html

    Йыназа намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/jynaza-nama%D2%99y.html

    Мәйет оҙатыу үә күмеү сауабтары: https://nazir1965.com/din/m%D3%99jet-o%D2%99atyu-%D2%AF%D3%99-k%D2%AFme%D2%AF-sauabtary.html

    Мәрхүмдәргә Ҡөръән уҡыу үә доға ҡылыу: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99rg%D3%99-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-u%D2%A1yu.html