Мәйетте ишектән сығарыу
     Мәйетте ишектән сығарыу тураһында хәбәргә килгәндә аҫта Өфөнөң элекке мөфтие хәҙрәт Ғәбделбари кари хәҙрәт ни эшләп башы менән алға сығарғанды аңлатҡан. Күбеһенсә өйҙәрҙең тышҡы тупһаһы аҫта, баҫмаларына баҫып аҫҡа төшөр кәрәк. Шуға мәйетте аяғы менән алға сығарғанда уның башы ошо баҫмаларҙы төшкәндә өҫтә була. Башы аҫ яҡта булып, аяғы өҫтә булһа был мәрхүмде ҡәҙерләү булмаҫ тигән фекерҙән килә. Ғәрәптәр бөгөнгө көндәлә мәйетте яурынбаштарынан тотоп ҡәбергә аяҡтары менән аҫҡа төшөрөп һалалар.

     Мөфтий Ғәбделбари Исаев кари хәҙрәт: «Мәйетте башы менән алға йәки аяғы менән сығарыу тураһында. Ул дөрөҫ китаптарҙа аяғы менән сығарыуҙы мәслихәт ҡылғандар. Әммә, шәриғәттә аяҡ йәки баш менән сығарыу һис бер ҙә файҙа бирмәҫ, әгәр иман зәғиф булһа. Ә был беҙҙә барыбыҙҙа ла бар, ләкин имандар саф түгел. Мәжлестәрҙә юҡ-бар һүҙ менән белер-белмәҫ фәтүә биреү – үҙе имандың зәғифлеге. Әҙәм үҙе наҙан булһа ла, үҙен күрһәтергә тырышыу. Был инде ҡәтғи иман зәғифлеге. Ләкин мин шуны әйтәм әле: баш йәки аяҡ менән сығарыу – кескенә мәсъәлә, ләкин иждма өммәт, йәғни беҙҙән элек йәшәп киткән өммәттәр, аяҡ менән сығарыуҙы мәслихәт тип тапҡан.
     Был инде дин юлы менән түгел, бәлки, юғары урындарҙан мәйетте төшөргәндә, баш түбән булып, ҡәҙер-хөрмәт төшөүенә иғтибар ителгән. Был иһә, Рәсүлебеҙҙең: «Мәйеттәрҙе тере саҡтарында хөрмәт итегеҙ, инде вафат булғас тәненә иплек ҡылығыҙ, ҡәҙерләгеҙ», – тигән хәҙисенән алынған. Шулай булғас, иғтибар һәр хәлдә ләземдер».