Хикмәт нәсихәттәр

    Хикмәт эйәләренән ҡалған бер-нисә хикмәт
   Аҡыл эйәләренән берәү әйткән: «Кешеләр, — тигән, — дүрт төрлө була. Белгән һәм үҙенең белгәнлеген белеп торған кеше, был кеше — ғалим, уның артынан эйәреп кенә йөрөргә тырышығыҙ. Икенсеһе — белә, ләкин үҙенең белгәнен аңлап етмәй. Был турала уның хәтеренә төшөрөгөҙ. Өсөнсөһө — бер нимә лә белмәй ҙә, белмәгәнен аңлай ҙа алмай, быныһы — тома наҙан, унан һаҡ булығыҙ. Дүртенсеһе— белмәй ҙә, белмәгәнен белеп тә тора, быныһы һеҙҙең ярҙамға мохтаж, уға бынан ҡотолоу юлын күрһәтеп бирегеҙ», — тигән.
   Хикмәт ул — Аллаһтың Үҙе теләгән кешеһенә генә бирә торған бер бүләге. «Аллаһ хикмәт бүләк итеп биргән һәм был хикмәттең ҡәҙерен белеп тә, ҡомһоҙ булыуы сәбәпле көстәрен донъя малы туплап ҡалыу өсөн генә түгеп йөрөгән кеше, — тигән Сократ, — тән сәләмәтлеге менән донъялар именлеген борсолоуҙар менән тынғыһыҙлыҡтар бәрәбәренә һатып йөрөгән әҙәмгә оҡшап китә».
   Сөнки хикмәт емеше ул — тынғылыҡ һәм дәрәжәләрҙә юғарылыҡ, байлыҡ емеше — арыу-талыуҙар һәм бәхетһеҙлек.
   «Һиндостандағы хөкөмдарҙар ҡарамағында китаптар бер ваҡыт шул тиклем дә күбәйеп китә, бер урындан икенсе урынға уларҙы филдәргә тейәп йөрөтә башлайҙар. Ил әмирҙәре шул ваҡыт үҙҙәренең хикмәт эйәләренә китаптарҙы бер аҙ ҡыҫҡартыу хәстәрлеген күрергә бойора. Үҙ-ара һөйләшеп, ғалимдар китаптарҙы дүрт һүҙ генә ҡалғансы ҡыҫҡартыу сараһын күрә.
   Ул һүҙҙәрҙең «ғәҙеллек» тигәне хөкөмдарҙар өсөн ҡалдырыла; икенсеһе «күндәмлек». Быныһы — халыҡ өсөн. Өсөнсөһө — «тыйылыу», нәфсене тыйыу өсөн ул һәр йәнгә кәрәкле нәмә. Дүртенсеһе — һәр кемгә кәрәк булған «тыйыу», туҡталып ҡалырға мәжбүр итеү».
   Хикмәт эйәһенән һорағандар: «Кешегә бөтәһенән дә яҡыныраҡ торғаны нимә була?» — тигәндәр. «Үлем», — тигән аҡыл эйәһе. «Ә иң алыҫта торғаны?» «Өмөт», — тигән ғалим.
   Улына нәсихәт биреп Лоҡман-Хәким әйткән: «Донъяла ике нәмә бар, уларҙы һаҡлап тота алһаң, отолоу менән ҡайғы-хәсрәт тигәнде белмәҫһең: уларҙың был донъя өсөн көрәклеһе — мал, аҡса, Ахирәт өсөн иң кәрәклеһе — иман», — тигән.
   Ярандарынан береһе Базаржәмһирҙән һораған Әнүшируан: «Ни өсөн төп дуҫың дошманыңа әйләнә ала, ә дошманың дуҫ булып китә алмай?» — тигән. «Сөнки төҙөк быяланы ватып ташлағандан һуң уны яңынан йәбештереп булмаған кеүек, емерелгәнде төҙәтеүгә ҡарағанда, булғанын емереү еңелерәк, — тигән Базаржәмһир. — Тән менән дә шулай: дарыу эсеп кенә тороуға ҡарағанда сәләмәтлек, гонаһ эшләп, ғәфү үтенеүгә ҡарағанда гонаһтарҙан тыйыла белеү, нәфсе ҡотҡоларына бирелеү йәки күндәм булыу утҡа инеүҙән яҡшыраҡ», — тип тә өҫтәй.
   Борон замандағы хикмәт эйәләренән берәү байтаҡ йылдар буйы илдәр гиҙеп йөрөгәндә бәндәләрҙе алты төрлө аҡылға өйрәтә торған була: «Ғилеме булмаған кеше өсөн был фани донъяла ла, Ахирәттә лә дәрәжә тигән нәмә булмаҫ», — ти. Был беренсеһе.
   Икенсеһе —- «Сабырлығы булмаған кеше иманда ла, тормошта ла игелек күрмәҫ». Өсөнсөһө —- тинтәк. «Тинтәк кеше ғилемдән фәһем ала белмәҫ». Дүртенсеһе — тәҡүәлеге булмаған кеше. «Тәҡүәлеге булмаған кеше Аллаһ ризалығынан мәхрүм ҡалыр». Бишенсеһе — һаран, «Һарандың байлығы артмаҫ». Алтынсыһы — өгөт-нәсихәт бирә белмәгән кеше. «Бәндәләргә өгөт-нәсихәт бирә белмәгән кешенең Аллаһы Тәғәлә алдында аҡланыр сәбәбе ҡалмаҫ».
   «Аҡылы булған кеше алдыңа килер ихтималы булған өс бәлә хаҡында ла хәтеренән сығармаһын: улар — донъя тормошоноң фани, ваҡыттың үҙгәреүсән, яҙмыштың һынауҙарҙан хали (азат) булмауы».
   Искәндәрҙән һорағандар: «Нимә тип һин остаҙыңды атайыңдан да яҡыныраҡ күрәһең?» — тигәндәр. «Атайым миңә фани донъя тормошома, остаҙым Ахирәтемә сәбәпсе булған өсөн», —- тип яуап бирә Искәндәр. Тағы ла әйткән ул: «Әгәр ҙә ваҡыт һин теләгәнсә генә ағып тормай икән, ваҡыт талаптарына һин үҙең буйһона бел. Кеше бит ул ваҡыттың ҡоло, ә ваҡыт — уның дошманы, һулыш алған һайын, ғүмере арттараҡ ҡала, үлеме яҡыная бара».
   «Биш нәмәгә сәбәпле бәндә үҙен үҙе һәләк итә: улар — дуҫтарың алдында алдашып ҡына йөрөү, ғилем эйәләре менән аралаша белмәү, бер тин тормаҫ кешенең тәкәбберлегенә түҙеп тороу, нәфсе теләктәренән, аҙғынлыҡтан айырыла белмәү».
   Хикмәт эйәһенән һорағандар: «Был донъялағы нәмәләрҙең иң әсеһе һәм иң татлыһы нимә була?» — тигәндәр. «Иң әсеһе — бер тин тормаҫ кешенән тупаҫ һүҙ ишетеү, түләй алмаҫ бурысҡа батыу һәм фәҡирлек. Иң ләззәтлеһе — балаң, татлы һүҙ һәм етеш тормош», — тигән хикмәт эйәһе. «Ә һуң байлыҡ нимә?» — тигәндәр. «Байлыҡ ул — бары менән ҡәнәғәтлек табып йәшәй белеү», — тигән ғалим.
   — Был донъяға төрлө һынауҙар өсөн килгән кеше йәне һуңғы һулышына еткәнгә тиклем әллә күпме ауырлыҡтар, михнәттәр менән ғазаптар тәмен татып тора. Донъяны үҙ ҡулында тотор мәлдәре булған көндәрҙә лә үҙенең өс төрлө яуыз дошманы менән бергә тороп ҡала. Улар — донья мәшәҡәттәре, нәфсе ҡотҡоһо, тоҙағын тотоп этлек уйлап, аҙғынлыҡҡа әйҙәп кенә торған шайтан, Үҙендә күркәм холоҡ, тәҡүәлек, иман камиллығы булыуын теләгән мосолман ғүмер буйы ана шул ауырлыҡтарҙы еңеп, Аллаһҡа яҡыная белергә тейеш.
   Үҙенең Ахирәткә күсеп китер алдынан ғына һөйләгән бер вәғәзендә пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Һеҙҙең аранан мин Кәүсәр шишмәһенә барын еткәндәрҙең тәүгеһе булырмын, һеҙҙе лә шунда ҡаршы алырмын, — тигән.
   Кәүсәр ул — беҙҙең осраша торған урыныбыҙ. Ул шишмәне мин әле лә күҙ алдында күреп торам. Шул ерҙә мин һеҙҙең өсөн геүаһ булырмын. Әле мине, үҙем Ахирәткә күсеп киткәтдән һуң, һеҙҙең тағы ла мөшриктәргә әйләнеп китерегеҙҙән түгел, донъя малына, донъя ләззәттәренә бирелеп, бер-берегеҙҙән көнләшеп бер-берегеҙҙе үлтереп йөрөй башлауығыҙ арҡаһында үҙегеҙгә тиклем йәшәп үткәндәр һымаҡ һәләк булыуығыҙ ихтималынан ҡурҡам!» — ти,
   «Аллаһ алдында күндәмлек менән ғибәҙәттә торғанда һеҙҙә Уға ҡарата булған һөйөу хисе тәрән булһын, әмирҙәрегеҙ эфиопиялы бер ҡара ҡол булған хәлдә лә уға буйһона белегеҙ. Минән һуң тағы ла күп йылдар йәшәү мөмкинлеге булған мосолмандар әллә күпме бола һәм сыуалыштарҙың шаһиты булыр. Шундай саҡтарҙа ла минең сөннәтемдән айырылмағыҙ, арағыҙҙа әленән-әле тыуып торған яңылыҡтарҙан ситтәрәк йөрөғөҙ, сөнки уларҙың күбеһе — аҙашыу һәм хата», —- тип өйрәтеп ҡалдырған ул.
   Әлбиттә, пәйғәмбәребеҙ заманында ла диндән ниндәйҙер файҙа күрергә теләгәндәр ҙә табылып торған.
«Мин, — тип хәтерләр булған сәхәбәләрҙән Әбү-Ҙәрр, — бер наҡыт пәйғәмбәребеҙгә: «Эй, Аллаһ илсеһе! Ниндәйҙер бер ҡалаға мине лә әмир итеп ҡуйыу мөмкинлеге булмаҫмы?» — тим мөрәжәғәт итеп ҡараным. Иңдәремә ҡулын ҡуйып, ул миңә әйтте: «Әй, Әбү-Ҙәрр! Һин — йомшаҡ кеше, һин һорап килгән дәрәжә биҡ тә яуаплы. Көсө еткәндәр, үҙ вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып сыға белгәндәрҙән башҡаларҙың Ҡиәмәт көнөндә яуап тотоп, хурлыҡҡа төшөүе бар», — ти.
                                                                  Хәҙис Шәриф
   «Был донъяға һеҙ кешеләрҙең тормошон ауырайтыу өсөн түгел, ә уны еңеләйтеү өсөн ебәрелгәнһегеҙ», — тип өйрәтә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, үҙенең сәхәбәләрен.
   «Үҙ ҡолдарына Аллаһ үтә лә мәрхәмәтле. Шуға ла бәндәләрҙең тормошон еңеләйтергә тырышып йөрөгәндәр менән бик риза. Кешеләр тормошона ауырлыҡтар килтерергә генә торған ҡолдарынан Ул бөтә булған яҡшылыҡтарҙы алып, уны игелекле бәндәләренә тапшыра».
                                                               Ҡөрьәндән бер аят:
   «Изгелек менән яуызлыҡ (бер ваҡытта ла) бер тигеҙ була алмай; яуызлыҡты һин игелегең менән ҡыуып ебәр, шул ваҡытта һине күрә алмай йөрөгән дошманың да дуҫың булып китер. Бындай игелек сабырлыҡ менән айырылып торғандарға, иманда өлөшө ҙур булғандарға ғына бирелә».
                                                                                «Фуссиләт» («Аңлатылды») сүрәһе, 34—35-се аяттар
   Мосолмандарҙан Аббад бин Шурахбил тигән берәү үҙе менән булған ғибрәтле бер ваҡиғаны яҙыу менән беркетеп ҡалдырған. Артыҡ та мохтажлыҡ кисергән йылдарҙа аслыҡтан йөҙәп, түҙемлектәрем бөткәс, мин Мәҙинә ҡалаһындағы бер баҡсаға барып индем һәм бойҙай башағы ыуып ашаным.
   Бөртөктәрҙең бер аҙын муҡсама ла һалып алыу менән ҡайҙандыр баҡса хужаһы килеп сыҡты. Муҡсамды тартып алды, ҡулымдан тотоп пәйғәмбәребеҙгә, ғәләйһис-сәләм, алып барҙы.
   Хужаның миңә ҡарата булған дәғүәһенә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, шелтә менән яуап бирҙе:
   «Ул наҙан кеше, һин уны бер нәмәгә лә өйрәтмәгәнһең, ул ас булған — һин уға ризыҡ бирмәгәнһең», — ти һәм муҡсаһын ҡайтарып бирергә бойора, үҙенән дә бер аҙ бойҙай өҫтәп бирә.
   Үҙе яратып бөтмәгәндәргә, үҙенә насарлыҡ ҡына эшләп йөрөгәндәргә ҡарата ла ул миһырбанлы була белә.
   Бер ваҡыт ғәрәптәрҙән берәү уның өйөнә килә. Килгән кешенең исемен әйтеүҙәре менән ул:
   — Был үҙ ҡәүемендәге кешеләрҙең иң ҡәбәхәте, — тип кенә ҡуя, ләкин инергә рөхсәт бирә, уның менән ипле генә һөйләшеп ултыра.
   — Эй, Аллаһ илсеһе! Һин бит уны өнәп бөтмәй инең. Ә әле ипле генә һөйләшен ултырҙың, — тип аптырай өйҙәгеләр.
   — Кешеләргә төрлө уңайһыҙлыҡтар, теле һәм ғәмәлдәре менән дә әрнеүҙәр һалып тороу сәбәпле берәү ҙә яҡын барырға теләмәгән кеше Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында иң әшәке кешеләрҙең береһе буласаҡ, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Бөтә булмыштарҙы яралтып бар итеүен тамамлағандан һуң, Үҙенең көрсийендә һаҡланған Китабында Аллаһ: «Минең мәрхәмәтем асыуымдан алдараҡ йөрөр», — тип яҙып ҡуя», — тигән.

Башҡортса дини календарь. 2018 йыл.